
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
А.А. Катенин
(1858 - 1860 йылдарҙа Ырымбур генерал-губернаторы булған)
Перовскийҙан һуң Ырымбур губернаторы итеп генерал-адъютант Александр Андреевич Катенин тәғәйенләнде. Ул төбәк менән танышыу өсөн бында 1857 йылдың ғинуар айында уҡ булып киткәйне. Ырымбурға килеү менән, далаға сығып, яңы биләмәләрҙе ҡарап, танышып йөрөнө.
1858 йылдың декабрендә ул отчет менән Петербургҡа барҙы, мине лә, башҡа бер чиновниктар менән бер рәттән, үҙенең канцелярияһында иррегуляр казак һәм башҡорт ғәскәре бүлеге начальнигы булараҡ, үҙе менән алып барҙы. Бында канцелярия идараһы башлығы Адам Антонович Арцимович, унан башҡа чиновниктарҙан Василий Васильевич Григорьев, полковник Дандевиль, Галкин, Пасмуров, Северцов, Тимашев, адъютант полковник Безносиков, ротмистр Миллер булды.
Катениндың далаға сәфәр ҡылған сағында Ырымбурҙан Һырдаръяға, Бохара һәм Хиваға дипломатик илселек ебәрелде. Илселекте флигель-адъютант, полковник Игнатьев етәкләне, ул һуңынан Төркиәлә илсе вазифаһында эшләне. Был илселек составында Катенин канцелярияһында эшләгән Галкин да булды, ул сик буйы бүлеге начальнигы ине.
Катениндың Петербургҡа алып килгән кешеләре уның проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса бурыстарын үтәргә тейеш ине, әммә ул теләгән нәмәләрҙең барыһын да үтәү мөмкинлеге булманы.
Император ғали йәнәптәренең дежурныйы булараҡ, ул батшаға генерал-губернатор ярҙамсыһы вазифаһына башҡорт ғәскәре командующийы, генерал-лейтенант Балкашинды тәғәйенләү тураһындағы үтенес менән хат тапшыра. Ныҡ ҡартайған генерал башҡорт ғәскәре етәксеһе вазифаһын башҡара алмай, уның урынына Петербургтағы корпус штабының дежур штаб-офицеры, полковник Рейнтерҙы тәғәйенләү хаҡында һорала. Ғали йәнәптәре генерал-губернатор докладына ризалыҡ белдерә, әммә был Катенин теләгәнсә килеп сыҡмай. Катенин Ырымбурҙа булмаған саҡта генерал-губернатор вазифаһын үтәү уның ҡарамағында булған генералдарҙың береһенең башҡара алыуы рөхсәт ителә, улар иҫәбендә генерал-лейтенант Балкашин һәм генерал-майор Ладыженский була; беренсеһе, Катениндың урынбаҫары, тиҙҙән вафат булып ҡала, ә икенсеһе губернатор Безак ваҡытында ла хеҙмәтен дауам итә.
Катенин Петербугта булған саҡта Урта Азия тарафтарына хәрәкәт итеү, унда полковник Дандевиль етәкселегендә Төркмән төбәгенә махсус отряд ебәреү тураһында план төҙөлә.
Башҡорттарҙан 4 полк төҙөп, уларҙы Варшаваға һәм Кавказға хеҙмәткә ебәреү хаҡында ла юллама ебәрелә. Әммә быға ризалыҡ бирелмәй. Был фекерҙе Балкашин белдерә; уны ваҡытында Перовский ҙа хуплай, ул башҡорттарҙы хәрби сословиела ҡалдырыу яғында була. Казак ғәскәрҙәренең баш идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант Веревкинға ошо мәсьәлә буйынса аңлатма биргәндә, шәхсән үҙем Катенинға башҡорттарҙы Варшаваға ла, Кавказға ла ебәрергә кәрәкмәү тураһында белдергәнемде әйттем. 1831 йылдағы поляк кампанияһын етәкләгән начальство башҡорттарҙың казак хеҙмәтенә яраҡһыҙ булыуы хаҡында белдергән (Күрәһең, башҡорттар батшалыҡҡа ҡаршы көрәшкән поляктарҙы баҫтырыуҙы өнәп бөтмәгәндер. - Тәрж. иҫк.)
Ошо тәҡдим ҡабул ителмәгәндән һуң Ырымбурға хәрби-строевой әҙерлек алып барыу маҡсатында армия кавалерияһының 4 штаб һәм 10 обер-офицеры ебәрелде; уларҙан бер нисә кеше йәйге 2 - 3 ай буйына Ырымбур өйәҙенең Аллабирҙе ауылы янында урынлашҡан уҡыу полкында булдылар; бындағы киң ерҙәр башҡорттарҙан һатып алынғайны. Һуңынан штаб-офицерҙарҙың барыһы ла тиерлек (Гюбенет, Гвоздаков, Броссе, Базилев) башҡорт кантондарының попечителдәре, ә обер-офицерҙар кантон начальниктары итеп тәғәйенләнде.
Генерал-губернаторҙың 1858 йылда Петербургҡа барыуынан бер фәтеүә лә булманы. Май айында, Ырымбурға ҡайтҡас, ул үҙенең башҡа бер ниәттәрен ғәмәлгә ашырыу менән булышты, 1859 йылдың аҙағында Һырдаръя буйына хәрби поход ойоштороу маҡсатында тағы ла Петербургҡа барып ҡайтты, әммә унда хуплау тапманы. 1860 йылда Катенин Уральск ҡәлғәһенә ғәскәрҙе ҡарарға барҙы, артабан Гурьев ҡаласығына ла барып етте.
Генерал-адъютант Катенин Уральск ҡалаһынан сирләп ҡайтты һәм 1860 йылда вафат булды. Ул үпкәһенә һыуыҡ тейҙергән була. Александр Андреевичтың үлеме ҡала кешеләренә һәм яҡын-тирәләге халыҡҡа ныҡ тәҫьирле булды: ҡала кешеләре уның мәйете һалынған арбаны үҙҙәре Петропавел сиркәүенә тиклем һөйрәп алып барҙылар, уның табутын граф Сухтелен маҙары янына ҡуйҙылар; аҙаҡ вафат булыусының кәүҙәһен Кострома губернаһының Кинешмә өйәҙенә алып ҡайттылар.
Катенин генерал-губернатор вазифаһында ике йылдан да артыҡ булманы, бик күп ниәттәре булды, әммә уның ваҡытһыҙ үлеме арҡаһында улар ғәмәлгә ашырылмай ҡалды. Уның булышлығында ошо тәбәкте ике өлөшкә - Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүлеү башланғысы хупланды; Ырымбурға казак ғәскәрҙәре һәм линия буйы өйәҙҙәре өсөн айырым епископ килтерелде, уға башҡа бер милләт кешеләрен христиан диненә дүндереү бурысы ла йөкмәтелде, бының өсөн шул кешеләрҙән йыйылған һалым иҫәбенән 3 мең һум көмөш тәңкә бүленде.
Катенинға үҙе тәғәйенләнгән саҡта уҡ Ырымбур һәм Урал ғәскәре капиталынан, башҡорттарҙан һәм ҡырғыҙҙарҙан алынған һалымдан экстраординар сығымдар өсөн 28 мең һум көмөш тәңкә аҡса тотоноу рөхсәт ителде. Ул ошо аҡсаларҙы нисек тотоноуы хаҡында Петербургта батша ғали йәнәптәренең үҙенә отчет бирҙе.
Катенин һәр саҡта ла башҡалар менән яғымлы булды. Ҡайһы бер мәжлестәрҙә ул мине, ҡулымдан тотоп алып килеп, шампанский менән һыйлай торғайны.
Канцелярия башлығы итеп минең бүлектә өҫтәл начальнигы булып эшләгән Тарасов ҡуйылғас, ул минең эшем менән ҡәнәғәт булмай башланы. Мин канцелярия хеҙмәтенән китеү хаҡында ғариза бирергә мәжбүр булдым. Катенин ваҡытында бындай хәл булмаҫ ине. Генерал-губернатор Безак килгәс, мин Ырымбур өйәҙе башҡорттары попечителе вазифаһына күстем.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА