«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АУЫРЫУ ЫШАНЫРҒА ТЕЙЕШ!
+  - 

Бәйғәмбәребеҙ әйткән: "Кем дә кем дауалау эшенә тотона һәм ул кешенең дауалау оҫталығы тураһында бер нәмә лә билдәле түгел, ул үҙенә бик ҙур яуаплылыҡ ала".

Табиплыҡ эше башҡа эшмәкәрлектән ҡырҡа айырыла. Ни өсөн тигәндә, ул ауырыу кеше менән эш итә һәм һау кешенән айырмалы рәүештә, сирле кеше ауырыу һөҙөмтәһендә бер аҙ үҙгәреп тә ҡуя. Шуға күрә табип үҙе белем алған өлкәнең белгесе генә түгел, гражданин, йәмәғәт эшмәкәре лә булырға тейеш. Табип даими рәүештә үҙен-үҙе тәрбиәләргә бурыслы. Үҙ-үҙеңде тәрбиәләү - бик ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс. Ысын табип үҙе шөғөлләнгән эшмәкәрлеге, ауырыу һәм йәмғиәт алдындағы бурысы хаҡына эш итә. Медицина классиктары табипҡа хас ошондай үҙенсәлектәрҙе атай: үҙ өлкәһен бик яҡшы белеү, кешенең сирен тиҙ арала аңлап, кәрәкле саралар күреү, үҙ-үҙен тыныс һәм ышаныслы тота белеү һ.б.
Ауырыу табипҡа ышанырға тейеш. Шунһыҙ һауығыу процесы оҙаҡҡа һуҙылыуы мөмкин. Бер-береһен тулыһынса аңлау, тығыҙ мөнәсәбәттәр, табиптың һәр әйткәнен үтәү - һауығыуға илткән юлдар. Сирләгән кеше шул хаҡта онотмаһын ине: бары тик үҙенең һауығыуына сикһеҙ ышанған кеше генә ауырыуын еңә ала.
Табип өсөн баҫалҡылыҡ - иң кәрәкле холоҡ үҙенсәлеге. Билдәле ғалим, бөтә тормошон медицина өлкәһенә бағышлаған Әбүғалисина, үлер мәле еткәс, былай тип әйтеп ҡалдырған: "Кешеләр үҙҙәренең бер нәмә лә белмәйенсә үлеп китеүен тойоп, теге донъяға күсә". Әйткәндәй, Әбүғалисинаның һаулыҡ һаҡлауға бағышланған күп томлыҡ хеҙмәттәрен бөгөнгө медицина ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә.
Әлбиттә, оптимизм хисе һәр табипта ла булырға тейеш, әммә үҙ көсөңә уғата ышаныу ҙа килешмәгән хәл. Табип тере кеше менән эш иткәнен бер минутҡа ла онотмаҫҡа тейеш.
Табип өсөн дөрөҫлөк - эшмәкәрлегенең төп шарты. Ҡайһы саҡ уға ауырыу һәм уның туғандары өсөн бик үк күңелле булмаған нәмәләрҙе хәбәр итеү бурыс итеп йөкмәтелә. Бәғзе бер тәжрибәһеҙ һәм үҙенә артыҡ ныҡ ышанған табиптар сирлеләргә дөрөҫөн әйтмәүсән. Дөрөҫөн әйтеү, әлбиттә, һәр ваҡыт ҡыйын, әммә был табип өсөн мөмкин булмаған хәл. Бындай ваҡытта табип, хәҡиҡәтте йәшермәйенсә генә, шулай ҙа ауырыуҙың психикаһын һаҡларға тырышып, диагнозды хәбәр итергә бурыслы. Табиптың әйткән һәр бер һүҙе оло мәғәнәгә эйә. Ул бер үк ваҡытта сирле кешене мөғжизәле рәүештә һауыҡтыра ла, үлемгә этәрә лә ала

"Медицина Пророка" китабынан.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 251

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru