«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА - 2
+  - 


Әжәл, хурлыҡтан ҡотҡарып, эске азатлыҡ бирә икән. Кешелек дәрәжәңде һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлеге... Үҙ яҙмышыңды үҙең һайлау хоҡуғы...
- Мин абзыйға яҡыныраҡ ултырам, - тине Сабир, үҙенә ҙурыраҡ киҫәк, тәмлерәк өлөш талап иткән бала һымаҡ. - Юғиһә, бер эт йәнмен мин, утта янмай, һыуҙа батмай торған холҡом бар... - тип өҫтәне ғәфү һорағандай.

* * *

Ҡайҙалыр йыраҡ түгел үҙәк өҙгөс итеп һалдат илай:
- Үлтерегеҙ! Хоҙай хаҡы өсөн үлтерегеҙ! - тип иңрәй ул. Яуҙашыңдың ғазабына шаһит булып та, бер нисек тә ярҙам итә алмауҙан тешеңде онтарҙай булып шығырҙатып, уртты сәйнәп ултырыуҙан башҡа сара юҡ. Електәрҙе ҡорошторор хәүефтән Азаматтың алдындағы берҙән-бер граната ғына йолоп тора.
- Үлтер, тип инәләсәкһегеҙ, тип вәғәҙә бирмәнемме ни мин һеҙгә? Әйттемме? - тип тамаҡ төбө менән хахылдай иҫерек тауыш. - Әйттем бит!
- Инәлеп һорағас, үлтер ҙә ҡуй! Һиңә бер пуля йәлме ни? - ти берәү ялҡау ғына. - Ялҡытты.
- Өнө тығылһын. Баш ҡалманы, - тип уға ҡушыла йәнә береһе. - Ял итке килә. Бик йәлләһәң, ҡана үҙем. - Һаңғырау ғына атыу тауышы. Тағы, тағы.
Әсирлекме, үлемме?
Уңған хужаның эре малына айырым, ҡош ҡортона айырым итеп бүлкәт-бүлкәт итеп ҡорған һарайы, снаряд ярсыҡтары сәрпәкләп, пулялар тишкеләп бөтһә лә, ниндәйҙер мөғжизә менән һаман теүәл тора. РПГ менән бер атһа, өф итеп күккә осор был бина кирбестән, таштан дан итеп төҙөлгән, ә хәҙер емерелеп, янып бөткән йорттар араһында бер үҙе ҡалған.
Яҙмыштарымы, булмыштарымы, ошонда был бишәүҙе бергә йыйған. "Даян" позывнойлы Азамат менән "Геродот" позывнойлы Ибраһим - "СССР-ҙа тыуғандар" быуынынан, "Уландар һәләк булғанда нисек өйҙә ятмаҡ кәрәк", тип ҡоралға тотонғандар. "Тарпан" позывнойлы Байсар менән "Мамай" позывнойлы Инсаф мобилизация буйынса килгән. "Шырмый" позывнойлы Сабир бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, командирының: "Кәрәк, улым! Илебеҙгә кәрәк!" тигән өгөтөн тыңлап контракт төҙөшкән. Усҡа йомолған һуңғы гранатаға өмөт бағлап, арҡаға арҡа терәп ултырышҡандар. Арҡалаштар. Быуындан-быуынға тапшырыла килә, ахыры, яугир башҡортҡа - уратып алған дошманға яуҙашыңдың арҡаһынан таяныс табып, ҡуш ҡылыс менән ҡаршы тороу. Үҙҙәре лә һиҙмәй шулай урынлашҡан. Ә иптәшеңдең тән йылыһы күңелгә дауа: әлегә уларҙың күпмелер ваҡыты, ғүмере бар.
- Әлегә ҡанға туйҙылар, ахыры... - тип ҡуя Инсаф.
- Белеп булмай, - ти Байсар. - Уғата шашҡандар. Әҙәмлектәре ҡалмаған. Бөтә донъянан йыйылған шакалдарға тамаша кәрәк.
- Ә шулай ҙа сыҡмаған йәндә өмөт бар, - ти Сабир. Ғүмерҙә лә йәшәп туйып булмайҙыр был ерҙә. - Абзый, - тип өндәшә ул Азаматҡа, - һин һуңғы секундҡа тиклем һуҙ, йәме. - "Шырмый"ға егерме бер генә шул.
- Әлегә беҙҙең ваҡыт бар, - тип ҡабатланы Азамат.

* * *

"Даян" позывнойлы Азамат. Бөйөк Ватан һуғышын Берлинда тамамлаған Даян Буранбаевтың ейәне. Уға позывной һайлау ҡыйын булманы. Ҡан ҡеүәтен, нәҫел көсөн һуғышта айырыуса ныҡ тойҙо. Үҙенә тиклем йәшәгән аҫыл заттарҙың йәшәү энергияһы юҡҡа сыҡмаған. Тамырҙар ерҙән һурған тормош һуты япраҡтарҙы йәшәткәндәй, был энергия Азаматта йәшәүен дауам итә, уйҙарына, ҡылығына йоғонто яһай, ниндәйҙер мәлдәрҙә теге йәки был юлды һайларға мәжбүр итә. Әлеге һуғышта уны быуаттар буйы Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап яу сапҡан бабаларының ҡото етәкләп алып йөрөтә, баш осонан пуляларҙы ҡыуып тарата, бәлә-ҡазаларҙан ышыҡлай. Айырыуса үлемесле хәүеф мәлдәрендә, ә бында үлем секунд һайын янай, был ҡурсыу айырыуса ныҡ һиҙелә, кемдеңдер талапсан ихтыяры һине алға әйҙәй йәки туҡтата, иҫкәртә. Бығаса йәшәп, баҡыйлыҡтан мәңгелеккә күскәндәр уны ҡалҡан булып ҡаплап тора. Ошонда ғына аңланы Азамат ни өсөн ир-егеттең борон-борондан "улым тыуһын" тип, вариҫ ҡалдырыуҙы иң мөһим итеп күргәнен. Нәҫелде быуаттан-быуатҡа тоташтырған бер ҡеүәтле ағым һайығып йә ҡороп ҡалһа, дөйөм тормош диңгеҙенең бүҫкәререн кешеләр элек-электән белгәндер. Моғайын, ошо ҡеүәткә нәҫелдең сифаты ла кәрәк, шуға ла ысын донъяға күскәндә әҙәмлегеңде һаҡлау мөһимдер...
Шуларҙы уйлай яугир. Сөнки был донъяның яҡтылығы һүнгәс, алдында асыласаҡ ишектә олатаһы ҡаршылаясағын белә ул. Ышана. Был ышаныу йәшәүенә лә, үлеменә лә мәғәнә бирә сөнки. Ысынбарлыҡ беҙ уйлағанса, беҙ күҙаллағанса ябай ғына түгел. Донъялыҡта аңлашылмаған серҙәр-һорауҙар ҡалған икән, артабан уларҙың яуабы бар, булырға тейеш...
"Һин дөрөҫ әйткәнһең, олатай", - тиер Азамат. Иң тәүге һүҙе шул булыр. Был иң тәүге һүҙ бынан өс тиҫтә йылдан ашыу элек башланып, тамамланмайынса ҡалған һөйләшеүҙең һығымтаһы булыр.
Азаматтың тормошонда осраған иң һоҡланғыс кеше булды Даян олатаһы. Дуҫ булырға, дуҫтарҙың ҡәҙерен белергә, яҡындарыңды, ҡан туғанмы, йән туғанмы, ҡәҙер итергә, тормоштан ләззәт алып йәшәргә өгөт-нәсихәт менән түгел, үҙенең миҫалында өйрәтте. Сөм-ҡара сәсле (һуңғы көнөнә тиклем йүнләп ағарманы), ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, ыҡсым ғына тура танаулы, ас яңаҡлы, үткер ҡарашлы сибәр кеше ине ул. Хәҙерге йәшенән ҡарай ҙа, өләсәһенең уны ғүмер буйы ҡыҙғанғанын, һәр ваҡыт уяу йәшәгәнен аңлай. Оҙон буйлы, сандыр кәүҙәле. "Күпме ашаһа ла йоҡмай ошоға", - тип бурылдар ине йомро ғына, йомшаҡ ҡына өләсәй хәләленә һоҡланғанын йәшерә алмай. Һуңғы көнөнә тиклем арҡаһы төҙ, аҙымдары етеҙ, еңел булды. Еңел кәүҙәле, тормош юлы буйлап уйын һымаҡ ҡына елеп барған йор һүҙле, ҡурҡыуһыҙ бер зат ине. Кешеһенә, дәрәжәһенә ҡарап тормай, уйлағанын бәреп әйтер, кәрәк тип һанағанды ғына эшләр, нәфсеһеҙ, тоғро, ғәҙел. Әгәр ҙә арбап алыр мөләйемлеге менән ихласлығы булмаһа, дуҫынан дошманы күберәк булыр ине, моғайын. Ә ул һәр кемдең күңеленә юл таба белде. "Кешенең етешһеҙлеген шундай итеп әйтергә кәрәк, ул үҙе лә һиңә ҡушылып көлөрлөк булһын", - тиер ине. "Нимәнән ҡурҡһын ул? Ун етеһендә, ике йәш өҫтәп, ағаһының документы менән һуғышҡа киткән. Әллә нисәмә тапҡыр яраланып, нисә ҡабат үлемдән ҡалған, иптәштәренең ҡулында йән биргәндәрен кисергән бит ул. Уның күрмәгәне ҡалмаған инде", - тиер ине өләсәһе. Ә был донъянан хәүефкә батып китте. Үҙенән һуң килгән быуындар өсөн йөрәге һыҙлап китте һалдат. Ваҡытында ул хәүефтең асылын аңламай ҙа ҡалған Азамат. Йәш булынған.
Ун бише менән барған саҡ. Октябрь байрамына университетта уҡып йөрөгән ағаһы ҡайтҡайны. Киске ашҡа олатаһы менән өләсәһен дә алдылар. Табын мул, өҫтәл түңәрәк, тигәндәй. Ғәҙәттәгесә, мөйөштә телевизор мөңгөрләй. Уға иғтибар биргән юҡ. Күңелле сөкөрҙәшеп һыйланып ултырыш. Бер мәлде олатаһы:
- Туҡтағыҙ әле, - тип телевизорға боролдо ла, барып тауышын көсәйтте.
...Меңдәрсә кеше тантана итә. Музыка. Кемдер шампань шешәһен шартлата, кемдер әфлисун өләшә. Ҡыуанышып, Берлин стенаһын емерәләр. Шунда олатай руссалап:
- Это начало конца, - тине. Өндәшмәй ҡарап ултыра бирҙе лә өҫтәне. - Ошо ярыҡтан ҡырҡ беренсе йылда ҡасып ҡотолоп боҫҡан яуызлыҡ, әшәкелек, мәкер, ҡан ҡойош беҙҙең яҡҡа эркеләсәк. "Беҙ уларҙы еңдек. Быны беҙгә бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәктәр", - тип Жуков дөрөҫ әйткән.
Азамат кинәт үҙгәреп киткән олатаһына аптырап ҡараны: йөҙө ағарынған, ирендәре ҡыҫылған, яңаҡтары эскә батҡан. Йылдар үткәс кенә бының әрнеү ҡатыш эске ярһыу булғанын аңланы.
Заман үҙгәрҙе бит инде, олатай. Донъя ла, кешеләр ҙә үҙгәрҙе. Кешелектең берҙәм, дуҫ булып татыу йәшәгеһе килә. Ике система туҡтауһыҙ ярышыуҙан, ҡоралланыуҙан туҡтап, бөтөн донъяла тыныслыҡ буласаҡ, тине "үҙгәртеп ҡороу" сәйәсәтенең шауҡымы аҫтында башы әйләнеп йөрөгән студент. Ә Азамат экрандағы һәйбәт кейенгән, матур кешеләрҙең ҡыуанысына ҡарап, шым ғына ағаһы менән килешеп ултырҙы.
- Тыныслыҡты быға тиклем беҙҙең еңеү тотоп торҙо, - тине олатай. - Донъялағы тигеҙлекте Советтар Союзының ҡеүәте һаҡланы.
- Тормош еңде, олатай. Һеҙ ҡаҙыған окоптарҙы йәм-йәшел үлән ҡапланы. - Ағаһы ул осорҙа шиғыр яҙа ине. - Тағы күпме тимер ҡоршау артына йәшенеп, "яуызлыҡ империяһы" данын күтәреп йәшәргә була?
- Әгәр ҙә тамағыңды туйҙырған, ҡәҙерләп үҫтергән, уҡытҡан, теләгән һөнәреңде алырға мөмкинлек биргән тыуған илең тураһында уның дошмандарының һүҙен һөйләйһең икән, һин ысынлап та уға, беҙҙең еңеүгә, лайыҡ түгелһең. - Ныҡ әсенеп әйтте. - Их, бала! Һинең бер ҡатлылығыңды ғәфү итергә була. Ә ил етәкселәренең алйотлоғомо, хыянатымы арҡаһында, бик күп ҡан ҡойолмағайы, - тине. - Кешеләр ҙә, донъя ла үҙ-гәрмәй. Рәсәйҙең дошмандары һәр ваҡыт бер үк булды. Улар һине насар йәки кәм булғаның өсөн түгел, барлығың өсөн күрә алмай. Алмаясаҡ та. Уларға һин түгел, ерең, байлығың кәрәк.
Олатайҙың һүҙен раҫлап, ике йылдан, 1991 йылдың 25 декабрендә, ғәзиз ватаны, фашизмды еңгән, донъяла территорияһы буйынса беренсе, халҡы буйынса өсөнсө урынды алып торған Совет Социалистик Республикалар Союзы бөтөрөлдө. "Үлтерелде, - тине олатай. - Юҡҡа ғына беҙҙең быуындың үлеп бөткәнен көтмәгәндәр икән. Инде уларға ҡаршы тороусы булмаҫ".
Киләһе яҙына ул үҙе лә китеп барҙы. Һуңғы тапҡыр 9 майҙа, йылдағыса, ауыл советы үткәргән Еңеү байрамына барып ҡайтты.
- Сафтар әптән һирәгәйгән, - тине. - Снарядтар бөтөнләй эргәлә генә шартлай башланы. -Ләғер генә ҡәнәфер сәскәһе бүләк иткәйнеләр. Ғәҙәтенсә, уйынсалап: "Сәскәм дә үҙемә оҡшап, һәлберәп кенә торһа ла, барыбер сәскә бит әле. Тәрән хөрмәтем билдәһе булараҡ, ҡосаҡҡа һыймаҫлыҡ гөлләмә итеп ҡабул ит", - тине лә, хәрбиҙәрсә ботинкаһының үксәһен үксәгә һуғып, әбейенә тотторҙо. Арҡаһы һаман төп-төҙ, йөҙө асыҡ, кәйефе күтәренке ине. Шунан: "Был минең һуңғы байрамым булды инде", - тип түшәккә ятты, ҡабат торманы.
Байтаҡ ваҡыттар үткәс, сираттағы йыллығында, Азамат уның йәш ваҡыттағы альбомын аҡтарып ултырҙы. Шунда бығаса күрмәгән фотоға тап булды.
Берлин. 1945 йыл. Олатаһы үҙенең яуҙаштары менән. Артта емерек ҡаланың харабалары. Уң яҡтараҡ таҡтала: "Һеҙ Совет секторынан сығаһығыҙ. Ҡорал йөрөтөү тыйыла..." тип яҙылған. Еңелгән һәм секторҙарға бүленгән Берлин. Ҡаланы бүлгеләү 16 йылдан һуң Берлин стенаһын ҡороуға килтергән. Ә фотола улар тап шул стена ҡалҡасаҡ урында баҫып тора. Бына-бына һалҡын һуғыш башланырға торған ваҡыт. Олатайҙың "Бөтә яуызлыҡ шул яҡҡа сығып боҫҡайны", тип әйтергә тулы хоҡуғы бар. Ошо йәш, көләс, сибәр еңеүселәрҙән шул яҡҡа ҡасып ҡотолған фашизмдың ҡурҡыныс, мәкерле, имәнес йөҙө уға яҡшы таныш булған.
Ә олатайҙың әйткәндәре ғәмәлгә ашыуын дауам итте: тағы ла ике йылдан лаяҡыл иҫерек президент, бөтә донъя алдында маймылланып, еңеүсе илдең ғәскәрен Германиянан сығарҙы. Быны телевизорҙан күргәс, өләсәһе:
- Ярай олатайығыҙ үлеп ҡотолған, - тине. - Был мәсхәрәнән йөрәге шартлар ине!
Олатаһының ғүмере буйы Мәскәү радиоһынан "Яңылыҡтар", "Һуңғы хәбәрҙәр" тапшырыуҙарының һәр бер сығарылышын, аҙна һайын донъялағы хәлдәргә арналған "Халыҡ-ара панорама" тапшырыуҙарын ҡалдырмай ни өсөн тыңлағанын аңланы шунда Азамат. Ватан өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән яуҙаштары алдында яуаплылыҡ тойған Еңеү һалдаты ғүмере буйы донъяның йөрәк ҡағышын тыңлап, уяу йәшәгән.
- Беҙ намыҫлы ғүмер иттек... Еңелмәй китәбеҙ. Инде һеҙҙең үҙегеҙҙең тормош, - тине ул бәхилләшкән сағында.
Ә бөгөн ейәне уға: "Һин тулыһынса хаҡлы булғанһың, олатай, - тиер. - Беҙ ҙә еңелмәйбеҙ".

(Дауамы. Башы 14-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.25 | Ҡаралған: 40

Киске Өфө
 

Кеше бөйөклөккә лә менеүсе, ҡурҡыныс түбәнлеккә лә тәгәрәүсе, замандың ҡаты һынауҙарына ла бирешмәүсе йән эйәһе икәнен онотмайыҡ.

(Ағинәй һүҙе).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru