«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠЫЛ ТЕҮӘЛЛЕГЕ БИР, ХОҘАЙЫМ!
+  - 


Беҙҙә табиптарға йөрөүсе ауырыуҙар күп; эйе, халыҡтың сәләмәтлек торошо яҡшырғандан-яҡшыра бармай, үкенескә. Кемдәргә мөрәжәғәт итә һуң медицина ярҙамына мохтаждар? Иң тәүҙә, әлбиттә, участка терапевына - яҙыла алһа. Артабан - кардиолог, невролог, гастроэнтеролог. Лор табип менән күҙ ауырыуҙары белгесе кабинетына ла һәр ваҡыт оҙон сират була.

Терапевҡа яҙыла алһаң, тигәнем шунан, уға, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа эләгеүе ауырлаша бара. Яҙылған хәлдә лә, терапевт кабинетында һине генә көтөп ултырмайҙар, әлбиттә. Табип башын да күтәрмәй ниҙер яҙа йә компьютерҙан айырыла алмай ғына анамнезыңды һораша башлай. Ә бит ул иң тәүҙә пациенттың ҡиәфәтенә, йөҙөнә, үҙен тотошона иғтибар итергә тейеш. Ярай быныһы. Иң борсоғаны - уларҙың ҡабаланыуы. Быны ла аңларға була: коридорҙа кабинет ишеге төбөндә тағы тиҫтәләгән кеше сиратта тора. Үпкәләштән булмаһын, тигәндәй, терапевт барыбер ҙә билдәле бер йүнәлештә махсуслашҡан белгес түгел, ә сирлегә дөйөм, визуаль планда ҡарай. Былай тип әйтергә хаҡым да юҡтыр, бәлки, ләкин үҙ ғүмеремдә тик бер генә, уныһы ла сит участканыҡына осраҡлы эләгеп, киң ҡарашлы, төрлө яҡлы белемгә эйә терапевты осрата алдым. Үкенескә, ул да хаҡлы ялға китте инде...
Борсоу ғына түгел, хафаға һалғаны ла шул: ҡайһы ғына табипҡа барма, үҙ поликлиникаңамы, түләүлеһенәме, дарыу яҙып сығара ла - эш тә бөтә, ә сирле үҙ проблемалары менән ҡала бирә. Илдә генә түгел, донъя күләмендә был йәһәттән фармацевтика баҙарында монополистар идара итеүе һәм был өлкәне контролдә тотоуҙары мәғлүм, әлбиттә, тик шулай ҙа дарыу төймәләрен икмәк урынына ашауын дауам итә кешелек - ҡайҙа барһын. Әгәр уны дарыу - сәләмәтлекте ҡайтарыусы сара, тип ышандырғандар икән.
Дарыуға көнө лә һирәгерәк төшөр ине, бәлки, кешенең, әгәр беҙҙә дауалау-иҫкәртеү саралары бергә алып барылһа.
Профилактика, ни тиһәң дә, диспансерлаштырыуҙан ғына ғибәрәт түгел бит. Кешенең сәләмәт тормошҡа ынтылышын дәүләт кимәлендә күтәрмәләү, бының өсөн һәр кемгә мөмкинлек булдырыу - ул беҙҙең йәшәү шарттарында мөмкин булмаған нәмәлер, моғайын, сөнки әлеге шул профилактика сараларында мөһим булған дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыу мәсьәләһенең генә лә сылбыры күптән өҙөлгән: бөтөн ризыҡ составы зарарлы ҡушымталар, химия менән ашланып етештерелә һәм үҫтерелә. Саф, таҙа ризыҡ экологик яйлыраҡ төпкөл ауылдарҙа ла хатта һирәгерәк осрай бара: глютенлы бөртөклөләрҙән он, ярмаларҙы улар ҙа уртаҡ "табаҡтан" - магазиндан һатып ала бит.
Теманан ситкәрәк сығып кителһә лә, һаулыҡ һаҡлауҙа бөтөн мәсьәләләр ҙә бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән һәм бер үк сәбәп-һөҙөмтәгә килтерә икәнен дә беләбеҙ. Физик сәләмәтлек торошо, етешһеҙ көнкүреш шарттары, фәҡирлек, ҡайғы-хәсрәт һәм эскелектең йән рәнйеү сире менән бәйләнеше лә алыҫ түгеллеген тойомларға була.
Әйткәндәй, ошо араларҙа ғына Яндекс яңылыҡтар таҫмаһында бирелгән шундай мәғлүмәт шаңҡытты: Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы асыҡлауынса, Башҡортостанда башҡа төбәктәргә ҡарағанда психик сирҙәр менән яфаланыусылар күберәк булып сыҡҡан: республика ил буйынса был исемлектә Мәскәү менән Санкт-Петербург һәм, ни бары 100 кешегә генә ҡалышып, Татарстандан һуң дүртенсе урында килә. Башҡортостанда былтыр 150 203 кеше психик тайпылыштар буйынса табипта иҫәптә торһа, 2023 йылдағынан хәл үҙгәрмәгән, ни бары 128 кешегә генә кәмегән. Был медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткәндәре генә, ә күпме сирле табипҡа бармай, үҙ алдына ҡаңғырып йөрөүен дауам итә? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Ундай кешеләрҙең нормаль булмаған, башҡалар өсөн хәүефле ҡылыҡтарын видеокүҙәтеү камераларынан алып йыш ҡына социаль селтәрҙәргә лә һалалар: Аллаһ һаҡлаһын, ундайҙарға тош итмәһен, тип теләргә генә ҡала. Йәмғиәт һәм граждандар именлегенә ни тиклем хәүеф янай бөгөн ундай агрессив психикалы сирлеләрҙән! Былтыр ғына ла Башҡортостанда 7305 кешегә психик ауырыу диагнозы ҡуйылған, ә Рәсәй буйынса тотош алғанда былтыр 4 млн 11 мең 508 сирле теркәлгән. Әлбиттә, ҙур ҡала Мәскәүҙә иң күбе - 248 120, Мәскәү өлкәһендә 203 353 һәм Санкт-Петербургта 179 787, Башҡортостанда, үрҙә әйтеп кителеүенсә, 150 203 кеше.
Был хәлдең төп сәбәбен белгестәр COVID-19 эпидемияһы һөҙөмтәһе, тип тәҡрарлай, ләкин бөтә бәләләрҙә ғәйепле COVID-19-ҙан алда уҡ әле, 2018 йылдың февралендә, мәҫәлән, Башҡортостанда ул ваҡыттағы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов фән буйынса совет ултырышында психик сирлеләр һаны артыу сәбәпле борсолоу белдереп, был проблема менән шөғөлләнергә тейешле фәнни үҙәк асырға тәҡдим итә. "Үҫешкән баҙар иҡтисадлы илдәрҙә бындай сирлеләргә психика-терапевтик ярҙам юғары кимәлдә ҡуйылған, унда күп кеше персональ психотерапевт хеҙмәте менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә", - ти Р. Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта ул мәктәптәрҙә, колледждарҙа, вуздарҙа психологик ярҙам хеҙмәтен киңерәк йәйелдергә ҡуша.
Ә унан да алдараҡ, 2011 йылда, И.Әхмәров, Р.Вәлинуров, А.Зәйнуллина составындағы бер төркөм ғалимдар 2008-2010 йылдар эсендә Башҡортостанда шизофрения сиренең таралыуына анализ яһай. Был сир донъя күләмендә ул саҡтағы статистика буйынса 0,8-1 процент сиктәрендә таралған була. Белгестәр шизофренияның күпләп үлемгә (суицид) килтереү фактын, бындай сирлеләрҙең башҡа кешеләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ниндәй ҙур ҡурҡыныс тыуҙырыуын, шул уҡ ваҡытта яйһыҙ социаль һәм иҡтисади эҙемтәләргә килтереүен билдәләгән.
Әйткәндәй, әлеге "почетлы" 4-се урын 2019 йылдан бирле урынынан ҡуҙғалмаған. Бынан алты йыл элек тә урындар быйылғы тәртиптә һаҡлана килгән. Был факт та һағайтмай ҡалмай: тимәк, психик сирлеләр проблемаһы шул йылдарҙан бирле үҙ ағышына ҡуйылған, тип уйларға урын бар. Һәр хәлдә, дауалау-иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһе күренмәй. Дөрөҫ, тап шул осор ковид эпидемияһының башланып китеүе лә мәсьәләне ситкәрәк этәрергә мәжбүр иткәнде. Бөгөн, ил буйынса миллиондар аҡыл рәнйеүе менән яфаланғанда, нимә көтмәк кәрәк? Фажиғәле хәлдәр, суицид, енәйәтселек, башҡа бәлә-ҡазаларҙымы? Бындай сирлеләрҙең күбеһе медицина ярҙамына мөрәжәғәт тә итмәй. Эскегә бирелгән кеше, мин алкоголик түгел, тип үҙен ышандырырға маташҡан шикелле, былар ҙа үҙҙәренең ауырыуын танырға теләмәй һәм үҙ хәлен баһалай ҙа алмай ҙа торғандыр.
Һәр хәлдә, проблема тупһанан ашатлап ингән икән, уның түргә үтеүен көтөргә ярамай, ә кисекмәҫтән дәүләт кимәлендә медицина ярҙамы ойоштороу сараһын күрергә, атап әйткәндә, йәшәгән урындар буйынса поликлиникаларҙа түләүһеҙ белгестәр хеҙмәтен ойошторорға кәрәк, юғиһә, бөгөн түләүле психотерапевтҡа бер тапҡыр барыу ҙа 3-6 меңгә барып баҫа икән, сирле кеше теләгән хәлдә лә унда яҡын юламаясаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.25 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru