
...Бына шундай уйсан егет ине ул. Оҙаҡ ҡайтты Ибраһим ул көндө өйөнә. Меңәр ҡабат үткән урамдан барғанда, ниндәй бәхетле йылдар, көндәр, сәғәттәр, минуттар, секундтар ошонда уҙғанын бөтөн булмышы менән, хатта аяҡ табандары менән тойҙо. Мәктәбенә инмәне. Етәкселек менән күптән һөйләшеп, килешеп ҡуйғайны; үҙ телеге менән тигән ғаризаһы күптән бирелгән, датаһын ғына ҡуйырға кәрәк - ҡуйырҙар. Урамда төрөлгән ҡыҙыл келәмде йөкмәп йүгергән йәш кенә ҡатын тап булғайны. "Ҡыҙыл келәмдәрен ҡалдырып киткәндәр. Алып китегеҙ, тип арттарынан йүгерҙем. Ҡуҙғалдылар ҙа киттеләр", - тине мәҙәниәт йорто директоры. - Башҡа беҙгә кәрәкмәһен", - тип ҡысҡырып ҡалдым". Күҙҙәрендә ҡайғы, хәүеф, сараһыҙлыҡ... "Кәрәкмәһен, һеңлем", - тигәйне Ибраһим. Кәрәкмәһен ине...
Әле күҙ алдына йәнә шул ҡыҙыл келәм, мәҙәниәт йортоноң күтәрмәһе, оҙон өҫтәл, Рәсәй флагы айырмасыҡ булып күҙ алдына килеп баҫты. Тик ҙур портреттағы үҙен таныманы.
* * *
-Кәләш, - тигән булды ул киске аштан һуң мөмкин тиклем шаяныраҡ булырға тырышып. - Мин өй һалдым, бер түгел, ике ул, бер ҡыҙ үҫтерҙем. Ағасты, берҙе түгел тотош баҡса, ултырттым. Ирҙәргә йәмғиәт йөкмәткән бурысты үтәнем. Инде минең ирекле булырға тулы хоҡуғым барҙыр тип уйлайым.
- Нимә сурытаһың? - тип көлөмһөрәне ҡатыны. - Әллә йәш бисә алырға итәһеңме?
- МХО-ға юлланам, кәләш. Өс көндән. Кәрәк-яраҡты Өфөнән алырмын.
- Бына бит, кеше менән йылдар буйы йәшәйһең, ә башында нимә барын һис белеп булмай. Ә мин нишләп иртәнсәк йүгерә, гер күтәрә, тип аптыраған булам. Әҙерләнгәнһең икән... Ә эшең һуң?
- Һөйләшелгән, - әйткән булды ла, күҙ алдындағы ҡорманы тартып асҡан һымаҡ, бөтәһен дә аңланы. Аҡыллы тәрән күҙҙәрҙең моңһоу ҡарашынан... Ҡатыны барыһын да һиҙеп-белеп йөрөгән, белмәмеш һәм күрмәмешкә һалышҡан...
"Йән сереңде йәшерә алмайынса, күңелемдең иң тәрән сөмбәйҙәрен яҡтыртҡан ошо ғәжәп күҙҙәрең, яҙмыштың бөтә һынауҙарын уртаҡлашҡан тоғролоҡ менән түҙемең өсөн нимә тип әйтһәм дә бөтөн бәхетемде асып бирә алмам".
"Һин китһәң, ошо ҡотло донъябыҙҙың ҡото бүҫкәрер. Иң яҡты уттарҙы яндырып ҡуйһам да һин барҙағы һымаҡ йәме булмаҫ, әле балҡып торған йортобоҙға уртаҡ һағышыбыҙ тулыр".
Һүҙҙәр артыҡ ине, күптән тойғолар уҡмашҡан, ҡараштар аңлашҡан ике йәнгә. Шулай ҙа ҡатыны хушлашҡанда әйтте:
- Туй көнөбөҙҙә һиңә ҡарап, кешене кеше шулай ныҡ ярата аламы икән ни, тип үҙемдең тойғома үҙем ғәжәпләнгәйнем. Әле утыҙ йыл үткәс аңлайым: мин ысын, тәрән тойғоноң ниндәй көслө була алғанын ул ваҡытта бөтөнләй белмәгәнмен.
"Мин дә белмәгәнмен, - тип уйлай әле Ибраһим күңелендә ошо мөҡәддәс тойғоноң ҡотон тойоп. Фанилыҡ менән баҡыйлыҡтың ошо ҡот менән бер-береһенә тоташҡанынан төшөнөүҙән ҡапыл уға еңел, яҡты, рәхәт. Гүйә лә ошо тойғо ҡабаттан уның кендеген тормош ағымына тоташтырҙы.
* * *
Ә Сабир өсөн тормошта иң төп һүҙ - кәрәк. "Һин кәрәкһең!" - тип әйтһәң, тауҙар аҡтарыр. Ә әлеге минутта уға, бер нимәгә ҡарамай тамаҡ ялғарға кәрәк. Туҡтауһыҙ бығырлаған ҡорһаҡ бер ҡабырлыҡ та ризыҡ юҡлығы менән һис килешергә теләмәй.
- Абзый, - тип өндәште Сабир "Мамай"ға терһәге менән төртөп.
- Йә...
- Күҙ алдында тик тора...
- Нимә?
- Һығылып үҫкән ҡыҙыл алма. Ғүмеремдә ундайҙы күргән юҡ ине. Өҫкә менеп килгән танк ишараты, һинең гранатаң шартлағас, шул алмағасҡа төкөп тигәндәй туҡтаны бит. Алмалары шыптырлап ергә ҡойолдо. Шунда тумарлашып яталарҙыр инде, ибет.
- Танк үҙе шартламаны бит, - тип һүҙгә ҡыҫылды Байсар. - Башняһы аҡтарылды ла көбәге ҡыйшайҙы.
- Абзый, ул нәмә танк инеме ул, БМП-мы?
- Француздарҙың тәгәрмәсле танкы, - тип яуапланы "Мамай".
- Ә бит тәгәрмәстәре эшкинһә, яғыулығы етерлектер... - Башына килгән фекерҙән Байсар тулҡынланып китте, тауышы ҡалтыраны.
- Двигателенә зыян килмәҫкә тейеш былай...
- Шунан-шунан? - Уларҙы тыңлап ятҡан Азамат ҡыҙыҡһынып ҡалҡынды. Хатта Ибраһим да башын күтәрҙе.
- Ә кем йөрөтә?
- Минең трактор йөрөткәнем бар...
Шом булып һауала аҫылынып торған үлем менән әсирлек хәүефен һирпеп ташлағандай дәртләнеп план ҡорорға керешеп киттеләр.
- Нисек тә һәйбәт буласаҡ... - тине Азамат. - Тейәләйек. Двигателе боҙоҡ булғанда ла боекомплект ҡалғандыр... Һағыҙаҡ ояһында тишек-ярыҡ һарайҙа ултырғансы... Йә ҡасып ҡотолабыҙ, йә...
- Йә үлеп ҡотолабыҙ, - тип тамамлап ҡуйҙы Сабир. - Бер шартлауҙан, тап күктең етенсе ҡатына... - Инде уйында әллә нисә тапҡыр үлеп терелергә өлгөргән яугирға ҡабаттан йәшәүгә сат йәбешеү ҡыйын түгел - күнегеп бөтөлгән.
Төндә йоҡоноң иң татлы сағына тура килтереп күсергә лә, таң атҡас ҡуҙғалырға булдылар. Ул ваҡытта ватыҡ танкының ҡайҙалыр йүнәлеүе ҡапылғара шик уятмаҫ. Үҙҙәре бында тоҙаҡҡа килеп ҡапҡан юлдан барырҙар. Ҡабат миналап өлгөрмәгәндәрҙер, тип өмөтләнергә ҡала, башҡа сара юҡ.
- Ауылдан сыҡҡан урында туҡтатһалар... - һуғыш тураһында совет киноларын күп ҡараған "Мамай" һорай ҡуйҙы. - Исмаһам, беребеҙ мова белмәй...
- Нишләп? - тине Байсар. - Слава Украини! Һероям слава!
- Мин беләм бер балалар йырын. - "Шырмый"ҙың белмәгәне юҡ. - "Тик-ток"та ҡарағайным. Йыр өйрәткән воспиткалары эй матур ҡыҙыҡай ине.
- Йә...
- "Москалив на ножи! Пора убивати! Пора воевати!" Ҡушымтаһы ғына иҫтә.
- Ошоһо ла етә инде! - "Мамай" "Шырмый"ҙың арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.
Бөтәһенең дә кәйефе күтәрелеп китте: әйтерһең дә инде ҡотолғандар.
- Ә бит был аҡыл, егеттәр! Ауылдан сыҡҡансы шарылдап йырлап барабыҙ, йәнәһе, һаман еңеүҙән айнып етмәгән танкистар...
- Абзыйҙы ҡалдырмайбыҙ, - тине Сабир Хөрмәтте уйлап.
"Юҡ", - тимәнеләр.
* * *
-Алтыбыҙ ҙа урынында, - тине "Мамай" рычагҡа тотоноп.
- Аллаға тапшырып тәүәкәлләнек.
Башта бөтәһе лә ыңғай барҙы: ауылдан мажараһыҙ ғына ысҡындылар - хатта йырлашырға ла тура килмәне. Тоҙаҡҡа килеп ҡапҡан юлдан кире киттеләр. Әммә нейтралкаға, айҙағы кратерҙар кеүек аҡтарылған баҫыуға барып еткәс, укр минометы дөмбәҫләргә тотондо.
Бөтәһе лә теште ҡыҫҡан, күҙҙәр йомоҡ: "Йә Алла! Ҡотҡар, ҡурсала". Окопта атеистар юҡ! Яу яланында һәр кемдең Аллаһы эргәһендә.
Сабирҙы ғына тотоп тыйырлыҡ түгел. Үҙе әйтмешләй, адреналины хатта ҡолаҡтарынан да сәптереп тора, ахыры. Гөмпөлдәп килеп төшкән һайын:
- Не-до-лет! Пере-лет! - тип ҡысҡыра. Француз танкыһының броняһы йоҡа, туп-тура ғына тейһә, бөттө баш. Тәжрибәһеҙлектәнме, "Мамай" тигеҙ генә йөрөтә алмай, урыҡ-һурыҡ, һеңкетеп-һеңкетеп бара. Әллә шул кәкерсәк-кәкерсәк борғаланып, кратер һымаҡ соҡорҙарҙы уратып-суратып барыу ҡотҡарҙы, имен генә үҙебеҙҙең позицияға яҡынлаштылар.
Сабир:
- Рәхмәт, Макрон! Баҡа ашаусыларға дан! - тип һөрәнләп тә өлгөрҙө, ҡаршынан ут астылар.
- Аҡ сепрәк! Аҡ сепрәк юҡ! - тип сәбәләнде Сабир.
- Көбәкте артҡа ҡаратыу ҙа етә... - тип тыйҙы уны Байсар. - Һин, малай, үтә сосолма. Ҡурҡма, егеттәр абайлар.
Абайланылар, ахыры, атыу туҡтаны. Тик позицияға етер-етмәҫтән танк йөрөмәҫ булды - яғыулыҡ бөттө. Дрондар жыуылдай башлағансы, бер-береһен һөйрәкләшеп сығарып ергә ҡоланылар.
Ысын мөғжизә ине был! Баштар етмәҫлек мөғжизә! Берәйһе яҙып сыҡһа, үәт фәстергән, улай булмай, тип ышанмаҫлыҡ ваҡиға!
Көлдөләрме, иланылармы утты-һыуҙы кискән был яугирҙар. Йәнде ҡармап алған көсөргәнеш тоҙло йәш булып сыҡтымы шулай - байтаҡ тыныслана алманылар.
- Улым ҡыуаныр инде, - тине Байсар "Мамай"ҙы ҡосаҡлап арҡаһына гөп-шап һуға-һуға. - Һинең дә улыңды табабыҙ, туған. Үлем көтөп ултырғанда мин үҙемә нәҙер итеп әйттем. Үҙем, шәхсән үҙем табып, атаһының ҡаһарманлығын аңлатып бирәсәкмен. Һиндәйен аҫыл кеше үҙ улына үҙе тәрбиә бирергә тейеш!
* * *
-Минән башҡа барыһы ла тишек-тошоҡ, бөтәһен дә яҡшылап ямарға кәрәк, - тип йүгерекләне Сабир һәр береһен госпиталгә оҙатҡанда. Мәшәҡәте йәнә күбәйгәйне уның. Инде "Торба" позывнойлы Хөрмәтте ҙур хөрмәт менән ғаиләһенә оҙатырға кәрәк ине: балалары аталары менән ғорурланһын. Ғүмере нисек уҙһа ла уҙған, ә үлеме батырҙарса булды.
Госпиталгә киткән саҡта "Даян" позывнойлы Азамат Сабирға әлеге сумкаһын тотторҙо.
- Һуңғы граната, - тине ул. - Йөрәк тәңгәлендә йөрөт.
- Ярай, абзый, - тине яугир. Арыуы сиктән ашҡан моңһоу ҡарашлы күҙҙәре менән күкте байҡаны: "ҡошсоҡтар" медиктарҙың "буханка" машиналарын аңдый торған. Ә бер төн эсендә сәстәренә сал төшкән башында: "Һуғышта белеп булмай", - тигән уй үтте. Вәғәҙә биреп булмай.
* * *
Һуғыш дауам итә.
(Аҙағы. Башы 14-19-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА