
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ленин премияһы, СССР ҙың Дәүләт премияһы, РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, М. А. Шолохов исемендәге премия лауреаты Мостафа Сафа улы Кәримовтың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы КӘРИМОВА.
Әлфиә Мостай ҡыҙы, һеҙ - Өфө ҡыҙы, тәүҙә үҙегеҙҙең бала саҡ хәтирәләрегеҙ менән бүлешеп китһәгеҙ ине.
- Мин һуғыштан һуң тыуғанмын. Бала сағым бик бәхетле булды. Коммуналь фатирҙа йәшәүебеҙ, әсәйемдең дөйөм кухняла ашарға әҙерләү мәлдәре хәтеремдә ҡалған. Күршебеҙҙә бер ҡарт менән әбей йәшәне, уларҙың балалары булмағандыр инде, мине иркәләй, ярата инеләр. Атайым ул саҡта уҡ билдәле шағир булып танылған кеше булғас, йыш ҡына Мәскәүгә, башҡа ҡалаларға йөрөнө, миңә һәр саҡ кәнфит-фәлән, уйынсыҡтар алып ҡайта ине. Бала саҡта ана шул күстәнәстәр айырыуса иҫтә ҡала бит инде ул. Ауылда йәшәүсе өләсәйҙәрҙең күстәнәстәре, бигерәк тә уларҙың киптерелгән кишере лә бик тәмле булып тойола торғайны.
Коммуналь фатирҙан һуң Ленин урамындағы йортта йәшәй башланыҡ. Ул 4 ҡатлы йортта башҡа яҙыусылар ҙа йәшәне. Атайымдың дуҫы Шәриф Бикҡол ағай, һуғыш ваҡытында партия Өлкә комитетының 1-се секретары булып эшләгән Ваһапов ағайҙар менән аралашыуҙар хәтергә уйылып ҡалған. Йортобоҙ Якутов паркына йәнәш кенә булғас, шунда йыш сығып йөрөй торғайныҡ. Тик унда билет һатып алып ҡына индерәләр ине.
Мостафа Сафа улының атай булараҡ ниндәй һыҙаттарын иҫкә алыр инегеҙ?
- Ул холҡо менән бик тыйнаҡ, тотанаҡлы кеше булды. Бала сағымдан алып барса ғүмерем буйына ул минең өсөн иң абруйлы кеше булды, мин уға уғата ышанып йәшәнем, һәр саҡ уның һүҙен, кәңәштәрен тоттом. Әгәр атайым беҙгә тауышын күтәрә биреп өндәшһә - был үҙе бер ғәҙәттән тыш хәлгә тиң булыр ине. Ғаиләбеҙҙә атай баш кеше булды, әсәйебеҙ уның абруйын ныҡ тотто. Әгәр атайым бүлмәһендә яҙышып ултыра икән, беҙ һис тауышланмайбыҙ, шып-шым ғына уйнайбыҙ.
Әйткәндәй, атай-әсәй өйҙә булмағанда Илгиз ағайым ҡарамағында ҡала инем. Ул үтә талапсан булһа ла, мине бик ярата ине. Аҙаҡтан, Мәскәүгә киткәс, һирәгерәк осраштыҡ, әммә рухи бәйләнешебеҙ бер ҡасан да өҙөлмәне. Ул үҙе лә бик талантлы кеше булды, һәйбәт тәржемәсе ине, әммә талантын тулыһынса асып та бөтмәне, тип иҫәпләйем.
Беҙгә атайымдың дуҫтары, ҡунаҡтар йыш килеп йөрөнө. Мин бәләкәй булғас, уларҙың ниндәй олуғ шәхестәр булыуын аңлап та етмәгәнмендәр ул саҡта. Ғилемдар Рамазанов, Кирәй Мәргән, Муса Ғәли, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Назар Нәжми кеүек яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы бәләкәй саҡтан күреп үҫтем, улар беҙҙең ғаиләбеҙҙең дуҫтары булды. Ике бүлмәле фатирыбыҙҙан кеше өҙөлмәне тип әйтергә була. Атайым айырыуса фронтовик шағирҙар менән дуҫ булды, Яҡуп Ҡолмойҙы, Хәниф Кәримде үҙ итте. Уларҙың һәр береһе үҙ яҙмышы, үҙ тормошо, үҙ ижады менән танылған шәхестәр, шәп әңгәмәселәр ине: хатта ки беҙ, балалар ҙа, улар һөйләгәндәрҙе ҡыҙыҡһынып тыңлай инек.
Атайым һөйләүенсә, танылған рус яҙыусыһы Константин Симонов та беҙҙең өйөбөҙҙә булып киткән. Улар ғүмерҙәре буйына дуҫ булып йәшәне. Беҙҙә атайымдың шиғырҙарын рус теленә тәржемә итеүсе Михаил Дудин да бер нисә тапҡыр булды. Шулай уҡ атайымдың иң яҡын шағир дуҫтарынан Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультиновтарҙы бала сағымдан уҡ күреп белә инем. Давид ағай йомоғораҡ булһа (бәлки, балалары булмағанғалыр, тим), Рәсүл Ғамзатов холоҡ-фиғеле менән атайыма оҡшап, киң күңелле, асыҡ йөҙлө ине. Өфөлә төрлө халыҡтарҙың әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үтә торғайны бит, Молдавиянан, Украинанан, башҡа республикаларҙан килгән шағирҙар беҙҙә ҡунаҡта булғаны хәтерҙә ҡалған. Атайымдың дуҫтары ул өйҙә булмаған саҡта ла өйөбөҙгә килеп, күрешеп, хәл белешеп сыға торғайны, әсәйем уларҙы барынса ҡунаҡ итеп, һый-хөрмәт күрһәтер ине.
Һеҙ һөнәрегеҙ буйынса филолог, әҙәбиәткә яҡын кеше, тип әйтергә булалыр...
- Мин тәүҙә Өфөнөң 39-сы мәктәбендә уҡый башлағайным, физика, математика фәндәрен ярата инем. Өфөлә инглиз мәктәбе асылғас, ул хәҙер 91-се мәктәп тип атала, шунда күстем. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның сит телдәр факультетына уҡырға индем. Уны тамамлағас, Өфө авиация институтының сит телдәр кафедраһында эш башланым. Әлбиттә, рус әҙәбиәтен дә, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен дә яратып уҡыйым, үҙемде әҙәбиәткә яҡын кеше тип иҫәпләйем.
Атайығыҙ һеҙҙең ҡайҙа һәм нисек уҡыуығыҙға йүнәлеш бирә инеме?
- Юҡ, ул беҙҙе һәр саҡта ла үҙ иркебеҙгә ҡуйҙы. Беҙ шундай мөхиттә үҫтек: белем алыу, ғилемле булыу беренсе планда булды. Беҙҙең ғаиләлә балаларҙы үҙаллы йәшәргә өйрәттеләр, күп нәмәне үҙебеҙ хәл итә инек.
Атайығыҙ һеҙҙең икенсе милләт кешеһенә кейәүгә сығыуығыҙға ҡаршы булманымы?
- Әлбиттә, мин башҡорт егетенә тормошҡа сыҡһам, атайыма яҡыныраҡ та булыр ине. Әммә шулай килеп сыҡты инде. Тормош иптәшем Олег Балабан сығышы менән Украинанан, уның атаһы - поляк йәһүдиҙәре нәҫеленән. Ул баш-ҡорт әҙәбиәтен бик ярата һәм һәйбәт белә. Шуға ла ул ҡайныһы менән уртаҡ тел тапты, уның яратҡан кейәүе булды.
Атайығыҙ башҡа кешеләр менән аралашҡанда үҙен нисегерәк тотто?
- Уның аралашыу даирәһе бик киң ине. Кешеләр менән мөнәсәбәттәрендә үҙен ғәҙел һәм бик ипле тота белде ул. Абруйлы шәхес булғас, ҡайһы бер кешеләр уның алдында баҙабыраҡ та ҡалғандыр. Әммә ул һәр саҡта ла ябай булып ҡалды, шуның өсөн дә уның менән аралашҡан кеше тиҙ генә асылып китә ине. Ғөмүмән, атайыма килеп, үҙ йомоштары менән мөрәжәғәт итеүселәр күп булды. Шулай ҙа уның бер тормош ҡағиҙәһе булды: "Өйөбөҙҙөң ишеге һәр кемгә асыҡ, әммә күңелемде теләһә кемгә аса алмайым", - ти ине ул. Әсәйебеҙ ҙә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды, уның аш табынына йәһәтләп ҡуйыр ризығы ла һәр саҡ әҙер булды. Улар Илгиз менән икебеҙҙе шулай үҙ өлгөләрендә башҡалар менән ихтирамлы итеп аралашырға өйрәтә алды.
Атайым кешелекле булды, башҡалар менән аралашҡанда уларҙы биләгән вазифаһына ҡарап айырманы. Әлбиттә, вазифалы кешеләр менән дә яҡындан таныш ине. Заманында партия Өлкә комитетының беренсе секретары булған Зия Нуриев ағайҙы атайым бик ныҡ хөрмәт итте. Биләгән вазифаһы өсөн түгел - Зия Нуриев киң ҡарашлы, мәҙәниәтле етәкселәрҙең береһе ине. Ундайҙар һирәк була. Шулай уҡ заманында партия Өлкә комитетының беренсе секретары булған, Башҡортостандың мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған Семен Игнатьевты ла маҡтап телгә ала ине атайым. Ул идара иткән ваҡытта, 1955 йылда, Мәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы уҙғарыла. Әлбиттә, вазифалы кешеләрҙең дә төрлөһө була. Бына атайымдың "Ташлама утты, Прометей" пьесаһын, мәҫәлән, тап Өлкә комитеттағы вазифалы бер кешенең "тырышлығы" арҡаһында сәхнәгә сығармай байтаҡ тоттолар. Ул кешегә Зевс образы оҡшамаған икән, унда Брежневтыңмы, Сусловтыңмы һыҙаттары сағылған, имеш.
Шуныһы фәһемлелер: Мостай Кәрим антик донъя геройҙарын хәҙерге заман менән тоташтыра алған...
- Эйе, ул бик күп уҡыны, антик донъя мифтарын, ул заман әҙәбиәтен яҡшы белде. Мемуар жанрында яҙылған әҫәрҙәрҙе уҡырға ярата ине. Күп ерҙәрҙә булды, әммә барыбер Башҡортостанды, башҡорт халҡын, уның тарихын күңеле менән яҡыныраҡ ҡабул итте, үҙен ысын башҡорт шағиры итеп танытты. Башҡорт әҙәби телен бөтөн нескәлектәрендә үҙләштерә алған, уны һаҡлауға, үҫтереүгә күп көс һалған шәхес ул. Мин ҡайһы саҡта, атайым башҡорт әҙәби телен нисек шулай яҡшы өйрәнә алған икән, тип, ғәжәпләнеп, аптырап ҡуям. Бында институттың филология факультетында уҡыуы ла ҙур роль уйнағандыр, унда бик көслө, киң белемле уҡытыусылар эшләгән бит.
Мостафа Сафа улы ауыл мөхитендә үҫкән, уның ауыл кешеләренә айырым бер ихтирамлы ҡарашы байтаҡ ҡына әҫәрҙәрендә сағыла...
- Эйе, атайым Башҡортостандың барса райондарын йөрөп сыҡты, уның һәр төбәген яратты, әммә Урал аръяғы райондарын бигерәк тә яҡын күрҙе. Ысынлап та, уның әҫәрҙәренең төп геройҙары - ауыл кешеләре, тәртипле, ихлас, асыҡ йөҙлө шәхестәр.
Мостафа Сафа улы менән Рауза апайҙың ғаилә мөнәсәбәттәрен, уларҙың бер-береһенә мөхәббәтле булыуҙарын өлгө итеп ҡуйырға булалыр ул. Рауза апай шундай тотанаҡлы, ябай, яғымлы, матур ҡатын булып иҫтә ҡалған.
- Эйе, тап шулай йәшәне улар. Әсәйем үҙен баҫалҡы тота белде, атайым менән уның араһында һис бер ҡасан ҡырын ҡараш йә иһә аңлашылмаусылыҡ булманы. Уларҙың бер-береһенә асыуланышып, үпкәләп йөрөгән саҡтарын бөтөнләй хәтерләмәйем. Атайым әсәйемде ғүмере буйына яратты, мөхәббәттәре оҙон ғүмерле булды. Әсәйем мырҙалар нәҫеленән, бик зыялы заттарҙан була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһе репрессияға эләгеп, Себерҙән кире ҡайтмай. Әсәйем Кушнаренко районының Баҡай ауылында тыуып үҫкән,12 йәшендә етем ҡалһа ла, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәгән. Әйткәндәй, күренекле башҡорт актрисаһы, шағирә Рәғиҙә Янбулатова әсәйемдең атаһы Суфиян олатайымдың яҡын ғына туғаны була. Атайым менән әсәйем һуғыштан алда Өфө ҡалаһында таныша, ғүмерлек мөхәббәттәре лә, уртаҡ яҙмыштары ла баш ҡалабыҙ менән бәйле.
Әсәйем ғаиләбеҙҙә атай абруйын ныҡ һаҡланы, өҫтәл артына тәғәмләнергә ултырғаныбыҙҙа иң элгәре аш-һыуҙы уның алдына ҡуйыр ине. Ә ижадҡа килгәндә, шағирҙар һөйөү-һөйөшөү хаҡында ла яҙа, уларҙың лирик геройҙарының хис-кисерештәре әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Әммә ижад емеше менән реаль тормошто бутарға ярамай, шул уҡ шиғриәт үҙе лә мөхәббәт көҙгөһө бит инде. Атайым 1956 йылда яҙған бер шиғырын әсәйемә арнап, "Раузаға" тип исемләгән. Ошо бәләкәй генә шиғыр юлдарында атайымдың әсәйемә ҡарата тәрән хистәре менән бергә йөрәк һағышы ла сағылған:
"Күпме йылдар инде йөрөтәмен
Һине йөрәгемдә,
Йөрәгемде ҡаты сәнсеү алды
Ҡапыл үткән төндә.
Әллә ауыр ҡайғың бармы һинең?
Әллә бармы шигең?
Мин ҡурҡтым, юғалтам тип һине,
Йөрәк ҡуйһа шиңеп".
Әсәйем атайымдан өс йылға алдараҡ баҡыйлыҡҡа күсте. Һөйөклөһөн бик тә һағынғандыр ул, юғиһә, уның ҡәләменән шундай хисле, тәрән кисерешле шиғыр юлдары тыумаҫ ине:
"Кескәй генә бер күбәләк ине,
Донъялыҡта донъя йәмләтте.
Тегендә лә һоро шәүлә булмаҫ,
Йәне уның биҙәр йәннәтте".
Ғаиләбеҙҙә атай менән әсәй абруйы, уларҙың бер-береһен хөрмәт итеүе беҙгә генә түгел, Тимербулат улыма ла өлгө булғандыр. Улар ҡатыны Инга менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Уларҙың балаларына ла, бер-береһенә лә шул тиклем күркәм мөнәсәбәттә булыуҙарына һоҡланырлыҡ.
Ғаиләгеҙҙә ниндәй телдә аралаша инегеҙ?
- Атайым башҡорт телендә һөйләшһә, әсәйем уның менән татарса аралашты. Беҙҙең менән башлыса русса һөйләштеләр. Минең үҙемә башҡорт мәктәбендә уҡырға тура килмәне, әммә башҡортса аңлай һәм уҡый алам, тик һөйләшеүе генә ауырыраҡ. Кемдәрҙеңдер саф башҡортса һөйләшкәнен ишетһәм, уларға һоҡланып ҡарайым. Башҡорт шиғриәтен бик яратам. Илгиз ағайым башҡорт телен яҡшы белде, шуға ла һәйбәт тәржемәсе булып киткәндер ҙә инде. Әммә һәр саҡ һүҙлектәр менән файҙаланды, сөнки башҡортса яҙылғанды туранан-тура рус теленә ауҙарһаң, әҫәрҙең йөкмәткеһенә зыян килеүе бар, образлылығы ла аҡһаясаҡ, ти торғайны ул.
Мостай Кәрим башҡорт әҙәби телен үҫтереүгә бик ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Уның шиғриәте лә, проза һәм драматургияһы ла башҡорт телен бар донъя кимәленә алып сыҡты.
- Эйе, атайымды сит илдәргә лә йыш саҡырҙылар, Франция университеттарының береһендә студенттар менән осрашҡан сағында шиғырҙарын башҡорт телендә уҡыуын үтенәләр икән: "Һеҙҙең туған телегеҙҙең нисек яңғырағанын ишеткебеҙ килә", - тиҙәр. Бер шиғырын һөйләп ишеттергәс, тағы ла уҡыуын һорайҙар. Ә атайым шиғырҙарын бик матур итеп уҡый торғайны.
Тормоштан йәнә бер хәтирә. Ирем Олегтың өләсәһе һуғышҡа тиклем Харьковта йәшәгән, оккупацияла булған. Ире үлгәс, Украинанан йәйәүләп тиерлек Себер яғына юлланған. Беҙҙә ҡунаҡта булғанда телевизорҙан башҡортса спектаклдәрҙе тыңлай был. Унан һорайым: "Әбей, һеҙ башҡортса аңламайһығыҙ, ул спектаклде ниңә ҡарайһығыҙ?" - тип. Ә ул бына ни тип яуаплай: "Эх, әгәр йәш булһам, башҡорт телен һис шикһеҙ өйрәнер инем. Бик матур бит телегеҙ. Артистарығыҙ ҙа шундай матур уйнайҙар, ҡарағандан ҡарағы килеп тора".
Иремдең бер туғанының Назар исемле ейәне, рус телле ғаиләлә үҫеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт телен бик теләп өйрәнә. Телде өйрәткәндә балаларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү мөһим. Ә беҙҙә шул етешмәй, киреһенсә, ҡайһы бер ата-әсәләр башҡорт телен инҡар итә. Әлбиттә, был рус телле балаларға башҡорт телен дөрөҫ уҡыта белмәүҙең һөҙөмтәһе. Икенсе бер халыҡтың теле аша уның мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна, тормошҡа ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәрә бит. Иң элгәре башҡорт телендә дөрөҫ итеп һөйләшергә, ябай ғына итеп булһа ла аралашырға өйрәтергә кәрәк. Башҡорт телен уҡытыу коммуникатив принципҡа ҡоролһа, һөҙөмтә яҡшы булыр ине.
Беҙҙең Мостай Кәрим исемендәге Фондтың да төп маҡсаттарының береһе - башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Тел - әҙәбиәттең нигеҙе, ә хәҙерге заманда телдәр көрсөккә төшә бара, ныҡ сүпләнә. Шуға күрә был мәсьәлә менән дәүләт тә, йәмәғәтселек тә әүҙем шөғөлләнергә тейеш. Ә заманында милли әҙәбиәттәргә иғтибар ҙур булды, һәр бер халыҡтың күренекле яҙыусыларының, шағирҙарының әҫәрҙәрен бөтөн ил уҡыны. Хәҙер хатта рус классиктары әҫәрҙәрен уҡыусылар, белеүселәр һирәгәйә бара. Шуныһы ҡыуаныслы, Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен, китаптарын республикабыҙҙа бик теләп, яратып уҡынылар, уларға әлеге көндә лә һорау бар, уны йәш быуындарға ваҡытында тапшыра алыу фарыз.
Мостафа Сафа улын дәүләт эшмәкәре булараҡ та беләләр...
- Әлбиттә, Советтар Союзы тигән илдең емерелеүен атайым ауыр кисергәндер, эстән генә һыҙланғандыр, сөнки ул, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡан ҡойған яугир, илебеҙ азатлығы хаҡына барған яу көндәрендә коммунистар партияһы сафына ағза булып ингән шәхес. Байтаҡ йылдар үҙебеҙҙә лә, Рәсәйҙә лә Юғары Совет депутаты вазифаһын башҡарҙы.
Үҙгәртеп ҡороу тигән сәйәсәт башланғас, беҙҙең өйҙә бер көлкөлө хәл дә булды. Мәктәптән ҡайтып ингән Тимербулат: "Ҡартатай, беҙгә мәктәптә үҙгәрергә ҡуштылар, ә һин үҙеңде үҙгәртерһеңме? - тип һорау биргән. Ә атайымдың үҙ принциптары булды, ул бер ваҡытта ла уларҙан ситкә тайпылманы. Шулай, Башҡортостандағы сираттағы Президент һайлауҙарында Мортаза Рәхимов кандидатураһын хуплап сығыш яһағас, мин унан: "Атай, һин олоғайған кешеһең, ул һайлауҙар һиңә кәрәкме һуң?" - тип һораным. Ә атайым: "Ҡыҙым, мин башҡорт бит, әллә кемдәр ҡулына ҡалмаһын, тип, республикам яҙмышы өсөн мин дә борсолам", - тип яуап ҡайтарҙы.
Мостай Кәрим талантлы балалар яҙыусыһы булараҡ та танылыу тапҡан ижадсы. Ул балалар донъяһын, уларҙың ғәмәли психологияһын шул тиклем оҫта аса белә, уның "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Өс таған", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" тигән әҫәрҙәрен балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып уҡыны. Әйткәндәй, "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" ("Сестренка") нәфис фильмы бөтөн Рәсәй кинотамашысалырын һоҡландырҙы, бик күп кинофестивалдәрҙә призлы урындарға лайыҡ булды.
- Повеста һуғыш ваҡытындағы башҡорт ауылында барған ваҡиғалар һүрәтләнә. Башҡорт малайы Йәмил һәм украин ҡыҙы Оксана - әҫәрҙең төп геройҙары. Повесть гуманлылыҡ менән һуғарылған, изгелеккә, халыҡтар дуҫлығына арналған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанға меңдәрсә кеше эвакуациялана. Күрәһең, яуҙар барған ерҙәрҙә ҡотҡарылған балаларҙы һалдаттар үҙҙәре лә тыуған яҡтарына оҙатҡандыр. Шуға күрә атайымдың был әҫәре реаль ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған, тип әйтергә була. Ул үҙе лә Украина ерендә барған яуҙарҙа ҡатнашҡан кеше. Ул үҙенең һуғышта ҡатнашыуы хаҡында күп һөйләмәне, был башҡа фронтовиктарға ла хас күренеш. Әммә уның поэмаларында, шиғырҙарында, повестарында һуғыш темаһы, яугирҙар образы тәрән сағылыш таба. Шул уҡ "Ярлыҡау" повесының сюжеты атайым һуғышта үҙе күргән-кисергәндәр менән бермә-бер бәйле.
"Һеңлекәш" фильмына килгәндә, уны төшөрөү еңелдән булманы. Фильм төшөрөү күп сығымдар талап итә, сценарий ҙа бар, әммә тәүҙә бер нисек тә грант алып булманы. Эш шуға барып етте: фильмдың сценарийын урланылар. Йәнәһе, бер ҡырғыҙ һалдаты украин ҡыҙын ҡотҡарып, үҙенең ауылына ебәрә. Ошо хәл буйынса ғауға булып алды, әммә эш судҡа барып етмәне. Ахырҙа, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры бер аҙ аҡса бүлде, Тимербулат улым да Мостай Кәрим исемендәге Фонд аша фильмдың бағыусыһы булды, сығымдарҙың байтаҡ өлөшөн финансланы. Фильмдың режиссеры - Александр Галибин, сценарийын Айҙар Аҡманов яҙғайны, "Мотор Фильм Студияһы" кинокомпанияһы төшөрҙө уны. Оператор Михаил Агранович - иҫ киткес талантлы кеше, фильмдың уңышында уның роле бик ҙур. Төп ролдәрҙе Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Марта Тимофеева башҡарҙы, талантлы, даланлы балалар.
Мостай Кәрим үҙенең "Үлмәҫбай" поэмаһы менән рус һалдаты Василий Теркиндың башҡорт аҙашын тыуҙырҙы, тип әйтеп булалыр. Мәктәп йылдарында уны яттан һөйләй торғайныҡ:
"Минең яҙғанды уҡығас,
"Әкиәт", - тимә, ҡоҙа,
Бына ул усаҡ янында
Сылғау киптереп тора..."
- "Василий Теркин" поэмаһын Александр Твардовский 1942 йылда гәзит-журналдарҙа баҫтыра башлап, 1945 йылда тамамлай. Ә атайым уның ижадын ныҡ яратты, һуңынан яҡын дуҫтар булдылар. Атайым "Үлмәҫбай"ҙы 1942 йылда ауыр яраланғандан һуң госпиталдә дауаланып ятҡан сағында яҙа башлап, 1944 йылда тамамлай. Поэма нескә юмор менән һуғарылған, әммә бында башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығына, отҡорлоғона, рух ныҡлығына дан йырлана. Ауыр яраланыуҙан һыҙланып ятҡанында ошондай яҡты, рухлы, юморға бай юлдарҙы тыуҙыра алған атайым. Әлбиттә, атайым да, башҡа совет һалдаттары кеүек, Ҡыҙыл Армияның фашист илбаҫарҙарын еңәсәгенә оло ышаныс менән йәшәгән һәм ижад иткән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Еңеүҙән һуң ҡанатланып ижад иткән атайым һымаҡ яҙыусылар һәм шағирҙар үҙҙәренә лә һис бер емерелмәҫ һәйкәл һалды, һәм улар халҡыбыҙ хәтерендә мәңге йәшәйәсәк.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА