«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СТАЛИНГРАД ФРОНТЫНДА СЫНЫҠҠАН
+  - 

Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл. Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн көсөн дә, ғүмерен дә ҡыҙғанмай фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән, үҙебеҙҙең Ватанды ғына түгел, Европа илдәрен дә фашизмдан ҡотҡарған батырҙар рәте бик һирәк хәҙер, ләкин уларҙың ҡаһарманлығы халыҡ хәтеренән бер ҡасан да юйылмаҫ.

Атайым Нәжип Ғайфулла улы Әсәҙуллин тураһында был яҙмам. Ул Иглин районының Әмит ауылында 1923 йылда тыуған. Һуғыш башланғанда Фирғәнә далаларында геологоразведка төркөмөндә эшләп йөрөй. Ватанды һаҡларға китеү ниәте менән ашығып тыуған ауылына ҡайта. 1941 йылдың ноябрендә уны Гурьевск хәрби пехота училищеһына уҡырға ебәрәләр. Училище тамамлаған 19 йәшлек лейтенанттар Сталинград фронтына ҡараған 2-се гвардия Армияһының резерв полкына эләгә. Котельниково станцияһы янында ҡамауҙа ҡалған Паулюс армияһын ҡотҡарырға килгән генерал-фельдмаршал Манштейндың танк дивизияһын туҡтатыу бурысы ҡуйыла полкка. Бик зур юғалтыуҙар менән 1943 йылдың 3 февралендә, ниһайәт, Сталинград азат ителә. Гурьев һәм Аҡтүбә хәрби пехота училищеларын тамамлап килгән йәп-йәш лейтенанттарҙың күбеһе Сталинград ерендә мәңгегә ятып ҡала. Был ваҡиғалар Юрий Бондаревның "Горячий снег" романында нисек бар, шулай тасуирланған.
Сталинградты азат итеүгә бәйле хәл иткес һуғыштарҙан һуң, фронт көнбайышҡа табан хәрәкәт итә. Көньяҡ фронттың 2-се гвардия Армияһы 49-се гвардия дивизияһы составында ротаның йәш командиры Нәжип Әсәҙуллин Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Ворошиловград, Новочеркасск, Краснодон, Камышск һәм башҡа ҡалаларҙан дошмандарҙы ҡыуалар. "1943 йылдың июль айында Ростов өлкәһен азат итеп, Перемышль аша немецтарҙы Польшаға ҡыҫырыҡлап сығарҙыҡ, беҙҙең һалдаттар ҙур батырлыҡ күрһәтте, юғалтыуҙар ҙа күп булды", - тип хәтерләр ине атайым.
1943 йылдың 18 августында Львов ҡалаһын азат иткәндә ул ҡаты яралана һәм госпиталдә өс ай дауаланып ята. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле демобилизациялайҙар. Ләкин Ватан алдындағы изге бурысын тулыһынса үтәргә ант биргән батыр офицер был хәбәргә ҡыуанмай. Нисек тә Берлингә барып етеү теләге барыһынан да көслөрәк була, үҙен кире фронтҡа алыуҙарын һорай. Шулай итеп, атайым маршал Конев етәкселегендәге 1-се Украина фронтына рота командиры сифатында эләгә. Польшаны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. "1945 йылдың 16 апрелендә Краков ҡалаһын азат иткәндә ҡаты яраландым. Бөйөк Еңеү тураһындағы хәбәрҙе Силезия тирәһендә санитар поезда барғанда ишеттек. Ул көндө оноторлыҡ түгел: күҙемдән сыҡҡан йәштәрҙә әрнеү ҙә, сикһеҙ шатлыҡ та бар ине. Яралы һалдаттар үҙҙәренең һыҙланыуҙарын онотоп торҙолар. Поезд яралыларҙы Саратов ҡалаһына алып килде", - тип һөйләй ине атайым.
Госпиталдә бер аяғын ҡалдырып, ҡултыҡ таяғына таянып, батыр командир тыуған ауылына 1945 йылдың октябрь айында ғына ҡайтып инә. Һуғыш йылдарында бөлгөнлөккә төшкән колхозда аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә, эшсе ҡулдар - ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, инвалид фронтовиктар. Бер аяҡһыҙ булһа ла, протезда йөрөһә лә, колхоз етәксеһе итеп 22 йәшлек фронтовик атайымды һайлайҙар. 1946 йылда уҡытыусы Гөлсөм Фәйрүзова менән ғаилә ҡора. Улар биш балаға: дүрт ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирҙе. Бырыбыҙҙы ла уҡытып, ҙур тормош юлына сығарҙылар. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә ватансылыҡ тәрбиәһе бирҙеләр, байлыҡҡа, кеше хаҡына ҡыҙыҡмаҫҡа, кешелекле һәм кеселекле булырға өйрәттеләр. Атайымды Турбаслы мәктәбенә осрашыуҙарға, уҡыусылар алдында сығыш яһарға саҡырып торҙолар. Ул бер ваҡытта ла тормошҡа зарланманы, мин фронтовик, миңә тейеш, тип һоранып йөрөмәне. Үҙ көстәре менән йорт һалып инделәр, ветерандарға тәғәйен фатирҙы ла юлламанылар. Әсәйебеҙ ҙә, атайыбыҙ ҙа хәҙер беҙҙең арала юҡ инде. Атайыбыҙ өсөн 2015 йылдың 9 майы һуңғы Еңеү байрамы булды.

Рәйсә ӘСӘҘУЛЛИНА,
Башҡортостандың мәғариф отличнигы,
Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.25 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru