Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ АЛ!
|

Башҡортостанда балаһы тыуған бөтә ғаиләләр ҙә, уларҙың матди хәленә һәм балалар һанына ҡарамаҫтан, дәүләт яғынан матди ярҙамға иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре өҫтәмә финанс өҫтөнлөктәргә эйә.
Йөклө ҡатындарға ярҙам
Әгәр ғаилә йәки ҡатын-ҡыҙ үҙе аҙ тәьмин ителгән тип танылһа, йөклөлөктөң 12-се аҙнаһынан бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле айлыҡ берҙәм пособие түләнә.
2025 йылдан пособие тәғәйенләгәндә 18 йәштән өлкән һәр ғаилә ағзаһының эш хаҡы иҫәпкә алына. Ул минималь эш хаҡының дүрт минималь күләменән кәм булмаҫҡа тейеш (Башҡортостанда 89 760 һум). Әгәр ғаиләлә студенттар йәки инвалидтар булһа, уларға ҡарата был ҡағиҙә ҡулланылмай. Күләме - 8 601 һумдан 17 202 һумға тиклем.
Пособие суммаһы ғаиләнең килеменә һәм төбәктәге йәшәү минимумы күләменә бәйле. Мәҫәлән, түләүҙең төп күләме - 8 601 һум. Ул йән башына йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итә. Әгәр ошо сумманы иҫәпкә алып, ғаилә килеме барыбер минимумдан түбән булһа, ҡатын-ҡыҙға 12 901 һум күләмендә түләү ҡарала (йәшәү минимумынан 75 проценты). Был да етмәһә, 17 202 һум (йәшәү минимумының 100 проценты) билдәләнә.
Пособиены алыу өсөн Рәсәй Социаль фондының БР буйынса бүлексәһенә йәки йәшәгән урын буйынса Күп функциялы үҙәктең офисына мөрәжәғәт итергә, йәки уны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юлларға кәрәк.
Беренсе бала тыуғас
1. Бөтә ғаиләләргә бала тыуғанда бер тапҡыр пособие бирелә. Уның күләме - 30 982,97 һум.
Ике һәм унан күберәк бала тыуған/уллыҡҡа алған осраҡта пособие һәр балаға тәғәйенләнә.
Әгәр бала тыуған көнгә ата-әсә эшләй икән, пособие түләгәндә әсәйҙең эш урыны өҫтөнлөклө. Әгәр ата-әсәләрҙең береһе эшләмәһә, пособие эшләгән атай йә әсәйҙең эш урыны буйынса түләнә. Әгәр ата-әсә икеһе лә эшләмәһә, пособиены Социаль фонд бүлексәһенә йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юлларға кәрәк.
2. 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие ла бөтә ғаиләләргә тәғәйенләнә. Эшләмәгәндәр өсөн - 11 619,40 һум. Ике йыл стажы булғандарға уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә билдәләнә. 2025 йылда пособиеның максималь суммаһы 68 995,48 һумға етеүе ихтимал. Был аҡсаны әсәй ҙә, атай ҙа, шулай уҡ башҡа яҡын туғандары һәм опекундары ла ала ала.
Эшләүсе ата-әсәләргә пособиены Социаль фонд эш биреүселәрҙән алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә туранан-тура түләй. Эшләмәгәндәргә Рәсәй Социаль фондына шәхсән йәки Күп функциялы үҙәк йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Эшләмәгән ата-әсәләргә, опекундарға һәм туғандарға пособие ғаиләнең мохтажлығынан сығып тәғәйенләнә. Ғаиләнең килеме һәм мөлкәте, эш хаҡының булыуы йәки уның юҡлығының объектив сәбәптәре ("нуль килем" ҡағиҙәһе, вкладтар буйынса алынған процент рәүешендәге килем) иҫәпкә алына. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең уртаса килеме йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.
3. 17 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле айлыҡ пособие билдәләнә.
2025 йылдан пособие тәғәйенләгәндә 18 йәштән өлкән һәр ғаилә ағзаһының эш хаҡы иҫәпкә алына. Ул минималь эш хаҡының дүрт минималь күләменән кәм булмаҫҡа тейеш (Башҡортостанда 89 760 һум). Әгәр ғаиләлә студенттар йәки инвалидтар булһа, уларға ҡарата был ҡағиҙә ҡулланылмай. Пособие күләме - 7 654,50 һумдан 15 309 һумға тиклем. Мәҫәлән, 17 йәшкә тиклемге балаға түләүҙең төп күләме 7 654,50 һум тәшкил итә. Был - балалар өсөн йәшәү минимумының 50 проценты. Әгәр ошо сумманы иҫәпкә алып, ғаилә килеме барыбер минимумдан түбән булһа, ғаиләгә 11 481,75 һум (балалар өсөн йәшәү минимумынан 75 процент) ҡарала. Был да етмәһә, балаға 15 309 һум (балаға йәшәү минимумының 100 проценты) тәғәйенләнә.
Түләүҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталы, Күп функциялы үҙәк офисы йәки йәшәгән урыны буйынса Социаль фонд бүлексәһе аша юлларға мөмкин.
4. 18 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә айлыҡ пособие тәғәйенләнә. Күләме - 233,55 һум һәм унан юғарыраҡ. Уны алыу өсөн ата-әсәләрҙең береһенә йәшәгән урыны буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
5. Бөтә ғаиләләргә лә яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы бирелә.
6. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр йөклө һәм имеҙгән әсәйҙәр махсус аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алыу хоҡуғына эйә.
Уны буласаҡ әсәйҙәр - йөклөлөк һәм бала табыу буйынса иҫәпкә ҡуйылғандан һуң киләһе айҙан, шулай уҡ имеҙгән әсәләр, балаға алты ай тулғансы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡарау тураһында белешмә биргән осраҡта, ала башлай.
Ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереүҙе раҫлаған белешмәне Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалында, Күп функциялы үҙәк аша алырға мөмкин.
7. Тыуғандан алып өс йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, МХО-ла ҡатнашыусылар балаларына бушлай балалар аҙығы бирелә. Махсус аҙыҡ-түлек йыйылмаһы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бала ҡарау тураһында белешмә (мәғлүмәт) нигеҙендә һөт кухняларында бирелә.
8. Бөтә ғаиләләргә лә балалар лагерҙарына һәм шифаханаларға хаҡының 70 проценты күләмендә ташлама менән путевкалар бирелә. Бының өсөн "Башҡортостан Республикаһының ял һәм һауыҡтырыу өлкәһендә мохтаж һәм хеҙмәттәр менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыуҙың берҙәм системаһы" мәғлүмәт системаһында ғариза ҡалдырырға йәки йәшәгән урыны буйынса мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бала Башҡортостан мәктәптәре уҡыусыһы булырға тейеш. Әгәр бала ғаилә формаһында белем ала икән, ул республика биләмәһендә йәшәргә тейеш.
9. 3 йәшкә тиклемге бөтә балаларға һәм 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға рецепт буйынса бушлай дарыуҙар бирелә. Педиатр рецептты өс данала яҙа, шуларҙың икәүһен ата-әсәһенә бирә.
10. Рәсми эшләгән ата-әсәләргә балаға һалым ташламаһы бирелә. Уның күләме беренсе балаға - 1400 һум.
11. Бөтә ғаиләләргә лә беренсе балаға балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүенең бер өлөшө компенсациялана. Уның күләме беренсе балаға БР Мәғариф министрлығы бойороғо менән билдәләнгән ата-әсә түләүенең уртаса суммаһының 20 процентын тәшкил итә. Инвалид балаларҙы, етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, туберкулез интоксикацияһы менән сирләгән балаларҙы, шулай уҡ балалар баҡсаһына йөрөгән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын ҡарау өсөн ата-әсә түләүҙәре алынмай. Бының өсөн ата-әсәләрҙең береһе ғариза яҙырға тейеш.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 10.07.25 | Ҡаралған: 23
|
|
Киске Өфө
|
|
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|