«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЛЕНИН ПАРКЫНДА ҠУРАЙҒА ҺӘЙКӘЛ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!
+  - 

Төҙөкләндереү эштәре башланыу сәбәпле, 12 майҙа Өфөнөң Ленин исемендәге паркы инеп ял итеү өсөн ябылды. Раҫланған проект буйынса ул тулыһынса яңыртыла. Быйыл ағастарҙы бер формаға килтереү, күп йыллыҡ ҡыуаҡтар ултыртыу, коммуникацияларҙы алмаштырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Планлаштырылған эштәрҙе тамамлау һәм яңыртылған ял итеү урынын ҡайтанан асыу иһә 2026 йылдың 11 октябренә билдәләнгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса паркты реконструкциялауға бәйле ваҡытлыса йәмәғәт контроле төркөмө булдырылды. 13 майҙа уның тәүге ултырышы үтте. Йәмәғәт күҙәтеүселәре паркты ҡараны, башҡарыласаҡ эштәр күләмен баһаланы, подрядсы компания вәкилдәре менән аралашты. Ошо йәһәттән йәмәғәт контроле төркөмө ағзаһы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артис Хөрмәтулла Үтәшев фекерҙәре менән уртаҡлашты:
- Йәмәғәт контроле төркөмөнөң маҡсаты - реконструкция үткәргәндә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен, парктың тарихи йөҙөн, уның биләмәһендәге һәйкәлдәрҙе, иҫтәлекле урындарҙы һаҡлауҙы контролдә тотоу. Мәҫәлән, Мәжит Ғафуриҙың ҡәбере лә ошонда бит. Үткән тәүге ултырышта был турала ентекле һөйләшеү булды. Шулай уҡ транспорт ҡуйыу урындары, ял итеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу тураһында ла фекер алыштыҡ. Паркка терәлеп ултырған беҙҙең театрҙы ғына алғанда ла, 400-ҙән ашыу кеше эшләгән коллектив өсөн бөтөнләй транспорт ҡуйыу мөмкинлеге юҡ. Спектаклгә килгән 500 тамашасы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Паркта балалар өсөн уйын майҙансығы эшләү хаҡында ла һүҙҙәр булды. Әйткәндәй, ул беҙҙең драма театрына йәнәш урында ҡоролосаҡ.
Бынан өс йыл элек ҡала хакимиәте Ленин исемендәге ял паркын капиталь төҙөкләндереү буйынса фекер алышыу уҙғарғайны. Унда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә ҡатнашты. Беҙ осрашыу барышында паркта ҡурайға һәйкәл ҡуйыу, милли ерлекте, рухты сағылдырған элементтар менән биҙәү мәсьәләһен күтәреп сыҡтыҡ. Сөнки Ленин паркы баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә, Башҡортостандың идара власы ултырған урында урынлашҡан һәм, башҡа төбәктәрҙәге кеүек, ул беҙҙең ерлектең, халҡыбыҙҙың мәҙәни мөхитен сағылдырырға тейеш. Тәҡдим ителгән проектта уларҙың булмауы ныҡ ғәжәпләндерҙе. 2014 йылда уҡ Мәҙәниәт министрлығы Ленин паркына ҡуйыласаҡ ҡурай һәйкәле композицияһының иң яҡшы эскизына конкурс иғлан иткәйне. Әлеге ултырышта мин был мәсьәләне тағы ла күтәрҙем, паркта милли һыҙат булырға тейеш, тип үҙ фекеремде әйттем. Тик аныҡ ҡына яуап булманы. "Мәҙәни мираҫ объекты булып торған, XIX быуатта нигеҙ һалынып, совет осоро элементтары менән тулыландырылған классик стилдәге парк был, проектта һүҙ уны яңыса ҡороу тураһында түгел, ә уны нисек бар, шулай һаҡлап, булған объекттарға реконструкция үткәреү тураһында ғына бара, бөтә экспертизалар ҙа үткәрелгән", - тип һылтаныу таптылар. Шулай ҙа өмөттө өҙмәйбеҙ, ҡурайға һәйкәл ҡуйылыр, тип ышанабыҙ.

Рәсүл БАЙГИЛДИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.25 | Ҡаралған: 121

Киске Өфө
 
Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.

(Сенека).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru