
Тәүге тапҡыр был төбәк башҡорттары танылған рус ғалимы, этнограф һәм антрополог С.И. Руденко тарафынан 1907, 1912-1913 йылдарҙа, уларҙың физик йәки антропологик тибын һүрәтләү яғынан, ентекле тикшерелә. Тикшереү барышында буй, бит, баш ҙурлығы, тән, сәс, күҙҙәр төҫөнөң төп параметрҙары билдәләнә. Ярҙамсылары Б.Г. Крыжановский һәм С.М. Петров менән бергә С.И. Руденко 1847 аҫаба башҡортто тикшергән, шуларҙың 1512-һенең йөҙ һыҙаттарын С.И. Руденко үҙе шәхсән үлсәгән. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһынан 249 ир кеше тикшерелә. Иң ҡыҙығы шунда: Салауаттың тыуған яғы Шайтан-Көҙәй улысының Иҙрис һәм Йонос ауылдарында 22 кеше үлсәнә. Ә уның тыуған ауылы Тәкәй, билдәле булыуынса, бөтөнләй юҡ ителә. Шайтан-Көҙәй һәм күрше Урман-Көҙәй улыстарында бөтәһе 64 ир кеше тикшерелә. Һөҙөмтәлә, Шайтан-Көҙәй улысында өйрәнелгән башҡорттарҙың йөҙ үлсәмдәренән сығып, Салауат Юлаевтың яҡынса тышҡы ҡиәфәтен ижад иткәндәр ҙә инде. XIX быуаттың танылған башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың график һәм скульптура портретын төҙөгәндә лә ошо ысул ҡулланылған.
С.И. Руденконың профессиональ һәм бик юғары кимәлдә төшөргән фотографиялары ла Салауат Юлаевтың образын яҡынса күҙ алдына килтерергә булышлыҡ иткән. Башҡорттарҙың физик тибына арналған тәүге монографияһында С.И. Руденко төрлө ырыу башҡорттарының 200 фотографияһынан 34-ен баҫтыра. Фотографияларҙың күбеһе, хәҙерге Салауат районы халҡын да индереп, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының антропологик тибын сағылдыра. Фотографиялар буйынса фекер йөрөткәндә, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары өс антропологик типҡа ҡарай: туран (Көньяҡ Себер), Каспий аръяғы һәм урындағы Урал типтары. Был райондарҙа иң таралғаны, моғайын, туран тибылыр, ул ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, Алтай-Саян таулығы халыҡтары араһында йыш осрай.
С.И. Руденконың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Әй-Йүрүҙән бассейны башҡорттарына тән, сәс, күҙҙәр пигментацияһының интенсив, уртасанан тәпәшерәк буйлы, түңәрәк башлы булыу хас. Был төбәк башҡорттары башлыса ялпаҡ битле, оҙонса йөҙлө, киң танаулы, өҫкө ҡабаҡтары һалыныбыраҡ торған ҙур күҙле. Тәндәре артыҡ йөнтәҫ түгел. Уртаса буйлыларҙың мыҡты кәүҙәле, сағыштырмаса ҡыҫҡа аяҡлы булыуҙары бигерәк тә күҙгә ташлана. Бөтә был билдәләр буйынса әйлеләр менән көҙәйҙәр үҙ-ара оҡшаш. Был С.И. Руденкоға уларҙы антропологик яҡтан бер дөйөм районға индерергә ярҙам иткән.
1963-1965, 1967 йылдарҙа башҡорттарҙың антропологик тибын өйрәнеү менән М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Антропология институты хеҙмәткәре М.С. Акимова шөғөлләнгән. Ул, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарын да индереп, дүрт этнографик төркөмдән 1250 башҡорт ир-егетен тикшергән. Әйлеләр, табындар һәм ҡатайҙарҙы ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында түгел, ә Силәбе өлкәһе территорияһында өйрәнгән. М.С. Акимова башҡорттар араһында дүрт антропологик типты айырып күрһәткән: урал, асыҡ төҫтәге европеоид, туран, понтий типтары. Иң таралғаны урал һәм туран антропологик типтары. Туран тибы бөтә башҡорттар араһында ла бар, шулай ҙа йышыраҡ төньяҡ-көнсығыш төркөмөндә осрай. Әйтергә кәрәк, уның фекеренсә, башҡорттар араһындағы туран тибы ҡаҙаҡтарҙағынан күҙгә бәрелеп торған европеоид ҡушылмаһы менән айырылып тора, уның сығанаҡтары беҙҙең эра сигендәге көньяҡ сығышлы ҡуңыр пигментациялы (понтий) савромат, сарматтар тибының боронғо ҡатламдарына барып тоташа.
Шулай итеп, М.С. Акимованың тикшеренеүҙәре, дөйөм алғанда, С.И. Руденконың башҡорттарҙың антропологик составының ҡатмарлы булыуы тураһындағы һығымталарын раҫлай.
1977-1989 йылдарҙа беҙ үткәргән краниологик тикшеренеүҙәр ҙә 14 краниологик өҙөмтәнән төньяҡ-көнсығыш (айырым алғанда, Ахундан) башҡорттарының баш һөйәктәре серияһына европеоид һыҙаттары хас булыуын күрһәтте. Был билдәләр буйынса улар Алтай-Саян таулығы халыҡтарына һәм ҡаҙаҡтарға, ҡарағалпаҡтарға яҡынлаша.
Быға өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: этнография, визуаль антропология мәғлүмәттәре башҡорттар составында сығанаҡтары беҙҙең эраның I-II мең йыллығы сигенә барып тоташҡан оғуз компоненты барлығы хаҡында ышаныслы итеп әйтергә мөмкинлек бирә, ул саҡта башҡорттар менән хәҙерге төркмәндәрҙең, ҡарағалпаҡтарҙың ата-бабалары булған оғуздар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәгән.
Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбиләләре составында, билдәле булыуынса, "төркмән" ырыу төркөмдәре осраштырғылай. Һарт-әйлеләр араһында, мәҫәлән, Р. Кузеев "тәкәй" ырыуы төркөмөн асыҡлаған. Етмәһә, төркмәндәрҙең "тәкә" ҡәбиләһе менән башҡорттарҙың "тәкәй" ырыуы тамғалары тура килә, улар араһындағы оҡшашлыҡтар фольклор материалдарында ла осрай. Мәҫәлән, "Ҡуңыр буға" риүәйәтендә башҡорт ҡыҙы менән Каспий диңгеҙе ярҙарынан килгән оғуз егете араһындағы мөхәббәт һәм никах тураһында бәйән ителә. Бындай бәйләнештәр хаҡында антропологик мәғлүмәттәр ҙә һөйләй. Төркмәндәр араһында киң таралған Каспий аръяғы раса тибы йыш ҡына көньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттары араһында ла осрай. Шулай уҡ улар төньяҡ-көнсығыш башҡорттары составында ла бар.
Салауат Юлаевтың Тәкәй ауылында тыуып үҫеүен, күрше Урман-Көҙәй улысында ла Тәкәй һәм Төркмән исемле ауылдар булыуын иҫәпкә алһаҡ, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында туран ғына түгел, ә һомғол европеоид Каспий аръяғы расаһы тибындағы (понтий тибы варианты) вәкилдәр ҙә булыуы һис тә ғәжәп түгел. Ихтимал, был раса тибындағыларҙы, шулай уҡ ҡасандыр оғуз-төркмәндәр менән никахҡа инеп туғанлашҡан башҡорттарҙы халыҡ, уларҙың төркмәндәрҙең "тәкә" ҡәбиләһе вәкилдәре менән ҡәрҙәшлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып, "иштәктәр" тип атағандыр. Салауат Юлаевтың тыуған ауылының исеме - Шайтан-Көҙәй улысындағы Тәкәй, шулай уҡ 1907, 1912-1913 йылдарҙа Урман-Көҙәй улысында булған Тәкәй һәм Төркмән ауылдары ла ошо фекергә этәрә.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Салауат Юлаев тышҡы ҡиәфәте менән туран йәки понтий антропологик тибындағы йәки уларҙың ҡушылған вариантын кәүҙәләндереүсе булыуы ихтимал, тип күҙалларға мөмкин. Авторҙарҙың (И.Г. Фрих-Хар, Т.П. Нечаева, С.Д. Тавасиев) художество фантазияһына ҡарамаҫтан, Салауат Юлаевтың хәҙерге скульптура һындары антропологик реалийҙарға тап килә һәм башҡорт халҡының төньяҡ-көнсығыш этнографик төркөмө араһында киң таралған бер туран раса тибының төрлө варианттарын кәүҙәләндерә. Һәр хәлдә, киләсәк тикшеренеүҙәрҙә, скульптура һәм рәссам әҫәрҙәрендә төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында таралған боронғо Каспий аръяғы расаһы (понтий) тибын күҙ алдында тоторға кәрәк булыр".
Тарихсы-антрополог Ринат ЙОСОПОВ яҙмаларынан.
(Аҙағы. Башы 25-се һанда.)
"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА