«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУЫММЫ, ҮЛЕММЕ?
+  - 


Ер йөҙөндәге кеше һаны бына-бына 8 млрд сиген үтеп китәсәк, тип көтөлә. Был кемдәрҙелер борсоуға һала: шул тиклем ғәмде аҫрау өсөн планеталағы ресурстар етмәйәсәк, ти улар.

Шул уҡ ваҡытта күпселек илдәрҙә тыуымдың кәмеүе лә хәүефләндерә. Ләкин тыуымдың кәмеүе йәһәтенән демографтар әлегә ни сәбәптәндер артыҡ борсолоу белдермәй. Ер шарында халыҡ һаны 9-ҙан алып 11 млрд кимәленә еткән осраҡта ғына ниндәйҙер проблемалар башланыуы ихтимал, ти улар. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) күҙаллауынса, яңынан берәй 50 йылдан дөйөм халыҡ һаны 10 миллиардҡа етеүе һәм 2100 йылға ошо кимәлдең һаҡланыуы мөмкин. БМО мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ошо быуат урталарына күҙалланыусы халыҡ һаны үҫеше нигеҙҙә Конго, Египет, Нигерия, Эфиопия, Һиндостан, Пакистан, Танзания иҫәбенә тулыландырыласаҡ, сөнки Европа илдәре күптән, үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып, демографтар әйтмешләй, "миграция энәһе"ндә ултыра: был илдәрҙә халыҡ һаны кәмеүе ситтән килгән кешеләр, ҡасаҡтар иҫәбенә тулыландырыла. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, теге йәки был илдең милли йөҙө хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Демография көрсөгөнөң тағы бер үкенесле эҙемтәһе булыр был.
Белгестәр баһалауынса, Европа буйынса алып ҡарағанда, Венгрияла ғына хәлдәр башҡасараҡ тора. Власть башына әлеге премьер Виктор Орбан хөкүмәте килгәндә, тыуым коэффициенты (бер ҡатынға тура килеүсе сабый һаны) 1,25 күрһәткесен тәшкил иткән булһа, яңы власть ил халҡының мигранттар иҫәбенә артыуынан ҡәтғи баш тарта. Премьер Орбан, үҙе биш бала атаһы булараҡ, Венгрияла балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы ҡабул итә. Уның буйынса тәү тапҡыр кейәүгә сығыусы 40 йәштән кесерәк ҡатын-ҡыҙға 35 мең доллар күләмендә процентһыҙ кредитҡа хоҡуҡ бирелә; әгәр ул өс бала тапһа, кредит түләүҙән азат ителә. Өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр йән башына килем һалымынан ҡотолдорола, машина һатып алыуға субсидия түләнә һәм башҡалар. Шәп бит!
"Ғаиләләргә ярҙам саралары беҙҙә лә бар, - ти РФ Президент академияһы үҙәге демография тикшеренеүҙәре лабораторияһы мөдире Алла Макаренцева. - Бала ҡарау буйынса отпуск системаһы, сабый тыуыу менән бәйле пособие һәм түләүҙәр, ғаилә ипотекаһы һәм башҡалар". Тик беҙҙә компенсация күләме бик түбән, ти демограф: эш хаҡының ни бары 40 проценты. Ясле төркөмдәре, балалар баҡсалары, бәләкәй кластарҙа баланы дәрестәрҙән һуң алып ҡалыу төркөмдәре етешмәй. Ә шулай ҙа Венгрия миҫалынан өлгө алырға нигеҙ бар әле беҙҙең хөкүмәткә лә. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһының "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов балалы ғаиләләргә ихтыяжлыҡ кимәле күрһәткесен ике йәшәү минимумы күләменә еткереү, бөтөн төбәктәрҙә лә торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә 50 процент ташлама индереү, балалар пособиеларын арттырыу, илдә алимент фонды булдырыу кәрәклеге тураһында тәҡдим әҙерләүҙәре хаҡында белдерҙе. Дәүләт Думаһы күп балалы ғаилә башлыҡтары - атайҙарға пенсия йәшен кәметеү, бындай ғаиләләге балаларға бушлай юғары белем алыуға хоҡуҡ биреү, ипотека түләүҙәргә ярҙам күләмен ике тапҡырға арттырыу хаҡында ла һүҙ ҡуҙғата. Ләкин былар элегә проектта ғына ҡала.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса былтыр Рәсәйҙә халыҡ һанының тәбиғи кәмеүе 596,2 мең кеше тәшкил иткән: 2023 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 20,4 процентҡа артҡан. Белгестәр аңлатыуынса, Рәсәйҙә тәбиғи кәмеү күрһәткесенең артыуы тыуымдың кәмеүе һәм үлемдең артыуы сәбәпле килеп сыға. Былтыр үлем һаны 3,3 процентҡа артҡан һәм 2023 йылға ҡарағанда 1,819 млн кеше тәшкил иткән. Шулай уҡ былтыр, тип хәбәр итә Росстат, 1,222 млн бала тыуып, был күрһәткес 3,4 процентҡа кәмегән.
Демография көрсөгө сәбәптәре күп төрлө, әлбиттә. Илдә балалы ғаиләләргә күп төрлө дәүләт ярҙамы саралары күрелеүгә ҡарамаҫтан, тыуымдың кәмеүен Юғары иҡтисад мәктәбе өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Чурилова, мәҫәлән, былай тип аңлата: "Балаларҙы үҫтереүе ҡиммәткә төшә. Тормош сифаты менән етеш йәшәү кимәленә талаптар юғары хәҙер". Ысынлап та, белгес әйтеүенсә, шуларҙың береһе, атап әйткәндә - ҙур ғаилә өсөн ҙур йорт йә фатир кәрәклеге генә лә мөһим проблема булып тора. Халыҡ араһында һорау алыуҙар үткәргән саҡта иң тәүге урынға улар матди ҡыйынлыҡтарҙы ҡуя, сөнки баланың донъяға килеүе менән бәйле, һәр ғаилә ағзаһына тәғәйен килемдең кәмеүен ата-әсәләрҙән дә яҡшыраҡ тағы кем белә?
Киләсәк өсөн хәүефләнеү мәсьәләһе лә халыҡты бик борсой. Был турала яуаптар икенсе урында килә. Иҡтисади һәм сәйәси проблемалар, эпидемиялар, һуғыштар арҡаһында кешеләр бала табыу бурысын онотобораҡ тора йә яҡшы ваҡыттарға өмөт итеп, кисектерә бара, ә ваҡыт көтмәй: буласаҡ ата-әсәләрҙең бала табыу өсөн иң ҡулай йәш мөҙҙәте үтеп тә китә...
Тыуымдың түбән кимәлдә ҡалыуы һәм шуға бәйле халыҡ һанының кәмей барыуы Башҡортостан буйынса ла күҙәтелә һәм хәүефләндерә. "Комсомольская правда" гәзите сайтында яңыраҡ ҡына был хаҡта республиканың санитар-эпидемик торошо хаҡындағы рәсми докладҡа һылтанма менән "Башҡортостандағы һигеҙ районда ҡатмарлы демографик хәл" тураһында яҙылды. Унда хәбәр ителеүенсә, республикала былтыр халыҡ һанының тәбиғи кәмеүе 18 246 кеше тәшкил иткән. Был, тимәк, бер мең халыҡ һанына 4,5 кеше тура килә тигән һүҙ. Башҡортостандың айырыуса ҡатмарлы демографик хәл килеп тыуған 50 муниципаль берәмегендә күрһәткестәр уртаса республика кимәленән юғарыраҡ. Был йәһәттән сайт материалында һигеҙ район атап кителә: Краснокама, Борай, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Ауырғазы, Федоровка, Стәрлебаш һәм Балтаста халыҡ һанының тәбиғи кәмеү коэффициенты республикалағы уртаса күрһәткестән 2,6-3,2 тапҡырға юғары. Шул уҡ ваҡытта 2-2,5 тапҡырға юғары күрһәткесле райондар ҙа телгә алына: Миәкә, Көйөргәҙе, Ҡалтасы, Илеш, Тәтешле, Әлшәй, Шаран, Ғафури, Күгәрсен, Яңауыл, Мишкәлә лә демографик хәл яҡшынан түгел.
Шул уҡ докладта әйтелгәнсә, Башҡортостанда үлем осраҡтары йыш күҙәтелгән райондар ҙа байтаҡ: Архангел, Тәтешле, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Шаран, Федоровка, Асҡын, Көйөргәҙе, Ҡыйғы, Баҡалы, Әлшәй, Илештә үлем кимәле уртаса республика күрһәткесенән 1,3-1,4 тапҡырға артығыраҡ. Йыйып әйткәндә, Башҡортостанда былтыр үлем кимәле 100 меңгә 1262,9 кеше тура килгән һәм үлгәндәр һаны яңы тыуған сабыйҙар һанынан 35,6 процентҡа юғарыраҡ булған. Был хәл республика властары иғтибарының үҙәгенә алынып, сәбәптәре асыҡланып, ентекле анализланырға һәм кисекмәҫтән Башҡортостан демографияһы торошон яҡшыртыу саралары күрелергә тейештер инде, тимәксе генә инек...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru