«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРТИПҺЕҘ БАЛАНЫ АУЫҘЛЫҠЛАУ САРАҺЫ ТУРАҺЫНДА БАШ ВАТАЛАР
+  - 


"Московский комсомолец" гәзитенең Санкт-Петербург өсөн сығарылышы яңыраҡ Выборг ҡалаһы мәктәптәренең береһендә булған хәл тураһында яҙып сыҡты. Бишенсе класс ҡыҙҙары туалетта күмәкләшеп үҙҙәренең класташ ҡыҙын туҡмағандар, төрлөсә мыҫҡыл иткәндәр һәм был хәлде видеоға төшөрөп тә алғандар.

Бындай хәбәрҙәр хәҙер берәүҙе лә аптыратмай ҙа торғандыр: иртәнсәк тороп бит йыуған кеүек өйрәнде, күнекте бит кеше яманлыҡтарға. Тик бына мәғлүмәт сығанағында бер етди генә фекерле эксперттың балалар тарафынан ҡылынған яуызлыҡтарҙы фашистик язалауҙарға тиңләүе кемдәрҙелер уйландыра төштө, ә кемдәрҙер, бигерәк тә юғарыла ултырған закон сығарыусылар, йомшаҡ ҡәнәфиҙәрендә тағы бер ҡыбырҙашып, һиҫкәнеп алғандай булдылар. Заманына күрә яман ғәҙәттәре лә сығып ҡына тора бит! Буллинг тип аталған ошо күренеш бөгөн ҙур һәм фажиғәле хәлдәргә килтереүгә ҡарамаҫтан, уны беҙҙең тормоштан юҡ итеү түгел, шуға ҡаршы, исмаһам, берәй ҡәтғи сара ла күрелмәй һаман булһа. Бер яҡтан, был "буллинг " тигән, имеш, модалы һүҙҙең беҙгә Көнбайыштан килеүен әйтеү кәрәк. Урыҫ йә башҡа телдәрҙә уның аныҡ ҡына билдәләмәһе булмағас, ул сит телдәгесә аталып йөрөтөлә, шулай булғас, буллинг күренеше ҡасандыр беҙҙә лә осраған сүрәттә лә ул ҡәҙәрем үк хәүефле кимәлдә булмаған, тип уйларға нигеҙ бар.
Беҙҙең балалар араһында был афәттең ныҡлап тамыр йәйеп китеүенә 40-50 йыл бар шулай ҙа. Хатта унан алдараҡ та, совет осоронда ла әле, үтә ныҡ тәртипһеҙ балаларҙы ебәреп, тәрбиәләп алыусы ябыҡ типтағы уҡытыу-тәрбиә учрежденииелары бар ине. Ә бына армия сафтарында тап шул йылдарҙа "дедовщина"ның сәскә атҡан осоро ине бит. Тик шулай ҙа уҡыусы балалар йәмғиәтенә уның да йоғонтоһо булғандыр тип әйтергә теләмәһәм дә, буллинг, йәғни ҡурҡытыу, мыҫҡыллау, ситнәтеү күренештәренең Рәсәй мәктәптәренә Көнбайыштан килеп инеүенә һис бер шик тә юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтөн "прогрессив-регрессив" һәм "модалы" күренеш-ҡылыҡтар тап шул тарафтарҙа ярала бит. Яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтары бына шундай тиҙлектә таралһа икән дә, тик Европа менән Америкала әхлаҡ-әҙәп мәсьәләләрендә электән үк ҡыҙығырлыҡ өлгөләрҙең булмауына үҙебеҙ ҙә яҡшы шаһит.
Хәйер, беҙҙең һүҙ 10-11-әр йәшлек Выборг ҡыҙҙары - буласаҡ еткән һылыуҙар, кәләштәр, әсәләр хаҡында башланғайны бит әле. Ғәжәпләндергәне һәм нәфрәтләндергәне шул: әлеге хәл тураһында тәүләп ишеткән уҡытыусының был хаҡта өндәшмәй ҡалыуы, туҡмалған баланың ата-әсәһенә лә хәбәр бирмәүе. Меҫкен ҡыҙ баланы (хәбәрсе уның исемен үҙгәртеп, Олеся тип ала) мейеһе һелкенеүҙән дауаханаға һалғас ҡына хәл асыҡлана. Олесяның атаһы был турала полицияға ғариза яҙа. Хоҡуҡ тәртибе һаҡсылары мәктәптә булған күңелһеҙ хәлде бик тиҙ генә энәһенән-ебенәсә асыҡлай һала. Олеся үҙен электән яфалауҙары хаҡында иң яҡын кешеһе - әсәһенә һөйләгән булһа ла, әсә кеше быға тейешле иғтибар бирмәй, фәҡәт ундай конфликттарҙан арыраҡ, ситтәрәк йөрөргә кәңәш итә.
Был тарихта барыһынан да нығыраҡ аптыратҡаны - мәктәп педагогтарының мөнәсәбәте; ни өсөн улар был хаҡта "белмәй ҡалыуҙы" йә булмаһа, ҡыҫылмауҙы өҫтөн күрә? Әлеге Выборг мәктәбе уҡытыусыһы үҙ класташын мыҫҡыллап, йәберләүселәргә "эшлекле" кәңәш бирә: күмәкләп туҡмау төшөрөлгән видеоны юҡ итергә ҡуша. Тап ошондай хәлдәрҙән фажиғә килеп сығыу ихтималлығын был уҡытыусылар әллә белмәйме? Илдә класташтарынан мыҫҡылланып үҙәгенә үткән күпме үҫмерҙең, ҡоралланып, мәктәпкә килеүен һәм үҙхөкөм акты килтергән ҡорбандар хаҡында ишетмәй ҙә, күрмәйме улар? Бынан ике йыл элек Брянск мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Алина үҙен оҙаҡ ваҡыт мыҫҡыллап, туҡмап яфалаған класташтарына атаһының мылтығынан ут асырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә Алина үҙе һәм тағы бер ҡыҙ һәләк була, бишәү яралана. Ошоға тиклем булған ҡанлы атыш-үс алыу акты күпме булды? Иҫәбенә сығырлыҡ микән? Ә мәктәп педколлективтары бер ни булмағандай эшләй бирә, фажиғәләр була тора, онотола тора, язаһыҙлыҡ һәм буллинг ойоштороусылар һаны арта бара...
Асыҡланыуынса, "Касперский лабораторияһы" үткәргән һорау алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса, һәр 10-сы бала интернетта ла хатта үҙенә ҡарата ойошторолған мыҫҡыллауҙарға дусар ите-лә икән. Эксперттар раҫлауынса, виртуаль селтәр аша даими булып торған кибербуллинг күренештәре арҡаһында балаларҙың 25 проценты үҙбаһа тойғоһон юғалта, 21 проценты көслө тетрәнеү кисерә, тағы ла 21 проценты үҙ-үҙенә бикләнә. Әйтеүемсә, мәктәп уҡыусылары араһындағы фажиғәләрҙең барыһы хаҡында ла теҙеп һөйләп сығыуҙан мәғәнә юҡ, улар хаҡында беҙ даими ишетеп-белеп торабыҙ, хатта видеояҙмаларын ҡарайбыҙ, тик йәмәғәтселек өнһөҙ ҡалыуын дауам итә. Уҡытыусыларҙың ни өсөн бындай хәлдәрҙе "күрмәҫкә" тырышыуын "Московский комсомолец-Питер" гәзитенә рәсем уҡытыусыһы Евгения Заевская былай тип аңлата: уның хеҙмәттәштәре хәлдең эҙемтәләренән ҡурҡа: был турала юғарыға, бөтөн илгә мәғлүм булыуҙан, мәктәптең абруйы төшөүҙән һәм шуның эҙемтәһе булараҡ, премияһыҙ, финанслауҙан тороп ҡалыуҙан; шулай уҡ ата-әсәләр менән мәктәп етәкселеге араһында килеп тыуасаҡ конфликттан ҡурҡалар. Бынан тыш, ти ул, педагогтарҙың бөгөн ваҡыт яғы ла тар, өҫтәүенә, улар балалар-ара мөнәсәбәттәрҙән ситтә тороуҙы һәм ҡыҫылмауҙы "норма" итеп күрә: йәнәһе, улар үҙҙәре белә. Психотерапевт Ришат Зараев иһә был йәһәттән ата-әсәләр иңенә лә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Баланың мәктәп хәлдәре, кәйефе, уҡыуҙағы уңыштары, класташтары менән мөнәсәбәттәре хаҡында мөмкин тиклем күберәк белергә саҡыра ул һәр ата-әсәне лә. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки ата-әсә баланың иң яҡын, ышаныслы кешеләре. Кемдәрҙер балаһын икенсе мәктәпкә күсереп кенә мәсьәләне хәл итеү яйын ҡарай икән, был уларҙың үҙҙәре өсөн тыныслыҡ эҙләүҙән килеп сығыуы тип тә аңлашыласаҡ. Ә бит бала менән бында ла шул уҡ хәл ҡабатланмаҫ, тип кем әйтә ала? Әлеге лә баяғы интернет селтәрҙәре аша ла бында хәбәр килеп етеүенә шик юҡ. Ата-әсә шуға ла баланы физик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә көслө булырға, бирешеп, ҡурҡып ҡалмаҫҡа, кәмһетергә маташыусыларға яуап бирә белергә өйрәтергә, ә баланың үҙен һәр саҡ маҡтап, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра алырға тейеш. Дөрөҫ, был эшкә бөтөн йәмәғәтселек, шул иҫәптән, укытыусылар, мәктәп коллективтары менән берлектә тотоноу ғына ниндәйҙер һөҙөмтә бирер, бирһә, тик быға ла әллә ни ышаныс юҡ, сөнки һәр осраҡты контролдә тотоуы ла бит мөмкин түгелдер, ә баҫымсаҡ баланы ҡурҡытып, был хаҡта һөйләүҙән тыйып ҡуйыу буллинг ойоштороусы әхлаҡһыҙ һәм боҙоҡ үҫмергә бер ни тормай.
Йәмәғәтселек, тигәндән, мәктәптәрҙәге бындай әшәкелек менән көрәш тураһында 2022 йылдан бирле закон проекты әзерләнә икән. Ошо ваҡыт эсендә нимәләр генә булып бөтмәне Рәсәй мәктәптәрендә! Тик депутаттарҙы, ҡабаланмауҙарына ҡарағанда, был мәсьәлә әллә ни борсомай, күрәһең. Мәктәптәрҙә тиҫтерҙәрен яфалаусыларға ҡаршы көрәш тураһында закон 2025 йыл ахырында ғына ҡаралырға тейеш икән. Был, тимәк, тағы ла балалар күҙ йәше, тағы ла юғалтыуҙар, тағы ла ҡайғы... Рәсәй Мәғариф министрлығы ошо йылдың март аҙағында белдереүенсә, колледждарҙағы ла ошо уҡ хәл хаҡында методик иҫкәрмә әҙерләнгән һәм улар уҡыусылар, педагогтар, ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнә. Был документта әлеге мәктәп мөнәсәбәттәре тәртибен боҙоусыларға ҡарата административ һәм енәйәт яуаплылығы хаҡында ла иҫкәртеүҙәр бар. Ләкин бындай ҡағыҙ-нәсихәттәрҙең файҙаһы бар микән? Ҡәтғиерәк закон кәрәк һәм ошо закон буйынса яза сараларын аныҡ хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата ҡулланыу ғына, бәлки, тәртипкә һалыр ине буллинг башлыҡтарын.
Юғиһә бит хәҙер улар хатта үҙҙәренең уҡытыусыларын да ҡурҡыта һәм мыҫҡыллай башланы түгелме? Элек беҙ Аллаһ һымаҡ табынып, изге күреп өйрәнгән уҡытыусыларға бөгөн әллә ни һан да юҡ икән дәбаһа... Әлбиттә, педагогтың үҙенә лә бәйлелер бында күп нәмә: белеме, зыялығы, кешелек сифаттары, ғәҙеллеге менән абруй яулай уҡытыусы. Ә инде балаларҙы яратмай һәм күп яҡлы төплө белем эйәһе лә түгеллеге асыҡланһа, өҫтәүенә, үҙен тейешенсә тота белмәй икән, ундай кешегә мәктәптә, әлбиттә, урын юҡ. Был йәһәттән балалар күңеле айырыуса һиҙгер, кемдең кем икәнлеген бик тиҙ асыҡлай ала улар.
Биғәйбә, һүҙ депутаттар хаҡында ла ине бит әле. Ошо көндәрҙә мәғлүм булыуынса, Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет башлығы Артем Метелев тиҫтерҙәрен йә үҙенән бәләкәйҙәрҙе яфалаусы тәртипһеҙҙәрҙе махсус учреждениеға бирергә, йә булмаһа, ундайҙарҙы өйҙә уҡытыу хаҡында закон проекты әҙерләгән. Әгәр ҙә бала даими рәүештә мәктәпте ҡурҡыуҙа тота һәм бер кемде лә тыңламай икән, уға мәктәп коллективында урын юҡ, сөнки бер бала арҡаһында ҡалған уҡыусыларҙың тыныс шарттарҙа белем алыуға хоҡуғы боҙолорға йә сикләнергә тейеш түгел, ти депутат. Ләкин, үкенескә, был проектҡа ҡаршылар ҙа бар. Улар фекеренсә, хулиган баланы мәктәптән айырып тәрбиәләү проблеманы хәл итмәйәсәк. Мәктәп етәкселегенә проблеманы йәшереп ҡалдырырға түгел, ә уны хәл итергә тырышырға кәрәк. Хәлдең эҙемтәһе менән көрәшергә түгел, ә шул хәлде булдырмау, иҫкәртеү өсөн көрәшеү кәрәк. Мәсьәләне бер класс етәксеһе иңенә һалып ҡуйыу ҙа дөрөҫ түгел, мәктәптәрҙә конфликт комиссиялары булдырырға кәрәк, ти эксперттар. Кемдер тәртипһеҙгә яза биреүгә ҡарағанда, уны тәрбиәләү яҡшыраҡ, ти. Ҡыҫҡаһы, күпме депутат, шунса фекер. Буллинг түгел, хатта берәҙәк эттәр хаҡында ла һаман бер фекергә килә алмай йонсой бит улар. Беҙҙә бит яраталар аныҡ эш башҡарыуға ҡарағанда, бәхәсләшергә, оҙаҡ-оҙаҡ фекер алышырға, гәп һатырға, ә ваҡыт көтмәй. Тәртипһеҙ буллинг башлыҡтары һис бер язаһыҙ үҙ ҡылыҡтарын дауам итә һәм шул арала мәктәпте тамамлап, шул уҡ тәртипһеҙ көйө уҡыу учреждениеһынан сығып та китә. Тормош мәктәбендә "буллинг" ойошторорға... Йә тормош ундайҙарға үҙе "буллинг" күрһәтәсәк. Тик был инде депутаттарҙы ла, бигерәк тә педколлективтарҙы ла борсомай, улар тәртипһеҙ уҡыусынан ҡотолғанға ҡыуана ғына, моғайын.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.25 | Ҡаралған: 110

Киске Өфө
 

Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru