«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ДАНЫН ҺӨНӘРМӘНДӘР БАР ДОНЪЯҒА ТАРАТА
+  - 


Өфөгә "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" тигән маҡтаулы исем бирелеү айҡанлы редакциябыҙҙа "Ағиҙел" Башҡорт художестволы кәсептәр берекмәһенең генераль директоры, "Бөтөн донъя һөнәрселек советы" (WCC-AISBL) ағзаһы Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Кәримова булып китте. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына башҡорт халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә күп көс һалған, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәгән етәксенең уй-фекерҙәрен еткерәбеҙ.

Иң тәүҙә уҡыусыларыбыҙҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәйек әле.

- Мин юрматы ҡыҙымын, Ашҡаҙар һыуын һыулап үҫкәнмен. Федоровка районының Батыр ауылында донъяға килгәнмен. Ҡыҙ фамилиям - Багаева.
Ошо ауылға нигеҙ һалыусы кеше нәҫеленәнбеҙ. Энем Айбулат ир туғандар яғынан нәҫелебеҙҙе дауам итә, әммә мин үҙемде лә нәҫел ебен киләсәккә ебәреүсе, дауам итеүсе, тип иҫәпләйем.

Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Башҡорт тарихында, бәлки мосолман булғанғалыр, һәр кемдең шәхси шәжәрәһендә тик ирҙәр генә аталып, теркәп ҡалдырылған. Әммә нәҫел сылбыры, уны суфыйҙарса нарыҡлаһаҡ, силсилә тип тә әйтергә булалыр, ир-аттар һәм дә ҡатын-ҡыҙҙарҙан хасил була. Быны генетика ла шаҡтай дөрөҫләй: тәнебеҙ, организмыбыҙ гендарының яртыһы атайҙан, яртыһы әсәйҙән бирелә...

- Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Ашҡаҙар йылғаһы буйҙарын үҙ итеп, ошо гүзәл тәбиғәтебеҙгә ерегеп, байтаҡ ҡына ауылдарыбыҙҙы нигеҙләгән: Батыр, Юлдаш, Яуыш, Сытырман, Һәйет, Бала Сытырман тип атала улар. Тормош көтөр, мал аҫрар, иген сәсер ерҙәр - Ашҡаҙар буйында, беҙ ошо ерҙәрҙең аҫабаларын, төп халҡын тәшкил иткәнбеҙ. Шишмәләр, йылғалар - тормош сығанағы, шуға күрә лә ата-бабаларыбыҙ бик боронғо замандарҙан бирле тораҡтарын, ауылдарын һыу буйҙарында ҡорған. Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙа әсәйем-атайым донъя көтә, нигеҙебеҙ усағы һүнмәгән, улар янына ҡайтып, донъя хәлдәре хаҡында туйғансы һөйләшеп, оло бер шатлыҡ кисерәбеҙ. Атайым Миҙхәт Миңлеәхмәт улы һөнәре буйынса ветеринар ине, колхоз рәйесе вазифаһында ла эшләне, ғүмере буйына кешеләргә хеҙмәт итте. Ул холоҡ-фиғеле менән лидер булды, миңә лә унан ошондай сифат-һыҙаттар күскәндер тип уйлайым. Ни тиһәң дә, әле 130 хеҙмәткәрҙән торған коллектив менән эшләйем бит.

Йырсы булһынмы, рәссам йә иһә шағирмы - илаһи һәләт кәрәк. Нисек кенә әйтһәң дә, һәр кем етәксе була алмайҙыр ул?

- Әлбиттә. Етәксе икәнһең - үҙеңә өлгө булыу фарыз. Улай булмаһа, һине башҡаларҙың һанламауы ла, тыңлашмауы ла бар. Бына атайым әле лә, хаҡлы ялға күскәс тә, үҙе үҙенә яңы эш тапты: ул Батыр ауылы балаларын башҡорттоң иң боронғо һөнәри фиғеленә - уҡ атырға өйрәтә.

Бына нисек бит ул: боронғо башҡорт әкиәттәрендә батыр егет һынауҙарының береһе - йәйә киреп атҡан уғыңдың балдаҡ аша үтеүенә өлгәшеү...

- Эйе, шулай. Баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, барыһы өсөн дә аҡса талап ителә. Атайым бағыусыларын да таба белә, үҙе етәкләгән балалар ойошмаһын дәртләндереп, төрлө ярыштар ойоштора, ошо милли спорт төрө аша йәштәребеҙҙә ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләй.

Әсәйегеҙ хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле.

- Әсәйем Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы мәктәптә эшләне, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды. Ул балаларҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән заттарҙан. Эш стажы ла 40 йыллап булыр. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны ул. Ул өйөбөҙҙә ҡул эштәренән торған шәхси музей булдырҙы: селтәрҙәр, биҙәүле таҫтамалдар, һаҡалдар, түшелдеректәр... Юрматы ырыуына ғына хас селтәрҙәрҙе тергеҙеп, әсәйем ошо кәсепкә йәш ҡыҙҙарҙы ла өйрәтә бөгөн. Атайым да, әсәйем дә хаҡлы ялдарында яңы маҡсат табып йәшәй, үҙҙәре белгән һөнәргә йәштәрҙе йәлеп итә. Тик ятыуҙы өнәмәйҙәр. Төрлө мәҙәни сараларҙа, фестивалдәрҙә ихлас ҡатнашалар. Әле бына "Айыҡ ауыл" конкурсына килеп, ауылыбыҙ командаһы менән күргәҙмәләр килтереп, матур итеп сығыш яһап, шиғырҙар һөйләп ҡайттылар. Әсәйемдең эшен уның уҡыусыһы Гөлнара дауам итә, ул үҙе өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙарын ошондай мәҙәни сараларға йәлеп итә.

Мостай Кәримдең "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә" шиғырын белмәгән кеше һирәктер. Кейәүгә бирерлек ҡыҙҙар борон-борондан бирнәлектәрен шулай әҙерләгән инде...

- Беҙҙең өйҙә лә һандығыбыҙ бар ине. Шул һандыҡҡа ҡул эштәребеҙҙе - сигелгән ҡулъяулыҡтарҙы, алъяпҡыстарҙы һала торҙоҡ. Әсәйем зауыҡлы итеп сигеү сигергә өйрәтте. Унан һуң, мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә лә күп нәмәгә өйрәнә алдыҡ. Уҡытыусыбыҙ Рәмзиә Миңлебай ҡыҙы беҙҙе әүрәтә алған: ҡыҙ балалар, ваҡыты еткәс, кейәүгә сыға, боронғо ғәҙәт буйынса бирнә булыу мотлаҡ, тип аңлата алған. Бына нисек бит ул - беҙгә, әле йәш кенә ҡыҙ балаларға, махсус программа һалынған: кейәүгә сығырһығыҙ, балалар табып, әсәй булырһығыҙ, шуға алдан уҡ әҙерләнә башларға кәрәк, тип. Беҙ, мәктәп йылдарында уҡ бирнәлек әҙерләп, оло тормош юлына аяҡ баҫҡанбыҙ. Хәҙерге уҡытыусыларға теләгем дә шунан ғибәрәт: ҡыҙ балаларға хас һөнәри алымдарға, ғәмәлдәргә мәктәп тупһаһынан башлап өйрәтеү уң булыр. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡулы менән яһалған әйберҙәр сәнғәт әҫәренә тиң, быны инҡар итеүсе булмаҫ.

Ҡул эштәренә өйрәтеү - борондан килгән тәрбиә алымы. Ир-егеттәребеҙҙе балта тотоп, таҡта йышып, ағас һырлап, йорт-ҡураны матурлап йәшәргә өйрәтеү мөһим. Күҙ хәтере булған кеүек, ҡул хәтере лә бар бит - кеше ҡулы ни генә эшләмәй...

- Бына минең улым әрме хеҙмәтендә, Ырымбурҙа. Хеҙмәтең нисек бара, тигәнемә бына нисек яуап бирҙе ул: "Балта һаплайым, эскәмйәләр эшләйем. Эшемде яраталар, маҡтап ҡына торалар", - ти. Ҡала балаһы булһа ла, атай тәрбиәһен алған, ирҙәрсә эшләргә өйрәнгән. Ә был һәр кемдең ҡулынан килмәй, хеҙмәт тәрбиәһе - бик ҙур ҡаҙаныш ул. Ирем Азат һөнәре буйынса тарихсы, Өфө санатор мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй. Оло улым - Сыңғыҙ, икенсеһе - Баязит, 11-се класты тамамлай быйыл, Зәлифә ҡыҙым 6-сы класта, бейеү менән мауыға. Үҙебеҙ белгәнде уларға ла өйрәтеп, эш һөйөүсән, үҙаллы шәхестәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ.

Тәрбиә өлкәһендә яҙылмаған бер ҡағиҙә бар - уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәре остазынан да оҫтараҡ булһа, был бик ҙур ҡаҙанышҡа тиң, бында ғорурланырға ерлек бар. Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Ҡыҙығыҙға ла өлгөһөгөҙҙөр инде...

- Ҡыҙым да ҡул эштәренә маһир, хатта ки минән дә матурыраҡ эшләй белә. Әсәйем әйтә килде: балаларыңдың үҙеңдән дә оҫтараҡ булыуы - ҙур бәхет, тип. Миңә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас тормош программаһы һалынғандыр ул. Кейәүгә сыҡтым, балалар таптым, декретта ла байтаҡ ултырырға тура килде. Тап шул саҡта әсәйем өйрәткән ҡул эштәренә кире ҡайттым. Балаларың эргәлә, уларҙы ҡарайһың да, ҡул эшенә тотонаһың - шул тиклем рәхәт, күңелең тыныс. Тап шундай мәлдәрҙә йәшәгән мөхитеңдең гармонияһын тояһың, иҫ китмәле ғаилә аураһы шулай хасил була. Кистәрен ултырып сигеү сиктем - ошо рәүешле гүзәл картиналар хасил була. 2018 йылда Францияла, Страсбург ҡалаһында бик үҙенсәлекле халыҡ-ара форум-күргәҙмә уҙғарылды, ул "Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән" тигән исем аҫтында ойошторолғайны. Минең үҙемә лә шәхси эштәрем менән ошо ҙур сарала ҡатнашыу насип булды.

Зәйнәб Биишеваның бер матур һәм ғәмле ҡиссаһы бар, ул "Һөнәрсе һәм өйрәнсек" тип атала. Һөнәр - кеше ғәмәле. Кәсепсе тигән һүҙ ҙә бар. Ни эшләптер, быныһы түбәнерәк тойола. Зәйнәб апайҙың "Өйрәнсеге" шул кәсепсегә тап киләлер тимен. Ҡул эштәре оҫталарын һөнәрмән тип тә атайҙар...

- Кәсеп һүҙенә ҡайтһаҡ, уның кире мәғәнәһе юҡ. Кеше ниҙелер эшләй, таба һәм икенсе кешеләргә һата - был да бит тормош ҡануны. Ә гүзәл итеп яһалған әйберҙәрҙең баһаһы ла ҙур. Халыҡ кәсептәре тигән билдәләмә лә бар бит, урыҫса "народные художественные промысла" тиҙәр. Тимәк, ул беҙҙең ата-бабалырыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың беҙгә ҡалдырған мираҫы. Шул мираҫты юғалтмау зарур.
Креативлыҡ тигән заман термины бар. Ә бит уның нигеҙендә халыҡ ижады ята. Халыҡ ижадынан юғары булып булмай. Аллаһҡа шөкөр, боронғолоҡ мәҙәниәтенә дәүләт иғтибары көсәйҙе, шул юҫыҡта эшләү зарур. "Креатив индустрия" тигән заман термины хасил булды, унда халыҡ кәсептәре лә күҙаллана.
Миңә һөнәрем буйынса байтаҡ ҡына сит илдәрҙә йөрөргә тура килде. "Кемһең, ҡайҙанһың?" - тип һорайҙар. "Башҡорт ҡыҙымын", - тип әйтәмен. "Бөтөн донъя һөнәрселек советы" тигән ойошма ла бар. Офисы - Кувейтта. Мине лә ошо советҡа ағза итеп алдылар. Ҡаҙағстандан Айҙархан Кәлиев, Үзбәкстандан Азизбәк Мортазин мине ошо ойошмаға ағза итеп алырға тәҡдим итте. Халыҡ һөнәрҙәрен алға әйҙәүселәр улар. Үзбәкстанда Коканд ҡалаһы ағас һырлау, Бохара - ювелир әйберҙәре, Маргелан - ефәк тауарҙар буйынса "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булған.
Беҙҙең "Ағиҙел" берекмәһен яҡшы беләләр, шуға ла төрлө күргәҙмәләргә саҡыра башланылар. Халҡыбыҙҙың данлы ҡыҙы Рәбиға Ҡушаева исемендәге милли кейем коллекцияһын Коканд ҡалаһында уҙған халыҡ-ара күргәҙмәгә алып барҙыҡ. Әйтергә кәрәк, унда ошондай күркәм саралар дәүләт ярҙамы менән уҙғарыла. Беҙгә юл, йәшәү хаҡын үҙҙәре түләне. Уларға ике тапҡыр барҙыҡ. Беҙҙә етештерелгән милли кейемдәр, биҙәүестәр Урта Азия халыҡтарына бик оҡшай, уларҙы һатып алыусылар ҙа байтаҡ булды. Үзбәкстанда дәүләт милли кәсептәргә бик иғтибарлы, һөнәрмәндәр һалымдан да азат ителгән. Бер Ташкент ҡалаһында ғына 4 мең халыҡ һөнәрмәне иҫәптә торһа, Өфөлә әлегә 400 кеше халыҡ кәсептәре менән мәшғүл. Шуға күрә беҙгә ошо юҫыҡта үҫергә лә үҫергә әле.
Бына тағы нимә иғтибарға лайыҡ: "Һөнәрселек ҡалаһы" исемен алған ҡалаларҙа ҙур байрамдар ойошторола, унда төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнаша. 2019 һәм 2023 йылдарҙа беҙ Коканд ҡалаһына ошондай фестивалгә барҙыҡ, ә былтыр Бохарала уҙғарылған һөнәрмәндәр байрамында ҡатнаштыҡ. Өфө ҡалаһынан Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтарҙы алып барҙым, улар - республикабыҙҙа киң танылыу тапҡан эшмәкәрҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн күҙ яуын алырлыҡ биҙәүестәр яһаусы оҫталар. Улар алып барған шәхси күргәҙмә Бохара кешеләренең дә күңеленә хуш килде. Дәүләтовтар Бохаранан дәртләнеп-илһамланып ҡайтты. Беҙ "Ағиҙел" берекмәһен генә түгел, шәхси оҫталарҙы ла халыҡ-ара кимәлгә сығарырға ынтылабыҙ. Үҙебеҙҙең ювелир әйберҙәре етештереүселәргә булышлыҡ итәбеҙ.

Һөнәрмәндәр фестивалдәренең әһәмиәте хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер.

- Әйткәнемсә, шул уҡ Үзбәкстанда өс ҡала алмашлап һөнәрмәндәр байрамын йыл һайын уҙғара. Ни өсөн? Донъя кимәлендә билдәлелек алыу - ул үҙ илеңде бар донъяға танытыуға тиң бит. Фестиваль ҡунаҡтары үҙ илдәренә ҡайтып, ошо хаҡта бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә, үҙенә күрә реклама эшләй. Һөҙөмтәлә туристар һаны бермә-бер арта - ә был һәр ил өсөн бик тә файҙалы.

Ғәҙәттә, беҙҙә бер кеше икенсе кешегә ниндәйҙер әйбер бүләк итһә, минең төҫөм итеп һаҡларһың, ти. Сит ил кешеләре үҙ илеңдән алып ҡайтҡан сәнғәт әйберҙәрен дә ҡунаҡҡа килгән халыҡтың төҫө итеп һайлаған кеүек тойола миңә...

- Килешәм был фекерегеҙ менән. Туризм менән һөнәрселек бәйләнешен бер кем дә инҡар итмәҫ. Һәр бер халыҡтың милли йөҙөн сағылдыра һөнәрмәндәр етештергән тауарҙар. Улар һәр туристың күҙенә салынып, иғтибарын йәлеп итеп тора.

Башҡортостандың баш ҡалаһына "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" тигән исем бирелеүе үҙе бер тарихи ваҡиға булһа, билдәле башҡорт археологы, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың әлеге Өфө ҡалаһы урынында IV - XV быуаттарҙа уҡ бик ҙур административ һәм һөнәрселек үҙәге булған Башҡорт ҡалаһы хаҡындағы асышы бар донъяға билдәле хәҙер. Ошо урта быуаттар ҡалаһына килгән кешеләр араһында Урта Азиянан, Кавказдан килгән сауҙагәрҙәр генә түгел, һөнәр эйәләре лә булыуы асыҡланды. Быны археологик ҡаҙыу эштәре барышында табылған артефакттар раҫлай.

- Күрәһең, боронғо башҡорттар үҙҙәренең төрки ҡәрҙәштәре менән тығыҙ аралашып йәшәгән. Бар донъяға билдәле ефәк юлы Уралдан үтмәһә лә, бер-береһенән үтә алыҫ арауыҡтарҙа көн иткән кешеләрҙе сауҙа юлдары, һөнәрселәрҙең аралашып йәшәүе берләштерә алғандыр. Ысынлап та, төрки халыҡтарының шул уҡ көршәктәре, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренең, милли кейемдәренең оҡшашлығы быға дәлил.

Башҡортостан - күп милләтле республика, беҙҙә башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, удмурт, мордва һәм башҡа милләт вәкилдәре тығыҙ аралашып йәшәй. Һәр милләткә хас мәҙәниәт өлгөләре бар, һәр халыҡтың милли кәсептәре лә яҡшы билдәле. Әгәр ҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә ҙур кимәлдәге һөнәрмәндәр фестивале ойошторолһа, был республикабыҙҙа ғына түгел, тотош Рәсәй һәм, дөйөм алғанда, Евразия илдәре өсөн дә үтә әһәмиәтле мәҙәни сараға әйләнер ине...

- Эйе, Башҡортостанда ошондай байрамды ойоштороу - минең хыялым. Ә бының өсөн әлеге исемгә лайыҡ булыу фарыз ине. Ошо уйҙарым менән бүлешергә, фекерҙән табырға тип, ҡала хакимиәтенә барҙым. Өфө ҡалаһы хакимәтендә лә был тәҡдим хуплау тапты. Ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Агаралим Ҡаһирхаджиев хакимиәттән тейешле кимәлдә ярҙам буласағына ышандырҙы.
Ни эшләргә, эште ниҙән башларға - ошо мәсьәләләрҙе, маҡсаттарҙы үҙемә билдәләргә тура килде. Был донъяла һәр бер эш-ғәмәлде башҡарып сығыу буйынса ҡағиҙәләр бар. Кувейттан ниндәй документтар әҙерләү хаҡында белешмәләр алдым. Ҡаҙағстандың Тараз ҡалаһы ла ошо олуғ исемгә лайыҡ булған, ундағы етәкселәр, һөнәрмәндәр менән бәйләнешкә индем. Әйткәндәй, беҙҙең тарихыбыҙҙың билдәле шәхесе Хөсәйенбәкте Таразда тыуған шәхес тип беләләр. Тараздан Айҙархан Кәлиев Өфөлә ике тапҡыр булды, беҙ уның менән Хөсәйенбәк кәшәнәһенә лә барҙыҡ. Ул ошо зыяратта уның рухына доғалар ҡылды, сөнки Айҙархан өсөн ул - бөйөк шәхес, Ислам тәғлимәтен башҡорт халҡына еткереүсе рухи зат. Ҡыҙғаныс, беҙ Хөсәйен-бәк кеүек арҙаҡлы шәхес хаҡында бик аҙ беләбеҙ, быныһы - айырым тема. Айҙархан беҙгә ихлас күңеленән ярҙам итешергә булды. Шулай итеп, уның кәңәштәрен тыңлап, фекерләшеп, эш башланыҡ.
Әйткәндәй, беҙҙең менән бер үк ваҡытта тиерлек Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһы ла ошо уҡ исемгә лайыҡ булды, унда ла ҙур этник байрамға әҙерләнәләр. Апрель аҙағында беҙ уларға барып, күреп ҡайтырға ниәт итәбеҙ. Ә беҙҙең ғариза буйынса Өфөгә "Бөтөн донъя һөнәрселек советы" (WCC-AISBL) ағзалары килде: Кувейттан доктор Али әл-Наджада, WCC-Европа тәбәгенең вице-президенты, доктор Фатина Сайкали, WCC-Африка төбәгенең вице-президенты Надя Меер, Үзбәкстандан Азизбәк Муртазаев ағас һырлау, таш эшкәртеү һәм башҡа халыҡ кәсептәре өлгөләрен ҡарап, Өфө менән танышып, республикабыҙҙа халыҡ һөнәрҙәрен үҫтереүгә юғары баһа бирҙе. Әйтергә кәрәк, бына ошондай абруйлы эксперттарға Рәсәйгә, Башҡортостанға бармаҫҡа өгөтләүселәр ҙә булған, әммә улар бында сәйәси хәүеф-хәтәр юҡлығына ысын күңелдәренән инанып килгәндәр.
Иң элгәре беҙ уларҙы "Ағиҙел" Башҡорт художестволы сәнәғәт берекмәһе эшмәкәрлеге менән таныштырҙыҡ, улар беҙҙең 11 йүнәлештә алып барылған эштәребеҙ менән танышты. Унан башҡа эксперттар Өфө ҡалаһының Художестволы сәнәғәт колледжында, Һупайлы биҫтәһенең М.Ғ. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында үҫмерҙәрҙе халыҡ кәсептәренә йәлеп итеү буйынса ниҙәр эшләнгәнен үҙҙәре күреп инанды. "Артель" ойошмаһында беҙҙең Башҡортостан йәшмәһенән гүзәл картиналар эшләгән рәссамдарыбыҙҙың эштәрен күреп, иҫтәре китте.

Заманында Урал йәшмәһенән Санкт-Петербургтың донъяға даны таралған Эрмитажында "Йәшмә залы" булыуын беләбеҙ...

- Бына беҙҙең Сибай ҡалаһында ла йәшмәнән эшләнгән сәнғәт әйберҙәре күргәҙмәһе залын булдырыу күҙаллана. Бындай эшмәкәрлекте хуплап, булышлыҡ итеү зарур. Шундай затлы тәбиғи сеймалдарыбыҙ булыуын онотмаҫҡа кәрәк - ҡайһы саҡта быға иғтибарыбыҙ етешмәй. Эйе, буяуҙар менән генә түгел, тәбиғи таштарҙы ла сәнғәти эшкәртеп, бик гүзәл картиналар ижад итеүсе оҫталарыбыҙ бар. Беҙ Сибай ҡалаһына ла һөнәрмәндәр ҡалаһы статусын биреү буйынса эш алып барасаҡбыҙ. Сәнғәт юҫығында билдәлелек тапҡан ерҙәргә туристар күпләп йөрөй башлай, был Сибай ҡалаһының үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Бына, мәҫәлән, Сибайҙа йәшмә пляжын эшләп булыр ине. Сеймал етерлек - тик кемдеңдер тәү башлап ошо эшкә тотоноуы зарур.

Ошондай оло исемгә лайыҡ булғас, Өфөбөҙҙә лә һөнәрмәндәр байрамын уҙғарыу бик тә урынлы булыр ине.

- Эйе, тап шулай буласаҡ. 12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө, был байрамыбыҙҙы тап ошо көндә уҙғарырға уйлайбыҙ. Әйтергә кәрәк, ошо исемде алыу тик минән генә торманы, беҙ тотош командабыҙ менән бергәләп эшләнек. Киң матбуғат саралары ла ситтә ҡалманы - радио, телевидение, матбуғат саралары ошо хаҡта халҡыбыҙға мәғлүмәт биреп тора. Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан ғына түгел, башҡа өлкәләрҙән һәм милли республикаларҙан, сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашыуын көтәбеҙ.

Әңгәмәбеҙ аҙағында үҙегеҙ етәкләгән "Ағиҙел" Башҡорт хужожестволы кәсептәр берекмәһенең Башҡортостанда халыҡ кәсептәрен артабан үҫтереү буйынса эшмәкәрлегенә баһа биреп китеү урынлы булыр.

- Беҙҙең предприятие ошо өлкәнең флагманы ул, 1963 йылдан бирле эшләп килә. Совет власы осоронда ла, хәҙер ҙә беҙ республикабыҙҙың милли йөҙөн билдәләрҙәй ижад емештәрен етештереү менән мәшғүлбеҙ. Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһы 1981 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.
Берекмәбеҙҙә лакланған миниатура живописы, биҙәкле ағас һәм туҡыма (батик), ҡайып сигелгән әйберҙәр, аш-һыу таҫтамалдары, милли кейем өлгөләре, нәфис туҡылған әйберҙәр етештерелә. Йәнә беҙ башҡорт тирмәләре яһайбыҙ, улар милли рухта биҙәлә.
Бында 100-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй, уларҙы үҙ эштәренең оҫталары, тип нарыҡлау урынлы булыр: тиҫтәнән ашыу оҫталарыбыҙҙың хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ булды - уларға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" исеме бирелде. Бындай сәнғәти-сәнәғәти ойошма республикабыҙҙа берәү генә - ошондай юғары статусҡа эйә булып, артабан да ижади бурыстарыбыҙҙы үтәүгә тоғро ҡалырбыҙ, тип ышанам.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.25 | Ҡаралған: 43

Киске Өфө
 

Улың менән биш йәшенә саҡлы батша һымаҡ, ун биш йәшкә саҡлы - хеҙмәтсе һымаҡ, ун биш йәштән һуң дуҫ һымаҡ күреп аралаш.

(Боронғо һинд аҡылы).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru