
Ауылыбыҙ уртаһындағы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына килеп баҫһаң, үҙең дә һиҙмәҫтән, күҙҙәр таныш исем-шәрифтәр эҙләй башлай. Ундайҙары, һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, беҙ күреп-белеп эргәлә донъя көткәндәре, бик аҙ, әлбиттә. Әммә улар хаҡында ла хәҙер генә, хәрби комиссариаттар мәғлүмәт бирә башлағас, архивтар асылғас ҡына белдек, сөнки үҙҙәре ауыҙ тултырып маҡтана, күкрәк ҡаға торған кешеләр түгел ине. Пинжәктәренә мәңгегә беркетелгән орден-миҙалдары ла 9 майҙа клуб эргәһендә үткән тантаналы сарала ғына күренеп ҡалды. Мәктәпкә осрашыуҙарға килһәләр ҙә, һуғыш тураһында артыҡ һөйләмәй, сал сәсле, һыр баҫҡан ябыҡ йөҙлө бабайҙар, кәүҙәләрен тура тотоп, ошо һуғыштың тере шаһиттары булып, ҡара таҡта эргәһендә баҫып торҙо.
Ветерандар төшкән фотоһүрәттәрҙе ҡарап ултырһаң, күпме кеше өнһөҙ-тынһыҙ ғына был яҡты донъянан китеп барған һәм беҙ улар хаҡында бер нәмә лә белмәй ҡалғанбыҙ, тигән уй килә. Ә бит ҡарт һалдаттарҙың һәр береһе беҙҙең иғтибарға лайыҡ булған, һәр береһе ауыр һуғыш йылдарына бәйле төрлө һынауҙар, яу юлы үткән.
Баҡый Хафиз улы Тасмағолов (1913 - 2002 йылдар) ғүмере буйы Мәсетле районы Теләш ауылында көн итһә лә, тыумышы менән Яңы Мөслимдеке. Ул ҡатыны, уҡытыусы Миннур Йосоп ҡыҙы Йосопова менән магазин ҡаршыһында ғына йәшәгәс, ошо юлдан мәктәпкә лә йөрөгәс, оҙон буйлы, асыҡ йөҙлө бабай булып бик яҡшы хәтерҙә ҡалған. Бәхеткә күрә, район гәзитендә эшләгән саҡта уның менән әңгәмә ҡороп, мәҡәлә лә баҫтырғанмын. Ярты быуат элек яҙылған был юлдар әллә ҡасан булған ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрә. Ул саҡта бабайға 74 йәш ине. Тура ҡарашлы, яҡты хәтерле, ваҡиғаларҙы йылына, көнөнә бәйләп һөйләгәне иҫтә ҡалған.
Баҡый исеменең мәғәнәһе мәңгелек тигәнде аңлата икән. Күрәһең, атаһы улына исем ҡушҡанда уның тормош юлы ябай булмаҫын, яҙмышына бик ауыр заман, йәшәү һәм үлем хәлдәре йәнәш кенә йөрөгән һуғыш яланы ла һәм унда уға төрлө һынауҙар үтергә тура киләсәген дә һиҙенгән. Үҙ-үҙен белә башлағандан уға тормоштоң әсе-сөсөһөн байтаҡ татырға тура килә. Бик күп тиңдәштәре уның хәтерендә аслыҡтан шешенгән сүрәттә ҡала, сөнки бала саҡтары аслыҡ йылдарына тура килә. Ниндәй ауыр заманалар булһа ла, ул Яңы Мөслим ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптең бишенсе синыфына тиклем уҡый ала. Артабан уҡырға мөмкинлек теймәй, ғаиләлә өсөнсө ул булған Баҡый ағалары менән эшкә сыға. Буйлыраҡ малайҙарҙы баҫыуға йөрөтәләр бит ул саҡта.
Ҡыҙыл Армия сафындағы һалдат юлын Баҡый Хафиз улы 1935 йылда артиллерия полкында төҙөүсе булып башлай. Һалдат тормошоноң тәүге ауырлыҡтарын кисерергә тура килгән Алыҫ Көнсығышта урынлашҡан Раздолье станцияһын ул бер ҡасан да онотмай. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, һалдат гимнастеркаһын милиция формаһына алмаштыра. Уның тормошо тынғыһыҙ, борсолоулы төндәр, төрлө киҫкен хәлдәр менән бәйле була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ебәреүҙәрен һорап хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итһә лә, тәүге йылдарҙа ғаризаһын кире ҡағалар. 1942 йылдың авгусында ғына ул һуғыш уты уртаһына - Сталинградҡа эләгә. 262-се артиллерия полкының батарея орудияһы командирын алышҡа инер алдынан партияға алалар. Төп вазифаһына өҫтәп, тағы ла яуаплыраҡ эш йөкмәтәләр, ул сәйәси тәрбиә буйынса командирҙың урынбаҫары - политрук итеп тәғәйенләнә.
Ул дәшһәтле көндәр ветерандың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡала. Бигерәк тә Мелитополь янында булған дошмандарҙың танк атакаһы киҫкен була. 1943 йылдың 14 ғинуарында Ростов өлкәһе Пухляков станицаһы янындағы алышта орудие командиры Тасмаголов, пушканы алғы һыҙыҡҡа 300 метрға тиклем яҡынайтып, тура төбәп атып, ҡаршы килеүсе дошмандың контратакаһын кире ҡаға һәм дошман пехотаһын тарҡата, бер взвод һалдаттарын һәм станоклы пулеметты юҡ итә. Ошо алыштағы ҡыйыулығын "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән билдәләйҙәр. Һуңынан гвардия өлкән сержанты Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ә Запорожье өлкәһе Ова-Любимовка ауылы эргәһендәге алыш өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Шулай итеп, орудия батареяһы командиры Баҡый Тасмаголов Сталинградтан Көньяҡ Пруссияға тиклем барып етә. Әммә алыштарҙың береһендә ул ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә.
Һөйләшеп ултырғанда Баҡый бабай һарғайып бөткән, бер-береһенә һалам остоғо менән беркетелеп ҡуйылған ҡағыҙҙар килтереп сығарҙы, ул партия взностары түләү тураһындағы ведомостар икән. Был ваҡытта әңгәмәсем: "Украина һаламы", - тип көлөмһөрәп әйтеп ҡуйҙы. Һалам киҫәген тартып алып, исемлекте уҡыйым, бары бер фамилия ғына һәр биттә ҡабатланып килә, ә башҡалары алышына. Баҡый бабай һәләк булғандарҙың исемдәрен, милләтен асыҡлап, уларҙың ҡайҙа, ниндәй алышта, нисек һәләк булғанын һөйләй. Минең өсөн теҙелеп киткән фамилиялар ғәҙәти өнһөҙ-йәнһеҙ исемлек кенә булһа, уның өсөн йөрәген һыҙлатҡан һәләк булған яуҙаштары тураһында хәтирә икәнен аңлайым. Ҡасандыр улар иңгә-иң терәшеп алышҡа сыҡҡан, ҡайғылары ла, шатлыҡтары ла уртаҡ булған. "Күптәрҙең ғүмерен һуғыш йотто. Донъяла һуғыштан да яман бер нәмә лә юҡ. Шуға тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә кәрәк", - тине ҡарт һалдат
Ҡәһәрле һуғыш был быуын кешеләренең ғүмерен шулай телгеләп сыҡҡан: һуғышҡа тиклем, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы тыныс тормош. Был өс ваҡыт төшөнсәһе лә бер һүҙҙән ҡоролған һәм тормоштары ла унан сығып билдә алған. Ил яҙмышы хәл ителгәндә Баҡый бабай ҡайҙа булған? Был йәһәттән күңеле тыныс, ул иле менән бергә дошманға ҡаршы көрәшкән!
Баҡый Хафиз улының һуғыштан һуңғы тормошо Теләш ауылы кешеләре менән бәйле булды. Ул "Коммунист" колхозында, сельпола бугхалтер булып эшләне, почта бүлексәһендә мөдир вазифаһын биләне. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, ауыл халҡы уның эште юғары кимәлдә алып барғанын, тыныс, кешеләр менән итәғәтле мөғәмәлә иткәнен иҫләй. Бәлки, кешеләргә һаҡсыл ҡарашы ветерандың, һуғыш ваҡытында командир булып, бик күп яуҙаштарын юғалтыуҙан да ҡалғандыр.
Иңдәренә һуғыш төшкән быуын кешеләре яҡты донъяны ҡалдырып китеп бөтөп бара. Беҙҙең арала улар тыныс ҡына ғәҙәти тормош алып барғанда, беҙ батырлыҡтарын тәрәндән аңлап етмәнек, күптәре ҡәҙер-хөрмәт күрмәй йәшәне. Ә бит Бөйөк Ватан һуғышында еңеп ҡайтҡан яугирҙар арҡаһында күп йылдар тыныс илдә бәхетле йәшәнек. Ошо тормошто яулауҙа Баҡый бабайҙың да өлөшө ҙур булған.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Мәсетле районы Теләш ауылы.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА