|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
|
|
|
ӨФӨНӨҢ АНЫҠ ЙӘШЕН ҒАЛИМДАР ТӘҠДИМ ИТЕРГӘ ТЕЙЕШ
|
|

Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов "Вся Уфа" телеканалының тура эфирында граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Һорауҙар бер аҙна алдан уҡ килә башлаған һәм уларҙың дөйөм һаны меңдән артҡан. Ҡала мөхитен төҙөкләндереү беренсе урында торһа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса килгән мөрәжәғәттәр дөйөм һандың - 32, йәмәғәт транспорты эше, күперҙәрҙе һәм юлдарҙы ремонтлау 23 процентын алып тора. Ҡалған өлөш - маршрут селтәрен, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм ҡалалағы парковкалар мәсьәләһенә тура килә.
|
Уҡырға
19.06.18
|
| |
|
|
ҺЕҘ ҺАМАН ГӘЗИТ УҠЫЙҺЫҒЫҘМЫ ӘЛЕ?
|
|

Рәйлә ИШКИЛДИНА, мәғариф ветераны, Өфө районы Шамонино ауылы: Оҙаҡ йылдар махсус белемем буйынса химия етештереү тармағында эшләнем, аҙаҡ мәғариф өлкәһенә күстем, балалар уҡыттым, ләкин ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, кем булып эшләһәм дә, гәзит-журнал минең тоғро юлдаштарым булды һәм әле лә уларҙан айырылғаным юҡ. Дөрөҫ, бөгөн мәғлүмәттең электрон саралары бик популяр булып китте, тик барыбер баҫма матбуғаттың үҙ өҫтөнлөктәре, үҙ йүнәлеше һәм йөкмәткеһе. Дөрөҫөрәге, интернет мәғлүмәттәре - йәнһеҙ машина продукцияһына оҡшаш, ә гәзит бит ул күңелгә йылылыҡ биреп тора, һинең хәл-әхүәлеңде белешеп, һинең менән һөйләшеп-серләшеп йәшәүсе дуҫ һымаҡ. Уның бит өйгә килгәнен ҡәҙерле ҡунаҡтай көтөп алыуы ни тора! Мәҫәлән, "Киске Өфө" - минең өсөн тап ана шундай гәзит тә инде.
|
Уҡырға
19.06.18
|
| |
|
|
САЛАУАТ ИСЕМЕ БЕҘҘӘ ГЕНӘ...
|
|

Ошо көндәрҙә Салауат районында милли батырыбыҙҙың тыуған, һуңынан батша карателдәре тарафынан яндырылған Тәкәй ауылында төҙөлгән Таштирмә эсенә Салауат Юлаев хөрмәтенә иҫтәлекле таш ҡуйылды. Ошо хаҡта ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән "Арғымаҡ" этно-төркөмө етәксеһе, Башҡорт йәштәренең Бөтә Рәсәй ҡоролтайы рәйесе Ринат РАМАҘАНОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
14.06.18
|
| |
|
|
БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ СЕР ҺӘМ МӘҒЛҮМӘТ СЫҒАНАҒЫ ЛА УЛ
|
|

Төрлө ғилми хеҙмәттәрҙә башҡорт костюмы халыҡтың үҫеше, уның төрлө тарихи дәүерҙәрҙә башҡа халыҡтар менән мәҙәни һәм сауҙа бәйләнешен өйрәнеү объекты булараҡ сығыш яһаһа ла, милли кейемдең үҙе, уның төҙөлөшө тураһында телгә аҙ алына. Әммә тап ошонда ҡиммәтле мәғлүмәт һаҡлана ла инде. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, "Ҡара юрға" эпосында Мәсем хандың ҡыҙы Маҡтымһылыу Әбләйҙең кейеменә ҡарап, уның ҡайһы тарафтан килеүен әйтеп бирә. "Сабыуың түңәрәтеп яһалған, дала кешеһенә оҡшағанһың", - ти ул атаһының Ағиҙел үрендә урынлашҡан йәйләүенә Һаҡмар йылғаһының көньяҡ ярҙарынан килгән егеткә. Тимәк, башҡорт кейеме матур, уңайлы булыуынан тыш, берәй төрлө мәғлүмәт тә еткерә алған. Күпме йылдар үтмәһен, башҡорт костюмының бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған өлгөләре һаман да үҙенең матурлығы менән күҙҙе ҡамаштыра. Унда бөтөн нәмә гармонияла, уның бөтөн өлөштәре берҙәм бөтөнлөктө тәшкил итә.
|
Уҡырға
14.06.18
|
| |
|
|
"ӨФӨ-II" ҠАЛАСЫҒЫНА - 1500 ЙЫЛ! БЫНЫ ДОНЪЯ ТАРИХЫ ЛА ТАНЫЙ
|
|

Инде нисәмә йылдарға һуҙылған тикшеренеүҙәр раҫлаһа ла, Урта быуаттарға ҡараған Башҡорт ("Өфө-II" ҡаласығы) ҡалаһының йәше 1500 йыл менән билдәләнеүе, уның ысынлап булыу-булмауы ҡайһы бер тарихсыларҙа шик тыуҙыра һәм һаман да бәхәстәргә нигеҙ булып тора. Ләкин ғәрәп һәм Европа авторҙары хеҙмәттәрендә һәм карталарында билдәләнгән Башгирт, Башкерти ҡалаларының булыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Донъя тарихы таныған ошо Урта быуат ҡалаһының булыу фактын бер төркөм ғалимдарҙың танырға теләмәүен башҡорт халҡын ғына түгел, тотош Башҡортостан халҡын ата-олатайҙарҙың тарихи мираҫынан мәхрүм итергә тырышыу, тип кенә аңлатып булалыр.
Беҙҙең гәзит биттәрендә "Өфө-II" ҡаласығы тарихы тураһында күп яҙылды. Әммә ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Шул ҡараштан сығып, түбәндә "Өфө-II" ҡаласығы тураһында тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың ошо тема буйынса аныҡ мәғлүмәттәр менән дөйөмләштерелгән мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
14.06.18
|
| |
|
|
ДИАЛЕКТ ЛӨҒӘТЕ ТЕЛЕБЕҘҘЕ БАЙЫТА
|
|

Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында төрки телдәре белгесе, филология фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, РСФСР-ҙың Педагогия академияһы академигы Н.К. Дмитриевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре" XVIII Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үтте. Ике көн дауамында барған сара тураһында БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Фирҙәүес ХИСАМЕТДИНОВА менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
14.06.18
|
| |
|
|
Өфө-II
|
|

Баш ҡаланың һәйкәлдәре һәм тарихи урындары тураһында һөйләгәндә беҙ иң тәүҙә 1500 йыллыҡ тарихи ҡомартҡы булған "Өфө-II" ҡаласығын телгә алырға тейеш түгелбеҙме?
|
Уҡырға
13.06.18
|
| |
|
|
КИМӘЛЕН КӘМЕТМӘҪ ӨСӨН...
|
|

Үткән аҙнала Сибай ҡалаһы 14-се тапҡыр "Ирәндек моңдары" фестивален үткәрҙе. Башҡорт йырын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһе Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан ҡалаға ереккән, уның матур бер йолаһына әүерелгән инде. Сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан, Татарстан Республикаһынан, Коми, Силәбе өлкәләренән 90-дан ашыу йырсы ғариза биргән. Быйылғы бәйгенең яңылығы шул булды: конкурста 50 йәшкә тиклемге йырсылар ҙа ҡатнаша алды.
|
Уҡырға
06.06.18
|
| |
|
|
ҠАРҒА БУТҠАҺЫ
|
|

Был байрамда йәш-елкенсәк, егеттәр ҡатнашмаған. Унда ҡатын-ҡыҙ, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын ҡатнаша. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйып йөрөйҙәр. Алсабыр итеп ауылда иң абруйлы, иң татлы һүҙле, һөйкөмлө, илгәҙәк әбейҙе сығарғандар. Бутҡаны ҡаҙан аҫып яланда бешерһәләр ҙә, башҡа аҙыҡ-түлекте өйҙә әҙерләп алып барғандар. Бутҡа ашағандан һуң, ҡыҙ-ҡырҡын дегәнәк йәки башҡа шундай ҙур япраҡтарға бутҡа һалып, ҡарғаларға биргән. Ағастарға биргәндәр, ағас төптәренә һылағандар, иген уңыуын, аш-һыуҙың мул булыуын теләгәндәр. Аҙаҡ төрлө уйын уйнағандар, күңел асҡандар.
|
Уҡырға
06.06.18
|
| |
|
|
ТӘМӘКЕНЕҢ ЗЫЯНЫ ТУРАҺЫНДА БЕЛӘҺЕҢМЕ?
|
|

Айгөл ЯПАРОВА, Өфө ҡалаһы: Тәмәкенең зыяны тураһында бөтөн мәғлүмәтте беләм, тип әйтә алам: ул тын алыу системаһының төрлө ауырыуҙарын тыуҙырып ҡына ҡалмай, яман шешкә лә сәбәп була; тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә ҡан тамырҙары тона һәм был бик йыш ҡул йәки аяҡ суҡтарының гангренаһына килтерә, һөҙөмтәлә кешегә тыуғандан алып кәрәк булған тән өлөштәре мотлаҡ ҡырҡыла; тәмәке тартыусы ата-әсәләрҙең балалары кәм тигәндә сирле булып тыуа һ.б. Әммә бик йыш был мәғлүмәттәрҙе көйрәтеүселәр аныҡ фараз итеп түгел, ә уйҙырма итеп ҡабул итә.
|
Уҡырға
06.06.18
|
| |
|
|
ЕТӘКСЕЛӘР ИҺӘ САРАЛАРҘЫҢ УРТАҺЫНДА
|
|

Өфө ҡалаһы йылдан-йыл үҫә, матурлана, төҙөкләнә бара, тип ҡабатларға яратабыҙ яратыуға. Шул уҡ ваҡытта уның тышҡы күренеше генә үҙгәреп ҡалмай, ә эске тормошо ла йәнләнә, йәғни кешеләре лә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыға бара бит.
|
Уҡырға
06.06.18
|
| |
|
|
ӨФӨ УРМАНДАРЫ ҺӘМ ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ БОРОНҒО ТАРИХЫ
|
|

Ҡала урмандарының, ниһәйәт, хужаһы асыҡланыуы темаһы Өфө ҡала округы хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмәлә ҡаралған төп темаларҙың береһе булды. Ирек Ялалов белдереүенсә, Өфө - халҡы миллиондан ашҡан ҡалалар араһында дөйөм территорияның 30 проценттан ашыуын урмандар алып торған ҡалаларҙың береһе.
|
Уҡырға
06.06.18
|
| |
|
|
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ СЫҢЫ
|
|

Үткән аҙнала республика мәктәптәрендә 18 меңдән ашыу 11 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау зыңғырланы. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, һәр белем усағы был сараны иҫтәлеклерәк, сағыуыраҡ итеп үткәрергә тырышты. Һәм, әлбиттә, һәр мәктәп ихатаһында йыр-моң ағылды, вальс бейелде, сәскәләр, ҡотлау һүҙҙәре... күҙ йәштәре булды.
|
Уҡырға
06.06.18
|
| |
|
|
ЙЫРЛАЙ ҘА БЕЛӘБЕҘ!
|
|

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Дилә Муллабаева Силәбелә булып үткән Клавдия Шульженко исемендәге Бөтөн Рәсәй актер йыры конкурсының "Театрлаштырылған йыр" номинацияһында юғары наградаға - 1-се урынға лайыҡ булды.
|
Уҡырға
29.05.18
|
| |
|
|
СӘСМӘҮЕРЕМ, СЕЛТӘРЕМ...
|
|

Һуңғы йылдарҙа мәҙәни генә түгел, сәйәси сараларҙа, телевидениела, хатта урамда милли биҙәүестәр таҡҡан, милли биҙәктәр менән байытылған кейем кейгән кешеләрҙе йыш осратабыҙ. Һәм был беҙҙе бер ҙә ғәжәпләндермәй, киреһенсә, һоҡланыу тойғолары ғына уята. Халыҡтың мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән бәйгеләр, этник мода конкурстары ла йыш ойошторолоп тора бит хәҙер. Үткән аҙнала Сибай ҡалаһында быйыл өсөнсө тапҡыр үткән "Сәсмәүерем, селтәрем" Төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестивале лә хәҙер күркәм йолаға әүерелде. Унда Сибай, Өфө ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән, Учалы, Мәсетле райондары оҫталары көс һынашты.
|
Уҡырға
29.05.18
|
| |
|
|
КЕШЕ ЯҘМЫШЫ ХӘЛ ИТЕЛГӘНДӘ ТАНЫШЛЫҠ ҺӘМ ТУҒАНЛЫҠ ТӨШӨНСӘҺЕНӘ УРЫН ЮҠ
|
|

Законды ихтирам иткән йәмғиәттә генә тәртип һәм тотороҡлолоҡ булырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һәр гражданин үҙенең хоҡуғы боҙолған осраҡта закон тарафынан яҡлау табасағына ышаныс менән йәшәргә тейеш. Әлеге ике күрһәткестең тик береһе генә аҡһауы ла тәртиптең ҡаҡшауына килтерәсәк. Ил халҡының ҡанундарҙы һанлауын дәүләт һиҙгер күҙәтә, ә граждандарға хоҡуҡтарын яҡлау өсөн үҙҙәренә тырышырға кәрәк. Ә бындай ярҙамды беҙ, башлыса, адвокаттарҙан көтәбеҙ һәм ниндәйҙер хәлде ҡануниәткә ярашлы йырып сығыр өсөн уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Тәү ҡарашҡа адвокаттың эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш кеүекбеҙ, ләкин уның да ябай күҙгә эленмәгән нескәлектәре бихисап. Шулар хаҡында адвокат Айҙар Рамаҙан улы ВӘЛИТОВ бәйән итә.
|
Уҡырға
29.05.18
|
| |
|
|
ТАҒЫ ЛА БАШҠОРТ ХАН ТУРАҺЫНДА
|
|

"Бөйөк Башҡорт иле", "Башҡорт хан" китаптарының авторы Йәдкәр Бәширов менән сираттағы осрашыу мәлендә китаптарҙағы уҡыусы өсөн бик тә ҡыҙыҡ булған, әммә артыҡ сурытылмаған факттар, тарихи мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһындым. Сөнки бөгөн күптәр был хандың булыу-булмауы йәки уның тап башҡорттоҡо булыуы һәм булмауы хаҡында ла бәхәс ҡора. Ошо урында әсенеп әйткем килә: ни өсөндөр беҙ булған даныбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе имеш-мимеш, шик-шөбһә аҫтына ҡуйырға яратабыҙ. Унан һуң был мәғлүмәттәрҙе икенсе халыҡтар "үҙҙәренеке" итеп күрһәтһә генә саң ҡаға башлайбыҙ. Әлеге мәл Башҡорт хан менән дә шулай булмаҡсы.
|
Уҡырға
29.05.18
|
| |
|
|
ЯҘҒЫ БАЛ ҺӘМ ПРАЙМЕРИЗ ТУРАҺЫНДА ХӘБӘРҘӘР
|
|

Баш ҡала округы хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәне өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин булды: уҙған аҙнаның иң сағыу ваҡиғалары; алдағы аҙнала үтәсәк саралар һәм айырым мәҡәләгә торошло көнүҙәк темалар.
|
Уҡырға
29.05.18
|
| |
|
|
СИТ РИЗЫҠТЫ АШАМАЙЫҠСЫ!
|
|

Затыбыҙҙа бер кейәүебеҙ көньяҡ егете һәм шул кейәү ҡунаҡҡа килһә, күпләп емеш-еләк алып килә лә, ҡоротло һурпа, майлы ит булған табындан һуң емеш-еләген батмуслап өҫтәлгә ҡуйып, үҙ ҡулдары менән таҙалап тоттороп, һыйлап аптырата ине. Беҙ бының ҡулын рәнйетмәйбеҙ тип, берәр генә алып ҡабабыҙ ҙа, сәйгә күсәбеҙ. Ул - беҙҙең емеш ашамауыбыҙға, иткә иҫебеҙ китеүгә, беҙ иһә уның аштан һуң шул емештәрҙе һыпырып һалыуына аптырайбыҙ...
|
Уҡырға
29.05.18
|
| |
|
|
ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘЙ БАЛАЛАР БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ
|
|

Ошо көндәрҙә Өфөлә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған ярыштың тантаналы өлөшө йылдағыса сағыу, ҡыҙыҡлы, илһамлы һәм рухлы тамашаға әүерелде.
|
Уҡырға
29.05.18
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.
Ральф Эмерсон.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|