
Бер күргән - белеш, ике күргән - таныш, күп күргән - дуҫ, тиҙәрме әле? Шуның кеүек, күҙ тейә күрмәһен, АҠШ президентының махсус илсеһе Стивен Уиткофф йышланы түгелме беҙгә? Алыҫ араны яҡын итеп, океан аша килә лә төшә. Әле уның 11 апрелдәге визиты - ике ай эсендә Рәсәйгә өсөнсө тапҡыр килеүе.
РФ Президенты Владимир Путин был юлы махсус илсене төньяҡ баш ҡалабыҙ Санкт-Петербургта ҡабул итте, сөнки унда РФ Хәрби-диңгеҙ флоты үҫешенә бәйле кәңәшмә үткәргәйне. Шунан һуң Путин менән Уиткоффтың ябыҡ режимда осрашыуы булып үтте, һөйләшеү 4 сәғәт ярым буйына барҙы. Украина көрсөгөн көйләү был һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы булып торҙо, ә бына башҡа темалар буйынса мәғлүмәттәр асылманы. Рәсәй нигеҙҙә тыныслыҡ килешеүҙәренә әҙер, ләкин өҫтәмә хәлдәр буйынса фекер алышмайынса тороп, хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу мөмкин түгел. Мәскәүҙең төп талаптары күптән билдәле, ул хаҡта Владимир Путин бер нисә тапҡыр ҡабатлап әйтә килә.
1. Конфликт туҡтатыла торған сик аныҡ билдәләнергә тейеш, ләкин ул көн дә үҙгәреп тора: Рәсәй ғәскәрҙәре һөжүмде дауам итергә мәжбүр.
2.Тыныслыҡ килешеүенең боҙолоу ихтималлығы кем тарафынан һәм нисек күҙәтеләсәк. Был осраҡта Рәсәй менән АҠШ-тың реакцияһы нисек буласаҡ?
3. Хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу Киев өсөн хәл алыу ихтималлығы булыу менән Кремль риза тугел. Шуның өсөн дә Украинала мобилизацияны һәм уны ҡорал менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға кәрәк.
4. Рәсәй ғәскәрҙәре тарафынан ҡамауға алынған Украина Ҡораллы көстәре частары яҙмышын хәл итеү ҙә мотлаҡ.
Дөрөҫ, Украина конфликты туҡтатылған хәлдә, Европа илдәре, атап әйткәндә, Британия, Франция, Литва менән Эстонияның Украинаға ниндәйҙер "тыныслыҡ көстәре" индереү хаҡында ниәттәре килешеүҙе тотҡарлаясаҡ 5-се пункт булып тора.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә - Рәсәй менән АҠШ тыныслыҡ килешеүе төҙөүгә ни тиклем яҡын һуң? Трамп, эйе, ҡабалана, сөнки 30 апрелдә уның икенсе тапҡырға президент вазифаһын башҡара башлауына 100 көн тула, ә уның һайлау алды программаһында вәғәҙә иткән ниәттәренең береһе лә әле үтәлмәгән. Өҫтәүенә, ысын булһа, Трамптың Нобель тыныслыҡ премияһына өмөт итеүе хаҡында ла имеш-мимеш таратыла. Һәр хәлдә, Уиткоффтың Рәсәйгә тағы бер эш визитын Украинала утты туҡтатыуға һәм тыныс килешеүгә табан тағы бер аҙым яһалды, тип баһаланылар Аҡ йортта. Әйткәндәй, Дональд Трамп һәм АҠШ-тың яңы хакимиәте вәкилдәре Европа илдәре лидерҙары һәм Джо Байдендан айырмалы, бер ваҡытта ла "Украинала Рәсәй агрессияһы" тигән нахаҡ яла белдергәне юҡ, сөнки АҠШ тарафы Украина конфликтының тәү сығанаҡтары һәм сәбәптәрен төшөнә башланы. Кремлдең матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Владимир Путин менән Дональд Трамптың ҡасан да булһа күҙмә-күҙ осрашып һөйләшәсәгенә шик юҡ.
Трамп хакимиәте бер үк ваҡытта Ирандың ядро программаһын тотҡарлау һәм Яҡын Көнсығышта хәрби әүҙемлекте туҡтатыу буйынса ла һөйләшеүҙәр алып бара. Ирандың верховный лидеры Али Хаменеи был һөйләшеүҙәргә ризалыҡ бирергә мәжбүр булды, сөнки кире осраҡта АҠШ һәм Израиль менән хәрби бәрелештәр башланыу ихтималлығы бар, ә Иран бөгөнгө көндә тәрән көрсөктә: риал осһоҙланыуы, илдә электр энергияһы һәм һыу наҡыҫлығы, юғары инфляция һәм эске тотороҡһоҙлоҡ шарттарында Ислам Республикаһы хәрби янауҙарҙы ҡабул итергә әҙер түгеллеген таный. Трамптың белдереүенсә, АҠШ илселәре менән Иран вәкиллеге һөйләшеүҙәре ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә бара.
Был ваҡытта Махсус хәрби операция картаһы ниҙәр күрһәтә? Курск йүнәлешендә 500-ҙән ашыу украин һалдаты үҙ теләге менән ҡорал һалды һәм пленға бирелде. Яңылыҡтар Рәсәй агентлығы белдереүенсә, Украина Ҡораллы көстәре Курск өлкәһенең Горналь тораҡ пунктын тотоп тороу өсөн бөтөн көстәрен ташлай, дрондарҙың төрлө төрҙәре менән эш итә. "Баба Яга (Мәскәй әбей)" гексакоптерын дошман ғәскәре төндә генә осора торған булһа, хәҙер тәүлек әйләнәһенә ебәрә. РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектәрҙә беҙҙең "Север" төркөмө Горналь һәм Олешня пункттарында Украина бригадаларына етди генә зыяндар килтерҙе. Ростов өлкәһенең дүрт районында дошмандың пилотһыҙ осоусы шартлатҡыстары бәреп төшөрөлдө. 12 апрелдә Киевтағы дрондар етештереүсе "Антонов" заводына, "Электр механикаһы фәнни-тикшеренеү институты"на ут асылды, объекттар етди зыянланды.
Ниһайәт, беҙҙең Оборона министрлығы дошмандың үлем сәсеүсе әрһеҙ себен кеүек ошо дрондарына ҡаршы берәй сара табырмы? Билдәле хәрби эксперт, "Милли оборона" журналының баш мөхәррире Игорь Коротченко Яңылыҡтар Рәсәй агентлығына һөйләүенсә, яңыртып ҡоролған ЗУ-23 зенит ҡоролмаһы украин дрондарына ҡаршы һөҙөмтәле сара булмаҡсы. Ләкин беҙҙең егеттәр яңы ҡоралдың ҡулланыуға индерелгәнен көтөп ултырмай, уларҙың үҙ көрәш ысулдары бар, сөнки дошман көн һайын беҙҙең тарафҡа 150-нән 200-гә тиклем FPV осора һәм был ошо һуғыштың төп үҙенсәлегенә әүерелде лә инде. Яңылыҡтар агентлығы дошман дрондарын эҙәрлекләүсе РЭБ (радиоэлектрон көрәш) операторы "Тайга" ҡушаматлы Рәсәй яугирының нисек итеп украин дрондарын юҡ итеүе хаҡында һөйләй.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА