«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА - 5
+  - 


* * *

-Ағайҙар, хәлегеҙ нисек? - Был Инсаф - "Мамай". "Геродот" - Ибраһим өнһөҙ генә баш бармағын күрһәткән була. "Бирешмәйбеҙ!" Йәрәхәте яңаҡта булғас, һөйләшеүе ҡыйын. Бәхеткә күрә, үтә тәрән түгел, ахыры, тиҙ төҙәлер. Шулай тип уйлай Азамат, әйтерһең дә, алда ғүмер бар һымаҡ итеп. Кеше күңеле үлемде бер нисек тә ҡабул итә алмай шул. Уйы менән тормошҡа йәбешеп ята, бәлки, уй тупраҡҡа ҡайтҡан тән менән тороп ҡалалыр... Ул арала Инсаф килеп, фляжкаһынан һыу уртлатты. Булыр-булыр ҙа кеше шул тиклем ипле, игелекле булмаҫ. Һуғышта кешенең кемлеге бик тиҙ беленә.
Азамат "Мамай"ҙың полигондан килгән тәүге көндәрен иҫкә төшөрҙө. Яурындары төшөнкө, йөҙө һытыҡ, ләғер генә бәндә. Һөйләшеп тә, кешегә ылығып та бармай. Үтә сабырмы, әллә самаһыҙ йыуашмы? Уға ҡарайһың да, был оҙаҡҡа бармаҫ, алдан уҡ үлергә әҙерләнеп килгән, тигән тойғо ҡала. Ундайҙар тәүге бойҙан һуң уҡ йә үлә, йә яралана, йә һына. Тәүге заданиеға командир уны "Сая" позывнойлы Чечняны үткән тәжрибәле, ҡырыҫ, аҙ һүҙле уҙаман менән ҡуйҙы. Киттеләр. Азамат ниндәйҙер ауыр тойғо менән арттарынан ҡарап ҡалды. Ярай тегендә мажараһыҙ ғына көн үткәреп, әмерҙе үтәп, кире сығып килгәндә, "Сая" минала шартлаған. Яра ауыр: аяҡ тубыҡтан өҫтә өҙөлгән. Ҡанды туҡтатыуы ҡыйын. Яра алған элекке баҫыу ере - ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй торған үлемесле урын. Дошман минометтары тоҫҡалған, һауала дрондар аҫылынып тора. Бындай ерҙәргә яралыларҙы эвакуациялай торған төркөм тығылмаҫҡа тырыша. Бер кешене сығарам тип, дүрт-бишәү ятып ҡалған осраҡтар күп. Был хаҡта барыһы ла белә. Ундай урындарҙа ҡандары ағып бөтөп, байтаҡ егеттәр зарығып ятып йән бирә. Аҙаҡтан мәйеттәрен дә оҙаҡ ваҡыт алырға форсат сыҡмай. Бына шундай һуғыш, бөтөнләй яңыса, заманса.
Егеттәрҙең барыһының да башынан ошондай уй үткәндер, әммә һис кем өндәшмәне. Сөнки иртәгә, йәки хатта бер сәғәттән, йә бер минуттан (һуғышта бөтәһе лә күҙ асып йомғансы үҙгәрә) үҙеңдең дә "Сая" һымаҡ ҡанһырап, үлем көтөп ятыуың ихтимал. Машинаға тейәлделәр ҙә киттеләр. Эңер төшөп килгән ваҡыт. Барып еткәнсе күҙ бәйләнәсәк. Бәлки, теүәл генә ҡайта алырбыҙ, тигән бөләңгерт кенә өмөт сатҡыһы бар. Әллә инде... "Мамай" тәүге тапҡыр, йүнләп үҙен нисек тоторға ла белмәй. Кәүҙәгә лә "Сая"нан ике тапҡырға бәләкәйерәк. Жгут менән тарттырып ҡанды туҡтатһа, промедол ҡаҙаһа ла әлхәм. Егерме минут тирәһе машинала барҙылар. Артабан ярты сәғәттән ашыу - йүгерә-атлап. Үҙебеҙҙең позицияларҙың сигенә барып етеп килгәндә, "Мамай" бәйләнешкә сыҡты. Ағаслыҡ эргәһендәге ҡаты юлға етеп туҡтаған. Ә был "Сая" яраланған урындан ярты километр тирәһе. Ярай, исмаһам, үҙе сыға алған. Яралыны ҡайҙа ҡалдырғанын әйтер. Эскә йылы инеп китте. Ашығырға кәрәк. Ҡараңғы. Аяҡтарға ботлап мәте йәбешкән. Барған һайын аҙымдар ауырая, хәл бөтә, үпкә алҡымға тығыла. Бына фонарь яҡтыһы елпелдәп алды. "Мамай"! Йүгереп барып эргәһенә ауҙылар. Эргәһендә - "Сая"! Үҙ аңында! Алып сыҡҡан. Хатта "Сая"ның: "Өҙ ҙә ташла, барыбыр эшкә ашмаясаҡ", - тиеүенә ҡарамаҫтан, "Хәҙер врачтар ялғап ҡуя белә", - тип ит тә һеңерҙә генә аҫылынып торған аяҡты ла ҡалдырмаған (Ә бит врачтар, ысынлап та, аяҡты нисектер ҡабат йыя алған. Ҡыҫҡараҡ булып ҡалған-ҡалыуын да. Ни тиһәң дә, үҙеңдеке үҙеңдеке инде). Организмға адреналин һирпелгән саҡта рухы ныҡ, ихтыяры көслө кеше үҙендә ғәйәт ҙур ҡеүәт тоя, башы сәғәт һымаҡ эшләй. Бәхеткә күрә, "Мамай" ана шундай кеше булып сыҡты. "Сая"ны йәһәт кенә носилкаға һалып, кире йүгерҙеләр. "Мамай" ҙа носилкаға йәбеште. "Етер һиңә! Былай ҙа әҙәм ҡулынан килмәҫлекте эшләгәнһең! Шул тиклем араны дрондар, миномет уты аҫтында, мәтеһе аҡтарылып ятҡан баҫыуҙа ни йәнең менән һөйрәп шыуышып килдең!" - тиҙәр. Ни тиклем ҡеүәт: беләк көсө лә, рух та кәрәк бының өсөн. "Рәхмәт, туған! Һин "Сая"ны ғына түгел, беҙҙе лә үлемдән ҡотҡарҙың! " Илла-алла менән машинаға килеп еткәс кенә асыҡланды: ярсыҡ үҙенең дә маңлайын сыйып үткән, тиреһе әйләнеп, һыңар күҙен ҡаплап тора, шыбырҙап ҡан аға. Машинаға ултыртып, үҙен дә госпиталгә ебәрҙеләр. Тиҙ арала ямалып кире килгәнендә, инде үҙ күреп, туған итеп ҡаршыланылар. Бындай яугирҙар алғы һыҙыҡта алтындан да ҡиммәт. Яныңда шундайҙар булғанда, йәнең дә тынысыраҡ, ҡурҡыуыңды ла йүгәнләп була. Ни булһа ла ташламаҫына ышанаһың. Ә ул аҙаҡтан "Сая"ға: "Ағай, һин үлеп ҡуйма инде. Һөйләшеп ят, һөйләш, мин үлектәрҙән ҡурҡам!" - тип ялынғанын һөйләп көлдөргәйне.
Бер мәлде Сабир:
- Мин тәүҙә "Муравей" инем, - тип кемдең нисек позывной һайлағанын һорашырға тотоноп китте. - Ҡырмыҫҡа кеүек бөтөн нәмәне ташығаным, запаслы булғаным өсөн командир ҡушҡайны. Тик бигерәк оҙон, уңайһыҙ. Ә мин үҙем "Алабай" тип алайым тигәйнем.
- Ә нишләп Алабай?
- Тыуа-тыуғанымдан "әрһеҙ алабай" тип әрләнә торғайным. Тик егеттәр "Шырмый" тип алды ла китте.
- "Шырмый" шәберәк. Әйтергә лә йәтеш, юмор ҙа бар. Үҙеңә бик тә килешә.
- Бына Инсаф абзый дөрөҫ һайлаған. Мамай хан, хандың да ниндәйе, тарихта тороп ҡалғаны.
- Хан, имеш, - тип ғәҙәтенсә тыйнаҡ көлөмһөрәне Инсаф. - Мәмәй мин, ә урыҫса Мамай була. Бәләкәйҙән йәбешкән ҡушамат.
- Әһә, итерһең һине мәмәй! - тип көлөштөләр.
Ә "Мамай" шаяртмай ине. Ипле, сабыр, эшсән әсәһенең "Аш менән атҡанға ла таш менән ат", "Харам беҙгә килешмәй", "Кеше рәнйешен алып ҡуйма", тип ныҡып үҫтергән аяулы балаһы ул. "Ярар, балам, ҡуй. Ярар, балам, күнәйек! Ярар, ярар", тип гелән тыйғанға өйрәнгән. Саҡ ҡына иртәрәк, совет осоронда, тыуған булһа, улай ауырға ла төшмәҫ ине, урынын да табып китер ине, бәлки. Хеҙмәт кешеләренең ҡәҙере, намыҫлы эштең баһаһы бар ине бит ул заманда. Ә тыйнаҡлыҡты - йыуашлыҡ, ихласлыҡты - алйотлоҡ, аҡсаны тормош маҡсаты итеп күргән өҙгөс капитализм ҡаршыһында, оятһыҙлыҡ алдында ул ҡаушап ҡалды. Ҡайҙа ғына эшкә урынлашып ҡараманы: бер урында - бурлыҡ, ҡушылып урлашмаһаң, һин - дошманһың. Икенсе урында - эскелек. Табынға ҡушылмаһаң, һин - ят бауыр! Өсөнсө урында маҡтап-маҡтап эшләтәләр ҙә бер тин түләмәй алдап ҡайтаралар...
Бисәһе, аҡса таба белмәйһең, тип ыжыны-ыжыны ла, яңғыҙ улдарын алып үткер кешегә сығып китте. Ҡатын өсөн өҙөлмәне "Мамай". Яратып алһа ла, бергә йәшәгән дүрт йыл эсендә, үтмәҫ бысҡы һымаҡ, тәҡәтен ҡоротоп бөткәйне. Балаһы өсөн эсе янды. Ныҡ ауыр булды. Ә ҡатын: "Ирем көнсөл. Һинең бала менән осрашыуыңды яратмай", - тип, улын күрһәтмәҫ тә булып китте.
Аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә әсәһе ауыр сиргә һабышты, йылдан ашыу ғазапланып ятып йән бирҙе. Был донъялағы берҙән-бер ғәзиз кешеңә ярҙам итә алмау, күҙеңә ҡарап һыҙланып, зарығып ятыуы аҡтыҡ көстө алды. Бына шундай төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндә ҡатыны: "Малайҙы яңы ирем уллыҡҡа алырға теләй. Исмаһам, бала һәйбәт тәрбиә күреп, етешлектә үҫһен", - тигән булып, ризалыҡҡа ҡул ҡуйҙырып алды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тормоштан ваз кисеп, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндә мобилизация бер мөмкинлек һымаҡ булды ул.
Повестка алғас, көймәне лә, ҡыуанманы ла. Үҙенә тотош ҡул һелтәгәйне. Ғәҙәтенсә, кешегә ауырлыҡ төшөрөп, имгәк булмаһам ярар ине, тип кенә уйланы. Бығаса тормошта мәмәйлек булып тойолған талымһыҙлыҡ, нәфсеһеҙлек, баҫалҡы сабырлығы, тоғролоғо, фиҙакәрлеге, ярҙамсыллығы, тырышлығы һуғышта бик кәрәкле сифаттар булып сыҡты. Ғүмерендә беренсе тапҡыр ошонда үҙ-үҙенән ҡәнәғәтлек алып, рәхәт тойғо кисерҙе.

* * *

Яраланып, госпиталдә ятып сыҡҡас, бер генә ҡайтып әйләнде Инсаф. Шунда ла күңеле ныҡ ҡырылып килде. Кешеләрҙең һаман да битараф йәшәй алғаны башына һыйманы. Хатта үсәгән һымаҡтар. Илдә ни тиклем насарыраҡ булһа, шул тиклем уларға яҡшыраҡ. Әйтерһең, тик бында ғына ғәҙелһеҙлек, азатлыҡ юҡ. Ә башҡа яҡтарҙа ал да гөл, хатта ожмах. Кешеләре лә фәрештә һымаҡ. Ҡайҙан барлыҡҡа килгән ул бындай хыянатсыл рух? Ана үҙенең еҙнәһе генә лә, дүрт бала атаһы, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кеше. Оялмай ҙа, ауыҙы ла ҡыйшаймай: "Көйөп китмә, ҡәйнеш, украиндар беҙ башҡорттарға теймәй ул", - тип ҡарап тора. Нишләп тик башҡорттарға ғына теймәҫкә тейештәр? Был хаҡта үҙе лә белмәй. Ауыҙынан сыҡҡанды ҡолағы ишетмәй, ахыры.
- Һинең башҡортлоғоңдо тикшереп торған кеше булырмы, еҙнә? - тип ябай ғына итеп аңлатып ҡараны. - Улар өсөн беҙ барыбыҙ русня. Күҙ алдыңа килтер, мин бер һөжүмде генә һөйләйем. Промкала булды был хәл. Туп-тура, үрә баҫып киләләр: өҫтәренә беҙҙең пулялар түгел, ямғыр яуған һымаҡ... Бөтөн обойманы атып бөтәһең, ә уға барыбер. Мин атам - ул ҡолай, тағы тора, бер нәмә лә булмаған һымаҡ тағы килә. Башына йәки йөрәгенә тейҙерергә кәрәк. Ә брониктағыларҙың йөрәгенә тейҙереү ҡыйын. Башына атаһың: йығыла, тик ҡайһы берҙәре хатта башһыҙ ҙа торорға, һаман атларға маташа. Ҡурҡыштан сәстәр үрә тора. Ә бит ул яңғыҙы түгел, йөҙәрләгән киборг һинең өҫтөңә менеп килә. Улар ауыртыуҙы ла, ҡурҡыуҙы ла тоймай. Ҡырып һалаһың, ә артынан бүтәндәр ябырыла. Тағы, тағы, тағы... Беҙ инде үлтереп арыныҡ, ә улар һаман-һаман ташлана...
Телевизорҙан һуғышты кино шикелле генә ҡарап өйрәнгән еҙнәһе ҡәйнешенә ышанғыһы килмәй, шикләнеп ҡарай.
- Шунан?
- Шул. - Ағарынып киткән "Мамай" һаман күҙ алдында торған ауыр күренеште ҡыумаҡ булып, башын сайҡап ҡуйҙы. - Наркотик һымаҡ бер шыйыҡса эсәләр ҙә, тәьҫире ун көнгә етә.
- Ҡайҙан беләһең?
- Аҙаҡтан, әсир төшкәндәре һөйләне. Шунан егеттәр бер блиндажда шешәләренә "Тере һыу" тип яҙылған шыйыҡса тапҡан. Бына шундай һуғыш, еҙнә. Быға тиклем булмағанса аяуһыҙ. Хатта Чечняла былай түгел ине, тип һөйләй унда ҡатнашҡан егеттәр. Һинең кемлегең, нимә уйлауың уларға кәрәкмәй. Һин - русня, москаль. Улар һиңә һөсләтелгән. Нисек, кем һөсләткән, ни өсөн - ул хаҡта уйларға һуң инде. Бына шуларға ҡаршы торорға тура килә, еҙнә. Ә һин, көймә, тиһең. Был - компьютер уйыны түгел.
Аңланымы еҙнәһе, юҡмы. Әммә йөҙөнә ҡурҡыу шәүләһе яғылды былай. Һуғыштан түгел, "мәмәй - мәмәй инде" тип бығаса эшкә һанамаған ҡәйнешенән нығыраҡ шөрләне, ахыры. "Ярар, илап ҡалған кеше булмаҫ", тип уйлай яугир.
Апаһы менән еҙнәһенең ипләп кенә түләнергә тейешле аҡсаларҙы нисегерәк юллап алыу тураһында һорашыуынан, еҙнәһенең ҡыйыҡты алмаштырырға, өйҙө профнастил менән көпләргә кәрәк, тип һөйләнеүенән ҙур аҡсаға өмөттәре барлығын төшөнә ул. "Ярай, берҙән-бер туғаным бит апайым. Әсәйем ауырығанда ла ҡарашты. Рәхәтен күрһендәр", - тип уйлаһа ла, яманһыу инде ул. Үкендерә лә. Ҡабаттан башлап йәшәргә ине ул. Әллә нисек көшмөрәп, баҫылып йәшәлгән... Ниҙән ҡурҡылған? Әгәр тағы ғүмере булһа, бөтөнләй башҡаса, иркен тын алып, күкрәк киреп, күтәренке күңел менән йәшәр ине һымаҡ... Улын да бер нисек ҡайтарып ала алыр ине ул. Берәй яйы табылыр ине...

(Дауамы. Башы 14-17-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.25 | Ҡаралған: 32

Киске Өфө
 

"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru