
* * *
"Геродот" позывнойлы Ибраһим һуғышҡа оҙаҡ йыйынды. Тота килеп сығып китерлек йәштә түгел шул. Тамамлайһы эштәре байтаҡ, ослайһы мәшәҡәттәре лә күп, Хәйер, үлгәндә лә өс көнлөк эш ҡала, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Сәфәренең бер яҡлы ғына булыуы ла бик мөмкин. Шуны күҙ уңында тотоп, бөтөн документтарҙы тәртипкә килтерҙе, васыятын яҙҙы, күрергә теләгән кешеләрен күреп, әйтергә теләгән һүҙҙәрен әйтеп, бурыстарын түләп ҡуйҙы. Бер-бер хәл булһа, ҡатынына, балаларына ауырға төшмәһен өсөн, бер нәмәне лә онотмаҫҡа тырышты.
Иң борсоғаны һаулығы ине. Ғүмер буйы, пенсияға сыҡҡас тотонормон, тип иғтибар ителмәгән. Ярай, уҡыусылары менән йөрөгән оҙайлы походтар - тауҙар артылыу, йылғалар буйлап һалда йөҙөүҙәр үтә ҡаҡшап, таралып, йәйрәп китергә бирмәгән. Унан да бигерәк, нәҫелдән күсә килгән ныҡлыҡ, сәләмәтлек йәше өсөн ярайһы, үтә зарланырлыҡ түгел. Тик выжданы туҡтауһыҙ ҡыуалаһа ла, тәүәккәл аҙым яһауҙан нимәлер тотоп тик тора ине. Нимә икәнен үҙе аңлай ул - ҡурҡыу. Күп ҡырлы ҡурҡыу - йәне менән тәне өсөн генә түгел, быныһы тыумыштан һәр йән эйәһендә лә бар. Үтә яуаплы булып, бөтә эште "бишле"гә генә түгел, "плюс бишле"гә эшләп өйрәнгән кеше ғүмер ахырында тормошон өр-яңынан башлауҙан ҡурҡа: әгәр эшкинмәгән һалдат булып, кешеләргә имгәк булып ятһа? Иң борсоғаны шул. Университетта хәрби кафедра булғанлыҡтан, ул бит хатта армияла ла хеҙмәт итмәгәйне.
Бөтөн икеләнеүҙәрен һыпырып ташларға, ғәҙәттәгесә, осраҡлылыҡ ҡотҡарҙы. Элек бер осорҙа уҡыған танышы осраны. Уның "ҡыҙыу нөктә"ләрҙә булғанын, быға тиклем "Вагнер"ҙа йөрөгәнен сала-сарпы ишеткәне бар ине Ибраһимдың. Әле госпиталдән сығып, яраларының уңалғанын көтөп йөрөй икән. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Шунда сәйер бер фекер әйтте: "Башта уйыңда үлергә кәрәк, - тине. - Шул ваҡытта ниндәйҙер еңеллек килә - ни булһа ла була... Йәшәүгә сат йәбешеүҙән туҡтайһың, баш яҡшыраҡ эшләй башлай, сөнки инде ҡороштороп алған ҡурҡыу ебәрә. Тимәк, тере ҡалырға шанс арта төшә. Һин хәтерләмәйһеңдер инде. Бер ваҡыт мәктәпкә һуғыш ветеранын осрашыуға саҡырғайнылар. Шунда мин, бер ҡатлы бала: "Ә фронтта ҡарҡыныс булдымы?" - тигән һорау бирҙем. Ә ул, бөтәбеҙҙе лә аптыратып: "Юҡ, беҙҙе барыбер үлтерәсәктәрен белә инек. Бөгөн булмаһа, иртәгә, - тип яуапланы. - Ғәрип булып ҡалыуҙан ҡурҡтыҡ та, пленға эләгеүҙән. Һуғыштың аҙағында ғына тере ҡалырға өмөт уянды". Ғүмерлеккә хәтеремдә ҡалды был һүҙҙәр: "Барыбер үлтерәсәктәр". Мейемдә шул гел шырау ише тора торғайны. Ә бер көндө ҡапыл аңланым: һуң беҙ бит барыбер үләсәкбеҙ. Тыуымдан ҡалмаған, үлемдән дә ҡалмай. - Инде үҙе әллә нисәмә һуғыш ветераны йылмайҙы.
Һүҙҙең иң башта үлемдән башланыуы Ибраһимды айнытып ебәргән һымаҡ булды. Әммә яугир үҙең менән нимәләр алырға, нисек әҙерләнергә кейем-һалым, кәрәк-яраҡҡа күсте: "Хәйер, төрлөсә булырға мөмкин. Әжәлде алдап булмай, кемгә һыуҙан үлергә яҙған, шул утта янмай, тиҙәр бит. Нимә булһа ла булыр, тиһең дә, белгәнеңде тырышып эшләйһең, - тип йомғаҡланы. - Был һуғыш быға тиклемгеләргә оҡшамаған. Иң мөһиме, паникаға бирелмәҫкә лә абай булырға. Тәүге аҙна-ун көн алйотлоғоң арҡаһында ҡара ҡапсыҡҡа кермәһәң, артабан үҙең төшөнәһең. Һуғышта бөтәһе лә тиҙ, тәжрибә туплау ҙа...
Тағы ла бер бик мөһим нәмә, - тип дауам итте, - һин унда үҙең өсөн бараһың. Ниндәйҙер эскеме, тышҡымы сәбәптәрең арҡаһында. Был юлды һин үҙең һайлағанһың, бер кем дә мәжбүр итмәгән. Бөтә һөҙөмтәләр өсөн яуаплылыҡты аңлы рәүештә үҙ өҫтөңә алаһың. Ватан алдында бурыс, һәм башҡа тра-ля-ля етди түгел. Бындай яуаплылыҡ иҫән-аман ҡайта алһаң, ғүмерең буйы башҡаларға үпкәләп, хөрмәт көтөп, бахыр булып йәшәмәҫ өсөн кәрәк". Мәйеттәрҙе үҙенең көҙгөләге сағылышына ҡарағанда күберәк күргән тәжрибәле, ҡырыҫ кеше ине ул. Ысын мәғәнәһендә - яу ир.
"Бараһыңмы?" - тип һораны ахырҙа. "Барам", - тине Ибраһим. Шунда ныҡлы ҡарарға килде лә, өҫтөнән тау төшкән һымаҡ булды. Икеләнеү күпме көсөн алып торған икән. Бына шулай килеп эләкте Ибраһим МХО-ға. Йылдан ашыу ваҡыт үтте. Тере әле. Һынатҡаны булманы бығаса. Йәштәрҙәң ҡалышҡан мәлдәр ҙә бар, уҙҙырып ебәргән саҡтар ҙа...
"Тарих ҡабатлана", тип уйлай Ибраһим. Улар мәктәптә уҡығанда Донецк ҡалаһындағы "Ҡаһарманлыҡ" клубы эҙәрмәндәре менән хат алышты. Иң тәүге хаттарында: "Улар өҫтә генә ята ине. Трактор ер һөргән ваҡытта береһенең баш һөйәген һабанға эләктергән. Әммә биш һалдаттың бергә ятҡанын аңлап була. Бер һалдат йөҙтүбән ята. Баш һөйәгендә пуля тишеге бар. Аяғында - быйма. Билендә ҡайыш. Патронташында биш патрон ҡалған. Икенсе һалдаттың баш һөйәге икегә ярылған. Уның аяғы аҫтында өсөнсө һалдаттың түше менән ҡулдары... Иң аҫтағы һалдат көрәк өҫтөнә йығылған. Моғайын, был ҡәберҙе унан ҡаҙҙырғандар ҙа, иң беренсе атҡандар. Ҡышҡы кейемдәренә ҡарап, беҙ уларҙы ошо ерҙәрҙә рейдта булған Башҡорт кавалерия дивицияһы яугирҙарылыр, тигән фекергә килдек. Бер нисәһенең жетоны һаҡланған. Тик, эсендәге ҡағыҙҙар ныҡ иҫкергәнлектән, фамилияларын тулыһынса уҡып булмай..." Тарих уҡытыусылары, ошо рейдта ҡатнашҡан ветеран, был һалдаттарҙың исем-фамилияларын белеүҙә ныҡ ярҙам иткәйне. Уҡытыусыһына ярҙам иткән, хаттар яҙышҡан, аҙаҡтан тарих уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған Ибраһим, әле үҙе ошо тупраҡта ята. Бәлки, утыҙ-ҡырҡ йыл ваҡыт үткәс, кемдәрҙер: "Улар алтау булған", - тип яҙыр...
Ә әлегә ҡат-ҡат сорналған баштан ҡан һарҡый. Һыҙланыу елеккә төшә. Моғайын, ярсыҡ яңаҡ һөйәген дә йәнсеп үткән. Ә Ибраһим уйҙары менән аяныс бөгөнгөнән алыҫҡараҡ китергә маташа ла, хәтирәләр һаман һуғыш тирәһендә өйөрөлә. Бынан ҡайҙа ятҡан тыуған яҡтарында ла уның аяныслы, ҡайғылы шауҡымы.
...Мәҙәниәт йорто алдына ҡыҙыл келәм түшәлгән. Ҡушарлап ҡуйылған оҙон өҫтәлдә Рәсәй флагы менән ҡапланған табут. Ә уның алдында хәрби кейемдә төшкән ҙур портрет. Малайҙарса мөләйем йөҙ, ирен ситенә ҡунған йылмайыу. Ул етди күренергә тырыша, әммә уйсан ҡарашлы сәгер күҙҙәрҙә паклыҡ менән ихласлыҡ ҡына. Ул һәр ваҡыт уйсан булды. Дәрестә лә, тыңлар-тыңламаҫ кеүек ултыра бирә лә, шундай ҡатмарлы һорауҙар биреп ҡуя. Ә алдап булмай - Ибраһимға йыш ҡына бөтә класс алдында: "Мин был хаҡта бөгөн төплө яуап бирә алмайым. Киләһе дәрескә әҙерләнеп килермен", - тип әйтергә мәжбүр була торғайны.
- Уҡыуға бик етди ҡарай торғайны, "Эҙәрмәндәр" түңәрәгенә йөрөнө. Тарих менән ҡыҙыҡһынды. - Военком менән администрация башлығынан һуң класс етәксеһе сығыш яһай. Күҙ йәштәрен тыйырға тырыша, тик тауышы өҙөлөп, өҙөлөп китә, үҙе ярҙам һорағандай Ибраһимға ҡарай. Бөтәһе лә унан телмәр көтә, яратҡан уҡыусыһы хаҡында бер-ике ауыҙ йылы һүҙ ысын донъяға, мәңгелек йортона оҙатыр алдынан. Ә уҡытыусы, был донъяның рәхәтен татып, йүнләп йәшәргә өлгөрмәгән уҡыусыһының портретына ҡараған да тораташ һымаҡ ҡатҡан. Әгәр ҙә ауыҙын асһа, эсендәге ҡайғыһы иңрәү булып урғылыр кеүек. Ә ул тойғоларын ауыҙлыҡларға тейеш, тимәк, әле ауыҙ асырға хаҡы юҡ...
Йыназа тамамланып, халыҡ таралышҡан мәлдә, яугирҙың яҡын ғына инәһе килеп, йөҙөнә тишә ҡарап әйтте: "Бына һеҙҙең "Зарница"лар уйнатып, походтарға йөрөтөп, патриот итеп тәрбиәләгән уҡыусығыҙ юҡ хәҙер". Үкенес тә, битәр ҙә бар ине тауышында. Ул ҡарашты күтәрә алманы Ибраһим. Кисергеһеҙ ғәйеп тойғоһонан башын аҫҡа баҫты... Таныш ине Ибраһимға был ғәйеп. Бынан күп йылдар элек шаһит булғайны ул бындай ҡарашҡа. 9 Май байрамы ине. Еңеү өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған ауылдаштарының исемдәре яҙылған обелиск янында митинг булды. Фронтовиктар сығыш яһаны, уҡыусылар шиғырҙар һөйләне. Тантана бөткәс, бер әбей ветерандар янына килеп: "Ҡалай ҡуҡрайышып торған булаһығыҙ. Һеҙ ҡайттығыҙ. Ә ысын батырҙар - беҙҙең ирҙәребеҙ - яу яланында ятып ҡалды", - тине.
Шунда фронтовиктарҙың береһе ул әбейҙе, ҡаһарман яугирҙың тол ҡалған ҡатынын, ҡосаҡлап иланы. Ә башҡа ветерандар уларҙы уратып, баштарын эйеп торҙо. Күп кеше шаһит булды быға. Икенсе көндө дәрестә Ибраһимдарҙың уҡытыусыһы, ветеран яугир, Александр Твардовскийҙың шиғырын уҡыны:
Я знаю, никакой моей вины
В том, что другие
не пришли с войны,
В том, что они -
кто старше, кто моложе -
Остались там,
и не о том же речь,
Что я их мог,
но не сумел сберечь, -
Речь не о том,
но всё же, всё же, всё же...
"Шулай ҙа, шулай ҙа, шулай ҙа"... - тип ҡабатлағанда, төпкә батҡан күҙҙәренең тәрән соҡоронда бер бөртөк кенә йәш ялтырап китте. Йөрәк ҡағышы һымаҡ сикәне ғүмер буйы сүкеп торасаҡ был әрнеүле хисте йәнә иҫенә төшөрҙө инде Ибраһим. МХО-ға юлланыр алдынан хушлашырға ингәйне уҡыусыһы.
- Ибраһим ағай, - тигәйне ул. - Һеҙ ҡатмарлы һорауҙарҙы беҙгә ябай ғына итеп аңлата торғайнығыҙ. Әле лә минең һорауым бар. Мин үҙемдең ни өсөн Украинаға һуғышҡа барырға тейешлегемде һаман да ныҡлап төшөнөп етмәйем. Телевизорҙан да күп һөйләйҙәр. Интернеттан әллә күпме видео ҡараным. Улар кисә генә туғандаш халыҡ ине. Бәләкәй генә саҡтан "Беҙҙең өйҙөң йәме"н илай-көлә уҡыныҡ. Мин бөгөн ана шул Оксананың ейәндәренә ҡаршы барырға тейешменме? Кем нацист, кем түгел? Ҡайһылайтып айырмаҡ кәрәк? Беҙҙең олатайҙар Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы бергәләшеп еңгән.
- Нисек белергә? Бергәләшеп фашизмды еңгән ике халыҡтың ҡайһыһы ул Бөйөк Еңеүгә тоғро ҡалды, кем хыянат итте. Донъяны гитлерсыларҙан азат иткән геройҙарға ҡуйылған һәйкәлдәрҙе кем емерә? Гитлер менән бергә һуғышҡан хаиндарҙың исемен кем мәңгеләштерә, урамдарға, мәктәптәргә уларҙың исемдәрен кем ҡуша? Кем Еңеү өсөн ҡорбан иткән һалдаттарҙың аҫыл һөйәктәре ятҡан туғандар ҡәберлектәрен аҡтара? Еңеү килтергән һалдаттың ер ҡуйынындағы һөйәгенә лә сыҙарлыҡ булмағас, уларҙың эсендә нимә ҡайнағанын күҙ алдыңа килтер! Ахыр сиктә, кемдең нимә йырлағанына ҡолаҡ һал: Бөйөк Еңеү йырҙары кемдә ҡалды? Кем ата-бабалары ҡан түгеп яулаған азатлыҡты селтәрле трусикҡа алмаштырҙы?
- Быныһы асыҡланды, - тине егет бер аҙ уйланып ултырғас. - Тағы ла бер һорау: ә ни өсөн бөтә донъя беҙгә ҡаршы, ә уларға ярҙам итә? Берәү генә хаҡ, ә башҡаларҙың нахаҡ булыуы мөмкинме ни?
- Ә ҡасан башҡаса булғаны бар? Гитлер яғында Европаның ун биш иленән үҙе теләп ике миллиондан ашыу кеше һуғышҡан. Европа нимә, әллә ҡайҙа ятҡан бәләкәй генә Таиланд та ситтә ҡалмаған. Һанай китһәң, уйлай китһәң, сәстәр үрә торорлоҡ. Беҙҙең илдең мәңгелек дошмандары ебәргән ҡорал, аҡса - улар барыһы ла әлеге хыянат хаҡы. Йәһүҙә Искариоттың Ғайса бәйғәмбәрҙе һатҡан утыҙ көмөш аҡсаһы һымаҡ. Ә Оксананың ейәндәре ҡайһы яҡталыр, әйтә алмайым. Яҡшылыҡ тиҙ онотола. Ә бына "Ҡаһарманлыҡ" клубында йөрөп, Башҡорт атлылары дивизияһының хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған яугирҙарын тиҫтәләрсә йылдар үткәс табып, хөрмәтләп туғандар ҡәберенә ерләгән егеттәр-ҡыҙҙар Еңеүгә тоғро ҡалғанына иманым ҡамил. Һин уларға ярҙамға бараһың хәҙер.
- Тарих ҡабатлана, булып сығамы инде? Беҙ үткәндә тороп ҡалды тип уйлаған хәлдәр йәнә алдыбыҙға килеп баҫты.
(Дауамы. Башы 14-18-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА