«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АЙЛЫҒЫМ - БАЙЛЫҒЫМ, ФӘҠИРЛЕГЕМ - МӘҢГЕЛЕГЕМ...
+  - 

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылының 82 йәшлек аҡһаҡалы, Рәфҡәт хажи Ишбулатов Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡығандан һуң колхозда зоотехник булып эшләгән. Хәҙерге көндә хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, намаҙлыҡҡа текәлеп кенә тик ултырмай, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, һыйыр, йылҡы малдары тота, игенселек менән дә шөғөлләнә. Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә тигәндәй, мин уны ихатаһында комбайнын ремонтлап йөрөгән сағында тап иттем, һүҙ араһында үҙенә бер нисә һорау ҙа бирҙем.

Рәфҡәт ағай, намыҫлы хеҙмәт тигән төшөнсә хәҙерге ваҡытта бармы ул?

- Һорауыңа бихисап һорауҙар менән яуап бирәм:
Бөтә нәмә байығыуға, аҡсаға ҡоролған заманда кеше нимә өсөн намыҫ менән хеҙмәт итергә тейеш һуң?
Дини күҙлектән ҡарағанда ла, тик шәхси мәнфәғәтең өсөн башҡарылған ғәмәлең, нәфсеңде ҡәнәғәтләндерер өсөн атҡарылған эшең намыҫлы була аламы?
Шул уҡ ваҡытта ғаиләңде ҡарар, балаларыңды туйындырыу, кейендереү һәм тәрбиәләү өсөн башҡарылған хеҙмәтеңде намыҫлы тип әйтеп буламы?

Ҡапыл ғына был һорауҙарға яуап биреп тә булмай. Беҙ, мәҫәлән, социализм осоронда йәшәүселәр, хеҙмәт итеүселәр намыҫлы хеҙмәт итеүҙе тир түгеп алдыңа ҡуйылған бурысты атҡарыу тип аңланыҡ һәм илебеҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иттек. Юғары сифат менән башҡарылған эшең генә намыҫлы хеҙмәт күрһәткесе була алды ул заманда. Хәҙер сифат күрһәткесе бөтөнләй юҡ, уның ҡарауы, хеҙмәт түкмәйенсә генә төрлө банк операциялары, тауарҙы арттырып һатыу ярҙамында, йәғни хеҙмәт итмәйенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күберәк аҡса эшләү баһалана. Икенсенән, намыҫлы хеҙмәт итеүселәрҙән бөгөн "колхозник" тип көлөп ҡарайҙар.

Коммунистик идеологияға ғына бәйле булдымы икән намыҫлы хеҙмәт итеү?

- Намыҫлы хеҙмәт - социаль төшөнсә, элек байҙар ваҡытында ла намыҫлы хеҙмәт булмағандыр. Тамаҡ, көн хаҡына хужаһының мәрхәмәтенә генә өмөт итеп, ялланып эшләүсе нисек намыҫлы хеҙмәт итһен инде!

Бына һин үҙең, Рәфҡәт ағай, бөгөн һис тә эшһеҙ тора алмайһың. Бер көнлөк хеҙмәтең нимәнән ғибәрәт?

- Иртәнсәк торам, малға бесән һалам, аҫтын көрәйем, төшкә һыу эсерәм. Бына кисә ҡарағаттарымдың ботаҡтарын күтәреп бәйләп сыҡтым. Әгәр ҙә ҡарағат ергә ятһа, емеше булмай. Шуның һымаҡ, бихисап ваҡ эштәрем менән көнөм үтә лә китә. Әммә мин "үлмәйем дә, ҡалмайым" тип башҡарған ул эштәремде һис тә намыҫлы хеҙмәт тип атай алмайым.

Минең атайҙың шундай һүҙе бар ине: айлығым - байлығым, фәҡирлегем - мәңгелегем. Был һүҙҙәре менән ул миңә тик айлыҡ эш хаҡына ғына иҫәп тотоп йәшәһәң, мәңге фәҡир булып ҡалаһың, тигәнде әйтергә теләгәндер тип уйлайым. Шулай түгелме?

- Күрәһең, дин юлында булған атайың фәҡирлекте динһеҙлеккә бәйләп аңлатырға теләгәндер. Ни өсөн тигәндә, ҡәлебендә Аллаһ булған кеше һис ҡасан да фәҡир була алмай, йәғни шәхси байығыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуймай. Атайың ябай ғына итеп бик тәрән мәғәнәгә эйә һүҙҙәрҙе әйтеп биргән. Ә инде уның "айлығым - байлығым" тигәне, эйе, айлыҡ хеҙмәт өсөн түләнгән эш хаҡы булһа, әйтемдең тағы ла бер мәғәнәһе көнитмешең, лайыҡлы йәшәйешең өсөн сәбәп ҡылыуға бәйле.

Намыҫлы хеҙмәтеңә ваҡытында ниндәй баһалар алғаның булды?

- Миңә Баймаҡ районына намыҫлы хеҙмәтем өсөн миҙал бирҙеләр. Әммә ул награда миңә һәр төрлө бүләкләүҙәрҙән юғарыраҡ. Бик һирәк бирелде ул награда. "Партизаныраҡ" булғаным өсөн атҡаҙанған-матҡаҙанған исемдәр миңә эләкмәне. Тура һүҙлегем арҡаһында ла күп кенә түрәләргә оҡшаманым, уның ҡарауы, намыҫлы хеҙмәт иттем.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.25 | Ҡаралған: 497

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru