
Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы әүҙемселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Айыҡ ауыл" конкурсы беренсе тапҡыр 2011 йылда уҙғарылды. 2020 йылдан республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән проект Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды. Конкурстың төп маҡсаттары - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, изге эштәргә дәртләндереү. Башҡортостан Башлығы указы менән уҙған йылдан конкурстың приз фонды 48,4 миллион һумға тиклем арттырылды. Еңеүселәр 1,5-6 миллион һумлыҡ премия менән бүләкләнә.
Башҡортостанда "Айыҡ ауыл" конкурсы милли идеяға әүерелеүе ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең был аҙналағы оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе. "Республикабыҙ ауылдарының өстән бер өлөшө ошо проектта ҡатнаша. Киләһе йылда ла уны дауам итеүегеҙҙе һорайым. Конкурсты милли идея тип ҡарарға кәрәк. Сараның сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа әһәмиәте ҙур", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Был юлы "Айыҡ ауыл" республика конкурсы финалсыларын Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов сәләмләне. "Айыҡ ауыл" республика конкурсы алтынсы тапҡыр ойошторола", тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. Уның һүҙҙәренсә, финал этабында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла 200-әр мең һум премия бирелә, шулай уҡ республикабыҙҙың иң яҡшы 12 ауылы еңеүсе тип иғлан ителә. Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашыусылар ойоштороусыларҙан махсус бүләктәр - республика шифаханаларына юлламалар, Рәсәй Дәүләт Думаһынан, республика министрлыҡтарынан һәм ведомстволарынан Рәхмәт хаттары алды.
Вице-премьер Руслан Хәбибов билдәләүенсә, был бәйгелә тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтылған ауылдар ҡатнаша. "Илебеҙ Президенты Владимир Путин алдыбыҙға аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Иң тәүҙә республика граждандарының әүҙем йәшәү рәүеше өсөн шарттар булдырыу зарур. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Был муниципалитет, ауыл биләмәләре башлыҡтарының эш һөҙөмтәһе булып тора. Ауылдарыбыҙҙы үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләй. Шәхси миҫал - мөһим аспект. Беҙ нимә һәм нисек эшләргә кәрәклеген күрһәтергә тейешбеҙ. Еңеүселәр - тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеүселәр. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тибеҙ. Быны балаларға аңлатыу мөһим. Балаларыбыҙ беҙҙән өлгө алырға тейеш", - тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Шулай итеп, республиканың 12 айыҡ ауылы иғлан ителде. Бына улар:
"Эре тораҡ пункттар" номинацияһында Балаҡатай районының Билән ауылы беренсе урынды алды, икенсе урынға - Ауырғазы районының Исмәғил ауылы, өсөнсө урынға Ҡариҙел районының Абыҙ ауылы лайыҡ булды.
"Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы еңеү яуланы. Икенсе урында - Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы, өсөнсөлә - Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы.
"Урта тораҡ пункттар" номинацияһында Асҡын районының Әмир ауылы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында - Благовар районының Яныш ауылы, өсөнсөлә - Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы.
"Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияһында Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылы еңеүсе тип иғлан ителде. Икенсе урынды Борай районының Алтайыу ауылы алды, өсөнсөлә - Туймазы районының Бәйрәкәтүбә ауылы.
"Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһында шулай уҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, "Айыҡ ауыл" - ул сәләмәт тормош биләмәһе, демографияны, социаль именлекте яҡшыртыу, ныҡлы ғаиләләр, бәхетле балалар. "Конкурстың приз фонды һәм проекттың популярлығы йылдан-йыл арта бара. Шул уҡ ваҡытта аҡсаның күпселек өлөшө конкурста еңгән ауылдарҙың биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Шулай ҙа төп маҡсат - ватандаштарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың һаулығы. Республикала ялған хәмер эсеп үлеү осраҡтары, енәйәтселек һәм социаль етемлек кимәле кәмей", - тип билдәләне Толкачев.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
"Айыҡ ауыл" конкурсында Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы командаһы әүҙемлеге, дәрт-дарманы, хатта берҙәм форма кейеүе менән айырылып торҙо. Абруйлы конкурста Әбйәлил данын ете егет яҡланы.
"Иң тәүҙән алдыбыҙға беренсе урын алырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ауыл халҡы менән бергә йыйылыш үткәреп, инициатив төркөм төҙөнөк. Унда 7 егет йыйылды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, бөгөн беҙ - еңеүсе. Бөтәһе ике автобус булып килдек Өфөгә. Шулай уҡ "Илекле ҡыр" фольклор ансамбле һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем ярҙам итте, - тине Вадим Абдуллин. - "Айыҡ ауыл" конкурсы ауылыбыҙға яңы һулыш бирҙе. Эскелеккә ҡаршы саралар, спорт ярыштары әүҙемерәк үтә башланы, шул уҡ ваҡытта МХО-ла хеҙмәт иткән ауылдаштарыбыҙға ярҙам итергә лә өлгөрҙөк. Киләсәктә лә был йүнәлештә эште туҡтатмаясаҡбыҙ, сөнки, йәшерен-батырыны юҡ, "йәшел йылан" тиҙ арала кире ҡалҡып сығырға мөмкин".
Ҡаҙмашта 500 самаһы кеше йәшәй. Ауыл уңған, эшһөйәр һәм татыу халҡы менән матур. Бында йәш ғаиләләр төҙөлә, матур төҙөк йорттар ҡалҡып сыға. Ҡаҙмаштар бөгөн дәррәү МХО-ға ярҙам итә, оҫта ир-уҙамандар алғы һыҙыҡҡа дүрт мунса, тиҫтәләгән гуманитар ылау ебәргән. Ә ундан ашыу егет үҙ теләге менән тыуған илен һаҡларға киткән.
"Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы - был еңеүгә лайыҡ. Ауылда конкурс барышында ойошторолған инициатив төркөмдәге ете егет әүҙем эшләй. Улар артынан бөтә халыҡ эйәрә. Егеттәр үҙ алдына ҙур маҡсат ҡуйҙы - конкурста еңгән аҡсаға экскаватор һатып алырға ниәт итте. Һис шикһеҙ, был бик дөрөҫ буласаҡ, ауыл ерендә техникаһыҙ булмай. Әйтергә кәрәк, Урал аръяғының бөтә ауылдары ла "Айыҡ ауыл" конкурсында әүҙем ҡатнаша. Минең уйлауымса, был уларҙың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуына, республикалағы мәсьәләләргә битараф булмауына бәйле", - тип белдерҙе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин.
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА