«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОТОРОҠ СИРЕ - ХӘҮЕФЛЕ, ЙӘКИ ТАҒЫ ЛА ЭТ-БЕСӘЙҘӘР ХАҠЫНДА
+  - 


Һуңғы осорҙары илебеҙҙә күбәйеп киткән берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәр мәсьәләһе йыш ҡына депутаттар кимәлендә лә күтәрелеп тора. Берәүҙәр был мәхлүктәрҙең әҙәм балаһына зыяны хаҡында һүҙ алып барһа, икенселәр йәлләп, уларҙың да йәшәргә хоҡуғы булыуы, уларға ла "кешеләрсә" мөнәсәбәт тейешлеген ҡайғыртыу яғында.

Бына шуның һымаҡ проблемалар тураһында ишетеү менән һәр саҡ башымда бер фекер әйләнә башлай. Тыштан бер аҙ эткә оҡшай биргән "яуыз бүре" хаҡында ул. Бала сағыбыҙҙан бүреләр тураһында һәр төрлө әкиәттәр һөйләшеп йә уҡып үҫтек бит. Француз яҙыусыһы Шарль Перроның "Ҡыҙыл эшләпә"һен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ҡыҙҙың өләсәһен бөтәүләй йотҡан мәкерле бүрене иң һуңынан һунарсылар атып алып ҡайтыуы, эсен ярғас, әбейҙең унан тере килеш сыҡҡаны хаҡында кинәнеп уҡый торғайныҡ. Күрше ауылға бишенсе синыфҡа уҡырға барғас, ике ауыл араһын яңғыҙ-ярым үткән саҡта, бүре килеп осрамаһын, тип, гел генә ҡурҡҡаным да хәтеремдә. Әммә, хәҙер инде етмешкә етеп барыуыма ҡарамаҫтан, ысынында "фәлән ауылда фәлән кешене бүре ашаған" йә тешләгән тигән аныҡ бер хәбәр ҙә ишеткәнем булманы. Ә бына кемдәрҙер "кешенең дуҫы" тип атарға яратҡан эттәрҙән тешләнгән кешеләрҙе күргәнем, хатта дауалағаным да булғыланы. Әле унда, әле бында бәғзе берәүҙе берәҙәк эттәр талап үлтергән осраҡтар хаҡында ла ишетелеп ҡалғылай бит! Әлеге бүрегә ҡарағанда ла яманыраҡ булып килеп сыға түгелме был замана эттәре? Гәзитебеҙҙең һуңғы һандарында Фәүзиә Иҙелбаеваның шул йән эйәләре хаҡында яҙып сығыуы ла тигенгә түгел. Уның "Эт ҡәҙерлеме, кеше ғүмереме?" тип аталған мәҡәләһендәге һәр төрлө шуға бәйләнешле фажиғәләр хаҡындағы факттарға күҙ һалһаҡ, сәстәрең үрә торорлоҡ бит! Ә финанс күҙлегенән сығып ҡарағанда, бер этте аҫрап тотор өсөн айына 10 меңдән ашыу (илдәге барлыҡ берәҙәк эттәрҙе ҡарар өсөн йылына 140 млрд (!) һум) аҡса талап ителә икән.
Эт һәм бесәйҙәрҙең зыяны хаҡында уйлай башлаһаң, әлбиттә, иң башта уларҙың кешеләргә, мал-тыуарға һәр төрлө йоғошло сирҙәр таратыу ихтималлығын күҙ уңында тотоу кәрәк. Һөнәрем буйынса табип булараҡ, башлыса, ошо юҫыҡта һүҙ йөрөтөп алмаҡсымын. Эт һәм бесәйҙәр аша күсә торған эхинококк, сусҡа һәм үгеҙ цепене, әйләнсек ауырыуҙыры хаҡында ла күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Уларҙың ауыл малдарына ғына түгел, кешеләргә лә йоғоу ихтималлығын онотмайыҡ. Эсәк эсендә үҫкән ҡылйыландар хаҡында бер нисә йыл элек мәҡәләм дә сыҡҡайны. Был сирҙәр, ярай, әҙәм балаһы өсөн үлемесле түгел…
Әммә бөгөн, ҡәҙерле дуҫтар, ана шул хайуандарға бәйле булған ғәйәт ҡурҡыныс бер сир хаҡында һүҙ алып бармаҡ булам. Ҡотороҡ сире. Уның хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр, тик күптәр уны яҡшы белеп етмәйҙер тип уйлайым. Ҡотороҡ менән сирләгән эт йә бесәйҙең баш мейеһендә булған үҙгәрештәр уларҙы айырыуса агрессив яһай, һөҙөмтә-лә, бер-береһен тешләшеп, үҙ-ара шул сирҙе тарата ла башлайҙар. Ә иң ҡурҡынысы - кешенең бына шундай хайуандар тарафынан тешләнеү ихтималлығы! Төлкө, бүре һымаҡ ҡыр йәнлектәре аша ла килә был сир. Әммә кешегә эт һәм бесәйҙең һәр саҡ яҡын булыуын иҫебеҙҙән сығармайыҡ.
Ҡотороҡ ауырыуы - баш мейеһен зарарлай торған нейротроп вирус булдырған йоғошло ауырыу. Ҡоторған эт йә бесәй тешләгән яра аша вирус ҡанға үтеп инә һәм 40 көн тирәһе үҙен әллә ни белгертмәүе ихтимал. Шул ваҡыт үткәс, 1-3 көндән продромаль осор (ауырыуҙың иң тәүге бил-дәләре) күҙәтелә. Күп кенә сирлеләр ошо мәлдә тиҙ арыусанлыҡ, кәйеф төшөнкөлөгө тоя, һаташа башлай. Тешләнгән яра уңалып бөтөүенә лә ҡарамаҫтан, яраның йөйө асыттырып һыҙлауы күҙәтелә. Ауырыу башланғас, уның ике стадияһын айыралар. Беренсе стадияһы - ярһыулыҡ стадияһы (стадия возбуждения). Икенсеһе - параличтар стадияһы (стадия параличей).
Беренсе стадияла тын алыуы ауырлаша, кешегә "һауа етмәй". Шулай уҡ һәр бер тауыш, йә яҡтылыҡ кешене тертләтеүсән. Кешенең айырыуса һыуҙан ҡурҡа башлауы - был ауырыуҙың үҙенсәлекле билдәһе. Шуға күрә был сирҙе "гидрофобия", йәғни "водобоязнь" тип тә атайҙар. Берәй һауытҡа һыу һалған тыуышты ишетеү йә һыуҙы күреү, хатта "һыу" тигән һүҙҙе ишетеү генә лә кешенең аяҡ-ҡулдары тартыша башлауына килтереүе ихтимал. Бынан тыш, сирле кеше саманан тыш артыҡ күп һөйләшеүсән, ауыҙынан бер туҡтауһыҙ шайыҡ бүленеп сыға. Ғәйәт агрессив булып киткән был сирле кешенең башҡаларҙы тешләгеһе килә башлай. Ауырыу кеше үҙенең шундай түҙеп торғоһоҙ (кешеләрҙе тешләү) теләге булыуы хаҡында тирә-йүндәгеләргә, ғәҙәттә, әйтеүсән (иҫкәртеүсән). Уның ҡолағына төрлө ҡурҡыныс тауыштар ишетелә йә күҙенә ҡурҡыныс нәмәләр күренә. Ана шул хаҡта ла һөйләүсән бындай ауырыу.
Шундай симптомдарға бай булған тәүге стадияһы әллә ни оҙаҡ бармай, ғәҙәттә, бер аҙнаға тиклем һуҙыла. Ә инде икенсе, йәғни, параличтар стадияһына барып еткән сирле артабан өс-дүрт көндән дә артыҡ йәшәй алмай, тын алыу мускулатураһының параличы арҡаһында, тартыша-тартыша ятып, үлеп тә китә. Медицинала бындай сир хаҡында "прогноз неблагоприятный" тигән термин ҡулланыла. Ябай тел менән әйткәндә, был ауырыу менән сирләп киткән кешене ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин түгел! Әммә, ҡоторған эт йәки бесәйҙән яраланғас та, һис кисекмәҫтән, табиптарға мөрәжәғәт итеп, ваҡытында вакцинация яһатыу әҙәм балаһын үлемдән ҡотҡара.
Бала сағымдағы бер ваҡиға иҫемдә ҡалған. Көпә-көндөҙ ауыл ситендә бер төлкө йөрөп ятҡанын күреп ҡалдыҡ. Бер малай ихатала бәйле торған үҙҙәренең этен ысҡындырып алып сығып, әлеге йырҡысҡа һөсләтте. Эт төлкөнө тауға ҡарай ҡыуа төштө, беҙ уның артынан йүгерәбеҙ. Ниһайәт, эт уны ҡыуып етте һәм, бер аҙ тешләшеп, һуғышып алғандан һуң, төл-көнө үлтереп тә ҡуйҙы. Ә күпмелер ваҡыттан,бәйле торған был эт, ауыҙынан шайыҡтары ҡойолоп, сирләп китте, оҙаҡламай үлеп тә ҡуйҙы. Ярай әле, бәйле торған, бер кемде лә тешлә-мәгән. Ҡоторған төлкөнөң ауырыуын йоҡтороп, шул сәбәпле үлде, тип һөйләнелер һуңынан.
Төлкө йә бүре һымаҡ ҡырағай йәнлек ауыл тирәһендә күренеп ҡалыу менән уларҙың тигенгә генә яҡында йөрөмәүе хаҡында уйлау кәрәк. Үҙҙәрен адекват тотмаған был йыртҡыстарҙың "башы эшләмәүе", йәғни, ҡоторған булыу ихтималлығын күҙ уңынан сығарыу ярамай. Уларға эт һөсләтеү һис кенә лә кәрәкмәй. Юғиһә, ҡорбаны менән тешләшкән арала алабайың ҡурҡыныс сирҙе йоҡтороп өлгөрәсәк. Шуның өсөн дә, иң беренсе нәүбәттә, йыртҡысты зарарһыҙландырыу мотлаҡлығын иҫтә тотоп, был хаҡта ауылдағы ҡораллы кешеләргә - һунарсы йә полиция хеҙмәткәренә хәбәр итеү кәрәк.
Йомшаҡ күңелле "Йәшелдәр" партияларының ризаһыҙлығына ла ҡарамай, депутаттарҙың әлеге ҡурҡыныс янаусы эттәрҙе нисек зарарһыҙландырыу хаҡында уйланыуын хуплайым. Депутат Нина Останкинаның һүҙҙәренә таянып, хайуандарҙы ситлектә интектереп тотоуҙы ла гуманлыҡ тип һанау дөрөҫ түгелдер, тигән фекерҙе белдерҙе Фәүзиә Иҙелбаева үҙенең мәҡәләһендә. Һис интектермәй генә уларҙы эвтаназиялау йә стерилләү (бестереү) хаҡындағы мәсьәләне ыңғай хәл итеү кәрәктер шулай ҙа. Кеше ғүмеренә хәүеф янағанда, тағы ниндәйҙәр айырым осраҡтарҙа динебеҙ ҙә бындай сараларҙы хуплай. Бәйғәмбәребеҙ (саллалаһу ғәләһи үә сәлләм) өйҙә бесәй тоторға рөхәст иткән, әммә этте өйҙә тотоуҙы ҡәтғи тыйған. Эт булған өйгә фәрештәләр инмәүе хаҡында әйткән. Ә тышта өй һаҡлаусы йә иһә башҡа төр эштәргә яраҡлы эттәрҙе тотоуҙы шәриғәт тыймай. Эт-бесәйҙәргә бәйләнешле ниндәйҙер ғәмәлдәр ҡылғанда, әлбиттә, врачтар менән дә, ғилемле дин вәкилдәре менән дә кәңәшләшеү, уларҙың әйткәндәренә лә таяныу кәрәк, тип һанайым.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.25 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 

Кеше бөйөклөккә лә менеүсе, ҡурҡыныс түбәнлеккә лә тәгәрәүсе, замандың ҡаты һынауҙарына ла бирешмәүсе йән эйәһе икәнен онотмайыҡ.

(Ағинәй һүҙе).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru