
Борон башҡорт йәмғиәтенең юғары ҡатламында тарханлыҡ институты шулай уҡ ҙур урын тотҡан. Тарханлыҡ - хан замандарынан килгән күренеш. Хан, солтан, бейҙәрҙән ҡала тархан дәрәжәһе иң аҫыл исем һәм ишлерәк булған, буғай. Тарихтан күренеүенсә, тарханлыҡ Төрки ҡағанаты дәүерҙәренә барып тоташа. Боронғо монголдарҙа ла ул исем-ат бар. Хазар ҡағанатында документтарҙан Гөрбән тархан исеме билдәле. Византия императоры һәм тарихсыһы Константин Багрянородный Олуғ Тархан титулы хаҡында яҙған.
Һәр хәлдә, тархан титулы борон монгол-төркиҙәрҙә юғары хакимиәт эйәһе дәрәжәһен аңлатҡан булһа кәрәк. Монгол телендә таркан (тархан) һүҙе олуғ тархан мәғәнәһен аңлата. Мәхмүт Ҡашғариҙың "Диуани лөғәт әт-төрки" (XI быуат) һүҙлегендә алп тархан һүҙе хакимиәт башлығы төшөнсәһен бирә. Сыңғыҙ хан заманында тархандар аҫыл аҡһөйәктәр ҡатламын тәшкил иткән. Шул яҡтан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тарханды татар ханы тоҡомо тип аңлатыуында ла хаҡлыҡ бар.
Хәҙерге ваҡытта тархан атамаһының бер нисә мәғәнәһен айырып ҡарарға мөмкин:
1. Тархан - төрки-монгол халыҡтары тарихында юғары аҫыл зат дәрәжәһе исеме, хакимлыҡ титулы;
2. Урта Азия, Кавказ халыҡтары, Ҡаҙан, Әстерхан, Ҡырым ханлыҡтары тарихында - дәүләт һалымдары һалынмаған социаль ҡатлам;
3. Рәсәйҙә льготалы ярлыҡтар (грамоталар) исеме. "Башҡорт теленең һүҙлеге" тарханға "ырыуҙаштары араһында өҫтөнлөк менән файҙаланып, яһаҡ түләүҙән ҡотҡарылған юғары ҡатлам кешеһе һәм шул кешенең нәҫелдән нәҫелгә күсә торған дәрәжә исеме", - тип, беҙҙең шарттарға бәйле рәүештә анығыраҡ итеп аңлатма бирә. Төрки ҡағанаттары, Хазар ҡағанлығы традицияларына бағлы рәүештә, Кавказ алды Бөйөк Болгария дәүләтендә тарханлыҡ титулы йәшәгәнлеге мәғлүм. Ул Волга буйы Болгария дәүләтенә лә күсә. Ғәйнә башҡорттары легендаларында үҙҙәрен Болгариянан күсеп килгән тархан дәрәжәле ырыуҙар тип иҫәп-ләйҙәр.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
"Башҡорт халҡының рухи донъяһы" китабынан.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|