
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Технопарк" майҙансығында өҫтәл уйындарының исем туйы үтте.
Башҡорт телендәге был уйындар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан "Хазина" коммерцияға ҡарамаған ойошма менән берлектә төрлө йәштәге балалар өсөн сығарылған. Улар әлегә дүртәү: "Бишбармаҡ" менән "Бесәй, сәй, айыу, бал, май" уйындары, нигеҙҙә, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнһә, "Зирәк" менән "Әлләсе" уйындарын өлкәнерәк йәштәге балалар, ололар ҙа уйнай ала. Уйындар БР Башлығы грантына эшләнә. Фонд директоры Гөлназ Йосопова белдереүенсә, әлегә уйындар балалар баҡсаларына, мәктәптәргә таратылған, төрлө урындарҙа тикшереү үткән, шулай уҡ студенттар, өлкән йәштәге балалар менән дә уйнатылып ҡаралған. Бары тик ыңғай фекерҙәр алынып, артабан да ошо юҫыҡта эште дауам итеү хаҡында уйлайҙар. Өҫтәл уйындарының проект авторы Г.Исхаҡова әйтеүенсә: "Тел өйрәнеүҙә бик һөҙөмтәле инструмент булыуын иҫәпкә алып, улар менән һәр кемде туған телгә еңел генә йәлеп итеү мөмкинлеген белеп, беҙ ошо өҫтәл уйындары эшләүҙе дауам итәбеҙ".
Өҫтәл уйындарының исем туйы менән ҡотларға килгән "Тамыр" балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, рәхмәт белдереп, Фондтың һәр саҡ заманса форматтарҙа эшләүен билдәләне. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйенова был уйындарҙың үҙҙәренең студенттары тарафынан уйналыуын, телде өйрәнеү, үҫтереү йәһәтенән бик мөһим проект икәнен, киләсәктә тел өйрәнеү-өйрәтеү методикаһында ошо уйындарҙы ла ҡулланыу отошло булыу ихтималлығын билдәләне.
Өҫтәл уйындарынан "Әлләсе" тигәнен уйнар өсөн башҡорт телен бик яҡшы белеү мотлаҡ, сөнки унда тел байлығы талап ителә. Был уйынға 1400 һүҙ индерелгән, унда һирәк осрай торған, шулай уҡ ҡайһы бер диалект һүҙҙәр ҙә бар. Был уйында һәр уйынсы үҙенең һүҙ байлығын тикшерә, шулай уҡ тулыландыра ала. Ә "Бесәй, сәй, айыу, бал, май" уйыны Европала иң популяр уйын "Тако, кот, коза, сыр, пицца" уйынының аналогы итеп алынған. Был уйынды хәреф танымаған балалар ҙа уйнай ала. Уны башҡорт телендә һәм инглиз телендә лә уйнарға мөмкин. "Зирәк" ҡатмарлыраҡ уйын, унда һорауҙар бирелә һәм шул һорауҙарға аныҡ бер хәрефтән башланған яуап бирергә кәрәк. Уйындың исеменә есеме тура килә, уйнаусыларҙан зирәклек талап ителә. "Бишбармаҡ" уйынында карточкалар башҡорт һәм инглиз телендә бирелгән, уйнағанда етеҙлек, сослоҡ талап ителә.
Башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү йәһәтенән тормошҡа ашырылған дүрт уйынды ла тик балаларға йәки өлкәндәргә тип аныҡ тәғәйенләмәҫкә, ғаилә уйындары, тип әйткәндә лә дөрөҫ булыр. Сөнки уйындарҙы ғаилә менән уйнау күңеллерәк тә, файҙалыраҡ та. Уйын мейе эшмәкәрлегенә, телмәр үҫешенә булышлыҡ итә, һүҙлек запасын байыта. Был хаҡта сараға килгән ата-әсәләр, шулай уҡ балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уҡытыусылар ҙа белдерҙе
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА