
Ҡыйын булһа ла бөгөнгө сығарылышты фажиғәле хәлдән башларға тура килә: ни хәл итмәк, шундай шарттарҙа йәшәйбеҙ... 9 июлдә Курскиҙа 6 йәше тулырға өс кенә көн ҡалған Толя Минашкин ҡала пляжына йүнәлтелгән украин дронынан әсәһен үҙ кәүҙәгенәһе менән ҡаплап йән биргән. Тәненең 30 проценты янған бала Мәскәү дауаханаһына оҙатҡанда үлә, ә шулай уҡ тәне янып, йәрәхәттәр алған әсәһе әлеге ваҡытта дауаханала. Бала менән хушлашырға килгән Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Хинштейн кескәй Толяның батырлығы хаҡындағы хәбәр беҙҙең яугирҙар араһында таралып өлгөрөүе һәм алғы һыҙыҡта дошманға төбәп атыласаҡ боеприпастарға "Толя өсөн!", "Курск өсөн!" тип яҙа башлауҙары хаҡында һөйләне.
Нимә генә тимә, дошмандың аяуһыҙлығы иң беренсе уның тыныс халыҡтан үс алырға маташыуында, тыныс ауыл һәм ҡалаларҙы утҡа тотоуында күренә. 13 июлгә Махсус хәрби операция белешмәһенән күренеүенсә, Украина командалығы беҙҙең биләмәләргә пулеметтар ҡуйылған хәрби роботтар ебәрә башлаған. Хәрби хәбәрселәр Telegram-каналы хәбәр итеүенсә, Рәсәй ғәскәренең 103-сө полҡы яугирҙары Константиновск йүнәлешендә Украина Ҡораллы көстәре боевиктарын ҡырып, уларҙың позицияларын һәм әлеге роботлаштырылған комплекстарын юҡ иткән. Эксперттар әйтеүенсә, дошман контрһөжүмендә автоматлаштырылған системалар ҡулланыу нисек тә Рәсәй ғәскәре ҡыҫымын тотҡарларға тырышыу һәм ҡурҡытыу маҡсаты ғына ул. "Әлегә һүҙ тәгәрмәстәрҙә һәм гусеницала йөрөүсе ҡулдан ҡоролған һәм ҡоралландырылған роботтар хаҡында бара,- тип һөйләй хәрби эксперт Александр Ивановский.- Уларҙың тиҙлек һәм һөжүм һөҙөмтәлелеге әллә ни шәптән дә түгел. Беҙҙең яугирҙар был украин "монстр"ҙарын FVP-дрондар һәм атыу ҡоралдары менән юҡ итә".
РФ Оборона министрлығы белешмәһе буйынса, Константиновка йүнәлешен контролдә тотоусы "Көньяҡ" хәрби төркөмө Украина Ҡораллы көстәренең 8 бригадаһы төркөмөн ҡырған, ошо йүнәлештә дошман 200-ләп һалдатын юғалтҡан, йәрәхәтләнеүселәр байтаҡ. Рәсәй Ҡораллы көстәре шулай уҡ Украинаның оборона сәнәғәтен, дрондар менән идара итеүсе операторҙар әҙерләү үҙәген утҡа тотҡан. Үткән аҙна эсендә Донецк халыҡ республикаһы, Сумы һәм Днепропетровск өлкәләренең 7 тораҡ пункты: Карл Маркс, Николаевка, Йәшел Үҙән, Новониколаевка, Толстой, Бессаловка, Дачное ауылдары азат ителгән, шул уҡ ваҡытта беҙҙең дрондар һәм ракеталар Житомир өлкәһендәге "Озерное" аэродромын, Луцкиҙағы"Мотор" заводын һәм тағы ла биш нөктәлә дошман авиабазаларын шартлатҡан.
Һәм, ғөмүмән, Австрияның хәрби күҙәтеүсеһе, полковник Маркус Рейнсснер фекеренсә, Рәсәй хәрби көстәре көн һайын тип әйтерлек 15-20 кв.км биләмә яулай барып, һөжүмде дауам итә, ә Украина армияһының ресурстары элекке кеүек етерлек кимәлдә түгел һәм уларҙың иң йомшаҡ урыны - һалдаттар етешмәүе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Хәрби хроника" баҫмаһы билдәләүенсә, Украина Ҡораллы көстәре Часов Яр, Константиновка, Покровск кеүек айырым нөктәләрҙә һаман булһа оборона тотоп килә, ләкин, дөйөм алғанда, юғалтыуҙарҙы ҡапларлыҡ тере көстәр мобилизациялау өсөн кеше юҡ; дезертирҙар һәм үлгәндәр һаны яңы саҡырылған көстәрҙән күпкә артығыраҡ. Хәрби күҙәтеүсе Юрий Подоляка әйтеүенсә, тиҙҙән беҙ Покровскиҙа Украина Ҡораллы көстәренең бөтөн бәйләнештәрен өҙәсәкбеҙ, бына шунан һуң дошман ғәскәре йә ҡыйратыла, йә хурлыҡлы рәүештә ҡасырға мәжбүр буласаҡ.
Килеп тыуған ошондай шарттарҙа Рәсәй ғәскәре һөжүмде тиҙләтеп, штурмлаусы көстәр тактикаһын ҡулланыуҙы бермә-бер арттырырға тейеш. Етмәһә, беҙҙең дуҫ - Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ын: "Рәсәй - һин яңғыҙың түгел",- тип дәртләндереп тора. Әйткәндәй, 11-13 июлдә РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров Корея Халыҡ Демократик Республикаһында рәсми визит менән булып, Ким Чен Ын менән осрашты һәм уға Владимир Путиндан сәләм тапшырҙы, яҡын араларҙа Владимир Путиндың Ким Чен Ын менән тура бәйләнешкә иҫәп тотоуы хаҡында белдерҙе.
Ошо ваҡиғаны яҡтыртып, мәғлүмәт саралары бөгөн Төньяҡ Корея менән Рәсәйҙең партнерҙар ғына түгел, ә тулы көскә эйә союздаштар булыуын билдәләй. Һәм, ысынлап та, Ким Чен Ын әйтеүенсә, Мәскәү менән Пхеньянды уртаҡ маҡсаттар берләштерә: Корея ярымутрауында һәм Төньяҡ-Көнсығыш Азияла АҠШ һәм уның эйәрсәндәре тарафынан көсәйә барған баҫым, уларҙың ядро көстәр ҡатнашлығында хәрби күнекмәләр үткәреүе шарттарында бындай берҙәмлек мөһим әһәмиәткә эйә. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, ике ил араһында юғары кимәлдә ҡул ҡуйылған килешеүҙәр үҙ көсөндә ҡала. РФ Сит ил эштәре министрлығының матбуғат хеҙмәте яҙыуынса, Рәсәй яғы Махсус хәрби операция барышында ярҙам күрһәткәне, Корея халыҡ армияһы яугирҙарының Курск өлкәһе биләмәһенән украин нацистарын ҡыуып сығарыуҙары өсөн рәхмәт белдерә.
Ошо йәһәттән көнбайыш мәғлүмәт саралары хәүефләнеүенсә, Пхеньян тағы ла Мәскәүгә хәрби ярҙам ебәреүе ихтимал, тип белдерә Reuters Көньяҡ Корея разведкаһы мәғлүмәттәренә һылтанып. Ким Чен Ын Украина конфликтында Рәсәйгә һис һүҙһеҙ ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Сәйәсәттән тыш, иҡтисад мәсьәләләре ҡаралды. Сергей Лавров әйтеүенсә, рәсәйҙәр тиҙҙән Япон диңгеҙ яры буйында асылған Вонсан курортына ялға бара аласаҡ. Ким Чен Ын был объекттың таҫмаһын киҫте, ә Рәсәй яғы ошо йүнәлештә авиарейс асыу мөмкинлеген ҡараясаҡтары тураһында әйтте. КХДР өсөн был, әлбиттә, валюта йәлеп итеү булһа, Рәсәй өсөн Төньяҡ Корея менән мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытыу буйынса тағы бер аҙым буласаҡ..
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА