
Тыуған ауылым Бөрйән-Йылға урамы буйлап үтәм... Мәктәп алдындағы обелискыға төбәлеп, таныш исемдәргә ҡарап, оҙаҡ ҡына уйланып тын торам...
Баймаҡ районының Бөрйән-Йылға ауылында барлығы егермеләп кенә йорт... Ошо кескәй генә ауылдан 24 кеше яуға киткән һәм ҡап яртыһы - 12 ир-егет тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған. Улар араһында минең олатайым - атайымдың бер туған ағаһы Сәфәрғәле Ҡаҙаҡбаев та бар. 1940 йылдың 15 сентябрендә армия сафына алынған 21 йәшлек егет, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хеҙмәт иткән еренән тура фронтҡа ебәрелә... Оҙон 5 йыл буйына һуҙылған данлы-ҡанлы яу юлы Еңеү көнө яҡынлашҡанда ғына, 1945 йылдың 14 апрелендә өҙөлә.
Ә бына Хөснөтдин менән Хәнифә Тләүсиндәрҙең бер түгел, 5 улы илебеҙ һағына баҫҡан! Мөхәмәт, Мөхәмәтғәле һәм Кинйәғәле имен-һау тыуған ауылына әйләнеп ҡайтһа, Ғәлиәхмәт (1905-1942) менән Шәйәхмәт (1900-1942) илебеҙ тыныслығы өсөн яу ҡырында башын һалған. Ауылдағы обелискта уларҙың да исемдәре уйылған...
Ошо илһөйәр ғаиләнең бер улы тураһында айырым әйтеп үткем килә. Ул - фронтта бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Мөхәмәт олатай Тләүсин. 1914 йылдың 15 мартында Бөрйән-Йылға ауылында тыуған. Рядовой-автоматчик, белеме - 2 класс ҡына. "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланған. 1942 йылдың 8 авгусында 95-се уҡсы-пехота дивизияһына ебәрелә. Сталинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша һәм 1942 йылда шундағы ҡот осҡос мәхшәр эсендә ҡаты яраланып, аңын юя. Иҫһеҙ ятҡан Мөхәмәтте һәм башҡа байтаҡ яралы иптәштәрен Котельниково янында фашистар пленға ала һәм бер лагерҙан икенсеһенә күсереп йөрөтәләр. Мөхәммәттең яралы аяғында гангрена башлана. Бәхеткә күрә, әсирҙәр араһында бер табип та була. Тап ул бер ниндәй санитария-гигиена талаптарының булмауына, медицина инструменттарының юҡлығына ҡарамай, булған ғына ҡоралы - бысағы менән иптәше Мөхәмәттең аяғын ампутациялай. Ниндәйҙер мөғжизә менән төҙәлә уның аяғы. Һуңғы булған урыны - Германияның киң билдәле, иң аяуһыҙ Маутхаузен концлагеры. Ҡот осҡос шарттарҙа тотолоуҙарына, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа, үҙәккә үтер ауыр эштәргә ҡарамай, йәш егеттең организмы бөтөн был мәхшәрҙе еңеп сыға. Бәлки, йәшәүгә теләге шул хәтлем көслө булғандыр! Өйҙә бит уны ҡатыны менән кескәй улы Фәрит көтә! 1944 йылда совет ғәскәрҙәре, лагерға һөжүм итеп, әсирҙәрҙе ҡотҡара һәм бер аяҡта булһа ла Мөхәмәт Тләүсин һуғышта ҡала, Украина фронтында кавалерист булып, яу юлын дауам итә.
Һуғыштан ҡайтҡас, Мөхәмәт олатай үҙенең тыуған Бөрйән-Йылға ауылында йәшәй. Фронтҡа китмәҫ элек өйләнгән Халикова Миңлебикә Абдулғәней ҡыҙы (1918 йылғы) менән 11 балаға ғүмер бирәләр. Тик балаларының өсәүһе, ауырып, сабый саҡтарында мәрхүм була. Ә 8 балаһына өлгөлө тәрбиә биреп, уҡытып, башлы-күҙле итәләр. Бер аяғы булмаһа ла, ағастан яһалған протез менән туҡылдата баҫып йөрөп, матур итеп лайыҡлы донъя көттө, бөтөн кеше эшләгән эште башҡарҙы, урман хужалығында эшләне.
Әммә ул ваҡыттағы ил етәкселегенең әсирҙә булғандарға ҡарашы үтә лә насар ине. Мөхәмәт олатайҙы ла ай һайын тип әйтерлек тикшереү органдары саҡыртып, һорау алып ҡаңғырта. Башҡа һуғыш ветерандарыныҡы кеүек пенсия ла түләмәйҙәр уға. Бары хеҙмәт стажы тулып, 60 йәшкә еткәс кенә ябай пенсия юллауға өлгәшә хөрмәтле ветеран. Һуғышта бергә булған фронтташ дуҫтары менән осрашҡанда ғына илай-илай әсирлектә күргәндәрен һөйләһә лә, балалары, тормош иптәше алдында бер ҡасан да ул турала ауыҙ асып һүҙ әйтмәй. Үҙенә ҡарата булған ғәҙелһеҙлекте лә фашламай, ташламалар ҙа дауламай, кешелек сифаттарын юғалтмай, тормоштоң һәм йәшәүҙең йәмен тойоп, матур итеп донъя көттө Мөхәмәт Хөснөтдин улы Тләүсин. Һуғыш яралары ла һыҙлағандыр, күңел яралары ла тынғылыҡ бирмәгәндер, моғайын. Барлыҡ ғазаптарын үҙе менән алып китте - 1984 йылда, 70 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте Мөхәмәт олатай...
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА