|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
|
ХӘТЕРҘӘ ҺАҠЛАНЫР
|
|

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләне.
|
Уҡырға
20.01.23
|
| |
|
|
ӨФӨ ЮБИЛЕЙЫНА ӘҘЕРЛӘНӘ
|
|

Республика Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала округы хакимиәтендә Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Сарала мэр Ратмир Мәүлиев, министрлыҡтар, ведомстволар һәм төбәктең алдынғы предприятиелары вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала советы депутаттары, ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
|
Уҡырға
20.01.23
|
| |
|
|
БАШҠОРТОСТАН - ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ТӨБӘК
|
|

Ил Президентының Өфөгә сәфәренән һуң күптәр дәүләт башлығының республикабыҙға айырым мөнәсәбәте булыуын билдәләне. Уға бөтә төбәктәр ҙә балалар кеүек яҡын. Әммә Путин бөтә мөһим эштәрҙе һәм кәңәшмәләрҙе ҡалдырып, республиканың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә килә, Башҡортостан Башлығы менән осрашыуҙа бер нисә мөһим проект менән ҡыҙыҡһына һәм хуплай, самолетҡа ултырыр алдынан журналисҡа интервью бирә. Башҡортостан үҙенә ҡарата бындай мөнәсәбәткә нимәһе менән лайыҡ? Дәүләт башлығының тыуған төйәгебеҙ тураһында белдереүҙәрен анализлағандан һуң ошондай өс ҙур сәбәп төҫмөрләнде.
|
Уҡырға
20.01.23
|
| |
|
|
ВАҠЫТТАРЫ БУЛМАҒАНДЫР...
|
|

Былтыр Башҡортостан депутаттары РФ Дәүләт Думаһы ҡарауына көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы бер нисә закон проекты әҙерләп ебәрҙе. Шуныһы хуплауға лайыҡ: был проекттарҙа БР Дәүләт Йыйылышы республика халҡының иғтибар үҙәгендә торған, тураһын әйткәндә, маҙаға тейгән һәм кисекмәҫтән хәл ителеүҙе көткән ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡарай.
|
Уҡырға
20.01.23
|
| |
|
|
ГОСПИТАЛЬ ЯҢЫРТЫЛАСАҠ
|
|

Ил Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашыу барышында кәңәшләшкән һорауҙар араһында Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең яңы бинаһын төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде. Республика етәксеһе Президенттан дауахана төҙөлөшөн федераль инвестициялар программаһына индереүҙе һораны.
|
Уҡырға
20.01.23
|
| |
|
|
ҺОҠ ТЕЙЕП ҠУЙМАҺЫН!
|
|

Ошо көндәрҙә Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән 357 уҡыусы Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты. Утыҙ етенсе тапҡыр үткәрелгән сара Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.
|
Уҡырға
20.01.23
|
| |
|
|
ҺИНЕ МӘҢГЕ ОНОТМАБЫҘ!
|
|

Рәшит ШӘКҮР, Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкселек иткән йылдар - беҙҙең республика һәм халҡыбыҙ тарихында айырым бер дәүер булып тора. Ул Башҡортостан тарихында бик ҡәҙерле дәүер булып ҡаласаҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкләгән осорҙа быға тиклем бөтөнләй булмаған ҙур үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Беҙ ҙур тырышлыҡ менән Башҡортостан Фәндәр академияһын булдырҙыҡ. Бөгөн иһә ошо академияның һөҙөмтәле эшләүен, ҙур уңыштарға өлгәшеүен күрәбеҙ. Ғүмер буйы киностудия тураһында хыялланып йәшәнек. Һәм, ниһайәт, суверенитет яулағандан һуң киностудиябыҙҙы ойошторорға мөмкинлек барлыҡҡа килде.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
ЮРАҒАНДАР ЮШ КИЛҺЕН!
|
|

Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса 2023 йылда донъя менән ҡара төҫтәге ҡуян, йәғни кролик (дөрөҫөрәге, йорт ҡуяны) идара итәсәк. Был ике йәнлектең бер аҙ айырмалары булыуға ҡарамаҫтан, улар икеһе лә - ҡуян, ләкин кролик, ҡасандыр шулай уҡ ҡырағай йәнлек булыуға ҡарамаҫтан, ҡулға эйәләштерелгән. Яңғыҙ йәшәп, үҙ көнөн күреүсе ҡыр ҡуянынан айырмалы, йорт ҡуяндары күпләп үрсей һәм ҙур ғаилә булып йәшәй.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
МИНЕҢ ЯРАТҠАН БАШҠОРТОМ - 9
|
|

Ир өндәшмәне. Иоланта шым ғына хушлашып ҡайтып китте. Мир бер нөктәгә төбәлгән килеш ултырып ҡалды.
Йәнә осрашырға насип булды уларға. Иртәгәһенә Магдебургтан Берлинға китергә тейештәр ине. Төшкө аштан һуң йыйынырға ярты сәғәт ваҡыт бирелде. Ҡабаланып үҙенең бүлмәһенә ингән Мирҙы Иоланта ҡаршы алды.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
ЫСЫН ИЖАДСЫЛАРҘЫҢ РУХЫ АЗАТ БУЛҒАН,
|
|

яңы Рәмиҙәрҙе тыуҙыра торған заман килеренә ышанам
Яңы йыл алдынан үтеп барған йылдың ваҡиғаларын барлап, шәхси тормошоңа, уңыштарыңа баһа биреү, киләһе йылды фаразлау кеүек яҙылмаған ҡанун йәшәй йәмғиәттә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа донъяла социаль, мәҙәни, сәйәси, иҡтисади өлкәләге әленән-әле һиҫкәндереп торған төрлө яңылыҡтар, пандемия фонында байрам кәйефе лә юғыраҡ халыҡта, былтырғы йылдың геополитик ваҡиғалары ла һәр кемебеҙҙең тормошона үҙенең эҙемтәләрен индерҙе. Бына ошондай ваҡытта образлы фекерләү аша халҡына, заманына оран ташлай, замандаштары күңелендә киләсәккә өмөт уята алырлыҡ шағир һүҙенә мохтажлыҡ тыуа. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - шағир, журналист һәм заманыбыҙҙың йәш кешеһе ошо йәһәттән үткән йылға ниндәй ҡарашта? Киләсәккә ниндәй күҙҙәр һәм өмөттәр менән баға? Ошолар хаҡында Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм журналистар берлектәре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты Алмас Рауил улы ШАММАСОВ менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
"ИРӘНДЕК АЙЫУЫ"
|
|

"Ирәндек айыуы" самородогының ауырлығы 4788,75 грамм, ул 930-сы келәймәле. Уны 1992 йылда Баймаҡ районы "Ирәндек" совхозы механизаторы Р.И.Үтәғолов Ирәндек тауының көнсығыш итәгендә урынлашҡан Күсей ауылы эргәһендә, элекке Һунарүҙәк алтын руднигынан 2 километр алыҫлыҡта, ер һөргән саҡта табып ала. Самородок 30 сантиметр тәрәнлектән һабанға эләгеп сыға.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Б.э. тиклем V быуаттан һуң Көньяҡ Уралдың дах-массагет ҡәбиләләрендә ике йөҙлө оҙон ҡылыстар киң таралыу таба. Был күренеш Евразия далалары күскенселәренең ҡоралланыуында һәм һуғыш тактикаһында етди үҙгәрештәр булыуы менән бәйле. Айырым алғанда, ҡыҫҡа акинак-ҡылыс менән йәйәүле стройҙа ғына, йә иһә дошманға бик яҡын тороп ҡына һуғышыу мөмкин була. 1 - 1,2 м оҙонлоғондағы ҡылыстар менән атта һыбай ултырған килеш алышып була. Уларҙың киң таралыуы һуғышта һыбайлы яугирҙар ҡатнашыуына дәлил булып тора. Был ғәскәрҙең хәрәкәтсәнлеген арттыра һәм алыҫ араларҙа уңышлы хәрби ғәмәлдәр алып барыу мөмкинлеген бирә.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
ЮҠ, БЕҘ БЫУЫНДЫ ЮҒАЛТМАНЫҠ!
|
|

Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындырған йәштәре менән осрашып, уларҙың бөгөнгө һәм киләсәк тураһындағы уй-фекерҙәрен, йәмғиәттәге төрлө күренештәргә булған ҡараштарын белештек һәм "Бөгөнгө йәштәр ниндәй ынтылыш-хыялдар менән йәшәй?" тигән һорауға яуап эҙләнек.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
ҺУҢҒЫ ЮЛҒА ОҘАТТЫЛАР
|
|

Башҡортостан Республикаһы халҡы Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙатты. Шәхес менән хушлашыу "Башҡортостан" дәүләт концерт залында иртәнге сәғәт 9-ҙа башланды. Мәрхүм менән хушлашырға шәхестең арҡаҙаштары, коллегалары ғына түгел, ябай халыҡ, баш ҡаланың һәм республиканың төрлө предприятиеларының хеҙмәт коллективтары вәкилдәре килде. Иртәнге 8-ҙән үк саҡрымға еткән сират һуҙылды.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
БӘХИЛ БУЛ, ИЛ АҒАҺЫ!
|
|

Республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе. 2023 йылдың 11 ғинуарында күренекле дәүләт, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88 йәшендә вафат булды.
|
Уҡырға
13.01.23
|
| |
|
|
ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ИШӘЙӘ БАРА
|
|

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейының 5-се "Ш" һәм 6-сы "Ш" синыфы уҡыусыларын шайморатовсылар рәтенә ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы. Балалар шайморатовсы исемен лайыҡлы йөрөтөргә, Башҡортостан һәм Рәсәйгә тоғро ул-ҡыҙҙар булып үҫергә ант итте.
|
Уҡырға
29.12.22
|
| |
|
|
ТАБЫНЫҒЫҘҘА КИШЕР КҮРҺӘ ЙЫЛ ХУЖАҺЫ ҠӘНӘҒӘТ ҠАЛЫР
|
|

Башҡорт ғаиләһендә Яңы йыл табыны ниндәй булырға тейеш? Яңы йыл табыны һыйҙан һығылып торорға тейеш, сөнки йылды нисек ҡаршы алаһың, ул шулай була, тигән ырымға ышанып йәшәй бит халыҡ. Әлбиттә, йәшерәк саҡта мин дә шулай уйлай инем, әммә хәҙер саҡ ҡына икенсерәк фекерҙәмен. Бөтә нәмәлә сама булыуы мөһим.
|
Уҡырға
29.12.22
|
| |
|
|
ЙОМШАҠ, ТЫНЫС, ЙОРТАУАЙ!
|
|

Тотороҡһоҙ, ни уйлағанын да белеп булмаған, тыштан тыныс күренһә лә, теләһә ниндәй минутта ҡорбанына ташланырға әҙер торған Юлбарыҫ, нисек кенә ажарланып, аҙау тешен күрһәтергә маташмаһын, шөкөр, уның китер мәле лә етте. Төрлөһө булды. Рәсәйҙе үҙҙәре теләгән рәүешкә бороп, үҙ шарттарын ҡуймаҡсы, ресурстарыбыҙ һәм илебеҙ яҙмышын ҡулға төшөрмәксе коллектив Көнбайышҡа ил ҡеүәтен ҡаршы ҡуйыу, Ватаныбыҙҙың үҙаллылығы һәм азатлығы хаҡына илһөйәрлек, ватанға тоғролоҡ традицияларын раҫлау өсөн кәрәк булған Махсус хәрби операция менән өлөшләтә мобилизацияны ла, ошо юлда йәндәрен фиҙа ҡылған арыҫландай улдарыбыҙ ҡайғыһын да кисерергә тура килде Юлбарыҫ йылында.
|
Уҡырға
29.12.22
|
| |
|
|
ҒАИЛӘ ЫҒЫ-ЗЫҒЫЛАРЫН ЙЫРЛАП КӨЙЛӘЙЕК!
|
|

Минең ҡайным бик ҡыҙыҡ кеше ул. Ул һәр ваҡыт йылмайып, берәү әйтмешләй, ауыҙ сите менән генә көлөмһөрәп йөрөй. Ә үҙе һәр ваҡыт шат. Етмәһә, гел генә мөңгөрләп ниндәйҙер йыр көйләй. Әллә күңеле шулай моңло, әллә үҙе шулай йыр ярата, белмәҫһең уны. Ә бына уның асыуланған сағын бик һирәк күрәм. Дөрөҫөрәге, бөтөнләй күргәнем юҡ. Ә бына мин яман ныҡ асыуланам. Әйтеүе лә оят, хатта ваҡыты менән ҡысҡырып ҡуям. Ҡайһы ваҡыт кәләшкә шул хәтлем тауыш күтәрәм, хатта минең ошо баритон тауыш (әллә бас микән) ауылдың теге осонда ла ишетелә. Быны ишеткән кешеләр үҙҙәре һөйләй. Ауыл осона ишетелерлек тауыш сығарыу өсөн йәндә шул хәтлем көслө асыу, ә күкрәккә апаруҡ киңлек кәрәктер. Ә былай беҙҙең ауыл әллә ней ҙур түгел. Ваҡыты менән шыбырлап ҡына әйткән һүҙ ҙә ауылды йәшен тиҙлегендә урап сыға.
|
Уҡырға
29.12.22
|
| |
|
|
МИНЕҢ ЯРАТҠАН БАШҠОРТОМ - 8
|
|

Өс аҙнаға яҡын сәйәхәттә йөрөгәндә Мир башҡаса Иоланта тураһында уйламаны. Әйтерһең, ундай кеше бөтөнләй булмаған. Һәр барған ерҙәрен ентекләп ҡараны, хәтерендә һаҡларға тырышты. Ҡайтҡас, ҡатынына, ҡыҙҙарына, колхоздағы иптәштәренә тәмләп, тәфсирләп һөйләр өсөн иҫендә ҡалдырырға тырышты. Ҡайҙа ғына булмаһын, тик бында ғына осраған сувенирҙар һатып алды, кемгәлер бүләк итер, ҡайһыларын ҡәҙерле иҫтәлек итеп, шкаф эсенә ҡуйыр. Ике көнгә Магдебург ҡалаһында туҡтаясаҡтарын белгәс, йөрәге йәнә талпынып китте. Таныш ерҙәр... Йәшлегенең бер осоро тороп ҡалған урындар... Автобуста ул гид ҡатын янына ултырҙы. Байтаҡ тыштағы тәбиғәт күренештәренә ҡарап килә биргәс, ябай ғына әйбер һорағандай әйтеп ҡуйҙы:
|
Уҡырға
29.12.22
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Ҡартлыҡ бәхет була алмай. Ҡартлыҡ - тыныслыҡ һәм бәлә генә була ала. Уны хөрмәт итһәләр, ҡартлыҡ тыныслыҡ кисерә. Онотһалар һәм яңғыҙлыҡта ҡалдырһалар, ул бәләгә әүерелә.
(В. Сухомлинский).
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|