«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТ СЕРЕ ЯБАЙ:
+  - 


тәмле ризыҡ ей һәм...

Үҙаллы эш асып, шул өлкәлә уңыштарға өлгәшкән эшҡыуарҙарҙың тырышлығы һоҡландырмай ҡалмай. Улар халыҡтың ихтыяжын өйрәнә, кәрәкле тауарҙы етештереп, урындағы халыҡтың тормошон еңеләйтә. Конкуренция ла көслө генә, тимәк, сифатлы продукция етештереү алғы планда тора. Бына шундай эшҡыуарҙар үҙҙәре йәшәгән төбәктең йөҙөн дә, кимәлен дә билдәләй. "Бәхетле" тип аталған итле ярымфабрикаттар әҙерләү цехы Хәйбулла районында яҡшы билдәле. Юғары сифатлы, тәмле ризыҡтарҙы ситтән дә килеп һатып алалар. Уның хужабикәһе Нәзирә КӘРИМОВА уңыштары менән һөйөндөрә. Егәрле, тәүәккәл ханым Өфөлә үткән Lady007 бизнес-акселераторында беренсе урынды яуланы, районда "Икмәк, торт һәм бәлештәр" фестивалендә "Иң матур байрам торты" номинацияһында шулай уҡ беренсе урынды алды. Бына шулай төрлө күргәҙмә, фестивалдәрҙә ҡатнашып, Нәзирә Мостафа ҡыҙ үҙ бренды менән алдынғылар рәтендә йөрөй. Әңгәмәбеҙ - уның менән.

"Бәхетле" ярымфабрикаттар цехының асылыу тарихы тиҫтә йылдарға барып тоташмаһа ла, тап ошо өлкәлә һеҙ - районда киң билдәле эшҡыуарҙарҙың береһе. Үҙеңдең эшеңде асыу тәүәкәллек талап итә бит. Ә һеҙҙең эшҡыуарлыҡҡа килгән юлығыҙ ниндәй булды?

- Мин үҙемдең тыуған ауылым Аҡъярҙа йәшәйем. Шул да үҙемде ышаныслы тойорға ярҙам иткәндер. Аҡъяр ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе - Юлдашбайҙың вариҫтары беҙ. Атайым ғүмере буйы "Фрунзе" колхозында водитель булып эшләне. Әсәйем уҡытыусы ине. Мин үҙем дә тәүге һөнәрем буйына уҡытыусы, математика-информатиканан уҡыттым. Хеҙмәт эшмәкәрлегемде иһә үҙем уҡыған 1-се мәктәптә башланым, тәрбиә эштәре буйынса мөдир булып та эшләнем. Кейәүгә сыҡтым, ә инде декрет отпускыһынан һуң, нишләптер, кире мәктәпкә барыу теләге тыуманы. Ул ваҡытта математика уҡытыусылары ла күп ине, ярты ставкаға ғына йөрөгөм килмәне...
Өйҙә тик кенә ултырып булмай бит, шул саҡтарҙа заказдар ҡабул итеп, бәлештәр бешерергә тотондом. Унан инде биләш, чебуреки, ваҡ бәлеш ҡамыр аҙыҡтарын бешереп, магазиндарға тапшыра башланым. Шуны ла әйтергә кәрәктер, мин үҙем электән бешеренергә яратам. Ҡартәсәйем беҙҙең менән йәшәне, ә ул бәлеш-маҙар бешерергә бик оҫта ине. Икмәкте гел мейестә генә һала торғайны. Һәр ваҡыт: "Ҡыҙым, әйҙә, эшләш әле", - тип үҙенең эргәһенә саҡыра, мин ҡуша йөрөп ярҙамлашам. Шул бала саҡта уҡ күп нәмәне отоп алдым. Әсәйем дә бешеренергә оҫта булды. Унан да байтаҡ нәмәгә өйрәндем.
Үҙаллы эш башлағанда былар бөтәһе лә ярҙам итте, әкренләп эш күләме лә артып китте. Ошо хәл мине үҙемдең предприятиемды асырға этәрҙе. Судсидия алырға район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәйнем, улар ихлас ярҙам ҡулы һуҙҙы. Унан инде ҡорамалдар - мейес, ҡамыр баҫыу ҡулайламаһы, һыуытҡыс һымаҡ кәрәк-яраҡты алдым да, үҙаллы эш башланым. Заказдарым ныҡ күбәйеп китте. Ошо ярайһы уңышлы башланған эш артабан ярымфабрикаттар әҙерләү цехын асырға тигән теләкте нығытты. Ысынлап та, магазиндарҙа өйҙәге һымаҡ тәмле ризыҡ юҡ, минең дә өйҙә бешеренергә ваҡыт етмәй башланы. Ни өсөн тигәндә, өйөбөҙҙә өс ир-егет, уларға тәмле-тәмле нәмәләр ашатырға кәрәк, бөтәһе лә итле ризыҡ ярата. "Эх, һатып алып, өйҙәге һымаҡ тәмле генә тамаҡ әҙерләргә ине", - тип уйлай инем. Идея минең башҡа килгән, тимәк, үҙем атҡарырға тейешмен, тинем. Шунан тулыһынса ярымфабрикатҡа күстем.

Бына хәҙер һеҙҙең ғаилә менән танышырға ваҡыт етте. Уларҙың ярҙамын тояһығыҙмы?

- Ирем "Башмедь"та эшләй. Ике улыбыҙ ҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамланы. Өлкән улым Тимур гимназияла уҡығанда инглиз телен ныҡлап үҙләштерҙе. Башта БДУ-ла экономист-программислыҡҡа уҡыны, ә корея телен үҙаллы өйрәнде. Магистратураға Ҡаҙан федераль Волга буйы университына барҙы. Студенттар алмашыу программаһына эләгеп, артабан Кореяға китте. Сеулда уҡыны. Уҡып бөткәс, Вьетнамаға эшкә сығып китте. Хәҙер вьетнам телен өйрәнә. Кинйә улыбыҙ Илнар былтыр гимназияны тамамлағас, Өфө нефть университетына уҡырға инде. Барыһы ла миңә ярҙам итәләр. Башта ирем, булдыра алырһыңмы икән, тип аптырабыраҡ та ҡалғайны. Мин эш башлап ебәргәс, ул да ҡушылды. Буш ваҡытында ярҙам итергә генә тора. Ауыр әйберҙәрҙе лә күтәрергә тура килә бит. Каникул ваҡытында бәләкәй улыбыҙ ярҙам итә, былтыр "Үҙем эшләйем", тип йәй буйы һатыуҙа ултырҙы. "Аҡса эшлә" тип, уға тейешле хаҡын да түләнем. "Каникулға ҡайтһам, быйыл да эшләйем", тип тора. Вьетнамдағы улыбыҙ компьютер дизайны менән шөғөлләнә, вывеска, банер, йә иһә проекттар яҙғанда, ул ярҙам итә

"Бәхетле" ярымфабрикаттар цехы бөгөн бик күп төрлө продукция әҙерләй. Ниндәй ауырлыҡтарҙы йырып сығырға тура килде?

- Мин хәҙер ярҙамсылар менән эшләйем. Продукцияны һатыр өсөн ике магазиным бар. Үҙем эш башлағанда ярҙам иткән "Олимп" менән дә араны өҙгәнем юҡ, унда ла беҙҙең продукция һатыла. Итте үҙебеҙҙең Хәйбулла районындағы фермерҙарҙан һатып алам. "Хәләл ризыҡ" тигән сертификат алырға маҡсатым бар. Был йәһәттән ҡыйынлыҡ юҡ түгел, ни өсөн тигәндә, иң башта мал һуйыу цехы шундай сертификат алырға тейеш. Беҙҙә ике мал һуйыу цехы эшләй, тик уларҙың әлегә ундай сертификаттары юҡ. Бер фермер менән һөйләшкәнбеҙ. Ул сертификат алыу менән хәләл ризыҡтар әҙерләргә тотонабыҙ. Бөгөнгө көндә беҙ утыҙ төр продукция етештерәбеҙ. Билмән, мантый, тефтели, фрикаделька һымаҡ традицион ризыҡтарҙан тыш, үҙебеҙ уйлап сығарған "Байрам" тигән асыҡ мантыйыбыҙ бар. Итенә йәшелсә - помидор, болгар боросо, кишер, һуған ҡушабыҙ. Шундай һутлы, тәмле килеп сыға, тик байрам табынына ҡуйырға була. Ашҡабаҡ ҡушылған мантыйҙы бик яраталар. Халыҡ теләп-көтөп ала. Ашап ҡарап: "Ыста, нишләп элегерәк беҙ өйҙә эшләп ҡараманыҡ икән?"- тип аптырайҙар, өйрәнеп, үҙҙәре лә бешерә башлайҙар.
Тәүҙә эш башлағанда ҡыйынлыҡтар булды инде. Бәләкәй бизнесты үҫтерер өсөн кредит алырға тура килде. Ҡорамал һатып алам, тиһәң, ҙур аҡса кәрәк. Бөтөн талаптарға тура килгән технологик карта кәрәк. Бик тәжрибәле ашнаҡсы таптым, ул ярҙам итте. Экологик таҙа, тәбиғи ризыҡ тәмле лә, туҡлылыҡлы ла булһын өсөн күпме дегустациялар үткәрҙек. Был - бер, икенсенән, мин әле лә үҙемдең эшемде күрһәтә беләм, тип әйтә алмайым. Хәҙер йәштәр бит бик йылдам һәм зиһенле, улар һәр аҙымын төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һала, рекламалай... Был йәһәттән миңә лә әүҙемлек кәрәк.
Хәҙер үҙемдең алдыма "Башҡортостан продукты" тигән тауар билдәһе алырға тигән бурысты ҡуйғанмын. Ул артабан танылыуға ярҙам итәсәк һәм продукциябыҙҙы Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә һатырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ бит Ырымбур өлкәһе менән сиктәшбеҙ. Был ғына ла аҙ, беҙ Ҡаҙағстанға барып етергә тейешбеҙ, шулай тип уйлайым.

...сәйәхәттәрҙә ял ит!

"Матурлыҡ яныбыҙҙа ғына, уны күрә белергә генә кәрәк", ти "География" турофисы директоры Рәсимә Ниғмәтуллина. Күп ер-һыу күргән ханым был һүҙҙәрҙе юҡҡа ғына әйтмәй, сөнки донъяның матурлығын таныу тыуған ерҙән башлана. Туристик офистың етәксеһе сәйәхәт итергә ярата, ошондай сәфәрҙәргә милләттәштәрен дә саҡыра икән, ғәжәпләнерлек сәбәп юҡ һымаҡ. Донъяға бағып, беҙ үҙебеҙҙе лә таныйбыҙ, йәшәү мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнәбеҙ. Рәсимәнең маҡсаты изге - ул башҡа халыҡтарға туған Башҡортостанының гүзәллеген күрһәтә, бай тарихы менән таныштыра, милләттәштәрен ошо ғәзиз ватаныбыҙ менән ғорурланып йәшәргә саҡыра. Үҙенең хеҙмәт мәктәбе тураһында үҙе һөйләһен әле:

Рәсимә, һеҙ һөнәрегеҙ буйынса уҡытыусы, берҙән-бер көндө мәктәпте алмаштырып, бөтөнләй икенсе йүнәлештә эш башлап ебәрәһегеҙ. Бының етди сәбәптәре лә булғандыр. Шулай ҙа кешене үҙ юлын эҙләргә, икенсе һөнәр һайларға нимә мәжбүр итә? Шул үткән юлды белге килә.

- Эйе, пединститутты тамамлағас, мин ун һигеҙ йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Кем белә, бәлки, шулай дауам итер ҙә ине, ләкин мин ҡапыл ғына ауырып киттем. Ныҡ ауырыным. Һауығыр өсөн ял йорттарына, санаторийҙарға йөрөй башланым. Уҡытыусы булып эшләгән саҡта бөтөн донъям мәктәп менән өй араһы ғына ине бит. Ләкин һаулығым насарланғанын белгәс, тормошомдо үҙгәртергә тура килер, тигән уй баштан сыҡманы. Сит илдәргә йөрөй башлағас: "Әһә, бөтөнләй икенсе донъя бар икән!" - тип хайран ҡалдым. Бына шул саҡта инде икенсе һулышым асылғандай булды. Шул саҡта туризмға бәйле эш эҙләп, "һары" гәзиттәрҙән иғландар уҡып ултыра торғайным.

Үҙеңдең эште асып ебәреү өсөн, бөтәһенән элек, тәүәккәллек кәрәктер. "География" тигән исем ҡайҙан алынды?

- Эш башлап ебәргән саҡта, бәлки, уның ни тиклем етди икәнен аңлап та бөтмәгәнбеҙҙер. Шул белмәгәнлектән дә барып ингәнмендер туризмға. Ни өсөн офистың исеме "География"? Был һорауҙы йыш ҡына бирәләр. Беҙ бит бөтә донъяны өйрәнәбеҙ, шуға исеме есеменә тура килһен, тип тырыштыҡ. Әйткәнемсә, эшемде асҡанға тиклем сит илдәргә йөрөй инем һәм, ҡайҙа барһам да, һәр саҡ яҡшы тәьҫораттар менән генә әйләнеп ҡайттым. Мин хәҙер автор турҙарын бик теләп ойошторам. Иң яратҡан автор турым - Истамбул, икенсеһе - Сочи, өсөнсөһө, әлбиттә, үҙебеҙҙең Башҡортостан. Туристарҙы республиканың иң матур урындары буйлап йөрөтәбеҙ. Үҙем өсөн менеджерҙар уҡытып алам, хәҙер командам ҙурайҙы. Элек нисек ине: ял етһә, кеше өйөндә ҡала, йорт эшен эшләй - ҡатын-ҡыҙ йыуа-йыйыштыра, ире - телевизор алдында. Заман бит үҙгәрә, хәҙер кешеләр һаулыҡ нығытыу тураһында уйлана. Ваҡытлыса булһа ла ул ҡайһы бер мәшәҡәттәрҙән арынырға теләй. Тәбиғәт - иң ҙур табип. Урман һауаһын һулаймы, һыу инеп сығамы - былар барыһы ла кешегә бөткөһөҙ энергия бирә. Хатта скандинав аҙымдары менән йөрөп ҡайтыу ҙа сәләмәтлек өсөн файҙалы.
Туристар ағымы яҡшы, Аллаға шөкөр. Айырыуса пандемия үткәндән һуң сәфәр ҡылырға теләгәндәр күбәйҙе. Сит илдәргә генә түгел, Башҡортостан буйлап йөрөргә теләүселәр ҙә бихисап. Бигерәк тә изге һаналған урындарға, Нарыҫтау, әүлиә шишмәләренә халыҡ күпләп йөрөй. Милли туроператор компанияһы менән яҡшы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларҙың ике ҡатлы автобусы менән турҙар ойошторабыҙ. "Өфө манаралары" тигән программа йыл буйы эшләй. Донъяны һыу баҫа, ҡайҙалыр ығы-зығылар ҡупҡан, ауырлыҡтар бар, тип аптырап ултырырға ярамай. Иҫтән сығармайыҡ, "Ял итеү мәҙәниәте" тигән төшөнсә бар. Бөгөнгө тиҙләнеш заманында ул бик мөһим.

Бөгөнгө йәштәргә нимә әйтер инегеҙ?

- Иң элек, үҙебеҙҙең тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә иғтибар бирһендәр. Башҡортостандың ҡәҙерен белеү уның матур урындарын барып күреүҙә, танышыуҙа сағыла. Һәм, әлбиттә, сит илдәргә лә йөрөргә кәрәк. Элек, беҙ йәш саҡта: "Һиндостанға барған кешенең өсөнсө күҙе асыла", ти торғандар ине. Ә мин: "Сит илгә барып йөрөп-танышып ҡайтҡандарҙың өсөнсө күҙе генә түгел, өсөнсө ҡолағы асыла", - тием. Икенсе мәҙәниәт менән танышыу күңелдә ҡабатланмаҫ тәьҫораттар уята, ундағы халыҡтың йәшәү рәүеше, гастрономияһы менән танышыу бик ҡыҙыҡ бит ул. Кешеләр менән күберәк аралашҡан һайын, тел дә шымара, быны мин үҙемдән сығып әйтәм. Бер нисә эште параллель алып барыу юлдары асыла. Үҙеңдең көсөң дә арта. Күберәк күргән һайын үҙеңде һәм туған халҡыңды яҡшыраҡ аңлайһың. Шуға ла йәштәргә, ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа, ҡурҡмағыҙ, теләк, тырышлыҡ булғанда, бөтөн эште лә алып барып була, тип әйткем килә.
Шатлыҡ, бәхет сере бик ябай ғына - ҡаҙаҡланып ҡалмаҫҡа, һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға кәрәк. Хатта кәйеф булмаған саҡта ла, тип өҫтәйем әле. Ҡырға сыҡһағыҙ - йылға буйындамы, усаҡ эргәһендәме, тау башындамы - һеҙ ҡайҙан да яңы көс-ҡеүәт, энергия алып, сәләмәтләнеп, рухланып ҡайтасаҡһығыҙ. Тимәк, иртәгәһе көнөгөҙгә ышаныслыраҡ аяҡ баҫасаҡһығыҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.25 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru