
"Урал батыр" эпосындағы ошо көс - беҙҙең йәшәү ҡағиҙәһе
Сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, К. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Асия Солтан ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА менән һөйләшкәндән һуң ниңәлер ябай ғына, әммә мәғәнәле, тормошсан бер әкиәт иҫкә төштөсө: йәше еткән улы менән атаһы, мисәүле ат егеп, кәләш эҙләп сығып китәләр. Юлда осраған тәүге ауылда туҡтаған былар. Бына бер ҡыҙ көйәнтәләрен сайҡалтып, һыуға китеп бара икән. Атай кеше оҙаҡ уйлап тормаған, ҡыҙ алдында улын туҡмай башлаған. "Ниңә улыңды туҡмайһың?" - тип һораған ҡыҙ. "Әйткәнде эшләй", - тигән атай кеше. "Әйткәнде эшләгәс, һәйбәт бит", - тип, ҡыҙ егетте яҡлашҡан. "Ултыр, улым, беҙ эҙләгән ҡыҙ был түгел", - тип, былар ары киткән. Икенсе ауылда туҡтағандар. Күп тә тормай, бер ҡыҙҙың һыуға китеп барғанын күргәндәр. Ҡыҙ сибәр генә булһа ла, башы бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән. Атаһы тағы ла улын туҡмай башлаған. "Ниңә улыңды туҡмайһың?" - тип һораған ҡыҙ. Атай кеше: "Әйткәнде эшләй", - тигән тағы ла. "Дөрөҫ, туҡма әйҙә, - тигән ҡыҙ. - Үҙе белеп эшләһен, әйткәнде алйот та эшләй ул". Атай кеше ҡыуанып киткән. "Өйөгөҙ матур ғына, тик мөрйәһе бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән", - тигән ул. "Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыға", - тип яуап биргән ҡыҙ. "Бына, улым, беҙ үҙебеҙ эҙләгәнде таптыҡ", - тигән атай.
Тәүге ҡыҙ ҙа, бәлки, үҙен ҡол хәлендә күрмәйҙер, әммә икенсеһе был тормошта үҙен иркенерәк тоя, тулы һулыш менән йәшәй. Мин үҙһүҙлелекте күҙ уңында тотмайым, үҙ фекерле булыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алам. Үҙһүҙлелек тәкәбберлеккә илтеүсе тар һуҡмаҡ булһа, фекерле булыу, йәғни төтөндөң төҙ сығыуы кешенең йәшәйеш офоҡтарын киңәйтә, камиллыҡҡа яҡынайта. Минеңсә, Асия Солтан ҡыҙының булмышы боронғонан ҡалғанды үҙе белгәнсә еткереү. Уға шундай бурыс йөкмәтелгән һәм ул ғүмере буйына васыят ителгәнде тормошҡа ашыра, тура юлдан бара. Уның һөйләгәндәренән бер кәлимә.
Халыҡ ижады - ҡаныбыҙҙа
Бөтә ғүмерем ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған халыҡ ижадына бәйле, улар минең тормошома мәғәнә бирә, йәм өҫтәй, асылыма ҡайтара, йәшәйешемде маҡсатлы итә, дөрөҫ юлдан барырға йүнәлеш бирә. Һәр әҫәрҙең йөкмәткеһенә һәм башҡарылыу оҫталығына ҙур иғтибар бүләм. Утыҙ йыл эсендә төрлө мәктәптәрҙә әҙерләгән бөтә балаларым да "Урал батыр" эпосын тик һамаҡлап ҡына һөйләне һәм төрлө конкурстарҙа гел беренсе урындарҙы алды. Ул ғына ла түгел, әлеге көндә Өфөнөң Затон биҫтәһендә балалар баҡсаһында эшләгән элекке уҡыусым Әлиә Әминева-Ишдәүләтова бәләкәй балаларҙы "Урал батыр" эпосы йөкмәткеһенә таянып тәрбиәләй. Ваҡытында ул республика конкурсында еңеүсе булды, Ҡаҙанда үткәрелгән Рәсәй тәрбиәселәр конкурсында ла еңеүгә өлгәште.
Әлиә Сибайҙағы башҡорт лицейында (ул ваҡытта 13-сө мәктәп тип атала ине) уҡыны. Уны мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ Сибай мәктәптәрендә үткәрелгән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса һайлап алыу турҙарына баһалама комиссияһы составына индерҙем. Ул мәктәптәрҙә балаларға "Урал батыр" эпосын һамаҡлап һөйләргә өйрәтеп тә йөрөнө. Аҙаҡ Әлиәм институтҡа башҡорт теле бүлегенә уҡырға инде, параллель рәүештә логопед һөнәрен дә үҙләштерҙе. Кейәүгә сыҡҡас, Яҡутстанға Ленск ҡалаһына эшкә киттеләр. Һаман да минең менән "Урал батыр" эпосы буйынса шөғөлләнеүен дауам итте. Ленск ҡалаһында үткән "Донъя эпостары" конкурсында ул Гран-при яуланы!
Тын алайым бер тала...
Әллә нисә йыл рәттән "Дөрөҫ башҡармайынса, "Урал батыр" эпосын юҡҡа сығараһығыҙ", тип ҡабатлап киләм. Башҡорт телендә баҫым һәр ваҡытта ла һуңғы ижеккә төшә, шул ҡағиҙәне һаҡлап, һамаҡлап һөйләгәндә телебеҙҙең ул сифаты шул тиклем матур күренә. Аңлата-төшөндөрә торғас, мине баһалама комиссияһы составынан төшөрөп ҡалдырҙылар, сөнки мин һамаҡлап һөйләмәгән бер кешегә лә яҡшы билдә ҡуйманым.
Эпостың төрлө сит телдәргә тәржемә ителгән өҙөктәрен ятлау ҙа дөрөҫ түгеллеген иҫбат итергә тырыштым. Мәҫәлән, инглиз телендә һөйләгән бала үҙе ни һөйләгәнен аңлаймы-юҡмы? Ете телде аңлау кимәлендә үҙләштергән берәй бала бармы конкурсанттар араһында? Институтта инглиз теленән уҡытҡан кеше булараҡ әйтәм, юҡ! Мин сит телдә һөйләгән балаларға үҙҙәре һөйләгән өҙөккә бәйле ябай ғына һорауҙар бирәм, ул бала ни тураһында һөйләгәнен белһә, яуап бирә ала. Ҡыҙғанысҡа, ундайҙар юҡ кимәлендә. Аңламай ятлауҙан ни фәтеүә! Бындай йүнәлештә эшләү төптө хата. Сит телдә һөйләгәндәргә баһа биргәндәй белгестәр кәрәк бит. Ҡайҙа улар? Юҡ! Мәҫәлән, ҡырғыҙҙар "Манас"ты, яҡуттар олонхоно төрлө телдә һөйләтмәйҙәр.
Хәҙер тағы бер йәмһеҙ күренеш пәйҙә булды: эпос һөйләгән ваҡытта йә айғыр булып кешнәп ебәрәләр, бейеп китәләр, йә сәхнәлә аунай башлайҙар. Ә бит эпосты тыңлағандар уны тыныс ҡына ҡабул итергә тейеш. "Урал батыр" эпосын дөрөҫ башҡарыу, тыңлаусыны алйытмау минең өсөн иң мөһиме. Мәҫәлән, үҙем һөйләгәндә ауыҙымды асып, бер тына йоҡлап киткән саҡтарым була. Үҙем уны һиҙмәйем, бер ни булмағандай, тын алырға туҡтаған кешеләй, артабан дауам итеп алам да китәм, сөнки эпостар оҙаҡ һөйләнелә, башҡарыусы һикерәңләп йөрөргә, бейергә, аунарға тейеш түгел. Мәҫәлән, яҡуттар аяҡ салып ултыра ла, һамаҡлаған ерен һамаҡлап, һөйләнеләһен һөйләп тик ултыра. Уларҙа музыкаль яҡтан оҙатыу ҙа юҡ. Алтайҙарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, ҡалмыҡтарҙа думбыра ҡулланалар. Әлбиттә, музыка ҡоралын ҡобайырлап, һамаҡлап әйткән ерендә ҡулланырға була, иллә мәгәр эпос - бөтөнләйе менән тыныс әйтелә торған әҫәр. Ауыҙыңа ҡурай тыҡтың икән, йыр булған урынын ғына уйнарға була. Мәҫәлән, Айрат Ҡобағошовтың "Ете ырыу башҡорт халыҡ йырҙары" тигән китабында "Ҡәһҡәһә" тигән йыр бар. Ниңә ул шулай тип бирелгән? Дөрөҫөндә, уны "Урал батыр" эпосынан өҙөк тип аңларға кәрәк. Эйе, ошо өҙөк йырланыла, һамаҡлап әйтелмәй һәм ул ҡурайҙа уйнай белеүеңде күрһәтеү өсөн ҡулланылмай.
Төп нөсхә - рух
Тәржемәләр тураһында айырып әйтергә кәрәк. Эпостың Уралды атаһы һуйыл менән һуға башлаған урынын башҡорт телен һәйбәт белмәгән бер кеше урыҫ теленә, дубинка менән туҡмай башланы, тип ауҙарған. Суҡмар һуғышта, йә һунарҙа айыу һуҡҡанда ҡулланыла, балаға һуғыу өсөн түгел. Инглизсәгә әйләндергән кеше лә "sukmar" тип инглизсә яҙып ҡуйған. Бына нисек барлыҡҡа килә хаталар! Балаларын күтәреп кенә йөрөткән, матур тәрбиә биргән, бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәгән атай-әсәйҙәргә ғәзиздәренә суҡмар менән һуғыу ҡырағайлыҡ бит! Уларҙың эпосында шулай булғас, көнкүрештәрендә лә шулай икән, тип уйлай бит инде инглиз кешеһе. Аламалыҡ шулай башлана. Башҡорт телен белмәй, башҡортса аңламай икән, "Урал батыр" эпосына бөтөнләй тотонмаһын!
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, тигән һөйләмде "Пусть хороший конь будет вашим спутником" тип тәржемә иткәндәр. Ҡайҙан соҡоп сығарғандар атты-йылҡыны? Бында бит һүҙ кешенең есеме, күңел аҙығы тураһында бара! Шуға күрә тәржемә иткән кеше башҡорт телен төплө белергә тейеш. Француз йә инглиз теленә урыҫ теленән тәржемә иткәндәр хаталарҙы нисек бар, шулай ауҙаралар, тәржемәләге хаталар шулай башлана.
Йәшәү көсө
Беҙҙең бөтә эпостарыбыҙ ҙа позитив энергиялы. Улар хәтерҙе генә яҡшыртмай, һаулыҡты ла нығыта, йәшәүгә көс бирә. Бөгөнгө көндә төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүгә өлгәшкән Мирасбай Үҙәнбаев башта беҙҙең Сибай сәнғәт колледжында уҡығанда ике һүҙҙе бәйләй алмай теле тотлоға ине. Тәүге осрашыуҙа мөлдөрәп кенә ҡарап, өнһөҙ ултырғанын бөгөнгөләй хәтерләйем. Уның күңелен асыр өсөн халҡыбыҙ ижадынан балалар өсөн тәғәйен өҙөктәрҙе үҙемә эйәртеп ҡабатлата башланым. Шулайтып ул бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, теле тотлоғоуын онотоп, ижад донъяһына сумды. Шул йылда уҡ ул Бөтә Рәсәй конкурсында дипломант, икенсе йылында лауреат булды. Хәҙер, ана, донъя буйлап гастролдәрҙә елеп йөрөй!
Хаталар хаттин аша
Беҙ бәләкәй саҡта эпос тигән һүҙ булманы, әкиәт тинеләр, ҡобайыр тип тә әйтә торғайныҡ. Әсәйем Баймаҡ районының данлыҡлы Хисмәтуллиндар тоҡомонан, атайым Хәйбулланың затлы тоҡомонан. Сәсәнлек беҙҙә ҡандан күсә килә. Ҡартатайымдың ике һеңлеһе Бибикамал менән Ғилмиямал бер-береһен әйтешеп еңә алмаһалар, сәстәренә йәбешеп һуғышып китә торған булғандар. Әсәйем "Аҡһаҡ ҡола" эпосын мандолинаға ҡушылып һөйләй ине. Былайтып һамаҡлауҙы ул танылған яҙыусы Батыр Вәлидтән отоп алған булған. Был эпостың 18 варианты ташҡа баҫылған, унда әсәйем һөйләгәне лә бар. Ниңәлер "Биш ҡолон" тигән варианты башҡорт халыҡ йыры тип яҙылған. Дөрөҫөндә, ул башҡорт халҡының "Аҡһаҡ ҡола" эпосынан, ҡобайырынан өҙөк тип яҙылырға тейеш. Был турала "Китап" нәшриәтендәгеләргә әллә нисә тапҡыр әйттем. Мәҫәлән, ике-өс куплетлыҡ йыр яҙған кешеләрҙе фәлән-фәлән спектаклдән фәләндең һүҙҙәре, фәләндең көйө тип бер хатаһыҙ яҙалар, ә "Аҡһаҡ ҡола"эпосының бер вариантын башҡорт халыҡ йыры тип яҙыу хата икәнен аңламайҙар.
Ят ярлыҡамаҫ
Ҡырғыҙстанда, эпостарҙы ҡатын-ҡыҙҙар һөйләргә тейеш түгел, тигән ҡағиҙә йәшәй. Ниңә улай икәнен аңлар өсөн "Манас" эпосының башҡортсаға тәржемәһен уҡып сыҡтым, әллә нисә тапҡыр уҡып бөтмәй, ташлап ҡуйҙым хатта. Уны ҡатын-ҡыҙҙар башҡарһа, ҡорһағында ятҡан бала ауырыу булып тыуа, йәки үле тыуа, тиҙәр. Сөнки ҡырғыҙҙарҙың эпосында кешене нисек итеп ҡылыс, йәки хәнйәр, уҡ менән ыҙалатып үлтереү тураһында бәйән ителә. Нисек ағыуларға, ҡайһы еренә атырға, ҡырҡырға, тишергә - бөтәһе лә өйрәтелгән. Ул - һуғышсы өсөн ҡуллана торған әсбап.
Ҡалмыҡтарҙа ла эпостарын ҡатын-ҡыҙҙарҙан һөйләтмәйҙәр. 2005 йылда унда булғанда сәхнәнең артҡы яғындағы атҡа атланған ҡалмыҡ һүрәте аптыратты. Ул һуғышсы эйәренә, шешкә теҙгән балыҡ кеүек, кеше баштарын йыйған. Ҡарап тороуы ҡурҡыныс хатта. Әллә рәссам артыҡ мауығып киткәнме, ул баштар араһында ҡанға батҡандары ла, кибеп һөйәккә әйләнгәндәре лә бар. Ниңә бындай ҡурҡыныс әйберҙе сәхнәнең түренә ҡуйғанһығыҙ, тинем. Баҡтиһәң, ҡалмыҡтарҙа батырлыҡ үлтергән кешеләр башына ҡарап баһалана икән. Шуға ла уларҙағы "Жаңһыр" эпосын да бисәләр һөйләй алмай, сөнки ул да ирҙәр өсөн һуғышсы әсбабы һанала.
Ә беҙҙең "Урал батыр" эпосын ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа башҡара ала, беҙҙә ундай сикләү юҡ. Сөнки беҙҙең эпос Изгелеккә дан йырлай. Уны һөйләп, ишетеп үҫкән балалар бер ҡасан да үҙенең халҡына ла, башҡа халыҡҡа ла, тәбиғәткә лә насарлыҡ, яһиллыҡ ҡылмаясаҡ.
Һыҡтау - илау түгел
Төркиәлә Сирияға сиктәш ҡалала эпостар фестивале булырға тейеш ине. Нәҡ шул мәлдә ҡаланың һигеҙ кешеһен курдтар һуйып сыҡҡан, тип, траур иғлан иттеләр. Фестивалде туҡтаттылар. Бер көн алда ҡаланың башлығы, губернатор беҙҙе үҙендә ҡабул иткәйне. Осрашыу ваҡытында мин Һомайҙың һыҡтаған ерен һөйләп ишеттерҙем. Әхәт Сәлихов тәржемә итеп ултырҙы. Иртәгеһенә фестиваль асылырға тейешле Клеопатралар осоронан ҡалған аренаға йыйылдыҡ. Шунда йыйылған халыҡ араһынан һүҙҙе тик миңә генә бирҙеләр, уларға Һомайҙың һыҡтауын ишеттерҙем. Ирен, атаһын, улын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайғыһы "Урал батыр" эпосындағы һыҡтау булып сағыла, тинем дә, Һомайҙың һыҡтаған ерен һөйләп, уларҙың ҡайғыларын уртаҡлаштым. Шуның менән, беҙҙә кеше үлгәндә ҡысҡырып илау юҡ, тик һыҡтау ғына бар, тигәнде лә аңғартып ҡуйҙым.
Беҙ эпослы халыҡ!
Башҡорттар төрки халыҡтары араһында Ислам динен иң беренселәрҙән ҡабул иткән. Әгәр ҙә ата-бабаларыбыҙҙың тәбиғәткә ҡарашы, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте Ислам диненең ҡанундарына тап килмәһә, башҡорттар уны ҡабул итмәҫ ине. Уға саҡлы "Урал батыр" эпосын белгәнбеҙ, ул беҙҙең изгелек кодына, конституциябыҙға әйләнгән. "Урал батыр" эпосында әйтелгән, бирелгән ҡанундар бөтәһе лә Ислам динендә лә бар. Тиктомалға берәү ҙә беҙҙе, аҫабыҙ, һуябыҙ, тип ҡурҡытып дингә алып килмәгән. Беҙгә килгән сәхәбәләрҙе тыңлап, уларҙы ихлас ҡабул иткәнбеҙ, тик яҡшылыҡ, изгелек яғында булғанбыҙ.
Башҡорт теленә лә донъяны, кешелекте һаҡлап алып ҡала торған код һалынған. Аргентинала ла шундай уҡ кодлы бер халыҡ йәшәй, тиҙәр. Яуызлыҡ, уғрылыҡ, һатлыҡлыҡ, фәхишәлек, икейөҙлөлөк һәм башҡа шундай насар сифаттар өҫтөнлөк итте ниһә, ундай халыҡты еңеп, ҡол итергә була. Аллаһҡа шөкөр, бындай сифаттар халҡымдыҡы түгел, тип ышанайыҡ, уларҙы йәндәребеҙгә индермәйек. Тоғролоҡ өҫтөнлөк итә холҡобоҙҙа, шуға ла үҙебеҙҙең Уралға сат йәбешкәнбеҙ ҙә, йәшәп ятабыҙ бит әле...
Шулай итеп...
Асия Солтан ҡыҙы тиҫтә йыл дауамында Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында уҡыта. Бөгөнгө көндә бында ысын мәғәнәһендә сәсәндәр мәктәбе эшләй. Урал аръяғында барлыҡҡа килгән был Үҙәк республикаға ғына түгел, донъя кимәлендә билдәле булған башҡорт халыҡ эпостарын юғары кимәлдә башҡарыусыларҙы әҙерләй.
Тәү ҡарамаҡҡа изгелек тик һөйөүҙән туҡылған нескәлек һымаҡ тойола. Яуызлыҡ ҡара яу булып ябырылып килгән ҡурҡыныс көс һымаҡ. Бәхеткә күрә, тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай был! Ысынында, изгелек - еңеүсе көс. Әкиәттәрҙә генә түгел, тормошта ла!
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА