
Был аҙнала Өфө XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар Һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезын ҡабул итте. Уны үткәреү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы һайланмағайны: республиканың технологик потенциалы ҙур, бында мәғарифты һәм фәнде үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Был хаҡта "Башинформ" агентлығына биргән интервьюһында республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана МОСТАФИНА һөйләне.
Съездың Өфөлә үтеүе Башҡортостанды илдең фәнни-технологик үҫеш үҙәктәренең береһе булараҡ таныуҙың билдәһе булып тора, тип әйтеү дөрөҫмө?
- Һис һүҙһеҙ, шулай. Республика үҙ алдына төбәк һәм ил үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә, шул иҫәптән Рәсәйҙең Фәнни-технологик үҫеш стратегияһын һәм Ун йыллыҡ фән һәм технологиялар башланғыстарын тормошҡа ашырыуға йәш ғалимдар берләшмәләрен мөмкин тиклем киңерәк йәлеп итеүгә йүнәлдерелгән амбициоз бурыстар ҡуя. Беҙҙә юғары һәм өҫтәмә белем алыу өсөн заманса платформа, проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уникаль тәжрибәләр бар. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды биләне - төбәктең инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген иһә фәнни потенциал да билдәләй икәне бәхәсһеҙ.
Республика йәш ғалимдарға ярҙам итеүгә байтаҡ аҡса, эҙләнеүҙәр өсөн премиялар бүлә. Дәүләт яғынан ошо иғтибарҙы күреп, хәҙерге йәштәр фәнгә үҙҙәре теләп киләме?
- Ғалимдар аудиторияһы йылдан-йыл йәшәрә бара. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда фән өлкәһендә 4,5 мең самаһы ғалим эшләй һәм уларҙың 2,5 меңдән ашыуы - 39 йәшкә тиклемге йәштәр. Йәш эҙләнеүселәргә ярҙамға республика йыл һайын 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Был аҡсаға 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртты һәм 500-ҙән ашыуы Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында стажировка үтте. Бынан тыш, ғилми йәштәр өсөн яңы лабораториялар асыла, улар менән Рәсәйҙең һәм донъяның алдынғы ғалимдары етәкселек итә. Грант механизмын дөрөҫ ҡороу арҡаһында Башҡортостан 2025 йылда йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса федераль рейтингта беренсе урын алды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың яҙында "Өҫтөнлөк - 2030" программаһы сиктәрендә республика вуздарының үҫеш проекттарын яҡлауҙа үҙе ҡатнашты. Төбәктең идара итеү командаһының фән үҫеше менән яҡындан ҡыҙыҡһыныуын нисек баһалайһығыҙ?
- Республика Башлығы яғынан университеттарҙың даими ярҙам алыуын күрәбеҙ. Төбәктә ҡеүәтле тикшеренеү инфраструктураһы булдырылған һәм ул үҫеш юлында. Юғары уҡыу йорттарының стратегик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыуы федераль аҡса йәлеп итергә, матди-техник базаны яңыртырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға булышлыҡ итә. Төбәк Башлығының проекттарҙы яҡлауҙа шәхсән ҡатнашыуы йәш тикшеренеүселәргә ышаныс бирә. Һөҙөмтә булараҡ, Башҡортостандың 4 юғары уҡыу йорто дөйөм финанслау күләме 1 миллиард һумдан ашыу булған проект буйынса еңеп сыҡты. Был уларға фәнни инфраструктураны нығытырға, заманса ҡорамалдар һатып алырға, перспективалы тикшеренеүҙәргә булышлыҡ итеп, һөҙөмтә-ләрен иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәге (НОЦ) вуз-ара кампусының беренсе сираты асылыуға бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ул фәнни тикшеренеүҙәрҙең сифатына һәм мөмкинлектәренә нисек йоғонто яһаны? Кампус төҙөлөп бөткәс, ниндәй һөҙөмтәләр көтөлә?
- Вуз-ара кампустың беренсе сиратын сафҡа индереү республиканың фән мөхите өсөн яңы асыштар нөктәһе булды. Кампус - республикала даими нигеҙҙә университеттар, тикшеренеү үҙәктәре, бизнес һәм стартап-берләшмәләр үҙ-ара тығыҙ эш иткән тәүге майҙансыҡ. Ул асылғанға тиклем төбәктең юғары уҡыу йорттары ресурстар, кадрҙар һәм проекттар өсөн бер-береһе менән дәғүәләште. Хәҙер инде улар федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкуренция өсөн берләште.
Төбәктең фәнни ландшафты нисек үҙгәргәне яҡшы күренә: Өфө Рәсәй һәм бөтә донъя өсөн технологиялар эшләү үҙәктәренең береһенә әүерелде. 18 ғилми лабораторияһы булған кампус 5 университетты берләштерҙе, шулай уҡ унда "Киләсәк моторҙары" алдынғы инженерлыҡ мәктәбе, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, "Берлога" киберфизик инновациялар оҫтаханаһы һәм "Ҡайнау нөктәһе" технологиялар һәм командалар үҫеше өсөн майҙансыҡ эшләй.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: фән Башҡортостан иҡтисадына торған һайын әүҙемерәк йоғонто яһай. Яңы асыштар, ғәмәли фәнни табыштар ишәйә, компаниялар һәм сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек үҫешә. Кампус төҙөлөп бөткәс, был процестар йылдамыраҡ дауам итәсәк.
Һуңғы 4 йылда Башҡортостанда фәнде үҫтереүгә 900 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Республикала, генетиканан һәм биомедицинанан алып, яһалма зиһен һәм яңы етештереү технологияларына тиклем фәндең төрлө йүнәлештәре үҫешә. Финанслауҙы артабан арттырыу планлаштырыла. Был турала Башҡортостан Башлығы йәш ғалимдарға мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе: "Һеҙ республика сиктәрендә фән менән шөғөлләнһен өсөн бөгөн инструменттарҙың киң палитраһы булдырылған. Өҫтәп әйтәм, киләсәктә бындай ярҙам күләмен арттырасаҡбыҙ. Бөгөн үк белем алыу миграцияһы сальдоһының ыңғай булыуын күрәбеҙ. Йәштәр Башҡортостанға уҡырға килергә, бында карьера башларға теләй. Был хуплауға лайыҡ. Беҙ һеҙгә - йәш ғалимдарға - ҙур ихтирам һәм өмөт менән бағабыҙ. Һеҙ киләсәктә республикабыҙҙы һәм тотош илде алға алып китәсәкһегеҙ, тип ышанабыҙ".
Роман ЯКИМЧУК.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|