«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨП МАҠСАТ КӨСӨНДӘ ҠАЛА
+  - 


Рәсәй менән Украина делегацияларының 16 майҙа булып үткән ни бары ике сәғәтлек осрашыуында ниндәйҙер хәл иткес ҡарарға килеп булмауы уҡыусы балаға ла яҡшы аңлашылалыр. Эксперттар фекеренсә, Рәсәй - Украина делегацияларының был юлы осрашыуы 2022 йылда Киев ғәйебе менән өҙөлгән һөйләшеүҙәрҙән һуң тәүге һынау этабы ғына булды. Алда әле ике яҡты ла тағы күпме шундай этаптар көтәлер - әйтеүе ҡыйын. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Мәскәү был осрашыуҙы ҡәнәғәтләнерлеҡ башланғыс тип тапты.

Рәсәй делегацияһы етәксеһе Владимир Мединский ике яҡлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһен әйтеп бирҙе: беренсенән, яҡтар 1000-гә 1000 кеше иҫәбенән әсирҙәр менән алмашырға килеште; икенсенән, Украина делегацияһының ике дәүләт башлығының күҙмә-күҙ осрашыуын һорауы иҫәпкә алынды; өсөнсөнән, Рәсәй менән Украина утты туҡтатыуҙы нисек күҙаллауҙарын ентекле әҙерләгәндән һуң һөйләшеүҙәрҙе дауам итеү мөмкинлеге тыуҙы. Украина делегацияһы ла үҙ яғында ошондай уҡ пункттар буйынса һөҙөмтә-белдереү яһаны. Шуныһы мөһим, ти күҙәтеүсе сәйәсмәндәр, был осрашыуҙа ике яҡтың да үҙ-ара ышаныс булдырыуға ынтылышы күренде. Сөнки ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Украина делегацияһын тулыһынса "милитари-нацистик" состав тип атағайны һәм был осрашыуҙан улар яғынан ыңғай хәбәр көтмәгәйне. Ысынлап та, делегациялағы 12 кешенең 9-ы көс структуралары хәрбиҙәре, шул уҡ ваҡытта бандеровсы йоғонтоһонда булғандарының да ҡатнашыуы шик тыуҙыра ине. Рәсәй делегацияһы етәксеһе Мединскийҙың әйтеүенсә, дөйөм алғанда, һөҙөмтә ҡәнәғәтләнерлек. Утты туҡтатыу буйынса яңынан көтөлгән ихтимал һөйләшеүҙәр һәм тәҡдимдәр хаҡында тиҙҙән хәбәр ителәсәк, ти ул.
АҠШ-тың Дәүләт секретары Марко Рубио хәбәр итеүенсә, әгәр Мәскәү менән Киев араһындағы һөйләшеүҙәрҙә алға китеш булмаһа, Конгресс тарафынан Рәсәйгә ҡарата санкцияны ҡәтғиләштереү сараһы күреләсәк. Был хаҡта закон проекты Рәсәй нефтен һатып алыусы илдәрҙең тауарҙарына 500 процент пошлина ҡуйыуҙы күҙҙә тота. Ошо йәһәттән Трамптың сәйәсмән булараҡ, тыныслыҡ килешеүенә, айырыуса өс йыл буйы һуғыш барған Украина менән бөгөн үк, ул теләгәнсә, тиҙ генә ҡул ҡуйыуҙың мөмкин булмаған эш икәнен аңларға теләмәүе ғәжәпкә ҡалдыра һәм бала-сағаса ҡыланыуы, туҡтауһыҙ санкциялар менән янауы, шул уҡ ваҡытта Киевты аҡса һәм ҡорал менән тәьмин итеүе аптырата. Германияның Die Zeit баҫмаһы яҙып сығыуынса, Дональд Трамп Владимир Путин менән күҙмә-күҙ осрашҡандан һуң ғына тыныс һөйләшеүҙәрҙә прогресҡа өлгәшеп булырына ышана, ә әлегә ул 19 майҙа Рәсәй етәксеһе менән телефондан һөйләште.
Эйе, утты туҡтатыу буйынса Рәсәй - Украина һөйләшеүҙәре бөтөн донъя иғтибарын йәлеп итте. Был йәһәттән айырыуса Украинаның төп "адвокаттары" - Франция лидеры Макрон, ГФР канцлеры Мерц, Британия премьеры Стармер Рәсәй яғын һөйләшеүҙәрҙә, йәнәһе лә, "килешеп бөтмәҫлек" шарттар ҡуйыуҙа ғәйепләне һәм был мәсьәләне тиҙерәк Трамп ҡолағына киртеүҙе кәрәк тапты. Улар тарафынан "килешеп бөтмәҫлек" тип табылған шарт, ә дөрөҫө, Рәсәйҙең Украинала Махсус хәрби операция алып барыуының логик һөҙөмтәһе, төп маҡсаты - ике арала оҙайлы тыныслыҡ урынлаштырыу, Рәсәй дәүләтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм Украиналағы рус телле халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлау. Ошо буламы инде "ҡабул ителмәҫлек" шарт! Дөрөҫ, бының өсөн конфликттың тәү сәбәптәрен юҡ итеү, йәғни Украинаны ҡоралһыҙландырыу, нацизмды юҡ итеү һәм был илдең нейтраль статусына өлгәшеү кәрәк. Рәсәйҙең Украина конфликтын үҙебеҙгә кәрәкле һөҙөмтә менән тамамларлыҡ көсө лә, саралары ла етерлек, тине РФ Президенты Путин.
Зеленскийҙың һөйләшеүҙәрҙе һуҙа килеүен Верховный Радала ла хупламайҙар. Сөнки, ти Рада депутаты Александр Дубинский, өҫтәмә территорияларҙы һәм кешеләрҙе юғалтыу Украина өсөн отошһоҙ позицияла тороуҙы аңлатасаҡ һәм был позиция һөйләшеүҙәрҙең киләһе раунды һайын насарлана ғына барасаҡ. Ошоно раҫлағандай, 18 майҙа Рәсәй Ҡораллы көстәре Украинаның хәрби объекттарын утҡа тотто һәм уның өҫтөнә күп һанда дрондар осорҙо. Киев һәм Киев өлкәһе һөжүмгә дусар ителде. Рим папаһы менән осрашып ҡайтҡандан һуң 18 майҙа үҙенең Тelegram-каналында Зеленский Рәсәй менән конфликтты көйләү һәм реаль һөҙөмтә хаҡына теләһә ниндәй форматта диалогҡа әҙер булыуын белдереп яҙҙы. Әйткәндәй, 19 майҙа Дональд Трамп менән Владимир Путин ике сәғәттән ашыу Украина конфликтын көйләү буйынса телефондан һөйләште. Улар шул уҡ ваҡытта Рәсәй менән Украина вәкилдәренең "иң юғары кимәлдә" осрашыуы мәсьәләһенә лә ҡағылды. Был һөйләшеүҙән һуң Трамп, Украина конфликты буйынса тыныслыҡ булдырыуға өмөт белдереп, Рәсәйгә санкция иғлан итеү менән ашыҡмай торорға булды.
Һәм тағы. "АҠШ-тың үҙәк өлөшөндә 17 майҙа булып үткән ҡеүәтле торнадо ҡойоно ҡотороуы һөҙөмтәһендә 27 кеше һәләк булды",- тип хәбәр итә The New York Times гәзите. Ҡойон айырыуса Миссури, Кентукки, Сент-Луис ҡалаларына ҙур зыян килтергән: биналар емерелгән, электр линиялары өҙөлгән. Ә бына шул ук көндө Сербияның Ниш ҡалаһында ил президенты Александр Вучич тарафынан йыйылған "Халыҡ һәм дәүләт өсөн" сәйәси платформа презентацияһы митингыһы әлеге Америка ҡойононан һис кәм булмағандыр: ҡала урамдары ғәмәлдәге власть яҡлылар һәм уларға ҡаршы сығыш яһаусы оппозиция вәкилдәре менән шығырым тулған, уларҙың тығыҙ ҡыҫымы аша полиция ла хатта саҡ үтеп инә алды, тип яҙа РЕН ТВ хәбәрсеһе Сергей Петров. Ҡала урамдары ябыҡ, хәрәкәт тулыһынса туҡталған. Бынан бер ай самаһы элек, 13 апрелдә лә Белград үҙәгендә Сербия хөкүмәтен яҡлап, ошондай уҡ митингҡа 20 мең кеше сыҡҡайны. Президент Вучич граждандарҙы "ирекле ихтыяр белдереп, ил берҙәмлеген нығытыу һәм суверенлыҡ" маҡсатына өлгәшергә саҡырҙы. Сербияла хәҙер ярты йылдан ашыу инде ғәмәлдәге власть сәйәсәтенә ҡарата йәштәр, айырыуса студенттар хәрәкәте туҡтамай. Улар былтыр 1 ноябрҙә Нови-Сад ҡалаһында вокзал бинаһының бетон түшәме емерелеп, 16 кеше һәләк булғандан һуң башланып киткәйне. Быйыл марттағы күп һанлы ошондай уҡ митингынан һуң ил премьеры Милош Вучевич отставкаға китергә мәжбүр булды. Президент Вучич әйтеүенсә, студенттар сығышына оппозиционерҙар төҫ бирә. Ләкин Сербияла "майҙан копияһы" булмаясаҡ. Митингыға сығыусыларҙың 99 проценты "төҫлө революцияға" ҡаршы, ти ул.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru