
Һуғыш тураһында кем яҙа? Әлбиттә, яҙыусылар! Элек тә, хәҙер ҙә! Һуғыш темаһына тотонорға нимә мәжбүр итте һеҙҙе, тип бөгөнгө заман яҙыусыларына мөрәжәғәт иттек.
Мөнир ҠУНАФИН, яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты: Тәүге яҙған хикәйәм һуғыш тураһында ине. 1985 йылда Еңеүҙең 40 йыллығына арнап, ул саҡтағы "Башҡортостан пионеры" гәзитендә баҫылды ул. 14 йәшемдә лә был тема миңә бик яҡын һәм мөһим булған. Ике малай, ауылдарын немецтар килеп баҫҡас, улар араһында йөрөп, дошмандарҙың серле документтарын урлап, партизандарға алып барып тапшыра.
Йөкмәткеһе яҡынса шулайыраҡ ине. А. Фадеев ("Молодая гвардия"), В. Катаев ("Сын полка") Б. Полевой ("Повесть о настоящем человеке"), Ә. Бикчәнтәев ("Нисә йәш һиңә, комиссар?", "Бөркөт һауала үлә"), Д. Исламов ("Мәскәү юлы") һ.б. яҙыусыларҙың китабын уҡып, тәьҫирләндек. "Герой-пионерҙар" китабын беҙ ун-егерме тапҡыр уҡыйбыҙ, мендәр аҫтына һалып йоҡлайбыҙ. Уларҙың ҡыйыулығы беҙгә лә күсеүен теләйбеҙ. Ә инде һуғыш тураһында кино булғанын белһәк, бар эштәрҙе ташлап, ҡайҙан да биш йә ун тин аҡса йүнләп, клубҡа йүгерәбеҙ. Китаптағы йә фильмдағы герой менән көндәр, аҙналар буйы бергә йәшәйһең, улар менән атакаға бараһың, батырлыҡтар ҡылаһың, немецтарҙы әсиргә алаһың әле, һуңынан уныһы бер урам малайҙары менән ике яҡлы уйындарға инеп китә. Тик береһенең дә нимес булғыһы килмәй, барыһы ла совет иле батыры... Аптырамайбыҙ, ҡылыс, автоматтар эшләп алып, "нимес-кесерткәндәр"ҙе ҡырабыҙ, йыуан фашист-түмәрҙәрҙе ярабыҙ, ҡайсаҡ Гитлер ялсылары - һарыҡ-кәзәләрҙе таш-гранаталар менән "дөмбәҫләйбеҙ"... Иң көслөһө, иң батыры - беҙ! Ни өсөн - сөнки беҙ Еңеүсе халыҡтың балалары, беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ Герой! Тимәк, беҙҙең тәндә лә, йәндә лә ҡаһармандар ҡаны аға. Беҙҙе бер кем дә еңә алмай! Иң көслө ил беҙҙеке! Беҙ шуға ышанып, инанып үҫтек. Һәм... бер нәмәгә үкендек, ниңә алдараҡ тыумағанбыҙ икән, күрһәтер инек ул дошманға күрмәгәнен, их, фашистар дөмөктөрөлдө, хәҙер бер ҡасан да һуғыш булмаясаҡ, беҙ ҙә ысын герой булыр инек, ивет, тип бойоғоп ултырған булдыҡ, уйнап туйып арығас. Олатай-өләсәйҙәрҙең арҡанан һөйөп, баштан һыйпап, һеҙ һуғыш күрмәй үҫегеҙ, тыныс ҡына булһын был донъялар, тигәнен, ҡәҙимге теләк тип, артыҡ әһәмиәт бирмәй генә ҡабул иттек. Ә баҡһаң, тыныслыҡ һәр саҡ кәрәк икән...
Олатайым Сафиулла Ғарифулла улы Ҡунафин Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һуғышҡан. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, "Батырлыҡ өсөн" һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Шул үҫмер сағымда олатайымдан "һуғышты һөйләтергә" ярата торғайным.
- Кисен украин ауылын алғайныҡ, - тип һөйләне ул бер саҡ. - Иртән яңынан немец килеп баҫты. Командир кисекмәҫтән китергә бойорҙо. Ғәжәп, өйҙән сығып китешләй, үҙем дә һиҙмәҫтән, соланда һөйәүле торған балтаны эләктергәнмен. Крәҫтиән ғәҙәте инде. Күптәребеҙ картуф баҡсаһы аша йүгерҙе. Ян-яҡта немец снарядтары ярыла, баш остарыбыҙҙан пулялар һыҙғыра башланы. Ышыҡланырға маташып, һарай эргәһендәге бер ҡаралты эсенә йомолдом. Ярыҡтан тирә-йүнде күҙәтәм. Бер аҙ атыу тауыштары тынғас, сығып йүгерәйем тигәндә генә ни күрәм: ҡаралтыға әзмәүерҙәй бер немец килә. Ни булһа ла булыр, тинем дә, балтаны ҡыҫҡан килеш тын ҡалдым. Мылтыҡтан атып тауыш сығарғы килмәне. Фашистың ишекте асып ебәреүе булды, тегенең маңлайына бөтә көсөмә балта менән һелтәндем. Тауыш та сығара алмайса, "гөрҫ" итеп ауып китте. Үҙем йәнтәслим баҡса артына ҡарай ташландым…
Олатайым тыныс ҡына һөйләне был ваҡиғаны. Тулҡынланманы, шаштырманы, сәбәләнмәне. Балта күтәрелмәһә, беҙ, һинең балаларың, был фани донъяға тыумаҫ инек тә, ҡәҙерле лә, ғәзиз дә олатайым...
Бөйөк Ватан һуғышының эсендә ҡайнаған яугирҙар менән мин һәр саҡ осрашырға, уларҙың һөйләгәндәрен тыңларға яраттым, берәй хикәйәгә орлоҡ төшмәҫме, тип өмөтләндем. Ҡайһы бер эпизодтар әҫәрҙәремә ингеләп тә китте. Бик күп ветерандар хаҡында, афған, чечен утын үткәндәр тураһында ла яҙылды. Тик бер ҡасан да, үҙем яу яланында булырмын, беҙҙең быуынға ла һуғыш ялҡыны эләгер, йәндәрҙе көйҙөрөр, ҡорбандар килтерер, тип һис кенә уйланғаным булманы бит...
Ике тапҡыр Махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайттым. Әҫәрҙәр, юлъяҙмалар яҙылды, китаптар баҫылды. Ҡыҙғанысҡа, һуғыш мине лә ҡыуҙырып етте, миңә лә әсе яҙмыштарҙы күрергә, улар хаҡында тыңларға, һыҙланырға, снарядтар шартлауын, пулялар һыҙғырыуын ишетергә, баш осонда ғына квадрокоптерҙарҙың осоп йөрөгәнен күреп, ҡот осҡос тойғолар кисерергә тура килде. Хәтәр "уйын" икән ул һуғыш, кесерткәндәрҙе сабып ауҙарған ишеләй генә лә түгел - кеше ғүмерҙәре ҡыйыла... Ләкин был тарих, аяныслы, ҡанлы, киләсәк хаҡына данлы тарих. Ил яраһы яҙыусы йөрәге аша үткәндә, әҙип булараҡ, был теманан ситтә ҡала алманым. Яҙыуы еңел түгел, тик кәрәк. Киләсәк өсөн кәрәк. Үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙмаһаҡ, башҡаларҙың мәғәнәһеҙ ҡулдары алдаҡ тарих тыуҙырасаҡ.
Кемдеңдер һөйләүенән, кисерештәренән генә сығып ижад ителгән әҫәр-картиналар ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәҫкә мөмкин. Башҡорт үҙ күҙе менән күрмәһә, ышанмай, тигәндәй, нисек тә һалдаттарҙың окоп тормошон күреп, уларҙың күҙҙәренә тура ҡарап, улар менән бер һыныҡ икмәкте уртаға бүлешеп, дары еҫен еҫкәп, һуғыш яланына баҫып, еңеүсе ата-бабаларымдың рухын тойоп ижад иткем, ҡасандыр Илья Эренбург, Константин Симоновтар беҙҙең башҡорт дивизияһында булып, яугирҙарыбыҙҙың ысын батырлығын һүрәтләгән кеүек, минең дә браттарымды данлағым килде!
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры: Мин фронтовик ҡыҙы. Атайым Фәтих Далха улы үҙен ике йәшкә өлкәнәйтеп яҙҙырып, һуғышҡа китә, күкрәгенә орден-миҙалдар тағып, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Беҙҙең бәхеткә, тип өҫтәйем әле ошо урында. Атайымдың бер туған ағаһы Сәлих олатай Сталинград өсөн барған һуғышта һәләк була. Һәр хәлдә, атайымдың үҙе үткән яу юлы тураһында һөйләгәне булманы. Ғәҙәттә, фронтовиктар ул йылдар тураһында бик асылып та бармайҙар ине. Май айында Бөйөк Еңеү алдынан йыл һайын ҡотлар өсөн уларҙы район үҙәгенә йыйып алырҙар ине. Иҫтәлеккә фотоға ла төшөрәләр. Ветерандарҙың күмәк төшкән фотоһын ҡарап ултырыу беҙгә - балаларға ла - ҡыҙыҡ була торғайны. Элекке яугирҙарҙың осрашып тороуҙары, ошондай май ҡотлауҙары һәр ваҡыт булыр һымаҡ тойола ине. Бала саҡта бит мәңгелек төшөнсәһе менән генә эш итәһең. Ләкин уларҙың сафтары йылдан-йыл һирәгәйә барҙы. Һәр фотола мин уларҙың кәмей барыуына иғтибар иттем... Хәҙер беҙҙең тотош Хәйбулла районда бер генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған тип ишеттем. Бына шулай, беҙ тере һуғыш ветерандарын күргән быуын һәм был яҙмышыбыҙҙың иҫтәлекле бер дәүере.
Шуны ла әйтергә кәрәк, "Еңеү, тыныслыҡ, имен тормош" тигән һүҙҙәр беҙҙе бала саҡтан солғаны. Атайым хәрби темаға арналған китаптарҙы ҡайҙа барһа ла һатып ала торғайны. Маршалдар, генералдар тураһындағы мәғлүмәтлелегенә һоҡлана инем. Тап шул йәһәттән ул энциклопедик һәләткә эйә булды. Хәрби тематика буйынса ауылда иң бай китапхана беҙҙә булғандыр. Атайым һәр саҡ Үҙәк радионан сәйәси хәлдәрҙе тыңлап барҙы, шул йүнәлештәге журналдарҙы алдырҙы. Әсәйем, һуғыш осоро балаһы булараҡ, үҙе күргән-кисергәндәрҙе йыш иҫләр булды. Ул Ишембай районының Аҙнай ауылы ҡыҙы. Әсәйемдең атаһы Мырҙахан шулай уҡ һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай. Сәмиға өләсәйем уны ғүмер буйы көтөп йәшәй. Осрашыу иһә төштә генә насип була... Аҙаҡ әсәйемдең, өләсәйемдең тормошонан алынған бер ваҡиғанан "Еләк беште" тигән хикәйә лә яҙҙым. Бары геройҙарҙың исемдәре генә үҙгәртелде. Әсәйем хикәйәне уҡығас, "Исемдәрҙе үҙгәртмәҫкә кәрәк ине. Булған хәл бит ул", тине. "Еләк беште" рус телендә лә бер нисә тапҡыр сыҡты.
Эйе, тәүге хикәйәләремдең береһе - "Атай икмәге" һуғыш йылдарына арналған. Беҙ бәләкәй саҡтан һуғыш тематикаһына арналған әҙәбиәтте уҡып үҫтек, фильмдар ҙа башлыса шул турала ине. Эргә-тирәбеҙҙә шул йылдарҙы хәтерләгән, ауырлыҡтарын кисергән кешеләр ҙә байтаҡ ине. "Атай икмәге" хикәйәһе тормоштан алынғанмы?" тип йыш ҡына һорау бирәләр. Тормошсан булғаны өсөн ул шулай ғүмерлелер. Иң мөһиме, уны бит балалар бик яратып уҡый. Инде ниндәй генә мәктәп уҡыусылары уны сәхнәләштермәне икән? Мин йәш быуындың геройҙарымды - ике малай яҙмышын ҡабул итеүҙәренә, уларҙы аңлауҙарына ҡыуанам. "Икмәк изге нәмә" тип нотоҡ уҡып ҡына уның изгелеген аңлатып булмай. Ә бына хикәйә аша балалар быны үҙҙәре аңлай башлай. Икенсе яҡтан, "туғанлыҡ" тигән төшөнсәгә лә мөнәсәбәт үҙгәрә. Бер ир баланың: "Үҙемдең ҡустымды ҡыйырһытҡан сағым булды. Хәҙер улай эшләмәм. Уға ағай булып, ярҙам итергә генә тырышырмын", - тигәнен нисек онотмаҡ кәрәк?
Эйе, ауыр һуғыш йылдары кешелек сифаттарын һынаны. Берҙәмлектә көс булғанда ғына ҡыйынлыҡтарҙы еңеп була. Мин иһә әҙәбиәттә шул осор балаларына хикәйә аша үҙенсәлекле һәйкәл ҡуя алыуым менән бәхетлемен.
Былтыр профессиональ яҙыусылар араһында патриотик әҫәрҙәр ижад итеү буйынса "Заман ауазы" ("Голос эпохи") конкурсында бәләкәй проза номинацияһында урын алған "Еңеү ҡанаттары" тигән хикәйәләр йыйынтығым да тотошлайы менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған.
Һүҙ сәнғәтенең тәьҫир итеү көсө бар, халыҡтың рухы һүнмәгән. Илдә, донъяла тыныслыҡ, имен тормош өсөн беҙҙең һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерә ала, тигән ышаныс та уяна. Һәр хәлдә, яҡшылыҡҡа саҡырыу - беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан меңәр йылдар аша килеп еткән изге аманат ул. Беҙ ошо аманатҡа тоғро булырға тейешбеҙ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, журналист, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры: Һуғыш темаһына мин килмәнем, ул тыуғандан алып минең йөрәгемдә йәшәй, сөнки атайым Сәлимйән Ноғман улы илебеҙҙе дошмандан һаҡлап, фронтта алышҡан, ҡаты яраланып, госпиталдә ятҡанда өс ҡалын дәфтәр шиғырҙарын ҡалдырып, аҙаҡ һуғыш яраларынан сирләп, 28 йәшендә генә яҡты донъянан киткән. Миңә ул саҡта ни бары йәш ярым, апайыма дүрт йәш кенә була. Уйлап ҡараһаң, атайым беҙгә ғүмер бирер өсөн генә ҡайтҡан, гүйә...
Һуғыш арҡаһында беҙ атайһыҙ үҫтек, ләкин 13 йәшенән генә колхоз эшендә эшләп, 15 йәшендә тракторға ултырған әсәйебеҙ Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙы беҙҙе етем итмәне, уның ҡарауы, тылдағы ауыр эштән сирләп, ике тиҫтә йылдан ашыу атлап йөрөүҙән мәхрүм булып, түшәктә ятты. Былар бөтәһе лә кескәйҙән мине уйландырҙы, йөрәгемә инеп ултырҙы. Һуғыш афәтенең фажиғәле эҙемтәһен үҙ яҙмышымда татырға тура килде, шуға ла бөгөнгө быуындар, айырыуса йәштәр, үҫмерҙәр тыныслыҡ, бәхетле баласаҡ һәм икмәк ҡәҙерен белеп үҫһендәр һәм баһалай алһындар ине, тигән теләк оҙатып йөрөнө мине ғүмер буйы. Һуғыш ветерандары менән бергә тыл ауырлығын иңдәрендә күтәргән ҡатын-ҡыҙ, ул саҡтағы үҫмерҙәр ҙә өлкәнәйҙе, уларҙың сафтары кәмегәндән-кәмей башланы. Ә бит тап улар Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары, илебеҙ тарихының ижадсылары. Улар китеп бөтһә, үҙҙәре менән ошо тарих биттәрен, уның мөһим, ғибрәтле һабаҡтарын мәңгелеккә үҙҙәре менән алып китәсәк!
Әмәлгә ҡалғандай, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан ҡулыма белорус яҙыусыһы Светлана Алексиевичтың фашистар һөжүмен иң беренсе булып ҡабул иткән Беларус ере ҡатын-ҡыҙҙары һәм балаларының һуғыш иҫтәлектәренән торған ике китабы ҡулыма килеп эләкте. Күрәһең, яҙмыш мине үҙе ошо темаға торған һайын яҡыныраҡ этәрҙе. Шуға күрә мин дә "Йәншишмә" гәзитендәге төп эшемдән тыш, үҙебеҙҙең тыл ветерандары менән осрашып, уларҙың хәтирәләрен яҙып ала башланым. Тора-бара ошо иҫтәлектәргә Башҡортостандың утыҙҙан ашыу район-ҡалаларынан, ауылдарҙан, хатта сит төбәктәрҙә йәшәүсе тыл ветерандары хәтирәләре лә өҫтәлде. Был хәтирәләрҙең гәзиттә баҫылған өҙөктәрен уҡып, ошо турала радио тапшырыуҙарын ишетеп, тыл ветерандары үҙҙәре мине эҙләп килә, хаттар ебәрә башланы. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергән тыл әһәмиәте хаҡындағы тарихи-документаль хеҙмәттәр, ғәҙәттә, рәсми тел менән яҙыла, мәғлүмәт һәм һандар теҙеп бирелә. Унда, ҡыҙғанысҡа, Еңеү өсөн барыһын да эшләгән, аслығын да, яланғаслығын да, күп үлемдәрҙе лә күргән, ләкин түҙгән, "Бөтәһе лә фронт өсөн!" тип көнө-төнө эшләгән айырым кешеләрҙең ул саҡ нисек йәшәүе, фиҙаҡәр хеҙмәттәре хаҡында шәхси иҫтәлектәре тыңлаусы йә уҡыусы аңына бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫир итә: илата ла улар, уйлата ла... Уларҙа күпме күҙ йәше, һыҙланыу, йөрәк әрнеүҙәре, ҡайғы-хәсрәт, ғаилә фажиғәләре. Тыл ветерандары хәтирәләренән тотош һуғыш йылъяҙмаһын күҙ алдына килтерәһең.
Шулай итеп, 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының "Һуғыш балалары - тарих яралары" тигән тәүге йыйынтығым баҫылып сыҡты. Уҡыусылар был китапты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте, был мөһим, кәрәкле эште дауам итеүемде һоранылар, хаттар яуҙырҙылар. Һөҙөмтәлә 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына "Һуғыш яралаған бала саҡ" тигән икенсе китабым донъя күрҙе.
Һуғыш темаһы күңелемдән китмәне. Оло кешеләр менән күберәк аралашҡан һайын, төрлө төбәктәрҙә тыл хеҙмәтсәндәренең төрлө фиҙаҡәрлек өлгөләре, ҡаһарманлыҡ ғәмәлдәре мәғлүм булды, улар хаҡында ла башҡалар белергә тейештер, тип уйланым. Былар бит совет тәрбиәһе алған кешеләрҙең тиңһеҙ илһөйәрлек өлгөһө, тарихыбыҙ хазинаһы. Улар башҡа китаптарҙа, мәктәп дәреслектәрендә юҡ. Бөгөнгө тормошобоҙҙоң, тыныслыҡтың ҡәҙерен белер өсөн беҙ уларҙы яҙып ҡалдырырға тейешбеҙ. Ана шул балаларҙың иҫтәлектәренән "Һуғыш балалары һөйләй" тигән өсөнсө китабым Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды һәм 2020 йылда баҫылып сыҡты.
Тормош ағышын туҡтатып булмай, ветерандарыбыҙ ҙа бик әҙ ҡалды. Рәсәй оборона министры Андрей Белоусов яңыраҡ уларҙың һанын атаны: "Бөгөн Рәсәйҙә ни бары 7 меңләп фронтовик ҡалды. Уларҙы беҙ айырым хәстәрлек менән солғап алайыҡ, берәүһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаһын", - тине ул. Ләкин бит тыл ветерандарының да иҫәндәре бөгөн йөҙйәшәр йәштә. Быйыл сыҡҡан "Беҙ һуғыш балалары" тип исемләнгән дүртенсе китабымды Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланым һәм унда зиһендәре теүәл, теремек 105, 107 йәшлек инәйҙәр, уларҙан тыш һуғыш йылдарында кескәй балалар булһалар ҙа, тыл ауырлыҡтарын, һуғыш афәтен бик иртә төшөнгән һуғыш балалары үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
...Бөгөн дә донъялар тыныс түгел, фашизм баш ҡалҡыта. Уларға ҡаршы алып барылған Махсус хәрби операция яугирҙарына бөгөн дә тыл ярҙамы ҙур. 2023 йылда сыҡҡан "Китә ирҙәр Донбасҡа, илде утҡа һалмаҫҡа" тигән шиғырҙар һәм поэмам йыйынтығын илебеҙ азатлығын яҡлап көрәшеүсе батыр яугирҙарыбыҙға арнаным. Әлбиттә, һуғыш темаһына яҙыу ауыр һәм йөрәккә төшә торған ижад ғазабы ул. Ләкин яҙыусы был теманан ситләшергә тейеш түгел, ул тема үҙе йөрәкте ярып килеп инә - был хаҡта һөйләмәй, яҙмай, донъяла нисек йәшәмәк кәрәк! Үткәндәрен онотҡандың киләсәге юҡ, тип халыҡ бик хаҡ әйтә бит.
Рәсүл БАЙГИЛДИН, "Миҙалһыҙ һалдат" повесы авторы: Бөйөк Ватан һуғышында Йылайыр районы Матрай ауылынан Байгилдиндар араһынан минең дүрт олатайым ҡатнаша. Тик берәүһенә, Илһам олатайыма ғына, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙа. Ә әсәйем яғынан ҡартатайым, Йылайыр районы Юлдыбай ауылынын Хисмәт Моталлапов, һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем фронтта була.
Интернетта "Мемориал" (www.obd-memorial.ru), "Памят народа" (www.pamyat-naroda.ru) кеүек дөйөмләштерелгән архив материалдары банкы сайттары килеп сыҡҡас, туғандарым тураһында документтар эҙләй башланым.
Нуриәхмәт олатайым, атайымдың бер туған ағаһы, 1925 йылда донъяға килгән. Һуғышҡа 1943 йылда алына, пулеметсы була. Украинаның Сумы өлкәһе Конотопск районы үҙәге өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа 1943 йылдың 9 сентябрендә һәләк була. Атап үтелгән райондың Шевченко утарында ерләнгән.
Илһам олатайым да 1925 йылғы ине. Ул - Зыяетдин олатайымдың улы. Фронтҡа 1943 йылдың февраль айында китә. Танк бригадаһы идара ротаһында радиотелеграфсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм "Хәрби хеҙмәте өсөн" миҙалы менән наградлана. Һуғыштан һуң Мәскәүҙә йәшәй, шунда донъя ҡуя.
"Память народа" сайтынан тик Имаметдин олатайым тураһында ғына бер ни белә алманым. Ул да атайымдың бер туған ағаһы, 1921 йылғы була. 1941 йылдың 26 июлендә яраланыуы тураһында мәғлүмәт табылды. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иң тетрәндергәне Зыяетдин олатайым яҙмышы ине. Байгилдин Зыяетдин Зариф улы 1902 йылда тыуған. Матрай мәктәбенең директоры була. Тәүҙә уҡытыусыларға бронь бирәләр, фронтҡа алмайҙар. Шуға һуғышҡа 1942 йылдың 20 майында ғына китә. Шул уҡ йылдың 7 июлендә Воронеж өлкәһенең Кантимировка ҡасабаһы эргәһендә немецтарға әсир төшә. 1944 йылдың 18 апрелендә Германияла Фореллькруг/ Зенне (хәҙерге Төнъяҡ Рейн-Вестфалия ере, Шлосс-Хольте-Штукенброк ҡалаһы) концентрацион лагерында вафат була. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ҡәбере лә бар: 30-сы рәт, 1984-се ҡәбер. Исемлектә 13210-сы булып теркәлгән. Ошо мәғлүмәттәрҙән тыш, ғаилә хәле, ата-әсәһе, йәшәгән урыны тураһында рус һәм немец телдәрендә яҙылған концлагер формулярын күреү күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Һуғыш еле үҙе килеп ҡағылғандай булды шул мәлдә. "Миҙалһыҙ һалдат" повесына тотоноу өсөн этәргес булды ул. Әҫәрҙең төп геройы Хисмәт ҡартатайым. Ул Зыяетдин олатайым менән һуғыш яланында осраша. Яуға киткән барлыҡ яҡындарымды ла күрһәтер өсөн сюжетты шулай ҡорҙом.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА