«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРЫҒЫҘҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ!
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Камиль ХӘЙРУЛЛИН, инвестор, Санкт-Петербург ҡалаһы: Мин Сибәбе өлкәһе башҡорто, инде 50 йыл тирәһе Санкт-Петербургта йәшәйем. 67 йәштәмен. Бынан 7 йыл элек үҙем тыуып үҫкән Ҡоншаҡ районы Солтан ауылының яҙмышы ныҡ борсой башланы. Ауылымда башлыса оло йәштәгеләр генә тороп ҡалған, йәштәр ситкә китә. Башҡа Рәсәй ауылдары кеүек үк, тора-бара минең тыуған бишегемдең дә юҡҡа сығыуы ихтимал бит, тигән ҡурҡыу килеп инде күңелгә. Борон-борондан Силәбе өлкәһендәге ошо башҡорт ауылында минең ата-бабаларым йәшәгән, минең балалыҡ һәм йәшлек йылдарым хәтирәләре ошо ауыл менән бәйле, ауыл мәктәбе уҡытыусыһы булған әсәйем дә ошонда ауыр хеҙмәт юлын үтте. Уны мин бөйөк кеше тип әйтә алам: ул өс улына һәм дүрт ҡыҙына ғүмер бирҙе, уларҙы уҡытып, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләне. Ул, үҙ заманы кешеләренә хас булғанса, иленә намыҫлы хеҙмәт итте. Ошоларҙы хәтерләп ултырҙым да, тап шул саҡта яңы ниәтем барлыҡҡа килеп, тыуған ауылымды тергеҙеү, үҫтереү хаҡында уйлана башланым.
Тик шуныһы: ошо эште ниҙән башларға, нимәләр эшләргә икәне тураһында кәңәшләшер тәжрибәле кешеләр юҡ ине. Уйлана торғас, фекеремдең осона сыға яҙҙым һәм үҙем эшләп тапҡан аҡсаға Атайсалымда түбәндәге эштәрҙе башҡарырға ҡарар иттем: беренсенән, ауылдаштарыма хужалыҡтарын ҙурайтырға, киңәйтергә ярҙам итергә; икенсенән, ауылыма башҡа урындарҙан фермерҙарҙы йәшәргә саҡырырға; өсөнсөнән, ауылға күп балалы ғаиләләрҙе күсереп килтерергә; дүртенсенән, һөт эшкәртеү предприятиеһы асырға, эш урындары булдырырға.
Ауылымдың социаль инфраструктураһын яҡшыртыуҙың ни тиклем мөһим булыуын аңлай инем. Иң тәүҙә ситтән саҡырылған балалы ғаиләләр йәшәй алырлыҡ өйҙәр һалынып, уларға бушлай ҡуртымға бирелде. Ауылыбыҙға үҙәк һыу үткәргес, кәрәҙле элемтә, интернет, хатта газ да үткәрелде. Сыр яһау цехы асып, уны бушлай ҡуртымға бирҙем, уны артабан ҙурайтырға ла иҫәп бар. Шуныһы ҡыуаныслы, күсеп килгән ғаиләләр балалар баҡсаһын, башланғыс мәктәпте, тимәк, ауылды ла, һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирҙе. Әле алда тағы ла бер ҡатмарлы эш тора: ауылға тиклем юлға асфальт түшәү. Был эш байтаҡ ҡына финанс сығымдары талап итә, әлбиттә, проект-смета документтарын әҙерләүгә генә 10 миллион һум аҡса кәрәк булды. Бында икеләнеп тороу файҙаһыҙ - маҡсат ҡуйһаң, эшләргә генә кәрәк.
Эйе, шәхсән мин үҙем йәштәрҙең ауылдарҙан ҙур ҡалаларға китеүен хупламайым. Күп йыллыҡ йәшәйеш тәжрибәмдән сығып беләм: тик ауыл мөхитендә генә гармониялы тормош ҡороп була. Ҡалаларҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең балалары этник берҙәйлеген юғалта барыуы үҙе бер трагедия. Ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡала алһаҡ, милли традицияларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм телебеҙ, ата-бабалар мираҫы юғалмаясаҡ. Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған "Атайсал" программаһы тап ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә тип аңлайым һәм ҡуш ҡуллап хуплайым. Бындай шәп проект башҡа бер ерҙә лә юҡ һәм уны уйлап табыусы, ғәмәлгә ашырыусы республика етәксегенә рәхмәтлемен. Ошо проектҡа ярашлы, үҙ ауылдарын тергеҙергә ярҙам итеүселәр арта бара икәнен ишетә-күрә йөрөйөм, үҙемде лә улар менән бер сафта, бер фекерҙә итеп тоям.

Вәли ИҘРИСОВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru