«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ ҒҮМЕРҘӘРЕН ҠОТҠАРЫУ – ИҢ САУАПЛЫ ҒӘМӘЛ УЛ
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - ғалим-анестезиолог, реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2003 - 2017 йылдарҙа Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Фирғәт Миҙхәт улы БАЙРАМҒОЛОВ.

Һәр бер кешенең үҙенә генә хас тормош юлы була, бала сағынан алып олоғайғансы уға төрлө шарттарҙа, төрлө мөхиттә, төрлө кешеләр менән аралашып көн итергә, шатлыҡ-ҡыуаныслы, бәхетле мәлдәр менән бер рәттән, бәғзе бер көндәрҙә ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы, йөрәгенә ауыр бер таштай булып ятҡан хис-тойғоларҙы ла кисерергә тура килә. Иҫән-һау, имен-аман ғына йәшәп ятҡанында йә ҡыйырһытыуҙарға, кәмһетеүҙәргә дусар ителә, күңелен биреп эшләгән эшенән бушатыла, йә иһә уға йәнен-тәнен бимазалаған сирҙәргә ҡаршы көрәшергә тура килә. Шул саҡта: "Донъя бит был..." - тибеҙ...

- Эйе, шулай. Бына әле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тормошо хаҡында яҙылған китапты уҡып ултырам. Ниндәй иҫ киткес шәхес булған был бөйөк кеше. "Инанған динебеҙ кеүек үк, халҡыбыҙҙың түҙемлеге икһеҙ-сикһеҙ. Әммә Аллаһ Тәғәлә - ғәҙелдәрҙең-ғәҙеле, һәм ул беҙ күргән яфалар өсөн үҙенең сауабын ҡайтарырға теләр. Мин ул көндәргә тиклем йәшәй алмам, әммә һин, Шакир (Шакир Хыялетдинов - Зәйнулла ишандың мөрите. - Ред. иҫк), хәҡиҡәт нурын һис бер кем дә ҡаплай алмаҫ ваҡытты күрәсәкһең".
Бына ошо юлдарҙы уҡығас, тамағыма төйөр тығылғандай булды: үҙе лә дин үә хәҡиҡәт юлында сикһеҙ ыҙа-яфалар күргән шәхестең киләсәккә өмөтө ниндәй ныҡ, ҡаҡшамаҫ булған. Беҙ, әҙәм балалары, яҙмышыбыҙға яҙғанды ҙур түҙемлек менән кисерергә бурыслыбыҙ, сөнки кешенең тәне лә, йәне лә Аллаһ ҡарамағында, шуға ла ауырлыҡтарҙы ла, сир-сырхауҙарҙы ла беҙгә бирелгән һынау итеп ҡарау кәрәктер.

Кеше ғүмере, уның яҙмышы хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, уҡыусыларыбыҙҙы һеҙҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып китеү урынлы булыр, тим...

- Атайым Баймаҡ районының Күсей ауылынан, ата-бабаларыбыҙ бөрйән ырыуына ҡарай, айһайҙар араһынан. Әсәйем Темәс ауылы ҡыҙы, шулай уҡ бөрйән ырыуынан, тубырҙаҡтар араһы. Атайымдан арабыҙҙы ни эшләп айһайҙар тип атағандары тураһында һорағайным. Атайым шулай тине: "Беҙҙең нәҫелебеҙҙең аттары һабантуйҙарҙа, бәйгеләрҙә гел беренсе урын ала икән, ә халыҡ һәр саҡ: "Ай-һай, быларҙың аттары шәп инде ул!" - тип маҡтай торған булған. Шунан киткән инде "айһайҙар" араһы. Әсәйем яғынан арабыҙҙың да атамаһы бик ҡыҙыҡ: уның ата-бабалары бай йәшәгән, аттары иҫәпһеҙ күп булған, өйөрҙәрен ҡыуып алып килгәндә уларҙың тояҡ тауыштары әллә ҡайҙан тубырҙап ишетелеп торған, имеш. Әсәй яғынан уҡымышлы муллалар күп булған, мәҫәлән, XIX быуат баштарында уның 5-се быуын ҡартатаһы Әүәлбаев Ғәбделғафарҙың Темәс ауылының указной муллаһы булыуы билдәле. Атайым яғынан олатайҙарыбыҙ хәрбиҙәр булған: сотниктар, есаулдар, хорунжийҙар. Әйткәндәй, атайымдың һөйләүе буйынса, Күсей ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Миндеғолов та беҙҙең нәҫелдәшебеҙ. Атайымдың атаһы Әсфәндиәр олатайым да заманында бик алдынғы кешеләрҙең береһе булған, үҙенең оҫталығы менән тирә-яҡта дан тотҡан. Ул төрлө кәрәк-яраҡ эшләү өсөн дүрт станок менән файҙаланған, бер һандыҡ инструменты булған. Һауыт-һабаларҙы, сана, дуға, ҡамыт, эйәрҙәрҙе лә бик шәп итеп яһап ҡуйған. Ауылыбыҙ муллаһы үлер алдынан олатайыбыҙҙан үҙенә ҡәбер ташын алдан эшләтеп ала, яҙыуы ғәрәп хәрефтәре менән яҙыла, ул таш әле лә зыяратта тора. Кулактарға репрессия башланғас, әйберҙәрен йыйып алып, фамилияһын үҙгәртеп, приискыға эшсе булып китә. Атайым уҡытыусы булды, химик-биолог, Силәбе дәүләт университетын тамамлаған. Уны Әхмәр ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр, ә әсәйем педучилище тамамлағандан һуң Атанғол ауылы мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта. Улар шул саҡта танышып китеп өйләнешәләр.
Олатайымдың гендарынандыр, атайым һүрәт төшөрөүгә оҫта булды, бер һауынсының портретын эшләп, республика конкурсында беренсе урын ала. Шунан һуң халыҡ рәссәмы Әхмәт Лотфуллин атайымды Суриков исемендәге сәнғәт училещеһына уҡырға ебәрә. Шулай итеп, атайым рәссам һөнәренә лә эйә була. Һуңынан ғаиләбеҙ Йүкә (Ишмырҙа) ауылында, бер аҙ Баймаҡта йәшәп ала. Сиҙәм күтәреү кампанияһы башланғас, атайымдарҙы "Ирәндек" совхозына, Төркмән ауылы мәктәбенә күсерәләр. Мин урта мәктәпте ошонда тамамланым.

Ни сәбәпле табип һөнәрен һайларға булдығыҙ?

- Мин уҡытыусылар ғаиләһендә үҫтем, атайым-әсәйем мине лә уҡытыусы булыр, тип өмөтләнде. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙҙең күршеләребеҙ һөнәре буйынса табибтар ине. Бәлки, шуғалыр ҙа, бала сағымдан табибтарҙы яҡыныраҡ күргәнмендер. Унан һуң, ауылыбыҙҙағы төп күршебеҙ Шәрифйән ағайҙың әсәһе Кәтибә инәй халыҡ медицинаһы алымдарын бик оҫта ҡуллана ине. Был йәһәттән оләсәйем дә күп нәмәне белде. Ҡул быуыны сыҡтымы, кемдеңдер аяғы ҡаймыҡтымы - тиҙ генә урынына ултырта инеләр. Ул саҡта ауылда тик ҡара мунса яҡтылар, башыбыҙға еҫ тейеп, уҡшып, ҡоҫа башлаһаҡ, Кәтибә инәй менән өләсәйем беҙҙе дауалай торғайны. Нисек тиһегеҙме? Кәрәсин лампаһы ҡыуығына һуғанды ваҡ ҡына итеп турап һалалар ҙа ҡолаҡҡа ҡуялар. Ысынлап та, был дауа еҫ тейгәнде бөтөрә торғайны. Әле бөгөн дә, кеше физиологияһын, патофизиологияны белә тороп, ошондай дауалау ысулының ыңғай тәьҫирен бер нисек тә аңлата алмайым. Ошондай маһир халыҡ дауалаусыларын хәҙерге ваҡытта осратһам, улар белгәнде ихласлап өйрәнер инем. Күрәһең, бик боронғонан килгән тәбиғи дауалау ысулдарын быуындан-быуынға тапшырып килеүселәр булғандыр, улар дарыу үләндәрен ниндәй осраҡтарҙа һәм нисек итеп ҡулланып булыуын, бүтән төрлө дауалау алымдарын яҡшы белгән бит.
Бала сағымда тағы ла бер ваҡиға хәтеремә уйылып ҡалған: атайым һарыҡ бәрәсенә операция эшләгәйне. Былай булды был хәл. Һарығыбыҙ бәрәсләгәс, уның бәрәсе көндәр буйына баҡырып ята башланы. Атайым, биолог булғас, уның сәбәбен асыҡлаған: баҡтиһәң, бәрәстең анал тишеген япҡан мускулдары бер-береһенә йәбешкән икән, шуға эсе күбеүенән ыҙаланған. Атайым: "Бәрәсте дауаларға кәрәк, һин миңә ярҙам итеп торорһоң",- ти. Атайым эшләгән операцияны ҡарап торҙом, бәрәсебеҙ һин дә мин һауығып китте. Был хәл миңә ныҡ тәьҫир иткәндер, тим.

Табиблыҡҡа юлығыҙ нисек башланды?

- 8-се класты тамамлағас, Сибай медицина училищеһына юлландым. Атайым, әсәйем өсөн был көтөлмәгәнерәк хәл булды, улар мине лә педагог һөнәрен һайлар тигән уйҙарынан арынмағайны. Әммә, бер хәл иткәс, мин үҙ һүҙемдә торҙом. Ошо урта һөнәри уҡыу йортонда фельдшер-акушерлыҡҡа уҡып сыҡтым. Шулай итеп, медицинаға юлым 1975 йылда башланды, ә 1979 йылда "Ирәндек" совхозының Төркмән ауылында фельдшер-акушер вазифаһында эш башланым. Әйтергә кәрәк, ул саҡта элекке сиҙәм совхозы гөрләп тора ине, халыҡ күп, ауыл эшсәндәре өсөн ҙур ғына участка дауаханаһы эшләне, уның стационарында 20-нән ашыу койка булды. Әммә унда оҙаҡ эшләргә яҙманы, сөнки әрме хеҙмәтенә саҡырылдым. Ике йыл ярым СССР менән Ҡытай сигендәге заставала хеҙмәт иттем, отделение командиры, заставаның комсомол ойошмаһы секретары булдым.
Армиянан ҡайтыу менән, 1981 йылда, Башҡорт дәүләт медицина институтының киске бүлегенә уҡырға индем, эшләп уҡыным. Баш ҡалабыҙҙың 21-се дауаханаһында эшкә урынлашҡайным, интернатураны ла шунда үттем, анестезиология-реаниматология йүнәлешен һайланым. Дауахананың баш табибы эшләгән еремдә ҡалырға тәҡдим итте, ризалаштым. Ошо дауаханала 18 йыл хеҙмәт итергә насип булды.
1991 йылда беҙҙең дауахана базаһында Киҫкен ағыуланыуҙар үҙәге асылды. Ошондай пациенттар, башлыса, дауаханаға ауыр хәлдә килтерелә, уларға һис кисекмәҫтән ашығыс медицина ярҙамы талап ителә. Бындай осраҡтарҙа анестезиолог-реаниматологтың бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ - беҙ бит йыш ҡына үлем сигенә етеп барған кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн көрәшәбеҙ. Йәш саҡ - дәртле саҡ, үтә тынғыһыҙ һәм яуаплы эшебеҙҙән ҙур ҡәнәғәтләнеү ала инек. Был донъяла кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙан да сауаплыраҡ башҡа бер һөнәр юҡтыр ул.
1998 йылда минең менән йыш ҡына, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына саҡырып алып, әңгәмә уҙғаралар ине. Сәбәбен һораһам, резервҡа ҡуябыҙ, тиҙәр. Ә минең эшләгән урынымдан башҡа бер дауаханаға ла китергә һис бер теләгем юҡ ине. Яңы йыл байрамдары уҙғас, мине һаулыҡ һаҡлау министры Зөфәр Йәдкәр улы Мортазин саҡырып алды. "Ҡустым, һине 2-се Республика клиник дауаханаһына эшкә ебәрергә булдыҡ. Конкурс уҙғарғайныҡ, һинең кандидатураң алға сыҡты", - ти министр. Аптырап киттем. "Мин шәхсән бер ниндәй ҙә конкурста ҡатнашырға ғариза биргәнем юҡ бит", - тимен. Ул көлөмһөрәне лә, конкурсты министрлыҡтың махсус комиссияһы уҙғарыуы тураһында әйтте. Бөтөнөһө 25 кеше кандидатураһын ҡарағас, ике кандидатура тороп ҡалған, береһе мин булып сыҡҡанмын. "Икенсе табибты үткәрмәнеләр, сөнки ул тәмәке тарта", - ти министр.
Шулай итеп, 1999 йылдың 12 ғинуарында, министрҙың приказына ярашлы, мине 2-се РКД-ға эшкә алдылар. Мине дауахананың баш табибы Ғәфүр Шәкүр улы ҡабул итте, ҙур белемле, ихлас кеше ине ул. Реанимация бүлегендә эшләрмен тип уйлаһам, улай булмай сыҡты. Баҡтиһәң, 2-се РКД-ла эшләү менән бер рәттән, мине Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимовтың шәхси табибы вазифаһына ла тәғәйенләгәндәр икән. Аҙна-ун көн үтеүгә мине Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән таныштырырға алып барҙылар. Был минең Президентты яҡындан тәүге тапҡыр күреүем ине. Ул минең менән ихлас һөйләште, ата-әсәләремде, минең ҡайҙа һәм нисек эшләгәнемде лә яҡшы белә булып сыҡты. Үҙенең шәхси табибы булып эш башлауыма ризалыҡ белдерҙе. Республика етәксеһе булғас, уның сәләмәтлек торошон даими тикшереп, контролдә тоттоҡ, мохтажлыҡ булғанда тейешле медицина ярҙамын күрһәттек.
Көҙ етеүгә мине дауахананың баш табибы саҡырып алып, былай тине: "Фирғәт Миҙхәт улы, мине 22-се дауаханаға баш табиб итеп күсерәләр, минең урыныма дәғүә иткән кешегә ышанмайым, уның ҡулынан килмәйәсәк ошондай ҙур коллективты етәкләргә. Һине баш табиб вазифаһына тәҡдим итәсәкмен", - ти. "Минең етәксе вазифалар биләгәнем юҡ, бындай яуаплы эште тейешле кимәлдә алып бара алырмынмы икән?" - тип шөбһәләндем. "Коллектив һине белә, хөрмәт итә, коллегаларың менән аралаша беләһең, ҡалғанына эш барышында өйрәнерһең", - тине етәксебеҙ. Шулай итеп, 4 йыл буйына ошо ҡатмарлы һәм яуаплы вазифаны башҡарҙым, коллектив менән етәкселек итеү тәжрибәһен тупланым.
2003 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бер сетерекле хәл килеп тыуҙы. Өфөлә "Ғаиләне планлаштырыу үҙәге" тип аталған яңы учреждение асырға булғандар, әммә уның өсөн тәғәйенләнгән бинаны 5 йыл буйына төҙөп бөтөрә алмағандар. Ошо "долгострой"ҙы төҙөп бөтөрөп, "Республика клиник перинаталь үҙәге" исемендә асырға ҡарар иткәндәр. Мине ул саҡтағы Президент Хакимиәте етәксеһе Илдар Рәйес улы Ғимаевҡа саҡыртып алдылар, уның кабинетында вице-премьер Фидус Ямалетдинов та бар ине. Мине шул төҙөлөп тә бөтмәгән ойошмаға баш табиб булып барырға өгөтләйҙәр. Төҙөлөш эштәре буйынса тәжрибәм юҡ, тип ҡаршылашам. Шул саҡта Ғимаев эске бәйләнеш телефонынан Мортаза Ғөбәйҙулла улына шылтыратты. Телефон трубкаһын миңә бирҙеләр. "Давай, Фирғәт, һин шунда эшкә бар, һин булдыраһың ул", - тине ул ҡәтғи итеп. Президент һынлы Президенттың нисек итеп һүҙен йыҡмаҡ кәрәк? Ризалаштым. Минең урынға урынбаҫарым Хәлил Мостафин тәғәйенләнде.
Бер аҙна эсендә төҙөлөштө тамамлар өсөн кәрәк булған барса документтарҙы юристар-ҙан тикшертеп, министрлыҡтарҙа раҫлаттым. Перинаталь үҙәк 2003 йылдың 13 майында рәсми рәүештә теркәлде, әммә бер генә документ та, коллектив та юҡ - бер үҙем генә. Ойошманың уставын эшләттем, бухгалтерия ла, кадрҙар бүлеге лә юҡ. Учреждениеның счеты ла юҡ, 4 ай буйына эш хаҡы түләнмәне. Миңә нулдән башларға тура килде - бинаны киләсәктә медицина учреждениеһы функцияһын үтәрлек кимәлгә еткерергә, коллектив фомалаштырырға кәрәк ине. Яңы медицина үҙәгендә тәүге хеҙмәткәрҙәр - улар баш бухгалтер һәм кадрҙар бүлеге начальнигы булды. 4 ай дауамында беҙ коллектив туплау, кәрәкле ҡорамалдарҙы урынлаштырыу бурысын үтәнек. Үҙәкте тантаналы асыу 2003 йылдың декабрендә үтте, унда РФ Хөкүмәтенең вице-премьеры Галина Карелова, БР Хөкүмәтенең Премьер-министры Р.И. Байдәүләтов, вице-премьер Ф.Ә. Ямалетдинов, һаулыҡ һаҡлау министры Ф.Б. Шәмиғолов ҡатнашты.

Республикала ошоға тиклем бындай медицина үҙәге булманы. Һаулыҡ торошонда билдәле бер проблемалары булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауырлы саҡтарында медицина контролендә тотоу, бала тапҡан саҡта уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ихтыяж тыуғанда тейешле медицина ярҙамын күрһәтеү - ошо үҙәк-тең төп маҡсаты итеп ҡаралғандыр?

- Үҙегеҙ беләһегеҙ, әүәл һаулыҡтары ҡаҡшаған бик күп ҡатын-ҡыҙҙар бала табыуҙан мәхрүм ҡала, әсә булыу шатлығын кисерә алмай ине, сөнки гинекологтар, табибтар уларҙың ғү-мерен һаҡлау маҡсатын күҙҙә тотоп, уларға бала табыуҙы ҡәтғи тыйҙы. Үҙәк табибтары проблемалы ҡатын-ҡыҙҙарға иртә диагностика үткәреү, йөклө саҡтарында буласаҡ әсәләрҙең һәм ҡарындағы балаларҙың һаулығын контролдә тотоу кеүек эштәрҙе башлап ебәрҙе. Беҙҙең белгестәребеҙҙең күҙәтеүе, даими контроле һәм ярҙам күрһәтеүе арҡаһында йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бер ниндәй хәүефһеҙ бала табып, әсә булыу шатлығын кисерҙе.

Шулай итеп, түлһеҙлек проблемаһын хәл итеүгә тәүге аҙымдар эшләнгән?

- Эйе, ул саҡта әле ҡатын-ҡыҙҙарҙың түлһеҙлек проблемаһы бар ине, әммә заманса технологиялар ҡулланып, хәҙер уны хәл итеп була. Мин 2005 йылда республикала беренсе булып экстракорпораль аталандырыу (ЭКО) бүлеген астым. Уны хәтерләй башлаһаң, ҡыҙыҡ сюжетлы романға торорлоҡ. Бының өсөн махсус лаборатория асырға кәрәк, байтаҡ ҡына ҡиммәтле йыһаздар алырға, әҙерлекле белгестәр табырға кәрәк. Иң элек бағыусы таптыҡ, ул беҙгә 50 миллион аҡса күсерҙе. Барыһын да һатып алдыҡ, әммә эшләргә кадрҙар юҡ. Һамарҙағы йәһүдтәрҙең "Карнаухтың инкубация йорто" тигән шәхси коммерция учреждениеһы ошондай эштәрҙе башҡарыуы тураһында ишетеп, бер конгреста уның етәкселәре менән таныштым. "Беҙҙең бер нисә табибты һеҙгә ебәрәм, өйрәтегеҙ, ярҙам итегеҙ", - тимен. Ҙур ғына сумма аҡса түләһәң генә ҡабул итәләр. Ә беҙҙең ул ҡәҙәре аҡсабыҙ юҡ. 1999 йылда Баймаҡтағы һабантуйҙа ул саҡта Һамар башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булған Минзиә апай Хатыпова менән таныштыҡ. Мин уға ошо проблема хаҡында һөйләнем. Ул Һамар губернаторы аша беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Күп тә ваҡыт үтмәне, Һамарҙан әлеге ойошма етәкселәре шылтырата: "Килегеҙ, ҡабул итербеҙ", - тиҙәр. 5 табибымды алып, уларҙың тәжрибәһен өйрәнеп ҡайттыҡ. Шунан үҙебеҙҙә лә эште яйға һалдыҡ.
Йәнә бер миҫал. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡарынындағы балаһы менән ҡан резустары тап килмәһә, ҡандар ярашмаусанлығы хасил була һәм баланың үлеүе мөмкин. Бындай хәл булмаһын өсөн ҡарындағы балаға уның резусына ярашлы ҡан бирелә. Әммә бындай процедураны Швейцарияның Лозанна ҡалаһында профессор, доктор Холифелдең генә эш-ләүе хаҡында белдек. Тышҡы бәйләнештәр министрлығы ашаюллап, ике табибты шунда уҡырға ебәрҙем. Улар уҡып ҡайтҡас, ошондай уникаль процедураны беҙҙең үҙәктә лә эшләй башланыҡ.
2007 йылда Мәскәүгә барып, нисек итеп телемедицина сеанстары уҙғарылыуын ҡарап ҡайттым. Ошо хаҡта Президент М.Ғ. Рәхимовҡа тәфсирләп һөйләп аңлатҡас, ул беҙҙә лә телесеанстар аша Мәскәү, сит ил медицинаһының арҙаҡлы белгестәренән консультация алыу, видеоконференциялар, вебинарҙар уҙғарыу өсөн финанс сығымдарын ҡапларлыҡ аҡса бүлергә риза булды. Ул саҡта бындай сеанстар бары тик Мәскәүҙә генә бар ине.
Элегерәк медицина кислороды етешмәй ине, уның урынына техник кислород ҡулланылды. Ошоноң арҡаһында республикала наркоздан бер нисә кеше уяна алмай һәләк булды. Мин Өфөлә медицина кислороды етештереүсе заводты астырыу буйынса күп ыҙаландым. "Был заводтың продукцияһын һатһаң, йыл ярым эсендә барса сығымдарҙы ҡаплаясаҡ", - тигәс кенә финанс министры Хантимеров аҡса бүлергә ризалашты. Заводты ҡора башланыҡ, әммә мин икенсе урынға эшкә күскәс, уны Хәлил Мостафин төҙөтөп бөтөрөп, сафҡа индерҙе. Шуныһы ҡыҙғаныс, йүнләп хужалыҡ иткән кеше булмағас, заводты япҡандар. Ә ундай завод ковид-19 пандемияһы осоронда бик тә кәрәкле булыр ине.

Һеҙҙе республикабыҙҙың халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ниндәй проблемалар нығыраҡ борсолдора?

- Мине иң элгәре демографик хәлдең хөртәйә барыуы борсой. Тыуым кимәле үлем кимәленән һәр даим кәмерәк килеп сыға. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа, ирҙәрҙең бик күбе яу яландарында ятып ҡалһа ла, йыл һайын 60 - 65 мең бала тыуған, ә хәҙер 45 меңгә лә етмәй. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, быйыл тыуған сабыйҙар һаны 15 меңгә аҙыраҡ. Элек бәләкәй генә ауылдарҙа ла ФАП-тар, участка дауаханалары булды. Хәҙер килеп һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оптималләштереү, үҙәкләштереү сәйәсәтенең әсе емештәрен татыйбыҙ: күп урындарҙа бала табыу йорттары һәм дауаханаларҙағы бала табыу бүлектәре бөтөрөлдө. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға тиҫтәләрсә саҡрым юлдар үтеп, бала табыу йортона имен-аман барып етергә кәрәк. РФ Конституцияһына ярашлы, һәр граждандың үҙенең һаулығын һаҡларға хоҡуғы бар икәнен онотоп ебәрә шул чиновниктарыбыҙ.

Йәшерен-батырын түгел, ҡайһы саҡта беҙҙең власть органдарында ултырған чиновниктарыбыҙ белемле, юғары профессиональ кимәлгә күтәрелгән, үҙҙәре етәкләгән коллективты туплай алған әүҙем шәхестәрҙе бер сәбәпһеҙ ситкә тибә башлай. Һеҙҙең менән булған хәлдәр ҙә күптәргә билдәлелер...

- Рөстәм Хәмитов республика Башлығы булған саҡта миңә ошондай ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килде. Мәскәү тарафтарында генетиканы үҫтереү, граждандарҙың генетик паспорттарын булдырыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, беҙҙең Башлыҡ та бер кәңәшмәлә Өфөлә Генетика үҙәген асыу хаҡында белдереү яһай. Чиновниктарға ни, һыҙғанып эшкә тотоналар. Ул саҡта Хөкүмәттә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн яуаплы вице-премьер, күп уйлап тормай, ошо Үҙәкте беҙҙең Республика клиник перинаталь үҙәгенең элекке бинаһында асырға, тип тәҡдим индерә. Ә мин, ҡаршы булмаһам да, Перинаталь үҙәктең Аврора урамында төҙөләсәк яңы бинаһының бер блогын генетика үҙәгенә бирергә, үҙемдең белгестәремдең бәғзе берәүҙәрен ошо эшкә йүнәлтеү хаҡында тәҡдимемде индерҙем. Мине тыңларға ла теләмәнеләр. Элекке бинала кадрҙар бүлеге урынлашҡан ҡатты бирергә тигәйнем, уныһына ла риза булманылар.
Шул уҡ ваҡытта Европа кимәлендәге ҡорамалдар менән тәьмин ителгән Перинаталь үҙәктең яңы корпусы Аврора урамында йыл ярым эсендә төҙөлөп тә бөттө. "Ростехнологиялар" дәүләт корпорацияһы заказын венгр компанияһы ПЭТРУСКо ентекләп эшләне. Палаталар корпусы майҙаны 24000 квадрат метр тәшкил итте. Комиссия уны бер һүҙһеҙ ҡабул итте. Яңы бинаны асыу тантанаһына РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова ла килгәйне. Әммә беҙҙең чиновниктар минең яҙмышымды шуға тиклем үк хәл итеп тә өлгөргән булған икән. 2017 йылдың ғинуар айының бер көнөндә мине һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров саҡырып алды һәм минең вазифамдан бушатылыуым хаҡында белдерҙе. "Шым ғына китһәң, берәй эш бирербеҙ, ҡарышһаң - эшһеҙ ҡаласаҡһың", - тине. Мин үҙ теләгем менән эштән китеүгә ҡәтғи ҡаршы булдым. Вазифамдан алыныуым хаҡында бойороҡ сығарылды. Тәүге тап-ҡыр суд мине яҡлашып, эшемә кире ҡайтарыуына ҡарамаҫтан, контракт бөткәс, яңынан эштән сығарҙылар.
Ике йыл эшһеҙ ятырға тура килде. Хәмитов киткәс, Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә эшләй башланым, хәҙер анестезиология-реаниматология бүлеген етәкләйем. Бында һаулыҡтары ныҡ ҡаҡшаған ветерандар дауалана, МХО-ла яраланып ҡайтҡан яугирҙарыбыҙға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Госпиталь коллективы, элеккесә, бик тырышып эшләй, дауаланыусылар күрһәткән ярҙамыбыҙҙан ҡәнәғәт ҡала, эшебеҙгә яҡшы баһа бирә.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә проблемалар әле лә етерлек. Уларҙы ваҡытында һәм заманса хәл итә алыу зарур. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Әгәр эштәр элеккесә барһа, халыҡ һаулығын һаҡлауҙа алға китеш булмаясаҡ. Ни өсөн? Квалифакациялы белгестәр етешмәй, байтаҡ ҡына дауаханаларҙа, бигерәк тә райондарҙа кадрҙар дефициты бөтөрөлмәгән. Баш табибтар йыш алышынып тора, был коллективтарҙың тотороҡло булыуына һәм юғарыраҡ профессиональ кимәлгә күтәрелә алыуына ҡамасаулай. Унан һуң, кешеләрҙең тәнен һәм йәнен дауалаусыларҙың табиб антына тоғролоҡ һаҡлауына, үҙ эштәренә яуаплы ҡарау кеүек сифаттарына иғтибар етешмәй, ә был асылында рухи тәрбиәлелектән килә.

Шулай ҙа киләсәккә өмөтлөрәк ҡарау өсөн дә ерлек барҙыр бит?

- Әлбиттә. Боронғолар, өмөтһөҙ - шайтан, тигәндәр бит. Медицина фәне һәм ғәмәлиәте өлкәһендәге яңы асыштар, яңы технологиялар, профессиональ камиллыҡҡа өлгәшә алған табибтарыбыҙҙың күбәйеүе, дәүләтебеҙҙең һаулыҡ һаҡлауға һалған финанс сығымдарының арта барыуы - бына ошондай шарттарҙа әҙәм балаларының сәләмәтлеген нығытыуҙа яҡшы уңыштарға өлгәшербеҙ, уларҙың ғүмер оҙайлығын арттыра алырбыҙ, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.

(В. Короленко).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru