«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙҙың оло хазинаһы булған "Урал батыр" эпосы тураһында нимә беләһегеҙ, уны уҡығанығыҙ бармы? Ундағы аҡыл-фекер беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе, тигәнгә нисек ҡарайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛАҢДЫ ҠЫЙЫРҺЫТМАЙҘАРМЫ?
+  - 

Уҡытыусыларҙың 70 проценттан ашыуы уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан буллинг ҡорбандары була. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Айбулат Хажин хәбәр итте.

Депутат билдәләүенсә, Рәсәйҙә һорау алыуҙа ҡатнашҡан 15 мең уҡытыусының яртыһы ғүмере һәм һаулығына хәүеф янауын белдергән. "Шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында - балаларға ҡарата буллинг йышыраҡ осрай. Әммә был уҡытыусыларҙың бындай буллингҡа юлыҡмауын күрһәтмәй. Был проблема бар һәм ул бик етди", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды А. Хажин.
Спикер әйтеүе буйынса, төп эҙәрлекләү һәм мыҫҡыллау объекттары булып 5-7 йәшкә тиклемге стажы булған йәш педагогтар һәм өлкән йәштәге уҡытыусылар тора. "Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында закон проекты әҙерләнә, ул педагог статусын формалаштырыуға һәм яҡлауға булышлыҡ итер һәм һәр уҡытыусыға ҡатмарлы конфликтлы хәлдән сығырға мөмкинлек биргән ниндәйҙер механизм булдырыр, тип ышанам", - ти БР Ҡоролтай комитеты башлығы.
Башҡортостанда мәктәптәрҙә конфликт һәм эҙәрлекләү эпизодтары бер аҙ артыуы теркәлгән. Республиканың балалар омбудсмены Ольга Панчихина БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында хәбәр итеүенсә, 2024 йылда республикала бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратына ошондай 125 мөрәжәғәт килгән. "Буллинг 2-7-се кластарҙа йышыраҡ осрай, юғары кластарҙа әҙерәк, әммә унда ҡатмарлыраҡ осраҡтар була. Әлбиттә, бөгөн ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа проблеманы йәшермәй, уҡытыусыларға һәм профилле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә тырыша. Беҙ психологтар, йәштәр сәйәсәте, мәғариф, социаль яҡлау структуралары вәкилдәре менән берлектә эшләйбеҙ һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ", - тип билдәләй О. Панчихина. Юғары категориялы табип-психиатр, Республика психотерапия үҙәгенең баш табибы Наталья Тулбаева баланың мәктәп буллингы кисергәнен таныу билдәләре тураһында Ufanovosti.ru порталына һөйләне.
Белгестәр әйтеүенсә, түбәндәге осраҡтарҙа ата-әсә балаһына иғтибар итергә тейеш: бала йыш ҡына яңғыҙ ҡалһа һәм уның менән бер кем дә аралашырға тырышмаһа; класҡа инһә, барыһы ла өндәшмәһә; аралашырға тырыша, әммә яуап итеп бер нисә кеше бер юлы һөйләшһә йәки нимәлер эшләһә, ҡушаматтар бирһә; һөйләшкән ваҡытында йыш ҡына һаҡланыу ишаралары ҡулланһа (ҡулы менән яба), тирә-яғына ҡаранһа; дәрестән һуң беренсе булып кластан сығырға тырышһа, класташтарынан бик тиҙ китһә йәки, киреһенсә, дәрестән һуң әйберҙәрен бик оҙаҡ йыйып, барыһы ла киткәнен көтһә; элек бындай хәл булмаһа ла, дәрестәргә һуңлай башлаһа һәм башҡалар.
Башҡа билдәләр ҙә эҙәрлекләүҙе күрһәтә ала. Мәҫәлән, бала бысраҡ кейемдә ҡайта, уның кәйефе ҡырҡа үҙгәрә, уҡыусы кемгәлер үҙенең телефонын йәки башҡа шәхси әйберҙәрен файҙаланыуға бирә, башҡаларға ашхананан йәки магазиндан нимәлер һатып ала, мәктәп ихатаһында йыш ҡына балалар төркөмө йыйыла, улар тығыҙ ҡулсаға теҙелә.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 474

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru