«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙҘАР ӘЙТКӘНЕНӘ ТОҒРОБОҘ
+  - 

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы яҡынайған һайын илебеҙҙең немец илбаҫарҙарын еңеү өсөн ниндәй ауырлыҡтар, күпме көс, күпме кеше ғүмере, күпме ауырлыҡтар аша үтеүе асығыраҡ сағылыш таба. Беҙҙең ғаиләлә лә бар ундай тарих.

Беҙҙең атайыбыҙ Байморатов Ғизылхаҡ Ҡотлобай улын һәм уның ҡустыһы Хөснөлхаҡты 1941 йылдың авгусында һуғышҡа алып китәләр. Әсәйем Рабиға дүрт бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Атайым 162-се айырым төҙөлөш батальонында сапер булып, һуңынан 17-се уҡсылар дивизияһында стрелок булып хеҙмәт итә. Ҡустыһы Хөснөлхаҡ менән һуғышҡа инмәҫ элек үк айырылышалар. Был уларҙың һуңғы осрашыуы була. Хөснөлхаҡ хәбәрһеҙ юғала. Атайым 1942 йылда Смоленск өлкәһе Ельня янында ауыр яра алып, инвалид булып тылға ҡайтарыла. Яраланып ҡайтҡас, уның яраһы һыҙлап, төндәр буйы йоҡлай алмай ыңғырашып сығыуын әсәйем һөйләй торғайны. Уның һөйләүе буйынса, ул 1939 йылғы фин һуғышында ла ҡатнашҡан. Сөнки уның шул һуғыш ваҡытында бик ҡаты һыуыҡтар булыуын, шинель менән генә булып, күп һалдаттарҙың аяҡ-ҡулдарын туңдырыуын, туңып үлеү осраҡтары ла булыуын һөйләгәне хәтерҙә.
Яраһы аҙыраҡ төҙәлгәс, атайымды "Правда" колхозы рәйесе итеп ҡуялар, сөнки ул уҡымышлы кеше һаналған, уҡый-яҙа белгән. Һөйләүҙәре буйынса, кешеләргә этлеге теймәгән, яңғыҙ ҡатындарға, ярлыларға ярҙам итергә тырышҡан. Нисәнсе йылдар булғандыр, район етәкселәренә белгертмәй-нитмәй, Турайғырҙа бер йырын янындағы яланға тары сәсеп, халыҡҡа таратып бирә. Сөнки халыҡ ас була. Һәр ваҡыттағыса (ошаҡсылар табыла), был хәлде органдарға алып барып еткерәләр һәм атайымды ҡулға алып, Мораҡҡа алып барып ябып ҡуялар. Был ваҡытта Нуҡайҙа мәктәп директоры булып Зәбихулла ағай эшләгән була. Шул барып, һөйләшеп, ул ғәйпле түгел, тип, атайымды сығарып ала. Колхоз рәйеслегенән һуң ул оҙаҡ йылдар лесник булып эшләй. Унан һуң, халыҡ магазинһыҙ этләнә, тип, ишек алдындағы келәттә магазин аса. Ул шулай нисек кенә булһа ла халыҡҡа ярҙам итергә, ауыр хәлдәрҙе еңелерәк үткәреү юлдарын эҙләргә тырыша.
Ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Атайыбыҙ һәр ваҡыт беҙгә, уҡырға кәрәк, тип әйтә торғайны. Шуғалыр ҙа һигеҙ баланың етеһе юғары белемле булып, матур тормош көттөләр һәм көтәбеҙ. Тик оло апайым Рафиғаны ғына, әсәйеңә бер үҙенә ауыр, тип, башланғыс кластан һуң уҡытмағандар.
Хәҙеге ваҡытта Украина ерҙәрендә шул уҡ фашистарға ҡаршы һуғыш бара. Унда апайымдың ейәне Руслан, ҡәйнеш Денис, Радик кейәү, ҡоҙабыҙ Салауат үҙ хәрби бурыстарын үтәйҙәр. Атайымдың "Уҡырға кәрәк, илде һаҡларға, яҡларға кәрәк", тигән бурысын үтәп, оло улының малайы Мәхәмәт хәрби хеҙмәткәр булып, майор дәрәжәһендә пенсияға сыҡты. Минең ҡатыным Хәҙисә, үҙем һәм улым Мансур эске органдарҙа эшләп, майор дәрәжәһендә пенсияға сыҡтыҡ. Ошо ауыр ваҡыттар үтеп китеп, һуғыштар туҡтап, матур көндәр килер тип өмөтләнәбеҙ. Беҙҙең балалар, киләһе быуындар тыныс тормошта йәшәһендәр ине, тип доғалар ҡылабыҙ.

Булат БАЙМОРАТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.25 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru