
ТЕМАНЫҢ ДАУАМЫ
Рәйсә КҮЗБӘКОВА, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре:Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы сиктәрендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған майҙансыҡҡа йәш педагогтар - 35 йәшкә тиклемге башҡорт теле уҡытыусылары саҡырылғайны.
Секция ултырышын республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм башҡа туған телдәр ассоциацияһы етәксеһе Рифат Риф улы Әйүпов асты һәм йәш уҡытыусыларға бөгөн республикала күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләт ярҙамы әллә ни маҡтанырлыҡ булмауы асыҡланды. Бөгөн йәштәрҙең мәктәпкә килмәүе, килергә теләмәүе билдәле. Мәктәптәр башҡорт теле уҡытыусыларына ғына түгел, башланғыс класс, математика, рус теле уҡытыусыларына ла ҡытлыҡ кисерә. Съезд делегаттары йәш уҡытыусылар менән эшләүгә, уларҙың профессиональ кимәлен үҫтереүгә арналған махсус дәүләт программаһы эшләргә кәрәк тигән фекергә килде. Рифат Риф улы шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына ла етди үҙгәрештәр индереү һәм тиҙ арала балаларҙың телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар эшләү кәрәклеген билдәләне.
Билдәле булыуынса, 90-сы йылдар башында мәктәп директорҙары, уҡытыусылар "Башҡорт балалары уҡытыусы йәки врач ҡына түгел, ә нефтсе, инженер, физик та булырға тейеш", тигән идеяны күтәреп сыҡты һәм яҡшы уҡыған, тырыш балаларҙы артабан уҡыу өсөн техник юғары уҡыу йорттарына инергә өгөтләй башланы. Яҡшы ниәт менән башланған был эштә лә сама тигән нәмә юғалды, һөҙөмтәлә киләсәктә халҡыбыҙҙы үҫтерерҙәй шәхестәр нефтсе, юрист, инженер һәм башҡа "модалы" һөнәрҙәр һайлап, төрлө сәнәғәт учреждениеларына, судтарға инеп сумдылар һәм халыҡ өсөн улар юғалды. Уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар ҡырҡа кәмене, һайлағандары ла мәктәптә эшләүгә ҡарағанда башҡа аҡсалыраҡ урынды хуп күрҙе. Һөҙөмтәлә төплө белем бирергә һәләтле уҡытыусылар етешмәй. Ә бит уйлап ҡараһаң, уҡытыусы иң кәрәкле һөнәр - ул киләсәк кешеһен тәрбиәләй.
Секция ултырышын йомғаҡлап, БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова башҡорт теле уҡытыусыларының I съезы ҡарары нигеҙендә БДПУ-ла методика буйынса аспирантура асылыуы тураһында белдерҙе һәм йәш уҡытыусыларҙы аспирантураға уҡырға саҡырҙы.
Фәнзил Санъяров, филология фәндәре кандидаты, мәғариф ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы: Педагогик хеҙмәтемдә тел проблемалары төп урында торҙо, тип әйтә алам. Әлеге ваҡытта Өфө һөнәри педагогия колледжында эшләйем, буласаҡ уҡытыусыларҙы әҙерләйбеҙ. Үҙ тәжрибәмдән сығып, бына ни әйтергә теләйем. Республикабыҙҙа төрлө милләт кешеләре йәшәй, беҙҙең колледжда рустар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, башҡа милли сығышлы студенттар бар. Улар менән аралашҡанда һәр береһенән: "Һеҙҙең телегеҙҙә "Һаумыһығыҙ" нисек яңғырай?"- тип һорайым. Һәр береһе үҙ телендә яуап бирә. Шунан үҙемдең теләгемде лә еткерәм: "Бер ҡасан да милли сығышығыҙҙы йәшермәгеҙ, милләтегеҙҙе яратһағыҙ, телегеҙҙән оялмаһағыҙ, халҡығыҙ ҙа үҙегеҙҙе яратыр, тим. Башҡортостан тигән республикала йәшәгәс, башҡортса аралаша, һөйләшә башлаһағыҙ, һәр бер башҡорт һеҙҙе яратып ҡабул итер, хөрмәт менән ҡарар, тип өҫтәйем. Шунан уларҙан иҫәнләшеү һүҙҙәрен отоп алып, шул телдә ҡабатлап та күрһәтәм. Эй шул саҡта студенттарымдың йөҙҙәре нисек балҡып киткәнен күрһәгеҙ ине. Бының менән шуны әйтергә теләйем: телгә ихтирам тәрбиәләй алһаҡ, бер тел дә юғалмаҫ. Ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа проблемалар етерлек, әммә уларҙы хәл итә алыу үҙебеҙҙән тора. Дәүләттең, мәғариф органдарының, йәмәғәтселектең, ата-әсәләрҙең берҙәм эш итеүе фарыз, шул саҡта һөҙөмтәләр ҙә ыңғай буласаҡ.
Гүзәл ХӨСӘЙЕНОВА, Белорет педколледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Башҡорт телен уҡытыуҙағы төп проблема - ваҡыт етмәүе. Уҡытыусы дәрестә өйрәткән һүҙҙәр, һөйләмдәр аҙна үтеүгә онотола бара, уҡыусыларҙың хәтеренән юғала. Башҡортса йәнле аралашыу мөхите юҡҡа иҫәп бит инде, хатта башҡорт ғаиләләрендә лә туған телдә һөйләшеү бик аҙ, рус теле өҫтөнлөк итә. Уҡытыу алымдарына килгәндә, балаларҙы ябай ғына темалар буйынса һөйләшергә өйрәтеү беренсе планға ҡуйылырға тейеш. Ауыл мөхитендә үҫкән бала бәләкәй саҡтан туған телен белә, һәйбәт кенә һөйләй, аңлата ала. Ҡала ерлегендә, бигерәк тә башҡа милләт балаларына башҡорт телен уҡытҡанда, башҡортса һөйләшергә өйрәтеү төп маҡсат булырға тейеш. Бының өсөн программаларҙы яңынан ҡарап сығып, мотлаҡ үҙгәртергә кәрәк.
Фәнгизә Нафиҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы: Башҡалабыҙҙың Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияһында башҡот теле уҡытыусыһы булып 23 йыл эшләйем. Был мәктәптә төрлө милләт балалары уҡый, шуға күрә бында башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Әлбиттә, сәғәттәр һаны күберәк булһа, уҡытыусыға күпкә еңелерәк булыр ине. Әммә был әлегә тик теләк кенә булып ҡала. Эшебеҙ һөҙөмтәһе уҡытыусының үҙенән тора - дәрес биреү генә етмәй, ижади ҡараш кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, балалар телде өйрәнергә теләп бармай, уҡытыуы ауыр, тип зарлана. Тимәк, улар уҡыусыларын ылыҡтыра алмай. Ошо йәһәттән уңдым: уҡыусыларым телебеҙҙе ихлас өйрәнде, уларҙы башҡортса апаруҡ һөйләшергә лә өйрәтә алдым. Ата-әсәләр яғынан да әллә ниндәй ҡаршылыҡтар булманы. Әгәр һин үҙең эшеңдән ҡәнәғәт булмайһың икән, уҡыусыларың да шатланып-ҡанатланып уҡымаясаҡ. Башҡорт теле дәрестәрендә уйындар, инсценировкалар, төрлө конкурстар, ярыштар ойоштора алһаң, ят телде өйрәнеү балаларға тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ.
Фәриҙә Әхмәрова, педагогик хеҙмәт ветераны, методист: Туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен уҡытыуҙағы төп проблема - туған телдә аралашыу мөхитенең үтә тар булыуында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына йәш ғаиләләр үҙҙәренең туған теленә илтифатһыҙ ҡала, балаларын нисек тә булһа үҙ теленә өйрәтеүҙе тормош маҡсаты итеп ҡуймай. Туған телен бөтөнләйгә белмәгән балаларҙы уҡытыуы ауырға төшә. Хатта башҡорт мәктәрендә лә балалар үҙ-ара русса һөйләшеүен дауам итә. Бер саҡ әйтелгәйне былай тип: туған телде өйрәнеү модаға инергә тейеш, тип. Әгәр шуға өлгәшә алһаҡ, был өлкәлә, һис шикһеҙ, алға китеш булыр.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА