«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1851 - 1857 йылдарҙа икенсе тапҡыр губернатор булған)

Башҡорт полктарын ойоштороуға Ырымбурҙа күп ваҡыттар буйына бер эшһеҙ йәшәгән күп кенә регуляр офицерҙар йәлеп ителә. Яҡшы дворян ғаиләләренән сыҡҡанлыҡтан, улар Ырымбур йәмғиәтендә урын ала, шуға күрә ул йылдан йыл үҫә барҙы.
Граф Перовский, казак ғәскәре исемен йөрөткән башҡорт халҡын күтәрергә теләп, Ырымбур казак ғәскәренә бик тә вайымһыҙ ҡарай һәм, һис йәшереп тормайынса, ошо ғәскәрҙе өнәмәүе хаҡында белдерә. 1840 йылда ғәскәр тураһында яңы положение ҡабул ителгәндән һуң уға Ырымбур казактарының хәл-торошонда күп нәмә оҡшамай. Перовский тарафынан ҡаты саралар ҡулланып индерелгән йәмәғәти ер эшкәртеү, уның проектына ярашлы, ғәскәргә 100 мең һумға тиклем килем килтерергә тейеш булһа ла, ул бер нәмә лә бирмәй, эштәр бары күҙ буяу өсөн генә башҡарыла. Казактар йәмәғәт ерҙәрендә сәсеү эштәрен илке-һалҡы ғына башҡара, улар күҙәтеү аҫтында тотолмай, күҙәтеүселәргә положениела ҡаралған түләүҙәр бирелмәй, сөнки генерал Обручев казактар эше иҫәбенә тик күҙәтеүселәргә генә аҡса түләүҙе ғәҙелһеҙлек тип таба, бит ғәскәрҙәге башҡа төрлө хеҙмәттәр өсөн түләү бик тә аҙ була, йә иһә бөтөнләйгә түләнмәй. Былар барыһы ла ғәскәр өсөн йәмәғәти ер эшкәртеүҙең файҙаһыҙ булыуы хаҡындағы фекергә нигеҙ була, ғәскәр начальствоһының ошо хаҡтағы юллауы, эллекке губернатор Обручев тарафынан хупланған хәлдә хәрби министерлыҡ ҡарауын көтә.
Икенсе яҡтан, ғәскәргә бирелгән миллионлаған десятина ерҙәрҙән һәм ғәскәр урмандарынан шулай уҡ бер ниндәй ҙә килем алынмай, ә казактар үҙҙәре лә ошо саманан тыш артыҡ булған ерҙәр менән файҙаланмай. Граф Перовский быларҙың барыһын да торғонлоҡтан һәм эшҡыуарлыҡ булмауынан күрә. Ошо яҡтан ул Ырымбур казактарын башҡорттарҙан түбәнерәк итеп һанай һәм һуңғыларын дәүләттең көнсығыш сиктәрен һаҡлауҙа өмөтлөрәк итеп күрә, тап шуның өсөн башҡорттарға йөкмәтелгән бурыстарҙың бер өлөшөн Ырымбур ғәскәренә күсерә. Уның юлламаһы буйынса батша ғали йәнәптәре Ырымбур ғәскәрендә Ырымбурҙан Көнбайыш Себергә тиклем почта ташыу эштәрен ғәскәр капиталы иҫәбенә башҡарыу, шул уҡ капиталдан яңы Һырдаръя линияһын төҙөү өсөн бер тапҡыр 100 мең һум көмөш аҡса бүлеү хаҡында бойороҡ бирә, сөнки элегерәк уны ҡаҙна иҫәбенә тотоу бик оҙаҡ ваҡыт хәл ителмәй килә.
Граф Перовскийҙың төбәк менән беренсе һәм икенсе идара итеүе осорондағы реформаларҙан казактар өсөн файҙалы булғандарынан түбәндәгеләрен атарға була.
1) Казактарҙы эске станицаларҙан линияға күсереү һөҙөмтәһендә Ырымбур ғәскәре бер территорияны хасил итә, ә был уларҙы тәбиғи дошмандары булған ҡырғыҙҙарға (ҡаҙаҡтарға. - Тәрж. иҫк.) яҡынайта; казактар һуңғыларының бар һыҙаттарын яҡындан күреп белә башлаһа, тегеләре лә, үҙ сиратында, линияға нисектер һөжүм итеү, рустарҙы әсиргә алыу һәм бөтөн рус халҡын Волга аръяғына ҡыҫырыҡлап сығарыу тураһында фекер йөрөтөп тә булмаясағына инана. Рустарҙың ҡасандыр Волга аръяғында ғына йәшәгәндәре хаҡында ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар яҡшы хәтерләй, шулай уҡ Хива һәм Бохара хандары ла үҙҙәренең йоғонтоһон Ҡаҙанға тиклем киңәйтеү тураһында хыяллана. Әлбиттә, был хаталы ниәт була, һәм 70-се йылдарҙың уртаһында һуғыш башлау уларҙың үҙаллылығының бөтөүе һәм рус батшаһына буйһондоролоу менән тамамлана. Ырымбур казактарын бер ергә күсереп туплау хаҡындағы фекер тәүҙән үк граф Перовскийҙыҡы булмай: был хаҡта унан алдараҡ идара иткән граф Сухтелен белдерә, әммә Перовскийға уны киңәйтеү, үҫтереү һәм ғәмәлгә ашыра башлау насип була.
2) Граф Перовский, Дон ғәскәре өлгөһөндә, Ырымбур ғәскәрендә сауҙа йәмғиәтен булдыра, ә был ғәскәр капиталына нигеҙ һала. Хеҙмәт итергә теләмәгән казак хәрби хеҙмәттән азат ителеү өсөн 30 йыл дауамында йылына 200-шәр һум (58 һум көмөш аҡса) түләргә тейеш була; тәүге осорҙа 500 кешенән йыйылған дөйөм сумма 100 мең һумға тиклем етә, һәм был аҡса йыл һайын хәрби капитал иҫәбенә күсерелә. Шунда уҡ казак сословиеһына күсерелгәндәрҙән төҙөлгән дүрт линия батальонын жалование һәм провиант менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән аҡсалар һаҡлана. Хәрби капитал башҡа бер сығымдарҙы ҡаплар өсөн тотонолмай тиерлек - ул йәй айҙарында кордон һағын тотоу өсөн ҡулланыуға тәғәйенләнгән була, әммә линияла һаҡ тотоу рәүеше үҙгәрә - һаҡсы казактар линиянан 100 саҡрымдан алыҫ булмаған станицаларҙан алына, улар үҙ хужалыҡтары иҫәбенә йәшәй. Бары тик ғәскәр сығанаҡтарынан тупланған капитал ҡаҙнаға почта трактын тотоу, Һырдаръя линияһының тәүге сығымдарын ҡаплау мөмкинлеген бирә. Һуңғы ваҡытта ул дөйөм ғәскәр капиталы менән берләштерелә, быныһы аҙыраҡ булғанлыҡтан, ғәскәрҙең башҡа бер ихтыяждары өсөн тотонола.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.25 | Ҡаралған: 46

Киске Өфө
 
Улың менән биш йәшенә саҡлы батша һымаҡ, ун биш йәшкә саҡлы - хеҙмәтсе һымаҡ, ун биш йәштән һуң дуҫ һымаҡ күреп аралаш.

(Боронғо һинд аҡылы).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru