
Ипотека проценты бөгөнгө көндә көс еткеһеҙ юғары һәм шул уҡ ваҡытта фатирҙың үҙенә лә хаҡтар артҡандан-арта ғына бара. Бындай мәлдә торлаҡ һатып алырға кәрәкме һуң? Журналист, финанс блогеры, "Аҡсанан да ҡыйбат" подкаст авторы, Рәсәй Финанс министрлығының "Финкор-2024" премияһы лауреаты Ксения Падерина "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында ошо һорауға ентекле яуап бирә.
Ҡулланылыштағы торлаҡ баҙарында күҙәтелгән әлеге хәлде көрсөк тип атарға мөмкинме?
- Юҡ, улай атамаҫ инем. Хәҙер беҙ, һатып алыусы баҙары, тип атарға мөмкин булған хәлде күҙәтәбеҙ. Банк ставкалары түбән саҡта, һатыусы баҙары була, ул үҙ шарттарын ҡуя, ә һатып алыусыға ризалашыуҙан башҡа сара ҡалмай. Хәҙер ҡулланылыштағы фатирҙы һатып алғанда, бигерәк тә ҡулаҡсаға, сауҙалашырға, хаҡын күпкә төшөрөргә мөмкин.
2008 йылда Мәскәүҙә беренсе фатирыбыҙҙы һатып алғанда һатыусы баҙары шарттары күҙәтелә ине. Иртән ҡарарға киләһең, кискә табан аҡса менән кире бараһың, ә торлаҡты һатып та ебәргәндәр. Йәки иртән ул 4,7 миллион торһа, кискә хаҡы 200 меңгә артҡан була. Хәҙер хәл киреһенсә - беренсе осраған фатирҙы эләктереп ҡалам тип ашығырға кәрәкмәй.
Банк процентының юғары булыуын иҫәпкә алып, ҡулланылыштағы торлаҡҡа ипотека юлларға кәрәкме икән?
- Әгәр ҙур булмаған сумма талап ителә икән, минеңсә, мөмкин. Әйтәйек, әле 5 миллион һумға баһаланған фатирҙа йәшәйһегеҙ, ә ҙурырағы, яңыһы 6 миллион һум тора. Эйе, был осраҡта, кредитҡа бер-ике миллион ғына алырға кәрәк булғанда, банкҡа мөрәжәғәт итергә ярай.
Әгәр элекке кеүек, тәүге иғәнә өсөн түләүҙең 20 процентын туплап, ҡалғанына ипотека алыу тураһында һүҙ бара икән, юҡ, ынтылмағыҙ. Был күрә-баға башыңды элмәккә тығыуға бәрәбәр. Иңеңә көс етмәҫ айлыҡ түләүҙәр ятасаҡ бит. Үкенескә, 2021 йылдағы кеүек, 8 процент менән ипотека алыу мөмкинлеге беҙ теләгәнсә тиҙ арала яңынан әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Шуға мин яңы төҙөлөштәрҙә төрлө варианттар эҙләргә, льготалы ипотека алырға тырышырға, төҙөүселәр биргән ташламаларға, процентһыҙ кисектереп түләтеү шарттарына иғтибар итергә кәңәш бирәм.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, яҡын арала ҡулланылыштағы торлаҡ баҙарында "квадрат метр" арзанайыр, тип өмөтләнергә урын бармы?
- Әгәр ваҡыт үтеү менән, ипотека ставкалары түбәнәйһә, халыҡ күберәк торлаҡ һатып ала башлаясаҡ, шуға күрә хаҡтар, моғайын, артыр ғына. Ниндәйҙер сәбәп менән яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙар арзанайһа, ҡулланылыштағы торлаҡҡа ла хаҡтарҙың төшөүе ихтимал. Сөнки был баҙарҙа барыһы ла бер-береһенә бәйле. Яңы төҙөлөштәр арзанаймай һәм бынан ары арзанаймаҫ та инде. Сөнки төҙөлөш материалдары ҡыйбатлана, эшсе ҡулдар етешмәй, дөйөм алғанда, торлаҡ хәҙер әҙерәк төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Әлегә төҙөүселәр сабыр ғына көтә, әммә яҡын киләсәктә юғалтҡан килемдәрен хаҡтарҙы арттырыу иҫәбенә ҡапларға ынтыласаҡтар.
Шул уҡ ваҡытта ғаилә ипотекаһы программаһы шарттары яйлап киңәйә бара, ул ошо йүнәлештә дауам итер, тип уйлайым. Тимәк, ипотека буйынса льготалы шарттарҙан файҙаланған кешеләр күберәк буласаҡ. Улар иң элек ҡайҙа күҙ ата? Әлбиттә, яңы йорттарға. Тимәк, ихтыяж арта, ә был иһә мотлаҡ хаҡтарҙың күтәрелеүендә сағыласаҡ.
Ҡулай процент ставкалары буйынса ҡулланылған торлаҡҡа ипотека юллап өлгөргән кешеләр хәҙер кеҫәгә һуҡтырмай ғына айлыҡ түләүҙәрен индереп бара. Уларға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ: кредитты ваҡытынан алда түләргәме, әллә проценттарҙы "инфляция ашай" тип, хәлде үҙ ағышына ҡуйырғамы?
- Минән дә ябай ғына һорау: килемең инфляцияға ярашлы үҫәме һуң? Әгәр, мәҫәлән, ипотека өсөн 50 мең түләйһегеҙ, 100 мең һум эш хаҡы алаһығыҙ, ә эш урынында уны һаман күтәрмәйҙәр, ти. Ошо шарттарҙа инфляция һеҙгә нисек ярҙам итер? Килемегеҙ артҡандан-арта, эш хаҡығыҙ 200 меңгә етте, ти. Айлыҡ түләү хәҙер алған аҡсағыҙҙың яртыһын түгел, ә дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә, ул саҡта, эйе, инфляция тик һеҙҙең файҙаға. Әммә ысынбарлыҡта бик һирәктәрҙең эш хаҡы был темпта арта бит.
Йыйған һаҡлыҡ аҡсағыҙ булып, уны ипотеканы ваҡытынан алда ябыу өсөн тотонорға ниәтләнһәгеҙ, мин һеҙгә был тупланманы йылына 18-20 процент табыш килтергән банк иҫәбенә һалырға тәҡдим итер инем. Әйтәйек, һеҙ кредитты 8 процент менән алғанһығыҙ, ә банкҡа һалған суммағыҙҙан ике-өс тапҡырға күберәк аҡса йыйыла, тимәк, аҡса аҡса эшләй. Аҙаҡ, ставкалар түбәнәйгәс, тупланған сумманы ипотекаға ебәрергә мөмкин. Был осраҡта һеҙ отаһығыҙ һәм бындай план миңә ныҡ оҡшай.
Әйткәндәй, Өфөлә төҙөлөп ятҡан торлаҡтың бер квадрат метры тағы 0,7 процентҡа артҡан һәм бөгөн ул 172,8 мең һум тәшкил итә. Иң арзанлы һаналған эконом һәм бизнес класындағы фатир уртаса 7,67 миллион һум самаһы тора. Март айында иһә хаҡтар 168 мең һәм 7,45 миллион һум булған.
Ҡулланылыштағы фатирҙың уртаса хаҡы иһә 6,35 миллионға тиклем төшкән, бер квадрат метры 122 мең һум тора.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА