«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ӨСӨН ТӨП ӨЛГӨ ШӘЖӘРӘБЕҘҘӘГЕ АТАЙ-ОЛАТАЙҘАР
+  - 


Ғәлимовтарҙың ғаиләһе тураһында Дәүләкән яҡтарында яҡшы беләләр. Сөнки тап ошо төбәктең данын яҡлап, былтыр Ғәлимовтар "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика асыҡ конкурсында "Күп балалы башҡорт ғаиләһе" номинацияһында еңеүсе булды. Тырыш, уңған ғаилә "Всей семьей" Рәсәй проектында ла уңышлы сығыш яһаны. Марсель Айрат улы - утты-һыуҙы кискән ир-азаматтарҙың береһе. Чечняля хеҙмәт итә, орден менән бүләкләнә. Бөгөнгө көндә ул Дәүләкән ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ә. Хәкимов музейы мөдире булып эшләй. Щулай уҡ ул милли көрәш буйынса уҡытыусы-тренер, уның тәрбиәләнеүселәре республика, Рәсәй кимәлендә еңеүҙәр яулай. Ҡатыны Рәйсә Илшат ҡыҙы менән бына тигән ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Берҙәм ғаилә төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ирекмәндәр ойошмаларына ҙур ярҙам күрһәтәләр. Беҙ Марсель Айрат улына һәм Рәйсә Илшат ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Марсель, иң тәүҙә шуны белергә ине, буласаҡ ҡатынығыҙ менән ҡасан, нисек таныштығыҙ, ниндәй юлдар һеҙҙе бергә осраштырҙы?

Марсель Айрат улы:
Минең атайым һәм Рәйсәнең әсәһе Әлшәй районының Балғажы ауылынан, беҙ 2002 йылда ошо ауыл клубында таныштыҡ. Уртаҡ фекерҙәр, донъяға ҡараштар берлеге беҙҙе бер-беребеҙгә яҡынайтҡандыр. Мин астрономия фәнен ныҡ яраттым. Шуға ла тәү күрешкәндә, беләмме-белмәйемме, әйҙә, йондоҙҙар тураһында һөйләгән булам Рәйсәгә. Ғәҙәттә, китаптарҙан уҡып беләбеҙ бит инде егет һәм ҡыҙ кистәрен күрешкәндә күкте байҡап, йондоҙҙар тураһында әңгәмә ҡорғанды. Мин дә килештергәнмендер инде шулай. Ысынында, әле лә ошо темаға арналған ғилми яҙмаларҙы, икенсе планеталарға сәйәхәт итеүгә арналған фантастиканы ла, яратып уҡыйым.
Рәйсә Илшат ҡыҙы: Иң тәүҙә Марселдең аҡыллы, матур итеп, еренә еткереп һөйләүе минең иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Тәүҙән үк уның етди кеше икәненә, тормошҡа етди ҡарағанына ышандым.

Әле үткәнгә күҙ һалдыҡ. Һеҙ, Марсель, хыяллланырға яратҡан, киләсәккә асыҡ ҡарашы булған егет тип күҙ алдына баҫтығыҙ.

Марсель Айрат улы:
Донъяға ҡараш тәрбиәләүҙә уҡытыусынан күп нәмә тора, тип уйлайым. Астрономия фәненән беҙҙе класс етәксебеҙ уҡытты, уның дәрестәре әле лә иҫтә. Ә былай алып ҡарғанда, бала саҡта үҙеңде әллә нисә һөнәр эйәһе итеп күрәһең бит, был тәбиғи. Шулай ҙа бөгөн мине борсоған нәмәләр юҡ түгел. Балаларҙан: "Кем буларға теләйһең? - тип һораһаң, күпселеге: "Белмәйем", - тип яуап бирә. Ә беҙ бәләкәй саҡта осоусы, инженер, янғын һүндереүсе һ.б. һөнәрҙәрҙе атай инек. Әле баланы нисек үҫтерәбеҙ? Уға бишектә биләнгән бала кеүек итеп ҡарайбыҙ. Бала нимә теләй, ата-әсә шуны һатып алып бирә. "Үҙебеҙ бала саҡта уныһы булманы, тегенеһе булманы, балаларыбыҙ шулай үҫмәһендәр",- тип уйлайҙар ҙа, саманан тыш ҡурсалайҙар. Балаға һораған нәмәһен ата-әсә алып бирмәһә, йә ҡартатаһы-өләсәһе, йә ағай-апайҙары алып бирә. Йәғни, бала алдында бөтә нәмә бар, әҙер, уның хатта хыялланырға ла мөмкинлеге юҡ... Беҙ бала саҡта ашарға ла, ҡайһы бер мәл кейем дә етешмәгән ваҡыттар булды. Был хәл беҙгә киләсәккә маҡсат ҡуйырға, шуға табан ынтылырға ярҙам итте.
Мин үҙем уҡытыусы булып эшләгәс, күпте күрәм. Хәҙер балаларға бихисап хоҡуҡтар бирелгән. Беҙ уҡығанда улай булманы: уҡытыусы әйтә икән, ул закон ине - иҙәнде лә йыуаһың, таҡтаны ла һөртәһең. Ә хәҙер тегеләй ярамай, былай ярамай, тип кенә торалар. Хатта ата-әсәләр, беҙҙең балаға эш ҡушмағыҙ, тип килеп ҡыҫылалар. Былай ҙа уҡытыусыны эш хаҡы менән дә, туҡтауһыҙ отчет биреү менән дә ҡыҫалар. Уҡытыусы әлеге ваҡытта бөтә яҡтан да ҡыҫылыуҙарға дусар ителә. Киреһенсә, уларға ярҙам кәрәк. Элек уҡытыусы шелтәләйме, киҫәтәме - атай менән әсәйгә ҡайтып һөйләү уйҙа ла булманы. Ошаҡлашһаң, киреһенсә, уларҙан үҙеңә эләгә - һине уҡытыусы юҡҡа әрләмәгән, һиңә юҡҡа асыуланмаған. Мин ата-әсәләр менән һөйләшәм. "Үҙегеҙ нисек уҡынығыҙ, иҫләйһегеҙме?" - тип һорайым. "Заманы икенсе", - тип кенә ҡуялар...

Бергә тормош башлап ебәреүе ауыр булманымы? Йәштәргә ниндәй теләктәр булыр?

Марсель Айрат улы:
Иң элек, ниндәйҙер хата эшләйһең икән, ҡатының алдында ла, балалар алдында ла уны таный белеү кәрәк. Был йәһәттән мин уңдым, Рәйсәнең иң һәйбәт сифаттарының береһе - мине аңлауы. Ниндәйҙер бәхәсле, аңлашылмаған хәлдәр булһа, беҙ һәр саҡ уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Кешеләр бит, ғәҙәттә, әрләшә, бер-береһен ғәйепләй башлайҙар. Ә беҙ иһә, фекер алышабыҙ, ни өсөн һин - улай, ни өсөн мин былай эшләнем. Иркенләп һөйләшәбеҙ. Ҡасан була һуң ундай буш ваҡыт? Кис, бөтөн эш-мәшәҡәттәрҙе тамамлап, йоҡлар алдынан, түшәктә иркенләп һөйләшеп ятабыҙ. Туғандар элек нисек аңлашҡандар? Улар өҫтәл янында ҡор йыйып, фекер алышҡандар. Эшлекле һөйләшеү өсөн түңәрәк өҫтәл ҡулай, ул туған-тыумасаны бер-береһенә яҡынайта. Ә ҡатын менән ир кешенең уртаҡ урыны - түшәк. Ир менән ҡатын әрләшәме, дуҫлашамы, һәр саҡ бер түшәктә ятырға тейештәр. Ҡайһы бер йәштәрҙең төп хатаһы шунда, үпкәләшһәләр, кемеһелер ата-әсә йортона ҡайтып китә лә, бер аҙна, бер ай буйы һөйләшмәй йөрөйҙәр. Беҙ иһә бер ҡасан да бер-беребеҙҙән айырылманыҡ.

Һеҙ биш балаға ғүмер бүләк иткәнһегеҙ. Улар менән дә таныштырып китәһегеҙ ине.

Марсель Айрат улы:
Иң оло ҡыҙыбыҙ Аделина Санкт-Петербург ҡалаһында медицина университетында уҡып йөрөй, Илина быйыл унынсы класты тамамланы, Дәүләкәндә Башҡорт гимназияһында белем ала. Етенсе класты тамамлаған Дим улыбыҙ шулай уҡ Башҡорт гимназияһында уҡый, Мәҙинә икенсе класты бөттө. Төпсөк улыбыҙ Иҙел әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Һөнәр һайлауға килгәндә, өлкән ҡыҙыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк, "табип булам", ти торғайны. Үҙе лә сирләштерҙе, шул да этәргәндер был һөнәрҙе үҙләштереүгә. Һәр хәлдә, маҡсатына тоғро булды. Икенсе ҡыҙыбыҙ Илина уйлана әле. Туғыҙынсы кластан һуң берәй махсус уҡыу йортона инергә уйы бар ине. Мин был ҡарарҙың иртәрәк икәнен һиҙендем, икенсе ят йоғонтоларға бирелеп китмәҫме, тип шикләндем. "Ун берҙе бөткәнсе бында уҡыйһың. Унан инде ҡайҙа теләйһең, шунда уҡырға инерһең", - тинем. Илина шаян, илгәҙәк ҡыҙ, кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел таба, аралашыусан. Дим иһә бик етди егет, аҙ һүҙле, һорауыңа бер-ике һүҙ менән генә яуап ҡайтара. Хатта йылмайып та бармай, шаярып һөйләшһәң дә, ул хис-тойғоларын бик сығарып бармай. Бер туғаным хатта "ул шпион" тип көлөп тә ҡуйҙы. Мәҙинә - асыҡ ҡыҙыҡай. Кешеләргә бүләк бирергә ярата. Һүрәт төшөрөп булһа ла, бүләк итәсәк ул һиңә. Бәләкәсебеҙ Иҙел шулай уҡ илгәҙәк. Ҡунаҡ килһә, иң беренсе уның алдына менеп ултыра, ҡосаҡлай, үбеп ала. Уның йәшендә Дим, киреһенсә, кешенән ҡаса ине.
Биш бала - бишеһе биш төрлө. Һәр береһенең күңеленә юл табырға тырышабыҙ. Бәләкәй саҡта әсәйем беҙҙе ҡосаҡлап, яратып ала торғайны, яғымлы һүҙен дә онотманы. Атайым ундай уҡ йылылыҡ күрһәтмәне. Хәҙер аңлайым, атай кеше үҙенең хис-тойғоһон бик күрһәтергә тырышмағандыр. Ә мин иһә балаларымды ҡосаҡлап та, маҡтап та алырға тырышам. Телефонымда ҡыҙҙарымдың исемдәре "Минең королевам", "Минең принцессам" тип кенә яҙылған. Әгәр ҙә атай кеше ҡыҙҙарына йылылыҡ күрһәтмәһә, улар ҡурҡып үҫерҙәр, ир-егеткә ышаныу менән ҡарамаҫтар ине. Ә улдарыма саҡ ҡына ҡатыраҡ була беләм. "Шуны эшләргә, быны эшләргә тейешһең", - тигән талаптар ҡуям.
Мин мәктәптә көрәш түңәрәген алып барам, традицион уҡтан атырға ла өйрәтәм. Ете-һигеҙ йәш булғанда улымды көрәш түңәрәгенә йөрөтә башланым. Күнекмәләрҙә ҡарап, һанап торам: уның көрәшергә әллә ни теләге юҡ. "Был көрәш оҡшамаһа, улым, самбоға бараһыңмы?" - тип һораным. "Юҡ", - ти. Волейбол, футбол һымаҡ башҡа спорт төрҙәрен һанайым, ул "Юҡ" тип, баш сайҡай. Һуңынан әсәһенә: "Гитарала уйнағым килә", - тип әйткән. Мин үҙем көрәшсе булғас, улыма ла шул күҙлектән генә ҡарайым, тик спорт яғына ғына баҫым яһайым икән. Баланың икенсе шөғөл менән ҡыҙыҡһыныуы башыма ла инеп сыҡмай. Баланы бит мәжбүр итергә ярамай. Әлбиттә, аңлау килде. Улыма: "Гитарала уйнарға өйрән", - тип әйттем. "Тик берҙән-бер талап, һин мотлаҡ бассейнға йөрөйһөң, сөнки ир бала йөҙә белергә тейеш". Беҙҙең эргәлә генә Дим йылғаһы аға. Унда балалар йыш йөрөй, ҡотҡарыусылар ҙа бар, ләкин балаларҙы Димгә һәр ваҡыт һағайып ҡына ебәрә инек. Йылғала сағында йөрәкте ҡурҡыу ҡыҫып-ҡыҫып ала ине. Улыбыҙ уҡыған Шайморатов класында йөҙөү дәресе бар, дәррәү бассейнға йөрөйҙәр. Байтаҡ ваҡыт гитара менән шөғөлләнде лә улыбыҙ, бер мәл: "Инде ташлайым", - тип ысҡындырҙы. Мин үҙ һүҙемде әйттем: "Ярты юлда бер нәмәне лә ташлап ҡуймайҙар. Маҡсат алғанһың икән, уға мотлаҡ өлгәшергә кәрәк".
Тормошта кемдәрҙе генә осратмайһың. Мәҫәлән, кеше бер эш башлай ҙа, килеп сыҡмаһа: "Эй, минән булмай инде", - тип ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Шул рәүешле, унда һуғыла, бында һуғыла, ахыры, бер нәмәгә лә өлгәшмәй. Беҙ, башҡорттар - тәбиғәт балалары, бармы-юҡмы, булғанынан шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Ләкин шөкөр иткән үрҙе яулау өсөн дә ныҡышмаллыҡ талап ителә. Балаларыма шулай тип өйрәтәм: "Әгәр ҙә берәй нәмәгә тотонһағыҙ, уны аҙағына тиклем алып барып еткерегеҙ. Ярты юлда туҡталып ҡалмағыҙ".
Рәйсә Илшат ҡыҙы: Өйҙәге эште лә шулай бергә эшләп өйрәтәбеҙ. Хеҙмәттән ҡурҡырға ярамай, тибеҙ. Ҡоймаҡ ҡояммы, бәлеш бешерәмме, балалар ихлас ярҙам итәләр. Хатта Иҙел дә ҡоймаҡ ҡойорға булһа, ҡамыр бутай һалып бирә.
Марсель Айрат улы: Эйе, балаларҙы эшкә йәлеп итеү - тәү бурыс тип һанала ғаиләбеҙҙә. Димгә, мәҫәлән, эштең иң тосо эләкте инде. Быға тиклем беҙ үгеҙҙәр тоттоҡ. Һигеҙ үгеҙ аҫыраныҡ. Баланың теләге булһын, мал ҡарауға яуаплы ҡараһын, тип: "Бер үгеҙ һинеке. Һуйғас, аҡсаһына нимә теләйһең, шуны алырһың",- тинем Димгә. Беҙ уны мәжбүр итмәйбеҙ, ә ул үҙе теләп, мал ҡарау эшен атҡарырға өйрәнде.
Мин үҙем дә - бәләкәй сағымда мал, ҡош-ҡорт ҡарап үҫкән кеше. Әсәйем аяҡ кейеме тегеү фабрикаһында эшләне. Сменалы эш ине. Автобустар ул саҡта бик йөрөмәне. Төнгө сменанан уны атайым барып алып ҡайта. Әсәйем эшкә китер алдынан һәр саҡ өҫтәлдә кем нимә эшләргә тейешлеге хаҡында яҙыу ҡалдыра торғайны. Марселгә шуны, Айҙарға быны эшләргә... Ҡала фатирында йәшәһәк тә, тауыҡ-өйрәк тоттоҡ. Мәктәптән ҡайтыуға беҙҙе ниндәй эш көткәнен белеп торабыҙ. Һәр эшләгән эште ҡағыҙҙа һыҙып барабыҙ. Бына шулай ҡушылған эшкә яуаплы ҡарап үҫтек.

Рәйсә, һеҙгә ҡарап, иман юлында икәнегеҙҙе аңлауы ауыр түгел. Дини ғаиләлә үҫтегеҙме?

Рәйсә Илшат ҡыҙы:
Әхирәттәрем араһында дини ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр бар ине. Шулар йоғонтоһонда дин менән ҡыҙыҡһына башланым, артабан мәсеткә йөрөп, иман юлында белемемде нығыттым. Тормош үҙе мине ошо юлға алып килде. Марсель Айрат улы: Мин ул көндө лә яҡшы хәтерләйем. Мин эштә инем, бер мәл Рәйсә шылтыратты: "Марсель, мин намаҙ уҡый башлайым, рөхсәт итәһеңме?" "Үҙеңдең теләгеңдән тора. Мин һиңә "юҡ" тип тә, "эйе" тип тә әйтә алмайым", - тип яуап бирҙем. Аллаһ Тәғәлә менән бәйләнеш - тик кешенең үҙенең шәхси эше. Был, ысынлап та, шулай. Бер ни тиклем ваҡыттан: "Мосолманса кейенеп йөрөйөммө?" - тип һораны. Унда ла: "Бары тик үҙең генә хәл итә торған ҡарар был", - тинем. Артабан үҙем дә намаҙ уҡый башланым.
Иман юлын һайлауҙың тағы ла бер сәбәбе бар, беҙ үҙебеҙҙең шәжәрәләребеҙҙе ныҡлап өйрәндек, шул да булышлыҡ итте был юлға баҫырға. Ни өсөн беҙҙең йөрәккә дин йомшаҡ итеп, матур итеп килеп инде, тип уйлай инек. Ике яҡтан да, атайҙарыбыҙ яғынан да, әсәйҙәребеҙ яғынан да, беҙҙең ата-бабалар дин әһелдәре булғандар. Әсәйем яғынан ҡартатайҙарҙың хәрби булғандарын асыҡланым. Улар - тархандар. Ҡәнзәфәр бей менән бергә йөрөгәндәр, ғилемле, уҡымышлы заттар. Хатта фамилиябыҙ ҙа Ғәлимов бит.
Йәйҙәрен атай менән әсәй һәр ваҡыт ҡустым менән мине ауылға өләсәй янына илтеп ҡуялар ине. Ул мулла ҡыҙы. Революциянан һуң ҡартатай, ғаиләһен алып, Урта Азияға китә, Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында канал ҡаҙыуҙа ҡатнаша. Һуғыш башланғас, фронтҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. "Балаларҙы алып, ауылға ҡайт", - тип ҡатынына әйткән була. Һуғыш йылдарында ғаилә ауылға әйләнеп ҡайта. Тик өләсәйҙең әсәһе һәм иң бәләкәс ҡыҙҙары ағыулы башаҡ ашап үләләр. Беҙҙең өләсәйҙе һәм кесе туғаны Шәмсунды Шафран балалар йортона алып барып бирәләр. Ә өләсәйем детдомдан ҡаса, туғаны Шәмсунды санаға ултыртып, егерме километр ҡар кисеп, ауылға кире ҡайтып инә.
Эйе, өләсәйем көслө, көрәшсе рухлы кеше ине. Һәр саҡ: "Мин Хөсәй мулла ҡыҙы бит әле",- тип, үҙенең ябай кешенең балаһы түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә ала торғайны. Хөрмәт итеп "Хөсәй ҡыҙы" тип йөрөтәләр ине уны белгәндәр. Ауылға ҡайтҡанда шуға иғтибар итә инек, өләсәй: "Ен инмәһен",- тип уҡынып, һәр саҡ ишекте бикләп, бысаҡ тығып ҡуя торғайны. Каникулдан ҡайтҡас, йоҡо бүлмәһендә йоҡларға ятҡас, ҡустымдан: "Ишеккә бысаҡты ҡыҫтырҙыңмы?" - һорайым. "Юҡ, онотҡанмын", - тине лә Айҙар, йүгереп барып ишеккә бысаҡ ҡыҫтырып ҡуйҙы. Иртәнсәк торһаҡ, әсәйем: "Өләсәйҙәренән күреп, ишеккә бысаҡ тығып ҡуйғандар, ниңә улай итәһегеҙ!" - тип һуҡранып йөрөй.
Ғаиләбеҙ өсөн эшләгән кәрәкле эштәрҙең береһе - тамырҙарыбыҙҙы барлау. Мин дә, ҡатыным да ҡартатайҙар, өләсәйҙәр яғынан, тимәк, дүрт яҡтан, шәжәрәләребеҙҙе төҙөнөк. Һигеҙ-туғыҙ быуыныбыҙҙы беләбеҙ. Бөтә яҡтан да беҙ башҡортбоҙ. Ошо ғорурлыҡты балаларыбыҙҙа ла тәрбиәләргә тырышабыҙ.

Шәжәрә төҙөү уйламаған, белмәгән тарихтарҙы асырға ла булышлыҡ иткәндер...

Марсель Айрат улы:
Шундай тарихтарҙың береһе - ҡартатайымдың апаһы Гөлнәзирә әбейҙең ҡыҙын табыу булды. Һуғыштан һуң Гөлнәзирә апаһы менән Үзбәкстанға сығып китә, шунда ҡаҙаҡ кешеһенә кейәүгә сыға, уларҙың Мөхәббәт исемле ҡыҙҙары тыуа. Гөлнәзирә әбей, ауырып киткәс, бәләкәс ҡыҙын алып, кире ауылына ҡайта, һауыға алмай, шунда үлеп ҡала. Мөхәббәт апайҙың атаһы килеп, ҡыҙын үҙҙәренә алып ҡайтып китә һәм шунан ары бәйләнеш өҙөлә. Мөхәббәт апайыбыҙ тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ ине. Бары исеме һәм тыуған йылы ғына билдәле. Аҙаҡҡы биш йылда туҡтауһыҙ эҙләнем. Бәлки, Ҡаҙағстандалыр, тип, ошо республиканың Эске эштәр министрлығына ла яҙҙым. Үзбәкстанға мөрәжәғәт иттем. Хатта мошенниктар ҙа килеп сыҡты шул ваҡыттарҙа. Берәү ватсаптан: "Туғанығыҙҙы таптым", - тип яҙҙы. Өс мең генә аҡса һорай. Мин шатланып киттем. Нимә инде өс мең аҡса! Ебәрәм, тип уйлайым. Шунан башыма шик төштө. "Туҡта, ниндәй ҡаланың исемен яҙҙы әле?"- тип, компьютеры асып, интернеттан эҙләйем: Үзбәкстанда ундай ҡала ла, урам да теркәлмәгән. Тегегә: "Ундай атамалар юҡ, яңылыштығыҙмы, әллә алдайһығыҙмы?" - тип яҙҙым. Ул һүгенеп кенә яуап бирҙе, шуның менән бәйләнеште өҙҙө.
Себерҙә йәшәгән Алһыу туғаныбыҙ Үзбәкстандан бер ағай менән таныша, ә уның кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнгән ирекмәндәре бар икән. Шуларға йөҙ доллар күсерҙем, тап улар Мөхәббәт апайҙы таптылар. Былтыр беҙ апайыбыҙ янына барып ҡайттыҡ. Быйыл Мөхәббәт апай әхирәте менән үҙе беҙгә килде. Дәүләкәнде, Өфөнө күрһәттек. Салауат Юлаев һәйкәленә алып барҙым. "Бына беҙҙең шундай батырыбыҙ булған", - тип һөйләйем. Ә улар берсә Салауат һәйкәленә, берсә Ағиҙелгә, йәнә йәшеллеккә ҡарайҙар. "Үәт мөғжизә! Был бит ожмах!" - тиҙәр. Мөхәббәт апай: "Бындай йәшеллекте бер ҡасан да күргәнем булманы. Үзбәкстанда бындай йәшеллек тә, бындай йылға ла юҡ",- тине. Асылыкүлде күрһәттек. Аптырап йөрөнөләр. "Бында ағас аҫтында бер төн йоҡлап алыу минең хыялым", - ти Мөхәббәт апай. Баҡтиһәң, апайым башҡорт халҡы тураһында ла, Башҡортостан хаҡында ла бер ни ҙә белмәгән икән. Улар йәшәгән ерҙә сит милләттәрҙе бик яратмайҙар икән. Уларҙы татар тип уйлағандар. "Беҙ Себер, Ҡаҙан, Ҡырым татарҙары барлығын белә инек. Мине "татар" тип кәмһетәләр ине. Мин ояла инем", - ти. "Данлы тарихыбыҙҙы ишеттең. "Мин - башҡорт!" тип күкрәк һуғып йәшәргә тейешһең", - тинем апайыма.

Был донъяла үҙ урыныңды табыу юлы төрлөсә була. Иман, әҙәп, әхлаҡ төшөнсәләре һәр саҡ алға сыға. Бында ғаиләлә дини тәрбиә тигән һүҙҙән ситкә китә алмайбыҙҙыр...

Рәйсә Илшат ҡыҙы:
Беҙ балаларҙы, дин тотоғоҙ тип, көсләмәйбеҙ. Кеше үҙе күңеле менән хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булырға тейеш. Әлбиттә, иң кәрәкле сүрәләрҙе беләләр. Балалар беҙҙең намаҙ уҡығанды күрәләр, ҡабатлайҙар.
Марсель Айрат улы: Мин иң элек балаларҙы нимә яҡшы, нимә насар, шуны айырырға өйрәтергә һәм ни өсөн икәнен аңлатырға кәрәк, тип уйлайым. Көсләп намаҙға баҫтырһаң, ҡайҙалыр сығып китәләр икән, улар был ғәмәлде онотасаҡ. Беҙ дингә үҙебеҙ аңлап, әҙер булып килдек. Балалар ҙа был юлға үҙҙәренең башы-йөрәге менән ҡабул итеп килергә тейештәр. Атай булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та, ата-әсәләр йыйылышында даими ҡатнашам. Төрлө дин тотҡан кешеләрҙең балалары уҡый. Ҡайһы саҡ уларҙың да балаларының тәртибе насар, тип шелтәләйҙәр. Быны ишетеүе ҡыйын. Ә бала-сағаның күбеһе телефон ҡоллоғонда үҫә: блогерҙар нимәгә генә өйрәтмәйҙәр ҙә, нимәгә генә ышандырмайҙар. Ә бала тиҙ генә бирелә насар йоғонтоға. Шуға ла уларҙы ошо йоғонтонан һаҡларға, һәр кемдән тәртипле, әҙәпле булыуҙы талап итергә кәрәк. Балаларҙы спорт буйынса күнектерәм бит инде, ҡай саҡ кемелер: "Һеҙ беҙгә баҫым яһарға тейеш түгелһегеҙ", - тип әйтеп ҡуя. "Мин баҫым яһамайым, мин өйрәтәм!" - тием. Оҫтаның, тренерҙың өйрәтеүе ата-әсәнекенән айырыла, әлбиттә. Улар үҙҙәре һуңынан минең менән ризалашалар. Шәкерттәрем күп, уҡып бөтөп минән киткәндәр менән дә араларҙы өҙмәйем.
Музейҙағы эш икенсерәк, унда төрлө яҡтарҙан килгән ҡунаҡтар менән эш итәһең. Музей эшен еңел, тип әйтмәҫ инем. Район хакимиәте менән даими бәйләнеш тоторға кәрәк, улар ҡушҡанды ла, булдыраһыңмы-юҡмы, ваҡытың бармы-юҡмы, сифатлы итеп, еренә еткереп эшләргә тейешһең.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсында ҡатнашыу тарихы нисек булды? Өфө төбәгендә әлегә Дәүләкәндән берҙән-бер еңеүсе һеҙҙең ғаилә бит әле...

Марсель Айрат улы:
Эйе, беҙҙең Өфө төбәгендә әүҙем, алдынғы ғаиләләр күп, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында ҡатнашып, һәр саҡ призлы урын яулайҙар. Шуға ла Ғәлимовтар ғаиләһенең ошо ярышта Гран-при алыуына күптәр аптырай. Ә ҡатнашыуыбыҙ көтөлмәгәнсә килеп сыҡты, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Беҙҙе Дәүләкән ҡала хакимиәтенә саҡырып, конкурста ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Дәүләкәндә күп бала тәрбиәләгән, уңған, әүҙем ғаиләләр бар, әлбиттә. Ләкин был ярышта ҡатнашыр өсөн айырым талаптар ҙа ҡуйылған. Беҙҙең ғаилә иһә бөтә төр сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә, ярыштарҙа даими ҡатнаша килә. Тәүге турҙы Дәүләкәндә уңышлы үттек, унан дөйөм Өфө төбәгендәге һайлауҙан да үтә алдыҡ. Артабан Стәрлетамаҡҡа юл алдыҡ. Шуныһы ҡыуандыра, балаларыбыҙ бик ихлас ҡатнаштылар. Финалға сыҡҡан дүрт ғаилә араһында беҙ еңеүсе булдыҡ.

Тренер йәш быуын менән араны өҙмәй, уларҙан бына тигән спортсылар әҙерләй. Был яуаплы бурыстың үҙ ауырлыҡтары барҙыр бит?

Марсель Айрат улы:
Тренер, бер һүҙһеҙ, баланы спорт ярыштарында ҡатнашырлыҡ итеп әҙерләргә тейеш. Уларҙы аҙна һайын тиерлек төрлө ярыштарға йөрөтәбеҙ. Бер атай кеше: "Мин баламдың бер тапҡыр көрәшкәнен ҡарап ҡына ла уның өсөн йәнем сыға яҙа. Ә һин ун биш-егерме бала өсөн көйәһең-янаһың, йөрәгең нисек түҙә?"- тип аптырай. Ете-һигеҙ йәшлектәр менән эшләүе ныҡ ҡыйын, улар бер урында тора белмәйҙәр. Йә талашып-һуғышып китәләр. Береһе илай, икенсеһе йырлай, өсөнсөһө телефонға йәбешкән... Уларҙың иғтибарын үҙеңә йәлеп итергә, улар артынан йөрөргә кәрәк. Ныҡ арып ҡайтам, әлбиттә.
Рәйсә Илшат ҡыҙы: Беҙ уның хәлен аңлап торабыҙ. Марселгә аҙ ғына булһа ла ял итеп алырға, үҙен ҡулға алырға, тынысланырға, яңынан көс йыйырға кәрәк. Шундай мөмкинлекте тыуҙырабыҙ. "Атайығыҙға ял бирегеҙ", - тип кенә торам балаларға ла.
Марсель Айрат улы: Күп йылдар тренер булып эшләү тәжрибәһенән сығып, шуны әйтә алам, тәрбиәләнеүселәрем араһында атайһыҙ үҫкән баланы миңә айырыуы ауыр түгел. Уларға ирҙәргә хас ныҡлыҡ, тәүәккәллек етешмәй. Умыртҡа һөйәге ныҡ түгел, тип әйтәйемме... Тренировка мәлендә йығылһа, уны хәҙер йәлләрҙәр, тип, көтөп ята ул. "Тор, ҡыҙҙар кеүек үҙеңде йәлләтеп ятма. Аяғыңа баҫ, көрәш, шөғөллән!" - тип, талапсан, ҡәтғи өндәшһәм, "Мине йәлләргә кәрәк", тигән сырайы шундуҡ юҡҡа сыға.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә ниндәй талаптарҙы алға ҡуяһығыҙ?

Марсель Айрат улы:
Иң тәүҙә, туған телде белергә тейештәр, тигән талап ҡуйыла уларға. Мин үҙем рус мәктәбендә уҡыным. Башҡорт теле уҡытылмай ине ул ваҡытта. Балалар баҡсаһында ла русса, урамда ла русса... Башҡорт телен ауылға ҡайтҡанда ғына ишетә инем. Өләсәйгә рәхмәт, ул тик башҡортса ғына һөйләште. Мин уның менән башҡортса өйрәндем. Кешеләр менән башҡортса һөйләшһәм, "Һин Дим башҡорто, эйеме?" тиҙәр. "Дим башҡорто икәнемде ҡайҙан беләләр, мин бит саф башҡорса һөйләшәм", - тип аптырай инем. Беҙҙе диалекттан айыралар икәнен белмәй инем әле.
Әле беҙ өйҙә ремонт эшләйбеҙ, уның тап башҡорт өйө икәне күренергә тейеш, Урал батыр тураһында һүрәт һәм беҙҙең шәжәрәләр эленеп торһон, тип талап ҡуйҙым ҡатыныма. Был да дөрөҫ талап, тип уйлайым. Балалар бит ошондай атрибуттарға ҡарап та милли рухта тәрбиә алалар. Улыбыҙ Шайморатов класында уҡығас, уға эйәреп, мин дә үҙемә Шайморатов костюмын тектерҙем.
Бына шулай, балаларҙы үҙебеҙҙең өлгөлә тәрбиәләйбеҙ, тиһәк, дөрөҫ булыр. Алда әйткәнебеҙсә, мал тотабыҙ, бергәләп баҡсала эшләйбеҙ. Ата-әсәләребеҙ беҙҙе нисек хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтергәндәр, беҙ ҙә шундай тәрбиәне дауам итәбеҙ. Ни өсөн? Сөнки эшләп үҫкәндә генә балалар берҙәмлеккә өйрәнә, бер-береһенә ярҙам итә һәм терәк булалар. Ҡыҙҙарҙы әсәһе ҡыҙҙар эшенә өйрәтһә, улдарҙы ир-егет эшенә өйрәтеү - минең өҫтә. Улар бер-береһен хөрмәт итеп, яратып үҫергә тейештәр.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru