
Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында дүртенсе тапҡыр "Атайсал - кесе Ватан" форумы үтте. Был мөһим сарала республиканың әүҙем халҡы, шулай уҡ Башҡортостанда тыуып-үҫеп ҡанат нығытҡан, бөгөн илдең төрлө төбәгендә йәшәгән ватандаштарыбыҙ, изге уйлы, изге ниәтле меценаттар, әүҙем эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Кескәй Ватанға һөйөү берләштергән был илһөйәрҙәр, төрлө йүнәлештәге фекер алышыу майҙансыҡтарына йыйылып, "Атайсал" проекты һөҙөмтәләрен, уңыштарын, еңеүҙәрен барланы, киләсәккә эш йүнәлештәре тураһындағы фекер-идеялар менән уртаҡлашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйткәнсә, рухи яҡтан яҡындарҙы берләштергән "Атайсал" хәҙер проект ҡына түгел, ә тыуған төйәктәрен яратыусылар хәрәкәте, берҙәмлек символы, мөһим эштәргә нигеҙләнгән дөйөм милли хәрәкәт ул. Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында ошоно раҫлаусы ҡайһы бер һандар-факттарҙы телгә алды, унда ҡатнашыусыларға кесе Ватанға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте, дәүләт наградаларын һәм иҫтәлекле билдәләр тапшырҙы.
- Беҙҙең форум ысын патриоттарҙы йыйҙы. Һеҙгә тыуған ергә тоғролоҡ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙҙең проект артабан да үҫешә, үҙенең форматын киңәйтә. Әгәр башта был тыуған ауыл йәки ҡала мәнфәғәттәрен генә күҙҙә тотҡан хәрәкәт булһа, бөгөн ул беҙҙең уртаҡ берҙәмлектең сағылышы булып тора. "Атайсал" Башҡортостандан ситтә уңышҡа өлгәшкәндәрҙе берләштерә һәм үҙенең кесе Ватанына ярҙам итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәр ҙә байтаҡ. "Атайсал" республикаға һәм бөтә илгә файҙа килтергән, мөһим эштәргә нигеҙләнгән дөйөм милли хәрәкәткә әйләнә, тип әйтергә була. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып унда 7,5 мең кеше ҡатнашҡан. Ә тормошҡа ашырылған башланғыстар һаны 31 меңгә етте. Был маҡсатҡа 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Изге эштәр исемлеге бик ҙур. 950 балалар һәм спорт майҙансығы йыһазландырылды, 500-ҙән ашыу мәсет һәм сиркәү төҙөлдө һәм ремонтланды. 1 меңгә яҡын зыярат, 2 меңдән ашыу һәйкәл һәм обелиск тәртипкә килтерелде, 900-ҙән ашыу шишмә төҙөкләндерелде", - тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә өлөш индергән, гумконвойҙар ойоштороуҙа ҡатнашҡан, яугирҙар өсөн кейем-һалым һәм әйберҙәр теккән, геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам иткән яҡташтарға рәхмәт белдерҙе. "Бөгөн Беҙ Ватанға аныҡ эштәр менән ярҙам итеүселәргә, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ныҡлы тороусыларға рәхмәт әйтәбеҙ. Был беҙҙең илһөйәрлегебеҙҙе сағылдыра", - тине Радий Хәбиров.
Пленар ултырышта социаль проекттар инициаторҙары "Атайсал" проектында ҡатнашыуҙары тураһында үҙҙәре телмәр тотто. Мәҫәлән, Күмертауҙың "Аҡ йылға" ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Марина Сафонова урындағы халыҡтың Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеүҙәге мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙәк активистары һаҡ селтәрҙәре бәйләй, маскировка костюмдары тегә, окоп шәмдәре эшләй. Яугирҙарға ярҙам итеүҙә балалар һәм ололар ҡатнаша. "Туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға ярҙам итеү - ҙур маҡсат. Беҙ яугирҙарҙы хәстәрлек, йылылыҡ һәм мөхәббәт менән уратып алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. "Атайсал" проекты ярҙамында Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында яугирҙарға ярҙам итеүсе ысын халыҡ батальондары булдырылды", - тине Марина Сафонова.
Рәсәй Федераль наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәте директорының элекке урынбаҫары, полиция генерал-полковнигы Михаил Кийко бөгөн "Аэромакс" предприятиеһын етәкләй. Меценат тыуған Стәрлетамаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына мемориал төҙөргә, Советтар Союзы Геройы Яков Ткаченкоға бюст ҡуйырға, Золотоношка ауылында хәрби хәрәкәттәр ветерандары хөрмәтенә сиркәү һәм часовня төҙөргә ярҙам итә. "Олатайым Стәрлетамаҡ районында тыуып үҫкән, Ул Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән, шунан һуң тыуған яғына ҡайтҡан. Стәрлетамаҡта йәшәгәндә ул йыш ҡына тыуған ауылынан яҡташтарына килеп ярҙам иткән, - тип һөйләне Михаил Кийко. - Уның өлгөһө мине республика тормошонда ҡатнашырға мәжбүр итә. Был Башҡортостанға рәхмәт тойғоһо, ул минең ғаиләм өсөн артабанғы үҫештең нигеҙе булды".
Силәбе өлкәһенең Солтан ауылында тыуып үҫкән Камил Хәйруллин "Солтан - бында ауылды тергеҙәләр" проектын башлап ебәрҙе. Инвестор тораҡ пунктта яңы йорттар төҙөй, уларҙы урындағы халыҡҡа бушлай ҡуртымға тапшыра. "50 йыл тиерлек Санкт-Петербургта йәшәйем. Әммә бала сағымды һәм йәшлегемде мин Солтан ауылында үткәрҙем, унда атай-олатайҙарым XIX быуаттан алып йәшәгән. Ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн мин эш планын төҙөнөм. Торлаҡ йорттар һәм сыр ҡайнатыу заводын төҙөп, бушлай ҡуртымға бирҙем, урындағы ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итәм. Был яңы эш урындары булдырырға, мәктәпте һәм ғаиләләр өсөн балалар баҡсаһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер өлкә властары менән асфальт юл төҙөлөшөн тикшерәм, унда ла ҡатнашырға әҙермен, - тине Камил Хәйруллин. - Башҡортостанда уникаль "Атайсал" проектын башлап ебәреүҙәре һәм үҙҙәренең кесе Ватаны хаҡында хәстәрлек күрергә әҙер булғандарға ярҙам итеүҙәре ҡыуаныслы".
"Фармленд" федераль дарыуханалар селтәренә нигеҙ һалыусы Олег Муров бизнестың һәм йәмғиәттең төбәкте үҫтереү өсөн шәхси яуаплылығы темаһына ҡағылды."Мин тыуған ерҙе яратыусылар ғына түгел, уны яҡшыртыусылар тураһында ла һөйләйем, - тип мөрәжәғәт итте ул форумда ҡатнашыусыларға. - Беҙ, мәҫәлән, меңдән ашыу бинаның фасадын ремонтланыҡ, урамдарҙы төҙөкләндерҙек. Беҙҙә 11 мең хеҙмәткәр, уларҙың күбеһе Башҡортостанда эшләй һәм лайыҡлы эш хаҡы ала. Беҙ бында һалым түләйбеҙ - был республика үҫешенә ҙур өлөш индерә". Олег Муров, Тыуған илгә һөйөү тураһында һөйләү генә түгел, ә көн һайын уны ғәмәлдәр менән раҫлау мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Башҡортостанды алыҫтан да яратырға мөмкин, - тип билдәләне бизнесмен. - Ләкин республиканы үҫтереү, балаларыбыҙҙың бында уҡырға һәм эшләргә теләүе өсөн шарттар булдырыу күпкә мөһимерәк. Әгәр кеше иртәгә бөгөнгөгә ҡарағанда яҡшыраҡ буласағын тойһа, ул бынан китмәйәсәк. Башҡортостанда йәшәү абруйлы булһын өсөн эшләргә тейешбеҙ".
Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбе студенты, химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа дүрт тапҡыр еңеүсе Вадим Харисов олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм ни өсөн тыуған төбәгендә юғары белем алыуы хаҡында һөйләне. "Бөтә донъя конкурсында сәхнәгә алтын миҙал алырға сыҡҡанда быға Башҡортостанда өлгәшеүем менән ғорурландым", - тине Вадим Харисов. Ул мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөлә ҡалырға һәм мәктәп уҡыусыларын олимпиадаларға әҙерләүгә бағышларға ҡарар итеүен билдәләне. "Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән балалар менән эшләү минең өсөн иң ҙур мотивация булып тора. Мин уларҙа ҙур потенциал күрәм, - тип һөйләне ул. - Һәр уҡыусының үҙен табып, тыуған еренән китмәйенсә уңышҡа өлгәшә алыуын теләйем..." Вадим Харисов йәштәр өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙың мөһимлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Беҙ бында ла көслө белгес, уҡытыусы, ғалим булыу мөмкинлеген күрһәтергә тейешбеҙ. Кемдер: "Өфөлә ни эшләргә мөмкин һуң?" - тиһә, мин: "Беҙгә ҡара, беҙ бында ҡалдыҡ һәм уңышҡа өлгәштек", - тип яуап бирә алам", - тип уртаҡлашты Вадим Харисов.
Шулай итеп...
"Дүрт йыл элек "Атайсал" проектын башлағанда беҙ был тиклем уңыштар, атҡарыласаҡ эштәр тураһында күҙ алдына ла килтермәгәйнек әле", - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Ысынлап та, яҡташлыҡ көсө менән атҡарылған "Атайсал" проекттары бихисап булып китте. Бер-беребеҙгә ярҙам итеү, кәрәк саҡта иңеңде ҡуя белеү, терәк-таяныс булыу - халҡыбыҙҙың иң матур ғәҙәттәренең береһе. Шул йоланы яңыртыуға, дауам итеүгә булышлыҡ итте "Атайсал" проекты. Асылыбыҙҙағы аҫыл сифатыбыҙҙың милли идеология кимәленә күтәрелеүен халыҡ та ҡуш ҡуллап күтәреп алды. Тыуған Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр ғәҙәти күренешкә әйләнде. Халыҡтың бөгөн изге эштәргә берләшеүе бигерәк тә Махсус хәрбиә операция майҙандарында ил именлеген һаҡлаусы уландарыбыҙ, ир-егеттәребеҙҙең ауыр хеҙмәтенә ярҙам итеү юҫығында алып барыла. Был юлы ла форумда ҡатнашыусылар төрлө секцияларға бүленеп эшләһә лә, төп һүҙ барыбер ана шул берҙәмлек емештәрен барлауға арналды. Изгелектең иң олоһо ошо булалыр ҙа инде. Девизы "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" тип нарыҡланған проект уйлыларҙы, ғәмлеләрҙе, сәмлеләрҙе бергә туплай. Көсөбөҙ - республикабыҙҙың матур киләсәге хаҡына эшләнгән һәм эшләнәсәк изге ғәмәлдәребеҙҙә.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА