
Башҡорт тархандары һанының XVIII быуаттың икенсе яртыһында кәмей барыуы батша хөкүмәтенең 1754 йылда дөйөм һалымды бөтөрөп, тоҙҙо ҡаҙнанан һатып алыу хаҡында сығарған указына ла ныҡ бәйле, ахырыһы. Сөнки был указ башҡорт, мишәр тархандары менән түбән ҡатлам халыҡ хоҡуҡтарын тиңләй. Һалым бөтөрөлгәс, льготаның кәрәге лә бөтә. Быны тоҙҙо һатып алыу "һалымы" алыштыра. Ә тоҙ өсөн тархандар ҙа ситләтелгән һалым түләргә мәжбүрҙәр. Был хәл тарханлыҡ исеменең дәрәжәһен төшөрә, социаль асылын юя.
Әлбиттә, быға ҡарап ҡына тарханлыҡ ҡапыл ғына һүнеп ҡалмай әле, традиция буйынса йәшәүен, исем-атын дауам итә. Күп кенә тархандар сауҙа эшенә бирелә, бында уларға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр һаҡлана, килем-төшөм дә аҙ түгел.
Әммә дәрәжәле әҙәмдәргә, тархан заттарға береһе бөтһә, икенсеһе сығырға әҙер. XVIII быуат аҙағында башҡорттар кантонлыҡ системаһына күсерелә, ярым хәрби сословиеға әйләндерелә. Кисәге тархандарҙың абруйлыраҡтары кантон башлыҡтары булып китә, ҙур хоҡуҡлы яңы түрәләргә әүерелә. Күп тархандар офицерлыҡ дәрәжәләренә ынтыла. Өлкәнерәктәре, ил алдында ҙур хеҙмәт күрһәткәндәре урыҫ дворяндарына тиңләшер дворянлыҡ дәрәжәһен даулай башлай. Етмәһә, батша хөкүмәте 1845 йылғы ҡарары менән тархандарҙы барлы-юҡлы хоҡуҡтарын да мәхрүм итеп, ябай халыҡ кимәленә төшөрөп ҡуя. Был йәнә ризаһыҙлыҡты көсәйтә.
Батша хөкүмәте тарханлыҡ институтын, уның хоҡуҡтарын нисек бөтөрөп ҡуймаһын, тархандарҙы нисек кенә лә урыҫ дворяндары ҡатарына индерергә теләмәһен, кисәге тарафдарҙаштарының теләге менән күпмелер иҫәпләшергә лә мәжбүр. Элекке тархандарҙың ил алдында ҙур хеҙмәт күрһәткәндәре, иң абруйлылары, кантон башлыҡтарының күренеклеләре өҙлөкһөҙ юллауҙары буйынса яйлап берәм-һәрәм дворянлыҡҡа күсерелә башлай.
Башҡорт дворяндары тарихы Екатерина II батшабикәнең 1785 йылда сығарылған Рәсәй Дворянлығы хаҡындағы указы нигеҙендә асыла. Был указ буйынса дворянлыҡ исемен биреү йә мәхрүм итеү хоҡуғы губерна дворян депутатлығы йыйылышы ҡарамағына тапшырыла. Ырымбур губернаһы дворяндары кенәгәһенә ҡарағанда, 1793 йылда башҡорттарҙан беренсе башлап дворянлыҡҡа Күсәрбай һәм улы Аралбай Аҡсулпанов теркәлә. Шул ваҡыттан алып XIX быуаттың ҡырҡынсы йылдарына тиклем дворяндар нәҫел-тоҡомо кенәгәһенә бары 19 башҡорт дворян заты индерелә. Улар Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткән юғары дәрәжәле чиновниктар йәки кантон башлыҡтары ғына. Башҡорт дворяндары династияһын барлыҡҡа килтергән затлы фамилиялар шулар: Аҡсулпановтар, Собханғоловтар, Бакировтар, Ҡәюповтар, Кейековтар, Моратовтар, Мусиндар, Ҡыуатовтар, Солтановтар, Сыртлановтар, Тутаевтар, Йәһүдиндәр, Мәҡсүтовтар, Янышевтар; шулай уҡ шәхси дворянлыҡты алған Ишмөхәмәт Сөләймәнов, Абдуллатиф Ғәмбәров, Ғисматулла Ҡайсаров, Мөхәммәткәрим Монасипов, Яҡуп Юнусов. Быларға тағы һуңыраҡ башҡорт Нуғайбәковтар, Рафиҡовтар, Өмөтбаевтар, Ҡотлобаевтар, Ибраһимовтар династияһы ялғана. Былар араһында дворянлыҡ дәрәжәһе нәҫелдән нәҫелгә күсер кантон башлыҡтарынан бигерәк тә Ҡыуатовтар, Солтановтар, Сыртлановтар, Өмөтбаевтар, Ибраһимовтар, Ҡәюповтар династиялары ил һәм башҡорт халҡы алдында ҙур абруй ҡаҙана.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
"Башҡорт халҡының рухи донъяһы" китабынан.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА