
Яҙ һәм хеҙмәт байрамында оло мәғәнә ята. Халҡыбыҙҙың, хеҙмәт төбө - хазина, тигән мәҡәле уны тулыһынса аса кеүек.
Хеҙмәттең төрлөһө була: тик ҡул көсөнә йә зиһенгә таянғаны, зиһенгә таянып, ҡул менән башҡарылғаны. Эстәлеге, йүнәлеше, төрлө өлкәгә ҡағылыуы, ҡатмарлы йә ябай булыуы менән дә айырыла ул. Ә оҫталыҡ, махсус белем талап ителгән эште тик тәғәйен һөнәр эйәһе - һөнәрле кеше генә атҡара ала.
Бөгөнгө көндә донъя йөҙөндә 40 меңдән ашыу төрлө һөнәр бар. Рәсәйҙә - 10 меңгә яҡын. Үҙ юлыңды һайлағанда нисек яңылышмаҫҡа, был тиклем төрлөлөк араһында аҙашмаҫҡа һуң? Боронғо тәғлимәттәрҙә һөнәргә һәләте буйынса кешеләр дүрт төркөмгә (синыфҡа) бүленә. Дәүерҙәр алышына, тик был бүленеш үҙгәрешһеҙ ҡала, юғалмай. Һуңғы осорҙа ғына бишенсе төркөм барлыҡҡа килеүен күҙәтәбеҙ.
Беренсе төркөм - эшселәр. Улар күпселекте - халыҡтың яҡынса 90 процентын тәшкил итә. Ҡул эштәренә маһирҙар, хеҙмәттән кинәнес алалар, уға илһамланып тотоналар. Эшҡыуар, етәксе булыу тураһында уйлап та ҡарамайҙар.
Икенсе төркөм - сауҙагәрҙәр (эшҡыуарҙар). Йәмғиәт ағзаларының 6 процент самаһы инә улар иҫәбенә. Сауҙа, хужалыҡ эшенә әүәҫтәр. Төп һыҙаттары - сумартлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта байлыҡҡа ынтылыу ҙа. Булдыҡлыҡ, эшһөйәрлек сифаттары ярылып ята. Бала саҡтан алыш-биреш менән мауығалар, ниндәйҙер коллекция йыйыу менән булышалар, һәр саҡ уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуялар, үҙҙәре тотонған теләһә ҡайһы шөғөлдән файҙа алырға тырышалар.
Өсөнсө төркөм - етәкселәр. Улар халыҡтың яҡынса 2 процентын тәшкил итә. Идаралыҡ, етәкселек маһирлығы йәһәтенән башҡаларҙан айырылып торалар. Эштә һар саҡ ниндәйҙер яңы тәртип, ҡағиҙә уйлап сығарырға әүәҫтәр. Тормошто ғәҙел һәм мәрхәмәтле итеп ҡороу өсөн көс һалалар. Яуаплылыҡ, бурысҡа тоғролоҡ тойғоларына эйәләр. Интеллект кимәленә ҡарап, дәүләт идараһы структураһында төрлө баҫҡыстарҙы биләйҙәр - полиция хеҙмәткәренән алып ил президентына тиклем.
Дүртенсе төркөм - остаздар (уҡытыусылар). Уларҙың да нисбәте - 2 процент самаһы. Белемлеләр, уҡыуға, өйрәнеүгә һәләтлеләр. Белем алырға һәм уны таратырға ынтылалар. Бала саҡтан хәҡиҡәт асылына төшөнөргә тырышалар, әйткәнде иғтибар менән тыңлайҙар, һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндәләр. Әгәр берәй концепцияның айышын аңламаһалар, ныҡ хафаланалар, борсола башлайҙар. Ғәҙел һәм намыҫсандар. Бер ваҡытта ла һатылмайҙар, үҙ намыҫына ҡаршы бармайҙар.
Бишенсе төркөмгә ҡараған кешеләрҙе бер һүҙ менән генә тасуирлап булмай. Улар - үҙен таба алмаған, йә иһә төрлө сәбәптәр арҡаһында һәләте асылмаған йәки баҫылған шәхестәр. Шулай булғас, тормошта үҙ юлын тапмағандар, эштән кинәнес алмайҙар. Бөгөнгө көндә нәҡ ошо бишенсе төркөмгә ҡарағандар беҙҙең арала күпселекте тәшкил иткән һымаҡ.
Аналитиктар билдәләүенсә, кешеләрҙең шаҡтай ҙур өлөшө эштә үҙен бәхетле тоймай. Бының сәбәбе төрлөсә. Әйтәйек, кемдер, үҙенә килешле һөнәр һайлап та, хеҙмәт урынында ерегеп китә алмай. Сөнки дипломлы белгес булһа ла, эшенең ғәмәли айышын белеп етмәй, инженер, иҡтисадсы, менеджерҙың (быуат башында киң модаға ингән йүнәлештәр), ҡайһы өлкәлә көс түгеүенә ҡарап, функцияһы төрлөсә икәнен уға бер кем дә аңлатмаған, практикала күрһәтмәгән.
Алға киткән сит илдәрҙә иһә һөнәргә әҙерлек бик етди ҡуйылған. Беҙҙең мәктәптәр баланы юғары уҡыу йортона инергә әҙерләһә, унда һөнәр һайлауға баҫым яһала. Һөҙөмтәлә, әйтәйек, Европала һәм АҠШ-та 16 йәшенә үҫмерҙәрҙең 90 проценты кем булырға теләгәнен аныҡ белә. Унда уҡыу йорттары эре предприятиялар һәм компаниялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, студенттар уҡыуҙы эш менән аралаштырып алып бара, буласаҡ һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнә, эш шарттары менән яҡындан таныша.
Нисек кенә булмаһын, баланың яҙмышы ғаиләлә хәл ителә. Үкенескә ҡаршы, һөнәр һайлауҙа хәҙерге ата-әсәнең төп маҡсаты улына йә ҡыҙына юғары белем биреүгә генә ҡайтып ҡала. Уҡыу йортоноң ниндәй өлкәгә ҡарауы мөһим түгел уларға - һуңғы аҡсаһын түләп булһа ла, баланы институтҡа индерәләр. Бер яҡтан ҡараһаң, был хуплауға лайыҡ ынтылыш, әлбиттә. Белемле бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Ҙур кеше, етәксе булып китеү өсөн тәүге аҙымын яһай шулай йәш кеше. Яуаплы бала ололарҙың өмөтөн аҡларға тырыша, ваҡыты еткәс, күңеле тартмаһа ла етәксе вазифаһына ултырып алыуы ла ихтимал.
Етәкселеккә үрләүҙең икенсе юлдары ла бар - ул туғанлыҡ, әшнәлек һәм, әлбиттә, ришүәт аша. Нишләп, уҡыған бит, вазифаға хоҡуғы бар, тип этәрәләр кешене юғарыға.
Тырышлығы менән үрләгән, йә блат аша урынға ултырған, ләкин булмыштан етәкселеккә барымһыҙ түрәләрҙән тик зыян ғына. Илебеҙҙең алға китмәүе, урында тапаныуы нәҡ шуға ҡайтып ҡала ла инде, бер уйлаһаң. Сөнки кеше үҙ урынында түгел.
Баланың алдағы тормошо камил һәм уңышлы булһын тиһәк, уның һәләтен, ҡайҙа тартылыуын белеү мотлаҡ. Был йәһәттән мәктәптә эшләп еткермәйҙәр икән, ата-әсәләргә яуаплыраҡ булырға ҡала. Һәр кем тик бишлегә генә уҡый алмаған кеүек, ҡайһы бер һөнәр төрҙәрен үҙләштереү өсөн дә айырым таһыллыҡ, зиһен үткерлеге, зирәк аҡыл кәрәк.
Элек ауылдарҙа бер-ике мейес сығарыусы, балта оҫтаһы, тимерсе булған. Һәр кем тотонмаған мейес һалырға, тәҙрә-ишек яһарға, тимерҙән бысаҡ сүкергә. Ошонан сығып та, ҡул эшендә лә айырым һәләт кәрәк, тип әйтә алабыҙ. Кемгәлер иретеп йәбештереүсе, ташсы, водитель, кондитер һәм башҡа һөнәр оҡшай һәм ул нәҡ шул өлкәлә юғары квалификациялы оҫта булып таныла, күп аҡса эшләй, бәхетле йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер эшсе һөнәрҙәрҙең бәҫе төштө. Менеджер, иҡтисадсы, юрист булырға теләй йәштәр. Уҡыусылар һаны кәмегәнгә күрә, урта белем биреүсе һөнәрселек уҡыу йорттары ябыла, сәнәғәт предприятиелары кадрҙар ҡытлығы кисерә. 5 мартта Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары менән осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: "Эшсе һөнәрҙәр йәнә популярлыҡ яулай бара. Республикала 169 белгеслек һәм 84 эшсе һөнәр буйынса кадрҙар әҙерләнә", - тигәйне.
Әйткәндәй, төбәк етәксеһе килтергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, беҙҙә 92 колледж һәм 44 филиал эшләй, уларҙа 120 мең студент белем ала.
Бөгөнгө заман йәмғиәте йылдам үҫешә. Һөнәр һайлағанда быны ла мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк. Әйтәйек, аналитиктар, бер булып, бына-бына һуңғы бухгалтер эшһеҙ ҡаласаҡ, ти. Юғалыуға дусар һөнәрҙәр исемлегенең тәүге юлдарында хатта журналистар ҙа тора. Уларҙы блогерҙар алмаштырасаҡ икән. Рәсәй Һаҡлыҡ банкы юристар урынына махсус программа ҡулланыу буйынса проект өҫтөндә эш алып бара. Ғөмүмән, яҡындағы 12 йылда барлығы 56 һөнәр юҡҡа сығасаҡ, тип фаразлай белгестәр.
Шул уҡ ваҡытта яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. 2030 йылға һөнәрҙәр исемлеге 136 пунктҡа тулыланасаҡ. Улар араһында биоэтик, генетика буйынса консультант, дирижабелдарҙы проектлаусы, биләмәләр архитекторы кеүек һөнәрҙәр буласаҡ. Тимәк, алға ҡарап, яңы профессиялар тураһында ла даими ҡыҙыҡһынып барырға кәрәк. "Сколково" идара мәктәбе 2024 йылда "Яңы һөнәрҙәр атласы" проектын тамамланы. Атлас хәҙерге һөнәрҙәрҙән тыш, киләсәк йүнәлештәр менән танышыу мөмкинлеген дә бирә. Унда 27 тармаҡ буйынса яңы 340 һөнәр күрһәтелгән, ә айырым блок эшҡыуарлыҡҡа арналған.
Теге йә был уҡыу йортон тамамлап, дипломды кеҫәгә һалып алабыҙ ҙа, ошоноң менән ғүмерлеккә һөнәрле булдым тип тынысланабыҙ, ғәҙәттә. Хәҙерге тормош талаптарына тура килмәй бындай ҡараш. Заман кешеһе һәр саҡ яңы йүнәлештәр үҙләштерергә, хатта профессия алмаштырырға әҙер булырға тейеш. Был - бөгөнгө көн талабы!
Ә заман студенты төшөнсәләр менән фекерләргә (понятийное мышление) - юғары тиҙлектә килгән мәғлүмәтте йылдам анализларға, үҙаллы фекер туплап, ирекле ҡарар ҡабул итергә өйрәнергә бурыслы. Шул саҡта ғына ул һайлаған шөғөлдә үрҙәргә артыласаҡ, уңышлы шәхес, булдыҡлы атай-әсәй, яуаплы ил гражданы буласаҡ.
Табип, уҡытыусы, мәғлүмәт технологиялары һәм хеҙмәтләндереү өлкәләре белгестәренә бер ни ҙә янамай. Тимәк, был һөнәрҙәрҙе һайлаған йәш кеше бер ҡасан да отолмаясаҡ.
Сәнәғәт етештереүен, башҡа өлкәләрҙе роботлаштырыу ҙа - бөгөнгө көн ысынбарлығы. Ул конвейерҙа эшләүселәргә ҡағылды тәү сиратта. Германия, Көньяҡ Корея һәм Япония - иң роботлаштырылған илдәр. Көньяҡ Кореяла 10 мең эшсегә 1000 робот тура килә, Сингапурҙа - 670. Автоматлаштырыу теге йәки был кимәлдә барыһына ла ҡағыласаҡ. Мәҫәлән, Rabota.ru эш эҙләү сервисының генераль директоры Александр Ветерков әйтеүенсә, 10 йылдан профессиональ водителдәрҙең һаны бөгөнгө миллиондан 150 - 200 меңгә тиклем кәмейәсәк. Был үҙ йөрөшлө транспорт саралары проектының әүҙем тормошҡа ашырылыуы менән бәйле. Яһалма зиһенде (искусственный интеллект) бизнес-процесстарға интеграциялау буйынса белгес бөгөнгө көндә һәм киләсәктә даими талап ителгән һәм ҙур һорау менән файҙаланған һөнәрҙәрҙең береһе буласаҡ.
Һөнәр һайлағанда ғаилә традициялары ла үҙ ролен уйнай. Табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар династияһын күҙәтергә мөмкин. Ҡайһы саҡ: "Минең осоусы булыу хыялым тормошҡа ашманы. Һин, улым (ҡыҙым), осоусы буласаҡһың!" - тип, ата-әсәләр балаға үҙ теләген көсләп таға. Был - һис шикһеҙ, йәш кешенең яҙмышына яман ҡағылған эгоизм өлгөһө. Уның кире һөҙөмтәһе булараҡ: "Һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәнем. Бына диплом, алығыҙ. Артабан үҙем нисек теләйем, шулай йәшәйем", - тип ата-әсәһен шаҡ ҡатырған егеттәр һәм ҡыҙҙар осрап ҡуя.
Шулай итеп...
Һөнәр һайлау - кеше өсөн үтә лә яуаплы мәсьәлә. Һөнәрле, заман талаптарына яуап биргән кимәлдә үҙ эшенең оҫтаһы булайыҡ, ҡулыбыҙҙан, белемебеҙҙән, белгәндәребеҙҙән һөйөнәйек, булдыҡлы, маҡсатлы йәш быуын тәрбиәләйек.
Айбулат УРАҘБАХТИН,
эшҡыуар.
Сибай ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА