«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА - 4
+  - 


- Шуға аптырайым шул. Ҡайһы берәүҙәрҙең үлерен белмәй, яраланғандан һуң да, ҡабат-ҡабат шунда ынтылғаны башҡа һыймай.
- Бына мин нисек бармай ҡалайым, абзый. Унда мин күпме йән туғандарымды ҡалдырып ҡайттым. Үлеләрен дә, тереләрен дә... Тереләренә терәк булырға, мәйеттәрҙе тәрбиәләп, ер ҡуйынына оҙатырға кәрәк... Шунан ундағы кешеләр башҡа, абзый. Бында ҡайтһам, миңә һауа етмәгән һымаҡ. Бына мин ҡайтып та еттем, абзый.
- Тик һин тәки асыҡ ҡына итеп төшөндөрмәнең бит, - тип ныҡышты таксист.
- Сәбәптәре күп инде уның, - тип, үҙе лә уйға ҡалды яугир. Күрмәгәнгә түгел, үҙеңә лә аңлауы ҡыйын икән шул. - "Ирмен тигән ир кеше үҙенең кемлеген ике осраҡта белә. Беренсеһе - үҙенең йәнен алырға килгәндә. Икенсеһе - үҙе башҡаның йәнен алғанда", тип әйтергә ярата беҙҙең командир. Тик һәр кем яугир була алмай, уныһы ла бар. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, фәлсәфә һатырға уҡымышым етеңкерәмәй икән. Шуға ябай ғына әйтәм дә ҡуям: һин минең иҫән-аман еңеп ҡайтыуымды ғына теләп тор. Торһаң да, ятһаң да, ултырһаң да, барһаң да, ҡайтһаң да гел телә, - тине Сабир хушлашып. - Мин еңелһәм, һиңә каюк. Шуны аңлаһаң, башҡаһы һиңә кәрәкмәй ҙә, абзый...

* * *

- Ә ҡояш байымай ҙа байымай, - тип ауыр көрһөнә Сабир түҙемһеҙләнеп. Һаман сыҡҡыһы, ҡотҡарыусыһының кәүҙәһен ҡыҙыу ҡояштан ҡаплағыһы килә. Бына бит тормош. Ә ҡалай тарһынған булғайны.
- Һеҙ эскеселәрҙән ҡасып бында килдем. Хатта һуғышта ла ҡотолоу юҡ һеҙҙән, - тип ҡыш буйы тиргәшеп сыҡҡайны бит ул. Үҙәгенә лә үткәйне шул. Әллә ҡайҙан табып эсә. Китеп юғалған мәлдәре лә була. Ике-өс тапҡыр шым ғына уның өсөн ҡарауылда торҙо. Оят та, яуаплылыҡ та юҡ. Хәйер, эскеселә оят ҡалмағанын атаһы менән әсәһенән күреп үҫкән бит инде.
- Хөрмәт түгел һинең исемең, хурлыҡ, - тип әрләп тә ташлай.
- Дөрөҫ әйтәһең, мырҙа, - тип ризалаша меҫкен. - Бисә лә шулай тине. Берәй соҡорҙа ятып туңып үлгәнсе, балаларға саҡ ҡына булһа ла аҡсаң сыҡмаҫмы, тип ҡыуалап ебәрҙе.
- Ә нишләп һин, килә һалып, миңә сат йәбештең?
- Башҡаларҙан оялдыра, - ти Хөрмәт айыҡ сағында тәмәкеһен уйсан һурып. - Күреп торам, башҡалар ерәнә, ытырғана. Ә һин сарбаулап алған булаһың да барыбер йәлләйһең. Үҙемдең бисара малайҙарым һымаҡ.
"Эсмәгәндә һинән һәйбәте юҡ", тип ҡайһы ваҡыт башҡалар ҙа тәрбиәгә ҡушылып киткәндә:
- Һәйбәт түгел ул, йәпәтник! - тип ҡыҙа Сабир.
- Егет дөрөҫ әйтә, - тип йәнә йөпләй "Торба" -Хөрмәт. - Айныҡҡас, үҙеңде ғәйепле тояһың да башҡаларға ярарға тырышҡан булаһың. Яҡшылыҡтың сере ябай.
Шулай ҙа бер йәтеш яғы бар ине абзыйҙың: ер эшенә шәп. "Булды", тип үткән заманда әйтергә һаман да тел әйләнмәй. Ә Сабир фронт мәшәҡәттәренә, бигерәк тә окоп ҡаҙырға үҙе өйрәтте. Ҡасандыр, полигондан яңы килгән сағында ҡырыҫ холоҡло, талапсан һаҡалтай үҙен нисек өйрәткән булһа, тап шулай ҡыланды. "Ҡара ҡапсыҡҡа инеп ятҡың килмәһә, - тип башлап китә, - ҡаҙаһың да ҡаҙаһың. Ялҡауға йәһәт үлем. Ни өсөнмө? Окобы һай. Окобың - һинең ғүмерең. Бына тағы бер тормошсан мәҡәл: тирең күп аҡһа, ҡаның аҙ ағыр. Артиллерия һинең мәргәнлегеңә, зирәклегеңә, йүгереклегеңә төкөрөп бирә. Артанан ҡасып өлгөрөп булмай, ергә ни тиклем тәрән сумһаң, шансың шул тиклем арта. Ә инде мосолманса ләхет һымаҡ ҡаҙһаң, тағы ла уңайлыраҡ!" Һәм башҡа, һәм башҡа... Ҡылығын күҙ алдына килтереп, оялып ята инде хәҙер. "Өлкән кешенән ҡалай көлгәнмен. Ә ул бер тапҡыр ҙа "юҡ" тимәне. Насар һүҙ әйтмәне. "Ярай инде, мырҙа! Бөтөнләй бөтөрөп ташлама, - тигән була торғайны. - Тәнем менән берәй снаряд ярсығын тотоп ҡалһам да файҙам тейер". Әйтерһең дә, алдан белгән. Моғайын, алдан уйлап йөрөгәндер: ҡапыл ырғып, аяҡтан йыҡты ла үҙенең тәне менән пулянан ҡапланы бөгөн. Иртәнсәк кенә бергә ултырып сәй эскәйнек. Кеҫәһенән кәнфит сығарып биргәйне.

* * *

Атаһы ла, әсәһе лә эсте, шуға туғандары менән үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, үҙ тамаҡтарын үҙҙәре ҡайғыртып үҫкән Сабир әҙәмсә тормошто тик армияға барғас ҡына күрҙе. "Ашау - байҙан, үлем - Хоҙайҙан", тигәндәре ҡалай шәп нәмә икән", - тип аптырата торғайны хеҙмәттәштәрен үҙенең бөтә нәмәгә ҡәнәғәт булып, ҡыуана белеүенә. Хеҙмәтенең аҙағында МХО-ға контракт тәҡдим иткәс, уйлап та тормай ҡул ҡуйҙы. Кәрәк икән - кәрәк. Һуғыш та - шул уҡ ауыр эш. Күп ваҡытың әлеге шул көнитмеште хәстәрләп үтә. Ашарыңа табаһың, туҡтауһыҙ ҡаҙаһың. Йәнә лә тиҙерәк йүгерергә, йәһәтерәк ҡоларға, иптәшеңде арттан ҡапларға ла растяжкаға эләгеп ҡуймаҫ өсөн гел аяҡ аҫтын ҡарарға. Сослоҡ менән уяулыҡҡа ла ул бәләкәйҙән өйрәнгән. Аслыҡ үтә үҙәккә үтеп киткәндә, мәҫәлән, анда-һанда "хужаһыҙ" йөрөп ятҡан тауыҡты тота һалып, башын сабып өҙәһең дә, ҡайнаған һыуға мана һалып, йөнөн таҙалайһың һәм башҡа, һәм башҡа... Кәп ҡорһаҡты бер туйҙырыр өсөн генә лә күпме сослоҡ, эләкмәҫ өсөн күпме уяулыҡ кәрәк булған. Ә иҫерек атай менән әсәй берәй ерҙә ҡолап туңып үлмәһен өсөн күпме эҙләргә, тапҡас, һөйрәкләп алып ҡайтырға күпме көс кәрәк!..

* * *

Һуғышта йөрөүенә икенсе йыл китте хәҙер. Ә тәүге алыш, тәүге сирҡаныс онотолмай. Сабир үҙендә шул тиклем ҡурҡыу йәшеренгәнен, ғөмүмән, донъялыҡта шул ҡәҙәрлем ҡурҡып була икәнен белмәгәйне, бында килмәһә, белмәҫ тә ине. Ике яҡтың да артиллерияһы ата башлағас, башын аймап, әсә ҡарынындағы һымаҡ йомарланып ятҡан килеш, туҡтауһыҙ: "Эй Аллам, ярҙам ғына ит! Аллам, ҡотҡар! - тип инәлде. - Ҡайҙа килеп ҡаптым мин? Ошонан сыҡһам, бөгөн үк ҡайтып китәм!" - тип үҙен һүкте. Был дәһшәт инде бер ҡасан да туҡтамаҫ һымаҡ тойолдо. Ә арта туҡтағандан һуң, тынлыҡҡа һаман ышанмай, ҡурҡып һаман ята бирҙе. Һаҡ ҡына аяҡ-ҡулын ҡыбырҙатып ҡараны. Өҫтөндәге тупраҡтың ауырлығын тойоп һиҫкәнде лә саң араһынан сығырға маташҡан бөжәк кеүек тарбаңлап тубыҡланды. Башын ҡалҡытып ҡарағайны: шаҡ ҡатты. Эргә-тирәлә бер нәмәне лә таныманы. Ағаслыҡ сәрпәкләнеп юҡҡа сыҡҡан, ер өҫтө тәрән-тәрән соҡорло Ай йөҙөнә оҡшап ҡалған. Һеңгәҙәп торған арала, кемдеңдер бала һымаҡ үкһеп, ҡысҡырып илағанын ишетеп, әйләнеп ҡараны. Полигондан уның менән бер ваҡытта килгән өлкән генә мыҡты бер ир тубыҡланып торған килеш битен ҡаплап һыҡтай, ә командир, уның яурынынан ҡосаҡлаған, ипләп кенә арҡаһынан ҡаға: "Бөттө, бөттө бит инде! Тынысланабыҙ, хәҙер тынысланабыҙ!" Сабирҙың ҡарашын эләктереп, башҡаларға ярҙам итергә ымланы. "Истерика! Башта була ҡайһы берәүҙәрҙә! Иң мөһиме: ихтыярыңды ҡабат усҡа йомарлау". Эйе, компьютерҙа танчик уйнап диваныңда ултырғанда бер кем дә "пятисотый" булып йөрөрөн уйламай. Ә Сабир тәүге атышҡа сыҙаны, психикаһы имгәнмәне. Үҙенең яуҙаштарына, тимәк, иленә кәрәк була алғанын тойҙо. Янындағы кешеләрҙең хәстәрлеген күрҙе. Яуҙаштарға хатта ҡурҡыуың тураһында әйтергә лә була икән, йәшереүҙең кәрәге юҡ - һәр кем ҡурҡа.

* * *

Алғы һыҙыҡта айлап, йыллап йөрөп тә һинән ысын яугир сыҡмауы бар. Шуны ла аңланы Сабир бер мәл. Һүҙ юҡ, хеҙмәтеңде үтәргә, тере ҡалырға, баш осоңда дрон жыуылдағанда, артиллерия уты аҫтында үҙеңде тоторға өйрәнәһең. Тик ябай һалдаттан яугирға әйләнеү - икенсерәк икән. Ул бөтөнләй башҡа сифат. Ана шул сифатҡа эйә булған көнөн Сабир минутлап хәтерләй, Әжәл алдында ла ҡәнәғәтләнеп иҫеңә алып ятырлыҡ.
Таң атып килә ине: дүрттәр менән биштәр араһы, дөрөҫөрәге, 4 сәғәт тә 27 минут: үлтереп йоҡо килгән саҡ. "Ҡарауылды тапшырам да блиндажға инеп ауам", - тип хыялланып торғанында алыҫтан геүләү ишетеп ҡалды. Шунда уҡ рацияһы уянып китте: уң яҡ күршеләр ауыр техника яҡынлашыуын хәбәр итте. Саҡ ҡына ла үтмәне - асыҡланылар: "Дүрт БМП-ла пехота".
Сабир рациянан үҙенекеләрҙе саҡырырға кереште, яуап юҡ. Ул арала техника шауы яҡыная төштө. Ҡарауылды ташлап, блиндажға йүгерҙе: "Беҙҙең яҡҡа дүрт БМП менән пехота килә!" Егеттәр һикереп тороп, броникҡа тотондо. Минут үттеме, юҡмы - барыһы ла тышта ине. Сабир еңел һуланы. Учебканан алып "Тик ышанысты аҡларға!", "Тик берәй хата яһап, зыян килтереп ҡуймаҫҡа!" тигән ҡурҡыуы бар ине. Әле бәләкәс кенә булһа ла бурысын үтәне. Быныһы ла һәйбәт. Ул арала БМП орудиенан ата башланы. "Тарпан" - Байсар гранатометтан яуап ҡайтарҙы. Сабирға разведчик торбаһы биреп, уң яҡтағы ағаслыҡты күҙәтергә, дошман күренһә, хәбәр итергә әмер булды. Атыш башланыу менән ҡаушап киткәйне, бойороҡ алғас, тынысланды. Эше булды. Барыһы ла аңлашыла. Үтәйһең.
Бер яҡтан, ағаслыҡты ҡарай Сабир, һыңар күҙ менән Байсарҙы күҙәтә. Ә ул сүгә биреп, траншеянан күтәрелә лә атып ебәреү менән кире сума. Башҡа егеттәр автоматтан атып, уны ҡаплай. Тағы, тағы. Сабир уның сослоғона, мәргәнлегенә, етеҙлегенә, ҡурҡыуһыҙлығына һоҡланып бөтә алмай. Бына бер БМП-ны яндырҙы бит. Тик, хәйерһеҙе - снаряд бөттө, ә яңылары килеп етмәгән. Ул арала Сабирҙың флангыһындағы юл айырсаһына бер нисә дошман килеп баҫты. РПГ шымды, эргәләрендә БМП - иркенләп киттеләр былар. Был яҡҡа ҡарайҙар, ә ҡояшҡа ҡаршы торғас, Сабирҙы күрмәйҙәр. Шул тиклем ҡулы ҡысыта. "Ҡайҙа беҙҙең арта? Нишләп һаман атмайҙар?" - тип ыуалана. Торбаны ситкә һалып ҡуйҙы ла автоматын алды. Ҡыуаҡтан һонолоп атып ебәрҙе. Ҡабаттан ҡыуаҡ артына боҫто, шунан тумарлап барып траншеяға сумды. Теге яҡтан яуап булманы. Тимәк, ҡояш арҡаһында улар абайламай ҡалған. Тағы ҡыуаҡ артына боҫҡайны, ағаслыҡтан бер нисә кеше килеп сыҡты. Ә улар бит яңы ғына булған хәлде белмәй. Уңышлы алымды тағы ҡабатланы. Яралыларҙы алып китә торған пикапты күргәс, эшенең һөҙөмтәһен белде егет. Шул тиклем, бығаса кисерелмәгән ҡәнәғәтлек тойҙо.
Ул арала беҙҙең артта эшкә тотондо. Уның туҡтағанын саҡ көтөп алған Сабирҙың инде тиҙерәк алышҡа ташланғыһы, ҡалған дошмандарҙы эҙәрлегеһе, әле генә кисергән еңеүсе тойғоһон ҡабат татығыһы килде. Инде нимә эшләргә кәрәклеген, ниһайәт, үҙенең кәрәк урында, кәрәк сифатта икәнен аңланы. Ошонан башлап башы бөтөнләй башҡаса фекер йөрөтә башланы. Дрондан йәшенеү генә түгел, уны нисек бәреп төшөрөү тураһында. Дошманды ҡырып һалыу өсөн иң йәтеш урынды табыу тураһында... Еңеүсе оһоло барлыҡҡа килде, унда, ниһайәт, ысын яугир тыуҙы.
Юҡ, ҡурҡыуы бер ҡайҙа ла китмәне. Тик ул инде ҡурҡыу тойғоһоноң ярҙамсы икәнен, уның йәнде һаҡлағанын, нимәнән ҡурҡырға, ә нимәнән ҡурҡмаҫҡа икәнен белә башлағайны.
Һиңә ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ артиллерия, бронетехника, авиация эшләй. Уларҙың барыһын да һинең йәнеңде алыр өсөн кешелектең иң зиһенле, аҡыллыларҙан аҡыллы, белемлеләрҙән белемле белгестәре уйлап тапҡан. Күпме ғалим һине нисек оҫтараҡ үлтереү хаҡында арымай-талмай баш вата. Асыштары менән маҡтана. Ошо аяуһыҙ шарттарҙа еңеүсе булып сығыр өсөн һин, яугир, тағы ла уяуыраҡ, сосораҡ, оҫтараҡ һәм, әлбиттә, даланлыраҡ булырға тейешһең! Бына ҡайҙа ул адреналин!

(Дауамы. Башы 14-15-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.25 | Ҡаралған: 39

Киске Өфө
 

Улың менән биш йәшенә саҡлы батша һымаҡ, ун биш йәшкә саҡлы - хеҙмәтсе һымаҡ, ун биш йәштән һуң дуҫ һымаҡ күреп аралаш.

(Боронғо һинд аҡылы).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru