
Оҙаҡ йәшәү сере быуаттар буйына кешелекте ҡыҙыҡһындырған, оҙон ғүмерлеләргә бөтәһе лә һоҡланып та, хатта бер аҙ көнләшеп тә ҡарай һәм үҙенә шундай һорау бирә: бының сере ниҙә һәм ундай бәхеткә эйә булыуҙың сәбәптәре ҡайҙан?
Ә бит ҡайһы берәүҙәр оҙаҡ йәшәү менән бергә оло йәштә лә теремек, зирәк һәм камил аҡыллы, маҡсатына ынтылышлы булып ҡала. Мәҫәлән, шундай һоҡланғыс кешеләрҙең береһе 104 йәш йәшәгән Федор Григорьевич Углов - билдәле хирург, донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә академик, медицина фәндәре докторы, профессор. Медицина өлкәһен бик күп яңы идеялары менән байытҡан был табиб үҙенең шәхси оҙон ғүмерлеге системаһын эшләп ҡалдырған. Тап бына шул система уға әүҙем оҙон ғүмерле булып йәшәргә ярҙам иткән дә инде. ХХ быуаттағы һуғыштарға, иҡтисади көрсөк һәм киң таралыусы сирҙәргә ҡарамайынса, Углов иҫән ҡалыу ғына түгел, аҡылы, белеме менән дан ҡаҙаныу кимәленә күтәрелә алған. Уның исеме 100 йәшенән һуң да хатта ҡатмарлы операциялар яһаусы иң өлкән һәм тәжрибәле, алтын ҡуллы хирург булараҡ, Гиннесс рекордтар китабына индерелгән. Билдәле Америка кардиохирургы Майкл Дебейки һөнәрҙәше хаҡында шулай тигән: "Профессор Углов - милли хазинаға тиң шәхес. Ул хирургия кимәлен һеҙҙең илдә йыһанды үҙләштереүҙәге ҡаҙаныштар бейеклегенә күтәрҙе..."
Угловтың бөтөн тормошо ныҡлыҡ һәм тәртип өлгөһө булып торған. Ваҡытында шулай ҙа уға ла йыш ҡына фажиғәгә килтереүсе йоғошло сирҙәр менән көрәшергә тура килгән, әлбиттә, ләкин әлеге оҙон ғүмерлелек системаһы һәр ваҡыт уға ярҙам иткән. Бына ул Углов үҙ тормошонда ҡулланған 12 ҡағиҙә:
1. Тыуған илгә һөйөү.
Углов фекеренсә, илһөйәрлек - ул милли ғорурлыҡ ҡына түгел, ә маҡсат һәм эшеңә бирелгәнлек тойғоһо ла. Илгә һөйөүе Угловҡа тормошонда ныҡлыҡҡа эйә булырға ярҙам итә. Ул йыш ҡына: "Тамырһыҙ кешеләр оҙаҡ йәшәмәй", - тип ҡабатларға яратҡан.
2. Рәхмәтле булыуға өмөт итмәй генә изгелек ҡылығыҙ.
Углов эскерһеҙ хеҙмәт ҡеүәтенә ышанған. Башҡаларға ярҙам итеүҙән ул ҡәнәғәтлек тапҡан һәм изгелектең үҙенән-үҙе сауаплы ғәмәл булыуы тураһында ҡабатлаған. Уның хирургияға бирелгәнлеге байлыҡҡа ла, хөрмәткә лә ынтылыш түгел, ә сирлене һауыҡтырыу теләге менән бәйле булған. Бында табибтың һөнәренә бирелгәнлеге, унан бигерәк, бәләгә тарыған сирленең хәленә керә белеүе сағыла. Психологтар әйтмешләй, альтруизм (кеше хаҡында эскерһеҙ хәстәрлек) һәм социаль бәйләнештәр оҙон ғүмерлелек һәм бәхет тойғоһоноң төп факторҙары.
3. Үҙ ғүмерегеҙ өсөн үҙегеҙ яуаплылыҡ алығыҙ.
Был да кеше ғүмере оҙайлығына булышлыҡ итә, тип ышанған Углов һәм көндәлек тормошта һаҡланып йөрөргә, сәләмәт ғәҙәттәргә эйә булырға, стресс менән идара итә белергә өндәгән.
4. Үҙ-үҙегеҙҙе контролдә тотоғоҙ һәм ниндәй генә хәлдәрҙә лә ныҡ булығыҙ.
Тормош һәр кемдең дә юлына көтөлмәгән хәлдәр сығарып ҡуйыусан һәм бының һөҙөмтәһе һеҙҙең шуға ҡарата тәьҫирегеҙгә, мөнәсәбәтегеҙгә бәйле. Углов хистәр тәртибенә ышанған һәм уңышһыҙлыҡтарға үҙенең рухын һындырырға ирек ҡуймаған. Угловтың ҡатыны Эмилия Викторовна табибтың оптимизмы хаҡында былай тип хәтергә алған: "Эштән ул һәр ваҡыт шат күңел менән ҡайта һәм һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа күтәренке, ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләй ине. Беҙҙе насар хәбәрҙәр менән ҡайғыртырға тырышманы, тик ыңғайға көйләнеш тотто. Шуға ла ул ҡайтып инеү менән өйөбөҙ эсе яҡтырып киткәндәй тойола ине. Ул оптимист!"
b
5. Ғаиләгеҙҙе баһалай белегеҙ.
Эшкә, һөнәренә ныҡ бирелгәнлеге Угловҡа ғаилә тормошонда бәхетле булырға ҡамасауламай. Углов үҙ мөхәббәтен бик һуң, 60 йәшендә кардиолог Эмилияға өйләнгәс таба. Араларында 32 йәш айырма уларға һис ҡамасауламай: мөхәбәттәре ышаныслы һәм ныҡлы була. Угловҡа 66 йәштә улдары донъяға килә. Бәхетле никах менән 44 йыл татыу, матур ғүмер итә улар. Шулай итеп, Углов үҙ яҙмышы миҫалында яратыу өсөн бер ҡасан да һуң түгеллеген иҫбатлай. Ғаилә ысын мәғәнәһендә уның терәгенә әйләнә. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, яҡындарыңдың һөйөүе иммун системаһын нығыта, елһенеүҙәрҙе, стрестарҙы кәметә, дөйөм үҙтойғоно яҡшырта, томоштан ҡәнәғәтлек тойғоһон көсәйтә.
6. Аҡыл һәм физик хеҙмәтте аралаштыра белеү - бөтөнлөк үҫешенең асҡысы.
"Эшмәкәрлекте алыштырып тороу - иң яҡшы ял ул",- тип ҡабатлаған хирург. Әйткәндәй, ул хирург ҡына түгел, билдәле яҙыусы ла булған. Уның һул ҡулын уң ҡул эшләгән кеүек күнектереп өйрәтеүе үҙенә күрә шәхси ҡаҙаныш ул. Тап бына ошо һәләте табибҡа өлкән йәшендә лә ҡатмарлы операциялар эшләргә, аҡыл һәм зиһен камиллығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Ғөмүмән, табиб шөғөлдәр төрлөлөгөнөң көсөнә ышана. Был, уның фекеренсә, мейелә яңы нейрондар бәйләнешен булдырырға, Альцгеймер сиренән һаҡланырға ярҙам итә. Аҡыл йәһәтенән әүҙемлекте үҫтереү өсөн яңы күнекмәләр үҙләштереү, башватҡыстар сисеү, ижад менән, мәҫәлән, һүрәт төшөрөү йә музыка менән шөғөлләнеү мейе әүҙемлегенә булышлыҡ итә.
7. Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ, аҡыл зирәклеген һаҡлағыҙ.
Бөтөн ғүмере буйына уҡыу, белемгә эйә булыу Углов философияһында төп урынды алып тора. Өлкән йәштә лә ул медицина яңылыҡтары менән танышып бара, фәнни журналдарҙы мөхәррирләй, хәтерен күнектереү өсөн шиғырҙар ятлай. Уның китаптары, шул иҫәптән "Үҙебеҙҙең көндәргә тиклем йәшәрбеҙме?" һәм "Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа" тигән хеҙмәттәре сәләмәт тормош рәүеше һәм оҙайлы ғүмер серҙәре хаҡында булып, киң танылыу ала. Бик ныҡ олоғайғас та табиб үҙенең интеллект ҡеүәһен юғалтмай. Тап ана шул аҡыл әүҙемлеге уға быуаттан ашыу ғүмер йәшәргә мөмкинлек бирә лә инде.
8. Туҡланыуҙа сама белергә.
"Билең нескәрәк булған һайын, ғүмерең оҙайлыраҡ булыр", тигән хәҡиҡәт бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш. Углов ябай, ярлы ғаиләлә тыуып үҫә, күп ваҡыт ашарҙарына етешмәй. Иртә йәштән алынған был тормош тәжрибәһе буласаҡ табибҡа самалап ашау һәм аңлы рәүештә туҡланыу ғәҙәтен булдыра. Ул туҡланыу буйынса бөгөнгө фәнгә ярашлы, тәбиғи һәм эшкәртелмәгән ризыҡҡа бай диета өсөн сығыш яһай һәм күп ашауҙың хроник сирҙәргә килтереүе хаҡында иҫкәртә. Фәнни тикшеренеүҙәр ҙә быны раҫлай һәм калориялар ҡулланыуҙы сикләүҙең кеше ғүмерен оҙайтыуҙа бер ысул тип иҫәпләй. Нигеҙҙә туҡлыҡлы матдәләргә бай булған балыҡ, йәшелсә, бөтөн бөртөклө ярмаларға өҫтөнлөк биреү кәрәк.
9. Кәүҙә ауырлығын сәләмәт кимәлдә тоторға!
Артыҡ ауырлыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары, диабет һәм ҡайһы бер яман шеш сирҙәренә килтереүе ихтимал. Кәүҙә ауырлығын ҡәтғи контролдә тотоу ғүмерҙе бер нисә йылға оҙайта. Углов ғүмере буйы физик йәһәттән әүҙем, еңел кәүҙәле була, шул уҡ ваҡытта ул көс күнегеүҙәре менән шөғөлләнә һәм үҙ миҫалында кәүҙә ауырлығының генетикаға түгел, ә тәртипкә ныҡ бәйле булыуын иҫбатлай. Бигерәк тә ул шәкәрҙән һәм ҡат-ҡат эшкәртелгән ризыҡтарҙан баш тартырға саҡыра.
10.Эш менән ял ваҡыты тигеҙлеген һаҡлау - сәләмәтлек нигеҙе.
Сәләмәтлек нигеҙе - режим. Углов көн тәртибен ҡәтғи һаҡлай: иртә тора, иртә йоҡларға ята. Йөҙ йәшендә ул утын ярған, ҡар көрәгән һәм даими рәүештә спорт менән шөғөлләнгән.
11. Тәмәке һәм алкоголдән ҡасығыҙ.
"Бер ваҡытта ла тәмәке тартмағыҙ, араҡы эсмәгеҙ, юғиһә, сәләмәт тормошҡа ынтылышығыҙ юҡҡа сығасаҡ",- тигән ул. Табиб үҙе эсмәгән, хатта составында спирт булған дарыуҙар ҡулланыуҙан да баш тартҡан.
12. Оҙон ғүмерлелек аҡылын киләсәк быуындарға тапшырығыҙ.
Академик Углов балаларҙы сәләмәт ғәҙәттәргә өйрәтеү мөмкин тиклем иртәрәк башланырға тейеш, тип иҫәпәләгән. Икенсенән, ул йәш быуынды бөгөнгө киң мәғлүмәт шойҡононан, мәғәнәһеҙ күңел асыуҙарҙан аралауҙы талап иткән.
Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА