
Үткән аҙнаның һөйөнсөһөнән башлайыҡмы әллә? Тик күҙ тейҙерә күрмәйек: үҙегеҙ белмәгән ни эш бар - хәрби хәрәкәттәр барышында йә бер яҡ, йә икенсеһе алға сыға. Әле иһә Рәсәй ғәскәре үҙенең мөһим литий ятҡылығы менән билдәле Шевченко ауылын яулаған, тигән хәбәр килеп етте.
Днепропетровск өлкәһенә барышлай юлда урынлашҡан был тораҡ пунктын, атап әйткәндә, Европалағы иң эре литий ятҡылығын, обороналауҙа Украина Ҡораллы көстәре составындағы НАТО ялланыусылары һәм офицерҙары ҡатнашҡан, сөнки АҠШ өсөн был объект мөһим әһәмиәткә эйә: хәтерләһәгеҙ, Украина һирәк ҡаҙылдыҡтар ятҡылыҡтарын АҠШ ҡарамағына тапшырыу хаҡында килешеү төҙөп һатыуы хаҡында бынан алда яҙғайныҡ инде. Шуға күрә лә Шевченконы нисек тә һаҡлап ҡалыу өсөн ныҡлы әҙерлек алып барылған. Запорожьелағы Текә яр (Крутая балка) литий ятҡылығына өҫтәп, Донецк халыҡ республикаһындағы һирәк металл ятҡылығының да Рәсәй контроленә күсеүен Украина өсөн сираттағы еңелеү тип ҡарарға була. Шевченко участкаһы 90 проценттан ашыу литий менән алюминий силикатынан тора. Унда шулай уҡ тантал, ниобий, бериллий, цезий, рубидий һәм аҡ ҡурғаш кеүек һирәк металдар ҙа бар. Литий, йәғни "аҡ алтын", электромобилдәр өсөн заман аккумуляторҙары эшләүҙә, шулай уҡ электроникала, быяла сәнәғәтендә, авиатөҙөлөштә, энергия туплау системаларында файҙаланыла.
The New York Times гәзите яҙып сығыуынса, РФ Ҡораллы көстәренең был уңышы Киевтың АҠШ менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен юҡҡа сығара, сөнки, эксперттар фекеренсә, был стратегик ятҡылыҡтарһыҙ Украина Америка өсөн әһәмиәтен юғалтасаҡ. Өҫтәүенә, 29 июнгә ҡарай төндә Украина хәҙер инде былтырҙан алып дүртенсе F-16 көнбайыш истребителен юғалтты. Харьков өлкәһенең Купянск районында Рәсәй дрондары әүҙемләшеү сәбәпле, Украина Ҡораллы көстәре үҙҙәренең боҙолған техникаһын ташлап ҡалдыра.
Ләкин, нисек кенә булмаһын, Украина террористары Рәсәй территорияһына дрондар менән һөжүмен туҡтатмай. 29 июнь, мәҫәлән, Брянск ҡалаһына күпләп шартлатҡыс аппараттар осоролған. Урындағы тыныс халыҡ зыян күргән, ике кеше яраланған. Рәсәй Хәүефһеҙлек советы секретары урынбаҫары Юрий Коков әйтеүенсә, Киев Рәсәйгә ҡаршы асыҡтан-асыҡ террорға йүнәлеш алды. Рәсәйҙең сик буйы төбәктәренә ҡарата ғына ла былтыр 645 теракт (2023 йылда ни бары 89) ҡылынһа, быйыл биш ай эсендә 481 осраҡҡа барып еткән. Был күбеһенсә Рәсәй төбәктәренә дрондар яуҙырыу, тыныс тораҡ пункттарға диверсион-террористик төркөмдәр һөжүме, ут асыу рәүешендә алып барыла. Әле Курск өлкәһенә 5 меңлек аҡса рәүешендә Украина лозунгыһы менән QR-кодлы листовкалар ташлай башлағандар. QR-код ярҙамында Украина махсус хеҙмәттәре кешенең телефон мәғлүмәттәренә үтеп инергә иҫәп тота.
РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, 27 июндә Рәсәй Һауа һөжүменә ҡаршы саралар тарафынан 39 украин дроны атып төшөрөлгән: Ростов өлкәһендә - 19, Волгоградта - 13. Әммә дошмандың һөжүме яуапһыҙ ҡалмай. 29 июнгә ҡарай төндә Рәсәй яғы тарафынан Украинаның хәрби объекттарына 450-нән ашыу "Герань" дроны, 40 ҡанатлы ракета осоролған һәм, әлбиттә, "Кинжал" менән "Искәндәр" ҙә үҙ эштәрен башҡарған: хәрби-сәнәғәт комплексы һәм нефть эшкәртеү предприятиелары пыран-заран килтерелгән, тип хәбәр итә мәғлүмәт сығанаҡтары.
Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров әйтеүенсә, "Украина ҡулы" менән беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш алып барған Көнбайыш та инде Рәсәйҙе стратегик еңелеүгә дусар итеп булмаясағын аңлай башлағандыр, моғайын. Улар бер ҡасан да был хәлде күрмәне һәм был юлы ла күрмәйәсәк. Президент Владимир Путин әйтмешләй, Көнбайыш менән бер ҡапҡаға уйнау тамам. Етмәһә, Евроберләшмә илдәрендә Украинаға хәрби ярҙамды туҡтатыуҙы талап иткән сығыштар көсәйә бара. Был хаҡта күптән түгел Румыния, Венгрия, Словакия, Польша, Италия, Германия һәм Франция йәмәғәтселеге һәм оппозиция партиялары белдерҙе һәм Киевҡа ҡорал оҙатыуҙы туҡтатыу, конфликтты көйләү буйынса һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр башларға саҡырып мөрәжәғәт итте. Үткән аҙнала Парижда булып үткән протест акцияһында, мәҫәлән, йөҙәрләгән кеше "Макрон, беҙ Украина өсөн үлергә теләмәйбеҙ", тип яҙылған лозунг тотоп урамдарға сыҡты һәм НАТО-ла ағза булып тороуҙан баш тартыуҙы, президент Макронды отставкаға ебәреүҙе талап итте.
Ә хәҙер Израиль премьеры Биньямин Нетаньяху хаҡында бер йөмлә. Был әҙәмде 2019 йылдың ноябрендә үк генпрокурор өс төрлө коррупция эше: ришүәтселек, мутлыҡ һәм йәмәғәтселек ышанысы менән яуыз ниәттә файҙаланғаны өсөн яуапҡа тарттырырға ниәтләгән, ләкин Нетаньяху был ғәйепләүҙәрҙең барыһын да инҡар итеп килгән, шулай ҙа был эш Иерусалим округ судына тапшырылған. Премьерҙың адвокаттары шаһит күрһәтеүҙәре биреүҙән бер аҙналыҡ тәнәфес һорап мәрәжәғәт иткәс, суд яҡлаусы юллауҙарын өлөшләтә ҡәнәғәтләндергән, тип хәбәр итә Ynet порталы. Бына һиңә кәрәк булһа, мә!..
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА