
Боронғо дини китаптарҙа әҙәми заттарҙың эштән, хеҙмәттән азат булыуы хаҡында сюжеттар бар. Мәҫәлән, йәһүдтәрҙең Изге Яҙмаһында, йәғни Иҫке Ғәһед (Ветхий Завет) китабында Әҙәм һәм уның ҡатыны Һауаның, ҡылған гонаһтарына ғәҙел яза рәүешендә, ожмах баҡсаһынан ҡыуылыуы хаҡында бәйән ителә. Ошоға тиклем кешеләрҙең Тәү атаһы һәм Тәү инәһе башҡа бер тереклектәрҙән бер нисек тә айырылмаған, ҡыҫҡаса әйткәндә, ерҙәге тормошта көн иткән, сөнки уларҙың "күҙҙәре асылмаған", йәғни, донъяны ла, үҙ-үҙҙәрен дә танып белеүҙән мәхрүм булған. Ошо боронғо риүәйәткә ярашлы, Танып белеү ағасының емешен - алмаһын ашағас ҡына уларҙың аңдары асылған, имеш. Хоҙай Тәғәлә ошо ике кеше затына иң ҡаты язаһын бирә: Әҙәм менән Һауа үлемһеҙлектән мәхрүм ителә, улар артабан үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тейеш була. Әҙәм, маңлай тирен түгеп, ризыҡ тупларға, Һауа һыҙлана-һыҙлана бала табырға дусар ителә.
Әлбиттә, кешелектең иң боронғо риүәйәттәре, легендалары, дини яҙмалары үтә образлы итеп бирелә, ә беҙ ошо әкиәти-фантастик образдар артында тәү кешелектең ысынбарлығын тойомларға тейешбеҙ. Ә был ысынбарлыҡ, бер яҡтан, маҡсатлы хеҙмәттән, ейер ризыҡ табыу, торлаҡ төҙөү, кейем-һалым тегеү менән бәйле ғәмәлдәрҙән - эштәрҙән, икенсе яҡтан, был нисек кенә сәйер тойолмаһын, ир менән ҡатын мөхәббәтенән, ғаилә ҡороп йәшәүҙән, ерҙә үҙ нәҫелен ҡалдырыу маҡсатында бала табыуҙан хасил була. Шуға күрә XIX быуат философы Фридрих Энгельстың "Хеҙмәт кешенең үҙен хасил иткән" тигән фаразы менән тулыһынса килешеп була.
Ошо хаҡта уйланғанда бер ҡыҙыҡлы ғына һорау тыуа: Әҙәм ғәләйһиәссәләм донъяны танып белергә баҙнат иткәне өсөн үҙен дә, үҙенең тоҡомон да ауыр хеҙмәткә дусар итә, әммә хеҙмәти ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн барса предметтарҙың, үҫемлектәрҙең, тере заттарҙың, күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың сифаттарын, асылын белеү кәрәк була бит. Ә ошо дини тәғлимәт парадоксын дөрөҫ аңлар өсөн танып белеү менән хеҙмәттең урындарын алмаштырыу фарыз: әҙәми заттарға илаһилыҡ, йәғни барса нәмәнең асылын белә алыу, әлегә тиклем тәбиғәттә булмаған әйберҙәрҙе уйлап табыу һәләте улар донъяға яратылғанда уҡ бирелмәгәс, кеше бары тик хеҙмәти процестар барышында ғына донъяны таный башлай. Тимәк, хеҙмәт - беренсел, танып белеү икенсел икәнлеге көн кеүек асыҡ. Ысынлап та, тәү тормош эпохаһы кешеләре донъяға яңы тыуған сабыйҙарҙы хәтерләтә кеүек: философтар һуңғыларының аң нигеҙен tabula rasa, йәғни буш, яҙыуһыҙ таҡта, тип нарыҡлаған. Эйе, әҙәм балаһы донъяның ни икәнен аңлағансы, әйбер-предметтарҙың сифат-үҙенсәлектәрен белә башлағансы байтаҡ ваҡыт талап ителә.
Йәнә шуныһы ла бик мөһимдер: маҡсатлы хеҙмәти ғәмәлдәр кешелек донъяһы башынан бирле күмәк көс ҡулланыуҙы, коллектив ынтылышты талап итә. Ә был айырым индивидтарҙың бер-береһе менән аңлаша, иҫәпләшә, килешә алыуы менән бермә-бер бәйле. Хеҙмәти аралашыу өсөн ым-хәрәкәт, эмоциялар ғына етмәй, шуға күрә кешеләр тереклек донъяһында тәү башлап һүҙ ҡулланыу кеүек абстракт ғәмәлгә эйә була. Тел нигеҙен - һүҙҙәрҙе хеҙмәт тыуҙыра. Тәүҙә маҡсатлы хеҙмәт, унан һуң тел кешеләрҙе хайуани донъя көн итмешенән күпкә өҫтәрәк торған йәмғиәти йәшәйешкә алып килә.
Һүҙ тигәс, "хеҙмәт" тигән һүҙгә лә аңлатма биреп китәйек. Был һүҙ телебеҙгә ғәрәп теленән ингән, ғәрәпсә "хидмат" һүҙе - эш башҡарыуҙы, эшмәкәрлекте, хәрби хеҙмәтте аңлата. Әйткәндәй, шул уҡ хеҙмәт итеүҙе аңлатҡан рус һүҙҙәре "работа" һәм "служба" ғәрәп телендәге "әмәл", йәғни "ғәмәл" һүҙенә тап килә. Шуныһы ла бик ҡыҙыҡ, телебеҙҙә ғәмәл һүҙенән башҡа "әмәл", "әмәлен табыу" һүҙҙәре йыш ҡулланыла, былары төп мәғәнәһе буйынса эш алымын, эш итеү сараһын белдерә. "Эш" һүҙенә килгәндә, уның хасил ителешен кеше организмының билдәле бер физиологик торошо менән аңлатып була. Ауыр эш ғәмәлдәрен башҡарғанда кешенең һулышы, тын алышы йышая һәм тәрәнәйә, үпкә төбөнән үк сыҡҡан тын (һауа ағымы) "һеһ" йә иһә "һеш" кеүегерәк тауыш сығара. Йәнә "эш" һүҙен "аш" тиеү менән дә бәйләп аңлатырға семантик (мәғәнәүи) ерлек бар: иң әүәл эш ашамлыҡ табыу маҡсатында башҡарыла, "Кем эшләмәй - шул ашамай" тигән әйтем тикте юҡтан килеп сыҡмағандыр ул.
Уҡыусыларыбыҙ иғтибарын "хеҙмәт", "эш" тигәндең, рус телендәге "служба", "работа" һәм "труд" һүҙҙәренә тап килеп, әүәл ниндәй мәғәнәүи төҫмөрләнештәргә эйә булыуына йүнәлтеү урынлы булыр. "Служба" һүҙенең ялланып эшләү, хужаға хеҙмәт итеү, кемделер хеҙмәтләндереү, хәрби бурыстарҙы үтәү кеүек мәғәнәләре билдәле, ә инде "слуга", "обслуга" атамалары ялсы, холоп, байға, хужаһына буйһоноусы ҡол дәрәжәһендәге кешеләргә ҡарата ҡулланылған.
Ғәжәп, русса "работа" һүҙенең дә тәү мәғәнәһе үтә негатив төшөнсә менән бәйле, "раб" тамыры быны асыҡтан-асыҡ күрһәтеп тора. Боронғо славян телдәрендә "orbota", "orbъ" һүҙҙәре ирекһеҙ эште, ҡоллоҡто белдергән, ул унан да боронғораҡ һинд-европа телендәге "orbhos" һүҙенә тамырҙаш, быныһы инде "хужаға, башҡа кешегә хеҙмәт итеү" мәғәнәһенә тап килә. В.И. Далдең аңлатмалы һүҙлегендә лә ошо һүҙ тап "раб" статьяһы сиктәрендә бирелә. Боронғо славяндар үтә ауыр, үҙ иркенән тыш башҡарылған эште генә "работа" тип нарыҡлаған, йәғни ул ҡолдар башҡарған ғәмәлдәргә ҡайтып ҡала. Рус крәҫтиәндәренең үҙҙәренең хужаһына - помещикҡа мәжбүри эшләүе барщина тип аталған, уларҙың үҙ хужалыҡтарында эшләүе "трудиться" тигән һүҙ менән билдәләнһә, барщина өсөн икенсе бер һүҙ - "робить" ҡулланылған. Әйткәндәй, рус телендә "роба" тигән һүҙ ауыр, бысраҡ эшкә кейә торған, тупаҫ туҡыманан (брезент, парусина - елкән туҡымаһы) тегелгән эш кейемен аңлата. Крәҫтиән тормошонда ер эше иң ауырҙарҙан һаналғаны билдәле: ер һөрөп, ашлыҡ сәсеп, уны урып алыусыны рустар тикте юҡҡа ғына "хлебороб" тип атамағандыр ул.
Был яҙмамда эш, хеҙмәт төшөнсәһе менән бәйле тағы бер рус һүҙенең мәғәнәһен аныҡлап китеү яҙыҡ булмаҫ. "Труд" тигәнебеҙ ҙә үҙе бер ауыр нәмә булып сыға бит! Иң әүәле ошо һүҙ мәжбүри эште - ҡол хеҙмәтен аңлатҡан икән дәбаһа. Рус теленең тәүге аңлатмалы һүҙлеген төҙөгән В.И. Даль "труд" һүҙенең ауырлыҡты ("трудный"), сир-ауырыуҙы, хатта ки ғазап сигеүҙе аңлатыуы хаҡында яҙа. Бына ни ғәжәп: рустар уңыш йыйыуҙы ла "страда" тип атай, был һүҙ үҙе ошо уҡ мәғәнәләге "страдание", йәғни ғазап сигеү менән типә-тиң икән. Иҫ китмәле: ҡатын-ҡыҙҙың бала табыуы, ошо мәлдә ауыртыныуы ла ошо уҡ "труд" һүҙе менән нарыҡланған - рус телендә ҡасандыр "родильница в труде" тигән һүҙбәйләнеш булыуы билдәле.
Әлбиттә, эш, хеҙмәт итеүгә ҡараған ғәмәл-күренештәрҙе бары тик кире, негатив төшөнсәләр менән бәйләү урынлы булмаҫ ине. Ни тиһәң дә, әҙәм балалары тормошон хеҙмәттән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Хеҙмәте барҙың хөрмәте лә бар икәнен беләбеҙ. Эйе, хеҙмәт кешенән тир түгеүҙе, төрлө ауырлыҡтарҙы үтеп сыға алыуҙы талап итә. Ғаиләңә, халҡыңа, илеңә тоғро хеҙмәт итеүҙән дә ҡиммәтлерәк ни бар икән? Арып-талып эшләмәһәк, иген икмәһәк, йәшелсә-емеш үҫтермәһәк, мал ғына түгел, бала баҡмаһаҡ - йәшәйешебеҙҙән ниндәй ләззәт табыр инек? Аллаһыбыҙға шөкөр, бала сағыбыҙҙан бирле илебеҙҙә хеҙмәткә дан йырланды, үҙебеҙ ҙә тырыш хеҙмәт эйәләре булып үҫтек. Заманында Өфө радиоһынан йыш тапшырылған бер йыр әле лә ҡолаҡтарыбыҙҙа яңғырап торғандай:
"Намыҫ менән эшләп үҫкән егет
Дандар алды баҫыу ҡырында.
Күкрәгендә балҡый алтын йондоҙ,
Йыр йырлайыҡ батыр турында".
Эйе, тап шулай: хеҙмәтебеҙ менән данлыбыҙ, йәмәғәт. Хәләл ғәмәлдәребеҙ менән ейер ризығыбыҙҙы табабыҙ. Шәп әйтелгән бит: икмәк булһа - йыр ҙа булыр! Йырлап эшләйек, йырлап йәшәйек әле, туғандар.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА