«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)

Обручевтан һуң Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы итеп тәғәйенләнгән Перовский 1851 йылдың майында Һакмар станицаһы аша Ырымбурға килә. Ҡаҙан ҡалаһынан һуң Өфөлә лә булып китә, унда Балкашин губернатор була. Һаҡмар йылғаһы аша сыҡҡанда Перовский казактарға алтын аҡсалар менән түләй һәм бының сәбәбен дә аңлата: ул үҙенең бында Ырымбур ерҙәренә алтын алыр өсөн түгел, ә уны халыҡҡа таратыу маҡсатында килеүе хаҡында Урал ғәскәре атаманына (Һаҡмар станицаһы уның ҡарамағында була) белдерә. Перовский ошо ҡылығы менән Обручевтың уның өҫтөнән хәрби министерлыҡҡа яҙған доносына ишара итә: ошо шикәйәттә Перовскийҙың 1835 - 1838 йылдарҙа башҡорттарҙың уның һеңлеһе, графиня Анна Алексеевна Толстойға алтын сығарырға рөхсәт итеүе тураһындағы ҡарарын раҫлауы хаҡында яҙыла.
Перовскийҙың яңынан бында килеүенән барыһы ла күпте көтә: чиновниктар наградалар алыуға һәм вазифаларын күтәреүҙе; сауҙагәрҙәр - ҡалаға һаран Обручев тирәһенә оялаған ярлылар урынына байыраҡ кешеләрҙе йәлеп итеп, сауҙа хәлдәрен йәнләндереүҙе; эшселәрҙе һәм оҫталарҙы яллаусы подрядчиктар артабан һуҡыр баҡыр тингә эшләмәйәсәктәренә өмөт итә; башҡорттар, казактар һәм башҡа ябай халыҡ тормоштарының еңеләйеүен, башҡалар - шөғөлдәр иркен теләй.
Май аҙағынан сентябргә тиклем Перовский йәйләүҙә йәшәй, уның ҡалала ҡалған ярандарының күбеһе шунда уның иҫәбенә көн күрә, ҡалғандары үҙ имениеларына ҡайтып китә, йә иһә отпускаға сыға. Бер йәйен (1853 йылда) Перовский йәйләүҙә йәшәмәй, сөнки Кокандҡа ҡаршы хәрби экспедиция ойоштора. Һырдаръя буйындағы барса ҡәлғәләрҙе һәм Аҡ Мәсет тип аталған төп цитаделде алыу күҙаллана, бында ҡырғыҙҙарҙан зәҡәт йыйыусы Коканд бәге йәшәй. Поход ауыр һәм хәүефле була. Кокандтарҙың артиллерияһы булғанлыҡтан Аҡ Мәсетте штурмлау ярайһы уҡ ҡан ҡойошҡа килтерер ине. Шулай булмаһын өсөн ҡәлғәне дөрөҫ итеп ҡамауҙа тотоу талап ителә, ә барса кәрәк-яраҡты Ырымбурҙан ас далалар аша алып килергә кәрәк. Перовский, 1839 йылда Хива походындағы уңышһыҙ ғәмәлдәрен иҫтә тотоп, был юлы бик һаҡ тотона һәм экспедицияны әҙерләүҙә шәхсән барыһын да белеп торорға тырыша. Походта өс төрлө ҡорал ҡулланған ғәскәрҙәр: пехота, кавалерия һәм артиллерия ҡатнаша, шулай уҡ бер нисә понтон кәмәләре алына. Бөтә отрядтың начальнигы итеп Ырымбур казак ғәскәре атаманы, генерал-майор Иван Васильевич Подуров тәғәйенләнә, ул үҙе Перовский етәкселегендә эш итә. Ауыр ҡорал һәм ҡорамалдарҙы башҡорт командалары алып бара, дөйәләр ҡырғыҙҙарҙан алына. Ғәскәр Аҡ Мәсеткә имен-аман барып етә һәм ҡәлғә янында урынлаша, шунан һуң ҡәлғә валына тиклем траншея ҡаҙыла; шунан һуң ҡәлғә стенаһы шартлатыла, шартлауҙан хасил булған уйым аша штурм колонналары ҡалаға инә. Был 1853 йылдың 28 июлендә була.
Был ваҡытта төбәктең эске идаралығында күренекле тип билдәләрлек бер нәмә лә булмай.
Вазифаһына ингәндә Перовский телмәр тотмай һәм үҙе идара иткән саҡта бер кем менән дә кәңәшләшмәй, комитеттар йыймай; эштәр йә доклад менән килгән кешегә рөхсәт биреп, йә уның үҙенең күрһәтмәһенә ярашлы башҡарыла. Айырым бүлек начальниктары, үҙ ведомствоһында төҙөкләндереү эштәрен уҙғарыуҙы юллап килгәндәрендә, Перовский менән шәхсән аңлаша һәм ул ҡушҡанса эш итә. Ошондай буйһоноусанлыҡты нығытыу маҡсатында Перовский эштәр һәм идара итеү буйынса үҙе менән бер төрлө ҡараштараҡ булған начальниктарҙы һайлап ҡуя. Башҡорт ғәскәре командующийы вазифаһына Вятка губернаторы Середа тәғәйенләнә, әммә ул, Ырымбурға килеүенә күп тә үтмәй, кинәт кенә вафат була. Уны Ырымбур граждан губернаторы вазифаһын биләгән Балкашин алыштыра. Ырымбур ғәскәренең наказный атаманы итеп ғәҙел, намыҫлы, аҡыллы һәм ғәскәрҙе яҡшы белгән И.В. Подуров тәғәйенләнә.
Перовский башҡорттар һәм Ырымбур казактары тормошонда күп кенә етешһеҙлектәрҙе күрә, был уларҙың көнкүрешенә зыян итә, тип уйлай; уларҙы бөтөрөү өсөн төрлө саралар күрелә.
Ул башҡорттарҙың, 30-сы йылдар менән сағыштырғанда, күпкә ярлыраҡ йәшәүенә, хатта ки хәйерселеккә төшә барыуына инана. Обручевтың һәм Жуковскийҙың ҡарарҙары менән башҡорттарға йәйләүҙәренә иркен рәүештә барып йөрөү тыйыла, ауылдарын күрһәтелгән планға ярашлы яңынан төҙөргә бойорола, улар ер эшкәртеү менән шөғөлләнергә мәжбүр ителә, әммә, башлыса, был ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына ҡала.
Башҡорттар, уларға попечитель итеп ҡуйылған уҫал Филатовтың, йәғни улар әйткәнсә, "Пилатка"ның килеүен ишетеү менән, уныһы яҡыная башлағанда арлы-бирле ер һөргән, ашлыҡ сәскән булып күренергә тырыша, өйҙәре янында нимәлер эшләп маташа. Әммә Филатов ауылдан сығып киткәс, улар әлеге эштәрен ташлай һәм көндәр йылыныу менән барыһы ла йәйләүгә сыға.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.25 | Ҡаралған: 41

Киске Өфө
 
Кеше бөйөклөккә лә менеүсе, ҡурҡыныс түбәнлеккә лә тәгәрәүсе, замандың ҡаты һынауҙарына ла бирешмәүсе йән эйәһе икәнен онотмайыҡ.

(Ағинәй һүҙе).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru