«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАНЫ КЕМ ИТЕП ТҮГЕЛ, НИНДӘЙ КЕШЕ ИТЕП ТӘРБИӘЛӘҮ МӨҺИМ
+  - 


Йыш ҡына, тормош ниндәй матур, ҡәҙерҙәрен генә белмәйбеҙ, сабабыҙ, ҡайҙалыр ашыҡҡан булабыҙ, үҙ-ара тәмһеҙләшәбеҙ, күңелдәрҙе ҡыйратабыҙ, бер-беребеҙҙең һаулығын ҡаҡшатабыҙ, ә нимә өсөн, тигән уйҙарға сумам. Тәбиғәттәге аҡлыҡ, паклыҡ, сафлыҡ кешеләр йөрәгенә лә күсһәсе, тип теләйем.

Беҙ, уҡытыусылар, күп осраҡта үҙ-ара ла, ата-әсәләр менән дә балаларҙың уҡыуҙағы өлгәше хаҡында ғына һөйләшергә яратабыҙ. Ә уларҙың әхлаҡ тәрбиәһе, бер-береһенә, илгә, халыҡҡа, өлкәндәргә, кеселәргә, үҙҙәрен уратып алған барлыҡ тереклеккә мөнәсәбәте тураһында әңгәмә ҡорор өсөн һис ваҡыт еткерә алмайбыҙ.
Һәр халыҡтың үҙ яҙмышы, шул яҙмыштың иң мөһим ваҡиғаларын теркәп барған үҙ тарихы бар. Халыҡ данлы үткәнен, быуаттар буйына йыйылған рухи хазинаһын үҙ күңелендә туплап килгән. Шул рухи байлыҡты барлай башлаһаң, алмас таш кеүек ялтырап торған оло хазина - халыҡ педагогикаһы иғтибарҙы йәлеп итә.
Ҡыҙ баланы бәләкәй саҡтан уҡ йорт эштәренә өйрәтеп, киләсәктә әсәй, ҡатын, өләсәй булырға әҙерләгәндәр. Тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек, сабырлыҡ, тәүфиҡлы булыу юғары баһаланған. Беҙгә лә ысын ир ҡатыны, балаларының һөйөклө әсәһе булырға ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән өйрәтә башлау фарыз. Ҡыҙ бала янында ҡысҡырып өндәшеү, уға ҡарата тупаҫлыҡ күрһәтеү, бигерәк тә ҡул күтәреү үҙен бер нисек тә аҡламай. Уларға өләсәйҙәр тәрбиәһе һалынһын ине. Шул саҡта, бәлки, айырылышыуҙар, никахһыҙ тыуған балалар һаны кәмер ине.
Һуңғы осорҙа айырылған яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар күбәйеп китте. Был уларҙың ирҙәрҙе артыҡ һанға һуҡмауҙарынан да киләлер. Гүзәл заттар араһында эсеү-тартыу ғәҙәте нығынып бара. Әҙәплелек, изгелек булғанда ғына тормошобоҙ матур, бөтәһе лә етеш һәм тормош иптәштәребеҙ ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрер ине бит. Нәҙәҡәтлелек, нескәлек, ир-аттың көслө зат икәнен таныу һәләтлелеген юғалтмаһын ҡыҙҙарыбыҙ. Көслөмөн, тип, ирҙәр эшләй торған эште улар ҡулынан тартып алып, йөк аты хәлендә ҡалмаһындар ине.
Ир бала иһә тормош юлында осраясаҡ ауырлыҡтарҙы еңә белергә тейеш. Егет булһа, ебеп тормаҫ, ебеп торһа, егет булмаҫ, тиҙәр халыҡта. Малайҙарҙы йә иркәләтеп, йә юхалап, йә алдынан үҙең төшөп, йә артынан этәреп ебәреп эшләтеү арҡаһында көслө зат холҡона тормош өсөн яраҡһыҙ ғәҙәттәр һалына. Ә бит тарихҡа әйләнеп ҡараһаҡ, ебегән, ҡатын-ҡыҙҙы һанға һуҡмаған, донъя көтөүҙән ҡурҡып ҡалған, илен, телен, ерен, ғаиләһен ҡурсалай алмаған ир-егеттәр бик аҙ булған. Бөгөн беҙгә көслө рухлы ҡаныбыҙҙы уятырға кәрәк. Егеттәребеҙ ил ағаһы урынын биләрҙәй, халыҡ ышанысын аҡларҙай, ата-әсәһе намыҫына тап төшөрмәй йәшәрлек шәхес булып ҡалһын. Был ниндәйҙер юғары пост биләү тигәнде аңлатмай. Һәр кем - үҙ урынында ил ағаһы. Баланы кем итеп тәрбиәләү түгел, ниндәй кеше итеп тәрбиәләү мөһим. Бының өсөн йүнәлеш биреү, тәбиғи һәләтен аса белеү, ышанысын үҫтереү, хатаһын ваҡытында ипләп кенә төҙәтеп ебәреү ҙә етә.
Сибәр, тәрбиәле бер егет ике ҡыҙҙы ресторанға саҡыра. Бер аҙ ултырғас, ул, күңелһеҙ генә:
- Эйе, ысын ҡатын-ҡыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ, - тип уфтана.
- Ә беҙ һуң? - ти әхирәттәр.
- Ресторанға саҡырҙым, машинала алырға килдем. Урынымдан тороп сығырға өлгөрмәнем, һеҙ үҙегеҙ ишекте асып инеп тә ултырҙығыҙ. Ресторанда шул уҡ хәл ҡабатланды. Гардероб янында ла, тиҙ генә сисенеп, үҙегеҙ пәлтәгеҙҙе тапшырҙығыҙ, үҙегеҙ өҫтәл һайланығыҙ, официант ҡулынан менюны алып, үҙегеҙ заказ бирҙегеҙ. Ә мин шул тиклем һеҙҙең күңелегеҙҙе табырға теләгәйнем, - тип яуаплай егет.
Ысынлап та, әгәр эргәбеҙҙә ысын ир-егетте күрергә теләһәк, беҙҙең үҙебеҙгә ысын ҡатын-ҡыҙ булырға кәрәк.
Ғаиләлә бер ниндәй закон ҡалыптарына ла һыйҙырып булмаған иң ҡатмарлы нәмә - ул үҙ-ара мөнәсәбәт. Һәр кемдең үҙ ҡаҙаны, үҙ ашы. Ҡаҙандағы аш тәмле бешһен өсөн бихисап шарттар кәрәк: ирҙең - хәстәрле, ҡатындың таҫтарлы булыуы ғына аҙ, күҙ һуҡырлығынан бигерәк, күңел һуҡырлығы баҫмаһын ул.
Ғаилә ағзаларының мөнәсәбәте бер-береһен ихтирам итеүгә, яратыу һәм бөтә эштә лә бер-береһенә терәк булыуға ҡорола. Ата-әсә балаһына һәр саҡ үрнәк булырға тейеш. Сөнки яҡшы үрнәк йөҙ һүҙҙән дә файҙалыраҡ. Балаларҙың ата-әсәһе менән аралашыуы уға тәжрибә тупларға, тәртип мәҙәниәтенә ылығырға булышлыҡ итә. Әгәр ғаиләлә насар мөхит урынлашһа, тәрбиәгә ауыр бирелеүсе балалар, хоҡуҡ боҙоусылар барлыҡҡа килә башлай. "Сусҡаның балаһы ла атаһынан күреп мырҡылдарға өйрәнә", - тигән мәҡәл дә бар бит әле халыҡта.
Ата-әсәле ғаиләлә үҫкән балалар изге күңелле, аҡыллы, эшсән була. Шуға ла кешеләге гүзәл сифаттар - ҡояш яҡтылығынан һәм ата-әсәнең тигеҙ мөхәббәтенән, тип әйтәләр ҙә шул. Бала өсөн өлгө булырлыҡ итеп йәшәргә кәрәк беҙгә. "...Ете йәшлек малай сағым. Әсәйем ҡаты ауырып китте. Атайым төндәр буйы уның эргәһендә ултырып сыға торғайны. Төндә уянып китһәм, әсәйем ауыр тын ала, ә атайым уның йөҙөнә текәлгән, күҙҙәрендә әйтеп аңлатып булмаҫтай түҙеп торғоһоҙ хәсрәт, һыҙланыу һәм һөйөү. Ҙурайғас, атайымдың тоғролоғон уйлап, уға ихтирамым тағы ла артты. Әсәйем аяҡҡа баҫты. Улар оҙаҡ татыу ғүмер иттеләр. Ғаилә ҡорғас, үҙем дә уларға оҡшарға тырыштым, үрнәк алдым", - тип һөйләгәйне бер ир кеше.

Шулай итеп...
Тәүге ауазын ишеттереп, тағы ла бер тынғыһыҙ йән эйәһе донъяға килә. Ғаләм буйлап уны тормош менән тоташтырыусы, йәшәтеүсе тылсымлы нур һуҙылған. Ошо нурҙың сағыулығын һаҡлау, баланы бәхетле, тәүфиҡлы итеп үҫтереү өсөн ата-әсәнән дә, уҡытыусынан да ҙур көс талап ителә. Тәрбиә эшендә ата-бабалар тәжрибәһенә - халыҡ педагогикаһына мөрәжәғәт итмәйенсә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешеп булалыр, тип уйламайым.
Бала өсөн иһә иң абруйлы әхлаҡи өлгө булып ата-әсәһе тора. Ул беренсе булып ғәзиз кешеләренең ғәҙәттәрен үҙләштерә. Ә бала саҡтағы ғәҙәт - ул ғүмерлек.

Рузидә ҮТӘШЕВА-КӘРИМОВА,
мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.07.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru