
Мөшкөлләнә барған хәленә ҡарамаҫтан, Украина Рәсәй тарафтарына дрондар яуҙырыуын дауам итә. Ләкин улар тәғәйен сәпкә барып етә алмай: беҙҙең яугирҙар илебеҙ һауа сиктәрен ышаныслы һаҡлай.
РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, 6 июлгә ҡарай төн эсендә генә лә Рәсәй Һауа һөжүменә ҡаршы саралар 120 пилотһыҙ шартлатҡысты һауала уҡ сәпкә алып, юҡ итеүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә Брянск өлкәһенә осоролған - 30, Курск өлкәһе өҫтөндә - 29, Орел өлкәһендә - 18, Белгородта 17 дошман шартлатҡыс аппараты атып төшөрөлдө. Бынан тыш, Тула, Ленинград, Смоленск, Новгород һәм Тверь өлкәләренә тәғәйенләнгән 26 дрон үҙенең емергес маҡсатына өлгәшә алманы, юҡ ителде. 5 июль төнө лә беҙҙең һауа һағы өсөн көсөргәнешле булды: 94 дошман дроны һауала ҡыйратылды. Яуап һүҙе лә оҙаҡ көттөрмәне: 6 июль Рәсәй Ҡораллы көстәре дошмандың хәрби инфраструктураһын юҡ итеү буйынса киң ҡолас һөжүм кампанияһын дауам итте.
Украина Ҡораллы көстәренән айырмалы, Рәсәй ғәскәре ҡаршы тарафтың оборона сәнәғәте, хәрби идаралыҡ һәм элемтә объекттарын, шулай уҡ дошмандың личный составын, техникаһын, ялланып һуғышыусылар подразделениеларын утҡа тота. "Герань" дрондарынан тыш, беҙҙекеләр "Кинжал" комплексы ракеталары ла ҡулланды. Ошо йәһәттән пилотһыҙ шартлатҡыс аппараттар буйынса украин белгесе - Флэш ҡушаматлы Сергей Бескрестновтың таныуынса, Рәсәй "Герань" дрондары етештереүҙе шундай тиҙлеккә еткерҙе, тиҙҙән улар бер төн эсендә 700-800 аппарат менән һөжүм итә аласаҡ һәм бындай көскә ҡаршы бер ниндәй ҙә һауа оборонаһы ҡаршы тора алмаясаҡ. Билдәле булыуынса, беҙҙекеләр яңыраҡ ҡына эшләп сығарыла башлаған "Герань- 3" аппаратын да ҡулланып өлгөргәйне инде. Тәүгеләренән айырмалы рәүештә, "Герань-3" тиҙлеген күпкә арттырҙы, бейектән оса һәм улар ҙур төркөм булып, өймәкләшеп һөжүм итеүгә иҫәпләнгән. Уларҙы Украина ғәскәре ҡулланған Patriot ракеталары менән сәпкә алыу бик икеле, тип һөйләй хәрби эксперт, Һауа оборонаһы ғәскәрҙәре тарихсыһы Юрий Кнутов.
Бая телгә алып кителгән украин дрондар белгесе Бескрестнов әйтеүенсә, АҠШ әлеге Patriot ракеталарынан алып HIMARS өсөн боеприпастарға тиклем Украинаны тәьмин итеүҙән баш тарта. Әлегә... Тик бына Трамп иртәгә нимә тиеп аптыратыр. Рәсәйҙең баллистик ракеталарына һәм дрондарына ҡаршы тороуҙа Украина Ҡораллы Көстәре өсөн мөһим булған был ҡоралһыҙ дошман оборонаһы бер аҙна эсендә юҡҡа сығыуы ихтимал, тип яҙа Bild баҫмаһына немец хәрби эксперты Томас Тайнер. Ләкин АҠШ президенты Дональд Трамптың бөгөн - йоҡонан уң аяғына баҫып торһа, иртәгә һулы менән баҫыу ғәҙәте бик яҡшы билдәле. 5 июль ул Украинаға ҡорал ебәреүҙе дауам итергә ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Трамп был ҡарарға 4 июлдә Зеленский менән телефондан һөйләшкәндән һуң килгән. Аңламаҫһың был Трампты. Бер яҡтан, ул Мәскәү менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу яғында: The Wall Street Journal хәбәр итеүенсә, Трамп Сенатҡа Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы йомшартырға ҡуша, ә икенсе яҡтан, Зеленскийҙың "күҙ йәштәре"нән йомшарып, Украинаны күтәрмәләүен дауам итә.
Ҡайҙа һуң Трамптың ысын йөҙө? Ике, әллә тағы нисәлер йөҙлө булыуын ул үҙен президентлыҡҡа үткәреүгә күп көс һәм аҡса түккән Илон Маск менән мөнәсәбәттәрендә лә асыҡ күрһәтте инде. Ике аралағы ыҙғыш киҫкенләшә генә бара. Трамптың элекке кәңәшсеһе Стив Бэннон әйтеүенсә, АҠШ президентына импичмент иғлан итеү хаҡында сығыш яһап, Маск "кире ҡайта алмаҫтай" нөктәне уҙып китте. Ә Дональд Трамп иһә CNN телеканалы менән әңгәмәһендә миллиардер Маскты "бахырҡай" тип атаны, "уның проблемалары" булыуы хаҡында белдерҙе һәм Илон менән һөйләшеп тороуҙы ла кәрәк тапмауы, уның хаҡында, ғөмүмән, уйламауын әйтте. Дөрөҫ, уның башҡа төрлө уй-ниәттәре күп, әлбиттә, ләкин шуларҙың нисәүһе бойомға аша алды икән?
Әйткәндәй, 5 июлдә Дональд Трамп Владимир Путин менән телефондан аралашты. Һөйләшеүҙән һуң Трамп Путинды профессионал тип таныны һәм санкциялар менән уңышлы көрәше өсөн маҡтаны, ләкин шул уҡ ваҡытта Украина конфликтында "аҙаҡҡаса барырға теләгәне" өсөн Рәсәй башлығы менән аралашыуҙан ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Ҡыҙыҡ, Рәсәй Президенты менән һөйләшкән көнө иртәнсәк Трамп йоҡоһонан ҡайһы аяғына баҫып торғайны икән?..
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА