«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТУРЛЫҠ - КҮҢЕЛЕБЕҘ ТОРОШО
+  - 


Быйыл үҙенең матур юбилейын билдәләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзилә Ҡотошованың ижади биографияһындағы бер факт һоҡландырыу ҡатыш ғәжәпләндерә мине. Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләгәндә Урал Ғәлиевтың "Ғәйебем булһа, кисерегеҙ!" драмаһында олатаһының һеңлеһе Ғәззә яҙмышын сәхнәгә алып сығыу бәхете тейә уға.

- Иң иҫтә ҡалған, иң яуаплы, иң тетрәндергән ролем - Ғәззә өләсәйемдең яҙмышын һүрәтләгән Ғәйниса образы, - тип баһалай Миңзилә Ҡотошова үҙе лә. - Ул һөнәри яуаплылыҡ ҡына түгел, туғандарым, балаларым алдындағы яуаплылыҡ та. Героиня һуғыш ваҡытында иренән тәүҙә "пленға эләккән", һуңынан "үлгән" тигән хәбәр ала. Аяуһыҙ һуғыш пленға эләгеп, һатлыҡ йән мөһөрө тағылғандарҙың тол ҡалған ҡатындарына ла аяуһыҙ. Нахаҡҡа ғәйепләүҙәренә, артыңдан бышылдашып тороп ҡалыуҙарына ла, мыҫҡыллы көлөүҙәренә, тел-теш тейҙереүҙәренә лә түҙер инең - аслыҡтан шешенеп, үлем сигенә еткән балалар бар. Уларҙың йәнен һаҡларға кәрәк. Сараһыҙлыҡтың сигенә сыҡҡан Ғәззә (сәхнә исеме - Ғәйниса), балаларын астан үлтермәҫ өсөн, бер-нисә ус бойҙай урлай. Төрмәнән уны балалыҡ дуҫы, һуғыштан ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡан, хәҙер инде колхоз рәйесе булып киткән Һаҙый ҡотҡарып ҡалырға вәғәҙәләй. Алмашына - Ғәйнисаның үҙен һорай. Кейәүгә сығыуҙы ире Мусаға хыянат тип иҫәпләһә лә, йән әрнеүҙәрен эсенә йотоп, яҙмышына риза була Ғәззә-Ғәйниса. Һуғыш тамамланып, донъялар тынысланғандай булғас, әсирлектән ҡотолғандан һуң да байтаҡ һынау-язалар үткәргән, Муса ҡайтып төшә. Ғәйниса менән Мусаның ниҙәр кисергәнен уларҙың тәү осрашҡан урыны - тау артындағы тал ғына белә... Сәхнәлә уларҙың яҙмышын режиссер үҙенсә хәл итте, ә тормошта улар, Ғәйнисаның Һаҙыйҙан тыуған балаһын да алып, Белорет яғына китеп олағалар... Шулай мин илдә бер сибәр Ғәззә өләсәйемдең яҙмышына яҙған тетрәнеүҙәрҙе йөрәгем аша үткәреп, хәтерен мәңгеләштерә алдым һәм уны үҙ яҙмышыма яҙған миссия итеп ҡабул иттем. Ошо образды сәхнәләштереү өсөн генә булһа ла актриса булыр инем.

Ә нисек актриса булып киттегеҙ? Сәхнәгә һөйөү ҡайҙан һеҙҙә?

- Атайым да, әсәйем дә, артист булмаһалар ҙа, сәнғәткә ғашиҡ инеләр. Атайым Марат Зәйләғи улы шул тиклем моңло йырланы, мәжлестәрҙә уның йырлағанын тын да алмай тыңлай торғайнылар. Ваҡытында уны Мәғәфүр Хисмәтуллин Өфөгә уҡырға ла саҡырған. Әйткәндәй, атайым бөтә уландарына ла үҙе яратып тыңлаған йырсыларҙың исемдәрен ҡушҡан: Илдус, Илфат, Мәғәфүр, Илһам. Беҙҙе бер ҡасан да "Тороғоҙ" тип уятманылар. Таң һарыһынан радионы ҡысҡыртып ҡуя торғайны атайым, үҙе лә ҡушылып йырлап ебәрер ине, мәрхүмкәйем. Уның моңло тауышы уята ине беҙҙе. Йәй булһынмы, ҡыш булһынмы - кәртә-ҡура тирәһендә эш менән булғанда ла һәр ваҡыт йырлап йөрөнө. Әсәйем Миңйыһан Сәйетгәрәй ҡыҙы оҫта бейей ине, үҙешмәкәр сәнғәт конкурстарында ҡатнашып, Өфө сәхнәләрен дә яуланы ул. Бәләкәйҙән әсәйем кеүек өйөрөлөп бейергә яраттым, ағайҙарым, ҡыҙыҡ күреп, мине төрлөсә ҡыландырып, кистәрен концерт ҡуйҙырта торғайнылыр. Көнө буйы радио һөйләп торғас, эш араһында радиопостановкалар тыңлай инек. Үҙем дә ауылда "Мараттың матур ҡыҙы" (атайым мине һәр вакыт "матурым" тип яратҡанғалыр, бәләкәйҙән үҙемде шулайтып таныштырғанмын) булып танылғас, уҡырға төшмәҫ элек концерттарҙа бейетә башланылар - тора-бара "артист" булып та танылдым. Клубтағы бер концертты, бер спектаклде ҡалдырмай йөрөнөм. Сибай театры гастролгә килһә, тәүге рәттә ултырып ҡарай инем спектаклдәрен. Сибай ҡалаһының ҡайһы яҡта икәнлеген белмәһәм дә Сибай театры барлығын белә инем. 9-сы класҡа уҡырға Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына киттем. Унда Вилә Ғилми ҡыҙы етәкләгән түңәрәккә йөрөнөм, яуаплы сығыштар алдынан бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсинанан да һабаҡ алдым, театр студияһында шөғөлләндем. Аҙна һайын театрҙарға йөрөттөләр. Сәнғәт юлы менән китеүем шулай күңел талабына әйләнде.

Тормош иптәшегеҙ ҙә (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов) сәнғәт кешеһе, хәҙер ул һеҙҙең етәксегеҙ ҙә. Ауыр түгелме?

- Айбулат менән беҙ Өфө сәнғәт институтына уҡырға инеп йөрөгән мәлдә үк танышып, бер-беребеҙгә башты юғалтып ғашиҡ булып, танышҡандан һуң башҡаса айырылманыҡ. Икебеҙҙең дә уҡырға ҡабул ителгәнлекте белгәс, ул мине Ишембай районы Ҡарайған ауылында йәшәгән өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа алып китте. Ҡунаҡҡа тип кенә барғайным, үҙем дә аңламайынса, Ҡотошовтарҙың төп йортона килен булып төштөм. Көҙөнә никахлашып ҡуйҙыҡ. Ҡулыбыҙға диплом алғас, ике йәшлек ҡыҙыбыҙҙы күтәреп, Сибайға барып төпләндек. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында икебеҙ ҙә артист булып эшләп, береһенән береһе матурыраҡ ролдәр ижад иттек. Сәхнәлә ул минең һөйгән йәрем дә, ирем дә, атайым да булды. Һөнәри яҡтан бергәләп үҫеп, байтаҡ тәжрибә туплағас, Сибай халыҡ театрын тергеҙеп, спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Сибайҙа матур ғына итеп эшләп йөрөгән ерҙән Айбулатты Ишембай ҡалаһына Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп саҡырҙылар. Өс йылдан уны ҡабат Сибайға саҡырып, театр-концерт берекмәһенә етәксе итеп ҡуйҙылыр. Әлеге мәлдә беҙ Салауат башҡорт драма театрында. Бында ла уны директор итеп тәғәйенләгәс күсенеп килдек. Артистар бит былай ҙа тәгәрмәс өҫтөндә, гастролдәрҙә. Икебеҙгә бер арбала еңеләрәк. Аллаға шөкөр, утыҙ өс йыл бергәбеҙ. Өс ҡыҙ, бер ул үҫтерәбеҙ. Бер ейәнсәргә өләсәй-олатайбыҙ инде хәҙер. Тормошобоҙ матур төш кеүек кенә үтеп бара.

Тормошобоҙ матур төш кеүек кенә, тип әйтеүе генә анһат. Ул матур төш хаҡына ниндәйҙер ауырлыҡтар кисерергә лә, нимәнәндер ваз кисергә лә тура килгәндер?

- Тормош булғас, барыһы ла булды инде. Бала менән уҡыуы ауыр булыр, тип, академик отпуск алырға ҡарар иткәс, төркөмөбөҙ етәксеһе профессор Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев: "Беҙ күмәк бит, ҡыҙым, бергәләп ҡарарбыҙ", - тип, мине ул уйымдан туҡтатып ҡуйҙы. Атайҙарса хәстәрлеге өсөн Ғабдулла ағайға мин әле һаман рәхмәтлемен. Уҡыуға бала менән йөрөгән мәлдәрҙә ҡыҙыбыҙҙы алдына ултыртып, дәрестәр бирә торғайны. Ғөмүмән, уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ беҙ. Рәфил Нәбиуллин, Земфира Хөсәйенова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова, Әхтәм Абушахманов кеүек дәрәжәле уҡытыусыларыбыҙ бала ҡарау менән бәйле проблемаларыбыҙға аңлап ҡараны, кеселекле, кешелекле булды улар беҙгә. Төркөмдәштәребеҙгә лә рәхмәт, Айзиләбеҙ алмаш-тилмәш уларҙың ҡулында йөрөп үҫте. Айбулат эшләп уҡыны. Сессия ваҡыттарында ярҙамға алмаш-тилмәш йә әсәйем, йә ҡәйнәм килеп етә һала торғайнылар. Ә эшләй башлағас, бөтә артистарҙың балалары һымаҡ уҡ, беҙҙең балалар ҙа сәхнә артында үҫте. Оҙайлы гастролдәргә сыҡҡан ваҡыттарҙа ҡыҙыбыҙҙы күп ваҡыт ҡәйнәмдәрҙә ҡалдырҙыҡ, ике генә айлыҡ улыбыҙҙы үҙебеҙ менән ала инек. Улыбыҙҙы, үҙ-ара шаяртып, "гастроль малайы" тип тә йөрөттөк. Ул замандарҙа ҡунаҡхана тигән нәмә юҡ, айҙар буйы ауылдан-ауылға, фатирҙан-фатирға йөрөйһөң. Имсәк бала менән айлап тәгәрмәс өҫтөндә йөрөүҙең нимә икәнен белһә, артистар ғына беләлер. Артист тормошо ситтән ҡарағанда ғына еңел һымаҡ, ә ул эштең ауырлығын беҙ үҙебеҙ генә беләбеҙ.

Дүрт бала әсәһе, өләсәй булараҡ, әле аңлап баһалаған ҡиммәттәрегеҙ юғарылығынан, туплаған тормош тәжрибәгеҙҙән сығып, артислыҡ карьерағыҙҙан бөтөнләй баш тарта алыр инегеҙме? "Йә сәхнә, йә балалар" тигән талап ҡуйылһа, кем файҙаһына хәл итер инегеҙ ул һорауҙы?

- Ауыр һорау. Нимә тип яуап бирһәм дә уйҙарымды дөрөҫ кенә итеп әйтеп бирә алмам һымаҡ. Балалар тыуа торҙо, үҫә торҙолар. Бөгөн килеп бишәү итмәгәнбеҙ, тип үкенгән саҡтар ҙа бар. Күмәк балалы ғаиләнең үҙ ҡанундары: апайлы-һеңлеле, ағайлы-һеңлеле булыу ҙа матур тойғолар тәрбиәләй бит балаларҙа. Үҫә килә улар бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ, терәк-таяныс булырға ла өйрәнде. "Ғаилә менән ижадымды бергә алып бара алырмынмы?" тигән һорау ҙа биргәнем булманы минең үҙ-үҙемә. Үҙе лә артист булғас, Айбулат мине "йә сәхнә, йә балалар" тигәнерәк һайлау алдына ҡуйманы, сәхнә менән балалар араһында үрһәләнгәндә бала мәшәҡәттәре менән яңғыҙымды ҡалдырманы, донъя мәшәҡәттәрен өҫтөмә өймәне, бала ҡарау булһынмы, кер, иҙән, һауыт-һаба йыуыумы - бөтәһен дә бергәләп эшләнек. Ҡайны-ҡәйнәмдәргә, әсәйемә рәхмәт уҡып бөтә алмайым, үҙ донъяларын икенсе планға ҡуйып, һәр ваҡыт беҙҙең менән булдылыр. Донъя үҙ яйына тәгәрләп китеп тик барҙы. Хәҙер генә артҡа әйләнеп ҡарайым да: "Ике айлыҡ баланы алып, нисек гастролдәргә сығып китә алдыҡ икән, нисек түҙҙек икән?" - тип уйлайым.
Мәсьәләнең тағы бер яғы бар: профессиональ сәхнә һинең оҙайлы ялдарыңды аңламай. Артист һәр ваҡыт формала булырға тейеш. Ул хаҡта уйланмауҙың төп сәбәбе, бәлки, үҙемде сәхнәнән башҡа күҙ алдына килтерә алмауымда ла булғандыр. Артист булырға мин бит үҙемде бәләкәйҙән әҙерләнем. "Мин һәр ваҡыт артистар һымаҡ матур кейенеп, төҙ генә атлап йөрөргә тейешмен", - тип уйлай инем. Үҙ-үҙемде матур итеп ултырырға, "әртистәрсә" көлөргә өйрәткәнем хәтеремдә. Илағанда ла, матур илайыммы икән, тип көҙгөгә ҡарап ала инем. Мине һәр ваҡыт кемдер күҙәтеп тора, тигән тойғо ла бар ине хатта. Шул тойғоноң нимә икәнлеген сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡҡас аңланым: тамашасыны һиҙеү тойғоһо булған икән ул. Үҙем һайлаған һөнәргә шул кимәлдә яуаплы ҡараған килеш мин сәхнәнән баш тарта алмаҫ инем ул, ауыр булһа ла, әле үткән юлымды һайлар инем.

Кескәй генә сағынан "Мараттың матур ҡыҙы" булып танылыу яулаған Миңзилә Ҡотошова сәхнәлә йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡмаймы?

- Юҡ, ҡурҡмайым. Артист өсөн матур йә йәмһеҙ булып күренеү түгел, йәмһеҙҙе лә матур итеп уйнау мөһим. Сәхнәлә лә тормоштағы кеүек бит ул: матур булып күренеүе йәмһеҙ булып күренеүгә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ. Айырма шунда ғына: йәмһеҙ булһаң да, матур булһаң да, шаршау артына сыҡҡас, һин бит үҙ асылыңа, үҙ булмышыңа кире ҡайтаһың. Тормошта йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡырға, йәшәгәс-йәшәгәс, донъяны йәмләп йәшәргә кәрәк. Матурлыҡ - һын-ҡиәфәтебеҙ генә түгел, күңелебеҙ торошо. Күңелебеҙ матур булһын.

Шулай итеп, матур актрисаның ижади яҙмышы ла матур. Ярһыу яҙҙарын артта ҡалдырып, һил йәйенә яңы аяҡ баҫҡан мәле әле Миңзиләнең. Актерҙар өсөн йәшәлгән йылдар һөнәри юғарылыҡ билдәһе түгел. Тәжрибә актерҙарҙы байыта, үҫтерә генә. Йәшнәйһе йәйҙәре, емешле йылдары алда әле, тимәк, тормошон матур төшкә әйләндерә алған актрисаның.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru